Башҡортостан Ҡыҙы

Мәңгелектең бизмәненә һалып...

Мәңгелектең бизмәненә һалып...
Мәүләнәгә бер ваҡыт шәкәр яратҡан малайҙы килтерәләр. Аҡыл эйәһе, нисек тә баланы ошо яман ғәҙәттән арындырырға теләгән атай менән әсәйҙе тынысландырып, уны ҡарай ҙа ике аҙнанан яңынан килергә ҡушып ҡайтарып ебәрә. Ваҡыты еткәс, былар тағы килә. Мәүләнә малайҙы башынан һыйпап яратып:
– Ярай инде, шәрбәтте бер аҙ самалабыраҡ аша хәҙер һин, – тип, ошоноң менән бөттө, тигән ишара яһай.
– Шул булдымы инде дауалау, ошонан һуң яман ғәҙәтен ташлар микән ни? – тигән һорауҙар яуҙырырға тотона ғәжәпләнгән атай менән әсәй.
– Эйе, сөнки теге ваҡыт һеҙҙең үтенесте ишеткәс, ике аҙнаға ҡайтарып ебәреүемдең сәбәбе шул: мин үҙем дә шәрбәт яратам. Ошо арауыҡ эсендә унан баш тартып ҡараным. Булмай! Шуның өсөн малайға самалабыраҡ ашарға кәңәш кенә бирә алам, – тигән.

...Ысынында, әҙәм балаһы үҙе кисермәгән, тоймағанын, башынан үткәрмәгәнен күҙ алдына ла килтерә алмай. Нимә тип булһа ла тәнҡитләр йә әрләр алдынан мин үткән юлды үтеп ҡара, тиҙәр. Әммә кешегә икенсенең хәленә инеү һәләте бирелгән. Миһырбанлыҡ нигеҙе лә ана шулдыр. Изгелек ҡылам тип зыян эшләп ҡуйыу ҙа бар бит. Саманан тыш йәлләү ҙә зыян. Бында ла уның күҙлегенән, ул булып ҡарау, төбөнә төшөнөп, аңлап уға кәрәкле ғәмәл менән ярҙам итеү дөрөҫөрәктер. Әммә беҙҙең йыш ҡына ваҡытыбыҙ юҡ. Туҡтап уйланырға, төбөнә тоҙ һалырға көсөбөҙ, ҡайһы саҡта теләгебеҙ самалы. Ваҡыт күрһәтер, асыҡлыҡ индерер, тип тынысландырабыҙ үҙебеҙҙе. Беҙҙән башҡалар ҙа бар бит ул хаҡта уйларға, тип ҡул һелтәп ҡарайбыҙ. Уныһы шулай ҙа ул. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя. Әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ашығырға кәрәк. Ваҡытында тәрбиә бирергә, тимәк, киләсәк хаҡында ҡайғыртырға. Мәлендә өйрәтергә, өйрәнергә. Аҙаҡ һуң булыуы бар.

Ә мин инде, баш мөхәррир булараҡ, икенсе ярты йыллыҡҡа журналыбыҙға һуңға ҡалмай яҙылып ҡуйырға ашығығыҙ, тип кәңәш бирә алам. Һеҙгә баҫмабыҙ аша яңы киңлектәр, мөмкинлектәр асылыр, тормош та йәйғор төҫтәре менән балҡыуын дауам итер. Был ашығыс һәм даими эшләнә торған ғәмәлдер, сөнки бер төшөп ҡалһаң, үҙеңдең ниндәй байлыҡтан мәхрүм ҡалыуыңды тоймай башлайһың. Унһыҙ ҙа йәшәп була тигән ғәфләт йоҡоһо баҫа. Матбуғатҡа яҙылыу – милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртыу, уны баһалы халыҡ итеп танытҡан баҫманың йәшәүенә үҙ өлөшөңдө индереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу, тимәк, тәрбиәләү, тип тә ҡарарға кәрәктер төбөнә төшөп. Бар булайыҡ, бергә булайыҡ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: журнал





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook