Башҡортостан Ҡыҙы

Икмәгендә– ҡулдарының ҡото

Икмәгендә– ҡулдарының ҡото«Мин ғаиләлә иң кесе – ун беренсе бала инем. Атайым, һуғышты башынан аҙағына тиклем үткән яугир, совхозда йылҡы ҡараусы булып эшләне, ат йәнле уҙаман булды. Әсәйем аш-һыуы, бигерәк тә икмәге менән дан тотҡан уңған хужабикә ине. Ун өс йәндең тамағын туйҙырыу өсөн көн һайын мейес тултырып икмәк һалды. Иртәнсәк яңы бешеп сыҡҡан икмәктең хуш еҫе танауҙы рәхәт итеп ҡытыҡлауына уянып китәбеҙ. Әсәйемдең ҡулдарынан гел икмәк еҫе килә торғайны...» – Ринат Мөхәмәтғариф улы үҙен ғүмер буйы оҙатып килгән ошо татлы хәтирә яҙмышында шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыр, тип күҙ алдына килтерҙеме икән? Юҡтыр, моғайын. Ләкин әсәһенең оҫта икмәк бешереүсе генә түгел, олатаһының тирә-яҡта дан тотҡан тирмәнсе булыуын да өҫтәһәк, Зариповтың был нескәнән дә нескә эштә уңыш ҡаҙаныуының һис осраҡлы түгеллегенә төшөнөрбөҙ.

...Әлшәй район үҙәге Раевка ауылына ингән юл сатында «Зариф» икмәк йорто әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. «Зариф» икмәген бер тәмләгән кеше бында туҡтамай үтмәй. Күптәр Раевкаға махсус боролоп керә. Бигерәк тә ял көндәрендә ҙур сират теҙелеп китә: һәр кем көтөп торған ҡәҙерле кешеләрен мейестән саҡ сыҡҡан икмәк менән ҡыуандырырға тырыша.

Икмәгендә– ҡулдарының ҡото Зарипов икмәгенең даны Әлшәйҙә генә түгел, бөтә тирә-яҡта киң билдәле. Хатта талапсан баш ҡалабыҙ Өфөлә лә уның хуш еҫле ҡаласы – оло күстә­нәс.Һис шикһеҙ, «Зариф» икмәге Әл­шәйҙең йөҙөн билдәләүсе маҡтаулы тауар, йәғни төбәк бренды булып тора.
Бер мәл икмәкхана эше менән таны­шырға килгән юғары ҡунаҡ уға ошондай һорау бирә: «Башҡалар ҙа икмәктә­рен шул уҡ он, ҡәҙимге һыуҙан һала. Һеҙҙең ризыҡ ни эшләп шул тиклем уңа? Бүтәндәр белмәгән серегеҙ бармы әллә?» Хужа, һис йәшермәйенсә, ҡу­наҡты цехтар буйлап алып китә һәм ҙур мискәләрҙә бызырҙап ултырған әсеткегә күрһәтә:
– Бөтөн серебеҙ ошонда. Беҙ икмәкте боронғоса, өләсәйҙәр рецебы буйынса – ҡомалаҡтан яһалған әсетке ҡушып бешерәбеҙ. Шуға ла ул тәмле, мамыҡтай йомшаҡ булып күпереп тора, боҙолмайынса оҙаҡ һаҡлана, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур.
Был үтә лә тыйнаҡ кеше ҡамырҙы тын алышынан, еҫе­нән тойоуын, юғары оҫталыҡҡа һынауҙар, эҙләнеүҙәр аша килеүен, ун дүрт йыл элек мәктәптә физкультура уҡытыусы­һы булып эшләп йө­рөгән еренән икмәк бешерә башлағанда­ғы ауырлыҡтарын һөйләүҙе кәрәк тип тапмай. Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен мәктәпкә арнаған абруйлы мөғәллимде ҡырҡ биште уҙғас һөнәрен алмаштырырға нимә мәжбүр иткән икән?

...Ул бәләкәйҙән спортсы булып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә хыяллана. Хыялы Стәрлетамаҡ физик тәрбиә техникумына, артабан Ырымбур педагогия институтына илтә. Еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат, ма­рафонсы, киң һулышлы йүгерек Зариповтың уйҙарына яҙмыш төҙәтмә индерә – ғаилә ҡорғас, егет тыуған яғына ҡайта. «Чемпиондар тәрбиәләр­мен!» – тигән ниәте лә аҡланмай, эшен бик яратһа ла, санаторий мәктәбендә спорт йондоҙҙары үҫтереү мөмкинлеге юҡ кимәлдә. Тик күңелгә тынғылыҡ бирмә­гән, гел үргә, үҙен иҫбатларға, ҡат-ҡат һынарға әйҙәгән еңеү ҡомарын нисек баҫырға?!
– Шул заман донъялар сыуалып китеп, үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуы минең өсөн ҙур этәргес булды. Шафран мәктәбенең аш йортон арендаға алып, икмәк бешерергә тотондом.

Икмәгендә– ҡулдарының ҡотоБая әйткәнемсә, әсәй-өләсәйҙәр ре­цебы буйынса һалам, ләкин ни ғәлә­мәт, икмәк уңмай. Төндәр буйы йоҡламайынса бешергән ҡырҡлап икмәкте саҡ-саҡ һатып бөтәбеҙ. Ләкин иң ҡыйыны – көнө-төнө эшләү ҙә, икмәк уңмағанын күреп кәйеф төшөү ҙә түгел, ә бешергәнде һатыу, йәғни үҙемде «һындырыу» ине, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Зарипов. – Мин шәхси сауҙа хупланмаған заманда үҫкәнмен, совет тәрбиәһе алғанмын. Иҫке «пиро­жок»ка тауарыбыҙҙы тейәп, ярҙамсым менән баҙарға сығабыҙ. Ул һата, ә мин, кеше күрмәһен тип, руль артында боҫоп ултырам. Шул саҡ эргәләге ике әбейҙең һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынды:
– Ҡара әле, бынау машинанан алған күмәс шул тиклем тәмле!
– Эйе шул. Гел ошонда килергә кәрәк икән!
Башымды күтәреп күҙ һалһам, яныбыҙҙа һыу буйындай сират баҫҡан. Шул мәлдә мин үҙемде күктең етенсе ҡатындағылай бәхетле тойҙом!
...Был татлы хистәрҙе татыр өсөн Зариповҡа ике йыл баш күтәрмәй эшләргә тура килә: «Ул саҡта уҡытыу­сының хеҙмәт хаҡы ике мең һум самаһы ине. Айына шул хәтлем аҡса инһә, ҡәнәғәтмен – он һатып алырға етә». Тәүге йылдарҙа яңы эшкә бөтә ғаилә көсөн һала. Мәктәптә уҡып йөрөүсе улдары Азамат менән Айрат, аталарының сауҙа итеүҙән оялыуын күреп, йыш ҡына икмәк һатырға үҙҙәре сыға. Ҡатыны, Шафран урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарыусы Эльмира Бәхтигәрәй ҡыҙы, кистәрен икмәк йортонда иҙән йыуырға килә.

Ир кешенең көслө затҡа хас булма­ған шөғөлгә тотоноуына сәйерһенеп ҡа­раусылар ҙа була, әлбиттә. Ләкин бер кеше уның ниәте тормошҡа ашасағына тамсы ла шикләнмәй – хәләл ефете Эльмира. «Сөнки Ринаттың ниндәй эш башлаһа ла, камиллыҡҡа өлгәшмәйенсә туҡтамауын беләм. Был уның һәр ғәмә­лендә, донъя көтөүендә лә сағыла. Уҡыт­ҡанда балалары ярыштарҙа алдынғы бул­ды. Ә ул баҡҡан баҡсаны күреп, үҙен «Мичурин» тип йөрөттөләр. Берәү ҙә үҫтермәгән, һыуыҡҡа сыҙамлы йө­ҙөм үрсетһенме, ҡурай елә­генең алын ғына түгел, ағын, һарыһын, көрәнен әллә ҡайҙан табып, яңы алым менән ултыртһын­мы, ул ваҡытта бер кем­дә лә булмаған компьютер алып ҡайтып, улдарыбыҙ менән мәж килһенме – ғүмерҙең һәр осоронда тормошҡа ижади ҡараны. Икмәк бешереү ҙә уның өсөн кәсеп түгел – ысын-ысындан ижад», – ти иренең бөгөнгө танылыуға килтергән һәр аҙы­мын дәртләндереп тороусы ҡатын.
Икмәгендә– ҡулдарының ҡото
Әле икмәкхана бәләкәй мәктәп ашханаһында түгел, мөһабәттәй ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Цехтар абруйлы күргәҙмәләрҙә һайлап алынған заманса сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Дүрт сменала һикһән кеше эшләп, көнөнә ике ярым тонна ризыҡ етештерә. Икмәк-күмәстең егермеләгән төрөнән тыш, ҡамыр аштары ғына ла – ура­ма, бәлештәр, бәрәмәс, ҡабырсаҡ һәм башҡалар – илленән ашып китә. «Ошон­да уҡ бәләкәй сәйхана асырға, милли ризығыбыҙ – көлсә бешерергә теләйем. Ҙур бинаны сафҡа индергәс, икенсе һулышым асылғандай булды, яңы хыял­дар менән янып йәшәй башланым. Лә­кин етештереү мөмкинлектәрен киңәй­теү маҡсаты – өҫтәмә табыш алыу түгел, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Сөн­ки әле бешергәнебеҙ етмәй ҡала.

Ә нәфсегә килгәндә, уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһына һис тә күп кәрәкмәй. Ҡулға аҡса керә башлағас, яҡшы машина алғанда ла әллә ни ҙур ҡыуаныс кисермәнем – ултырып йөрөй торған тимер ат бит инде ул. Ярты донъяны гиҙҙем – ҡабат ул илдәргә тартмай ҙа. Минең өсөн бәхет – тыуған еребеҙҙә йәнеңә кинәнес алып эшләп, хеҙмәтең менән башҡаларҙы ҡыуандырып йәшәү», – ти изге ризығыбыҙҙы бешереүҙе сәнғәт кимәленә күтәргән ижадсы Ринат Мөхәмәтғариф улы.
«Әгәр илдә оҫта икмәк бешереүсе юҡ икән, халыҡ хуш еҫле икмәк тәмен бел­мәйәсәк», – тигән боронғо бер аҡыл эйәһе. Һәр ҡабымы шифа ризыҡ менән халҡын һыйлаусы оҫтаға илһамлы асыштар теләйек!

Альмира Кирәева.
Әлшәй районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook