Башҡортостан Ҡыҙы

Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа беҙ үҙебеҙ!

Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа беҙ үҙебеҙ!
Тын алған һайын ваҡыт үтә, ваҡыт менән ғүмер үтә! Кисә таҫмаларын елберләтеп елдәрҙә бәүелгән хисле ҡыҙсыҡ, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығып, һәр тыуған көнгә ҡыуана, йәшәргә, яратырға һәм... яратылырға өйрәнә. Кешеләр ғәҙәти, ваҡ, үҙенән-үҙе тейешле тип ҡарарға күнеккән хәстәр, әсәлек, туғанлыҡ хистәре лә күңел эше, күңел халәте ул. Миһырбанлы йән моң артынан эйәрә, һүҙ тылсымын тоя, кеше хәленә инә, уның йөрәгенә үтеп инә белә! Баҫмабыҙ ҙа күҙгә күренмәгән рухи аҙыҡ биреү менән мәшғүл. Шуға ла уның усағында йылынырға теләүселәр, илһамынан осҡон көҫәүселәр йыйыла, ҡанаттары талған мәлдә унан көс-ҡеүәт ала! Ҡатын-ҡыҙ айы булып һаналған мартта баш ҡалабыҙ Өфөнөң Конгресс-холында «Башҡортостан ҡыҙы»ның алтын юбилей кисәһе уҙҙы. Журналды яратып уҡыған, уның менән дуҫ булған һәр кем ҙур ихласлыҡ менән байрамға килеп, уға хөрмәтен һәм ихтирамын күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Күргәҙмәләр үҙе бер балҡыш булды. Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Зөлфирә Ҡарағужина ойоштороп алып килгән ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө милли аш-һыуҙың ниндәй генә төрөн тәҡдим итмәне! Һәр кем уларҙы тәмләп кинәнде.

Журналыбыҙға ихтирам күрһәтеп ҡотлау яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, кисәлә ҡатнашып беҙҙең менән ошо шатлыҡлы ваҡиғаны уртаҡлашҡан Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовҡа, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясоваға, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллинаға, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовҡа, министрлыҡтар вәкилдәренә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән «Сөйөмбикә»ләргә, ҡотлау сәләме юллаған «Ненкеджан» ҡырым татарҙары ҡатын-ҡыҙҙар журналының баш мөхәррире Зера Бекироваға, барса ҡәләмдәштәребеҙгә, сарабыҙға эркелеп килеүсе баҫмабыҙҙы уҡыусыларға, кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткән етәкселәребеҙгә, бағыусыларыбыҙға, сәхнәлә матур йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарған артистарға, ихлас ярҙам ҡулын һуҙған дуҫтарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Халыҡ байрамына әйләнгән юбилей кисәһе һеҙҙең йөрәк ялҡыны менән дә һуғарылды, баҫма рухиәтебеҙ күгендә ҙур урын тотҡанын, уның ни ҡәҙәрем кәрәклеген, мөһимлеген аңлатты.

Бергәлегебеҙҙең, берҙәмлегебеҙҙең бер матур күренеше булған сара күңелдәргә дәрт, сәм, ышаныс өҫтәне. Усағыбыҙ тағы ла яҡтыраҡ дөрләне. Уны Йыһанға тиклем үрләргә, быуаттарға тиклем заманыбыҙҙың тауышын ишеттерергә атлығыусы бай рухлы халҡым, гүзәллеккә битараф булмаған һөйөклө кешеләрем! Һеҙ булғанда, журнал йәшәр! Уның даны быуаттарҙан-быуаттарға етер! Һеҙ булғанға, беҙ ҙә булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: журнал Башҡортостан ҡыҙына 50





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook