Башҡортостан Ҡыҙы

Ер ереккәнде ярата

Ер ереккәнде яратаӘбдерәш – Әбйәлил районының көньяҡлап һуңғы ауылы. Унан ун ике саҡрымда – Сибай ҡалаһы, ә инде көнбайышында – Баймаҡ районы ауылдары. Көнсығышында – Силәбе өлкәһе – ҡаҙаҡтар менән сиктәш тарихи башҡорт ерҙәре. Әбдерәш үҙе бер ҡыҫала ултырған кеүек. Алыҫтан ҡарағанда Ҡыҙыл йылғаһы буйында үҫкән бейек тал-тирәктәр генә күҙгә салына, ә ауылдың үҙен килеп етмәйенсә күреп тә булмай. Төп халҡының төҫө-һыҙаты ла үҙенсәлекле генә: Әбйәлил районы кешеләренән айырмалы рәүештә, бында боронғо Нуғай ырыуы халҡы төпләнгән. Зәп-зәңгәр күҙле, оҙон буйлы, оҙонсараҡ йөҙлө улар. Торғаны – сармат-скифтар. Ҡан ҡәрҙәшлектәре буйынса бөрйәндәргә оҡшаштар. Бәлки, шуғалыр ҙа улар бөрйән ырыуы йәшәгән яҡтарға килеп, ҡаҙаҡ менән башҡорт араһына ҡыҫылып булһа ла, ошонда тороп ҡалғандыр.

Минең таныштарым Камила һәм Риф Сәғәҙиевтар ҙа – ошо ауыл кешеләре. Дөрөҫө – Риф ошонда тыуған, Камила – Әбйәлил районының Әүмеш ауылы ҡыҙы. Өс балаға ғүмер биреп, Әбдерәштә тоҡом йәйеп, мал-тыуар үрсетеп, боронғо ата-бабалары шөғөлөн кәсеп итеп йәшәп ятҡан, иллене үткән, ләкин алтмышҡа етмәгән, дәрт-дармандары ашып-ташып торған был ғаилә парының тормошон ил яҙмышынан саҡ ҡына ла айырып булмағандай. Бына әле улар ҡунаҡтар килеү хөрмәтенә Ҡыҙыл йылғаһы буйында, үҙҙәренең бейә һауған, ҡымыҙ бешкән ерҙәрендә, ҡаҙан аҫҡан; утлығына күмер төшөрөлгән ете литр һыйҙырышлы самауыр көйләй; ашъяулыҡта Ҡыҙыл һыуында йөҙгән балыҡтар, ҡурылып, тәрилкәләргә теҙелешкән, күнәсектә һаумал ҡымыҙ күперә, йәнә – бал – башҡорт бал ҡорттары­ның оҙон йәй дауамында ялан сәскәләренән һурған алтындай һары, күҙ йәшеләй саф һуты. Бөтәһе лә тәбиғи, үҙҙәре етештергән ризыҡ. Хатта сәйгә ҡойған һөттәре лә – ҡуйылығы ҙур булғанғалыр инде – кәзәнеке. Әйткәндәй, һөттөң хужалары ла ошо тирәлә йүгереп йөрөй, ара-тирә табынға ла яҡын килеп, һаҡал һелкетеп киткеләй. Түңәрәк табын, мул тормош. Бер талайға үҙеңде уҙған быуаттарға барып сыҡҡандай тояһың. Яҡында ғына өйөрөн өйөрөп йөрөткән йәш, егәрле айғыр кешнәй, ҡаҙҙар ҡаңҡылдай, өйрәктәр бышҡылдай. Йөҙйәшәр тирәктәр, табынға күләгә яһап, ҡапыл иҫеп үткән елде япраҡ шауы менән оҙатып ҡала. Һаумал ҡымыҙҙы һемерә-һемерә табын артында гәпләшеп ултырыу ифрат уңайлы. Беҙ – юл кешеләре. Килә лә китәбеҙ. Ә бына Риф менән Камилаға үҙҙәренең тормошона байҡау яһап, үткәндәренә бер ҡараш ташлап алыу кәрәгерәктер ҙә. Икенсенән, ил башына төшкән хәлдәр быларҙы ла урап үтмәгән бит, нисек сыҡҡан улар көрсөктәрҙән? Әбдерәш – элекке Ленин орденлы «Урал» совхозы бүлексәһе. Хәҙер совхоздан да, уның элекке данынан да бер нәмә ҡалманы, хатта әллә ҡайҙан ағарып күренеп ултырған ҡеүәтле Әлмөхәмәт элеваторын да «Ситно» һатып алған. Ә ғаилә, XXI быуаттағы крәҫтиән ғаиләһе, әлхәмдүллилаһ-шөкөр, йәшәй. Алдағы көнөн ҡайғырта. Камила, ана, әленән-әле бейәләр яғына күҙ һирпә: һауын етә. Бейәләрҙе ул көнөнә биш тапҡыр һауа; Риф тә, күк төҫтәге Малыш исемле атына йәш егеттәр сослоғо менән һикереп менеп, өйөрҙө әленән-әле байҡап килә. Быларға ҡарап, мин ғаилә башлығынан атай-олатайҙары хаҡында һөйләүҙе үтендем: тамыры тәрән ағас ҡына дауылдарҙа һынмай, ҡоролоҡҡа бирешмәй.
Ер ереккәнде ярата
Әбдерәш ауылының күбеһе – Батыршиндар. Риф Сәғәҙиев үҙе лә шул тоҡомдан. Әлмисаҡтан улар малсылыҡ менән көн күргән. Үрҙә әйткәнемсә, 12 саҡрымда – Яйыҡ. Сик. Улар был яҡҡа ҡаҙаҡтарҙы үткәрмәй тотоп торған. Был шөғөл халыҡтан үҙенә күрә ныҡлыҡ, берҙәмлек һәм ҡыйыулыҡ талап иткәндер һәм уларҙың холҡон да шул юҫыҡта тәрбиәләгәндер. Рифтең олатаһы Мөхәмәтҡужа ла ошонда йәшәгән. Ҡороҡ менән тотоп, бейә һауғандар. Йырҙа йырланғанса, Ҡыҙыл һыуын эскәндәр ҙә батыр булып үҫкәндәр. Граждандар һуғышы мәлендә яҙмыш уны Ҡытай сигенә быраҡтыра. Илдең бөлгән, юлдарҙың юҡҡа сыҡҡан мәле. Ул шул сиктән Әбдерәшкәсә йәйәүләп ҡайта. Нисек кенә ауыр булмаһын, тоғон ташламай, ә тоҡта – ситса. Ауыл халҡы ас, яланғас, сөнки был тарихта иң аяныслы булып уйылған 1921–1924 йылдар. Ул шул ситсаны өсәр метрҙан ауылдаштарына бүлеп бирә. Артабан Сиртенгә (ул хәҙер Силәбе өлкәһенә ҡарай. – Авт.) бара. Байға эшкә яллана. Бер йыл эшләй – ат ала, икенсе йылына – һыйыр.

– Ҡыҙымды һиңә бирәм, – ти уның менән бергә эшләгән уҙаман. – Эшкә шәпһең, көслөһөң – уңырһығыҙ. Шулай итеп, ул Зөбәйлә исемле ҡыҙҙы Әбдерәшкә килен итеп төшөрә. Әммә тиҙҙән колхозлашыу башлана. Үрсем бирергә, тоҡом йәйергә өлгөргән Мөхәмәтҡужа малын да ситләп үтмәҫтәр. Унан Мөхәмәтҡужа менән Зөбәйләнең ғаиләһе аслыҡтан ҡырылыр. Ҡытайҙан йәйәү ҡайтырға йөрьәт иткән ир был юлы ла баҙап ҡалмай: таналарын һуя ла, тоҙлап, ергә күмә. Әлбиттә, тотолһа, үҙ малы булһа ла башынан һыйпамаҫтар ине. Һәр ҡоролоштоң законы үҙе менән. Нисек итһә итә Мөхәмәтҡужа, Сиртенгә бесән алып барып – онға, Ҡыҙылда тоҙға алыштыра, мәгәр алты балалы ғаиләһен аслыҡтан һаҡлап ҡала. Рифтең ата-әсәһе тыуған һәм йәшәгән йылдар совет осорона – илдең тотороҡло сағына – тура килә. Теге «ас та түгел, туҡ та түгел, өйрәнһәң, черт та түгел» тигән кеүек, күп балалы совет ғаиләһе нисек көн итһә, улар ҙа шулай йәшәй. Аталары Хәмзә уҙаман 1996 йылда донъя ҡуя, Рифтең әсәһе Заһира инәй иҫән. Һикһән бишен тултырған ҡарсыҡ көн-төн эштән бушамаған улы һәм килененә доғаларын уҡып, иң изге теләктәрен юллай.

Риф Сәғәҙиев 1957 йыл донъяға килгән. Ауылдарында һигеҙенсене бөткәс, Сибай ҡалаһы яҡын булғанғалыр шул, ГПТУ-ға уҡырға инә. Балта оҫтаһы һөнәрен һайлай. «Һайлай» тиеү, бәлки, бик дөрөҫ тә түгелдер: ниндәйҙер һөнәргә эйә булыр кәрәк тә инде... Бына шулай аңғармаҫтан һайлаған һөнәре уға үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, совхоз-колхоздар бөткәс, ниндәйҙер арауыҡта ғаиләһен йәшәтерлек, балаларҙы уҡытырлыҡ бол табышыр кәсепкә әйләнә: ул хәлле кешеләргә бура ла бурай, өйҙәр ҙә һала, тәҙрә, яҡтау, ишек кеүек нәмәләр ҙә яһай. Былары алғараҡ китеп әйтелде инде, ә, ғөмүмән, тормоштарын улар һәүетемсә башлай. Камила менән тәү тапҡыр күрешкәндән һуң ете йыл хат алыша. Шул арауыҡта Камила һигеҙенсене бөтә, Магнит ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлай, 16 йәшендә буяусы-штукатур булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡала кешеһе булып китергә тейеш була ул. Мәгәр тәүге мөхәббәт хистәре өҫтөнлөк ала.
– Ә ниңә ете йыл буйы тик хат алыштығыҙ? – тип төбәшәм Рифтән.
– Камила йәш ине бит. Осраш­ҡанда етене генә бөткәйне. Көттөм үҫкәнен, – тип көлә Риф.
Уларҙың йәш айырмаһы – дүрт йыл. Был шул Рифтең армия бөтөрөп, һөнәр алып, эшләй башлауы, ә ут бөрсәһеләй етеҙ, алсаҡ Камиланың ун һигеҙе тулыу мәленә тура килә – улар өйләнешә.

Риф башта училищела алған һөнәре буйынса столяркала – оҫтаханала эшләй. Совхоздың көслө сағы – кешегә эш етерлек. Камила фермала быҙау ҡарай һәм биш бүлексә араһында иң алдынғыларҙан һанала. 1986 йылдарҙа күмәк хеҙмәттең һөҙөмтәлелеген арттырыр өсөн ил менән бригада подрядына, әгәр мөмкин икән, ғаилә подрядына күсә башланылар. Эш хаҡы һөҙөмтәгә ҡарап түләнгәс, Риф тә ҡатыны янына эшкә килә. Эйе, ул саҡта ауыл хужалығы бер гөрләп алғайны. Бында ла шул уҡ хәл: Сибай ҡалаһы яҡын булһа ла, берәү ҡалаға китмәй, тырышып-тырмашып совхозда эшләй халыҡ. Эшләгән – тешләгән. Сәғәҙиевтар ҙа үҙҙәре ҡараған быҙауҙарҙың ауырлығын күтәреүҙә уңыш ҡаҙана, икеһенең эш хаҡы 500 һумға етә! Ауылда беренселәрҙән булып еңел машина алып ебәрәләр. Мәгәр 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың бер ниндәй планһыҙ башланыуы бөтә ил иҡтисадын, шул иҫәптән ауыл хужалығын да ҡаты көрсөккә терәй: совхоз әкренләп бөтә, халыҡ тырым-тыраҡай тарала. Эшһеҙлек, төшөнкөлөк, эскелек. Ә балаларҙы уҡытыр кәрәк! Ошо мәл Риф тә ҡаты уйлана. Атаһы Хәмзә аттан айырылманы, конюхтарҙың бригадиры ла булып эшләне. Риф тә иптәше Рәүф Юлдыбаев менән «Толпар» тигән фермер хужалығы асып ҡарай, аҙаҡ ул «Юлдыбаев» шәхси предприятиеһы тип тә йөрөтөлә. Уларҙың ниәте – сысҡан һыртлы башҡорт аттары тоҡомон үрсетеү. Әңгәмә ошо ергә еткәс, Рифтән ныҡлабыраҡ һорашам:
– Ни өсөн башҡорт тоҡомло аттар?
– Улар тибендә сыҙамлы, – ти Риф. – Аҡыллы. Бейәләре ҡолонда­рын яҡшы ҡарай. Хатта шуныһы: һуйғанда ла ҡурҡмай улар, ә башҡа тоҡомло аттарҙы йыҡҡансы йөрәге ярыла.

Тормош әкренләп яйлана: умарта алалар, ҡош-ҡортто күпләп аҫрай башлайҙар. Әммә тормош һәүетемсә барғанға ҡарағанда шәберәк тә китә ала бит. Оло ҡыҙҙары юғары белемле филолог Рәмилә ошо ауыл егете Рәмил Юлдыбаевҡа тормошҡа сыға. Кейәү кеше, инде ҡайны булып киткән Рифтең тел һәм ҡул ярҙамы менән, был башланғысҡа киң ҡоласлап тауға үрләр өсөн яңы тын өрә. Аттар хәҙер 13 баштан 70–80-гә етә. Риф менән Камила йылдан-йыл килеме үҫә барған, башында юридик белемле Рәмил Юлдыбаев торған фермер хужалығына эшкә күсә. Камила йәй бейә һауа, ҡыш ошо уҡ хужалыҡтың быҙауҙарын ҡарай. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Рәмил яңынан-яңы техника: комбайн, өс «Беларусь» тракторы, йөк машиналары һатып ала. Хәҙер был хужалыҡ Сибайға көн һайын ҡымыҙ, һөт оҙата, һаны меңдәр менән иҫәпләнгән ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ – үҙе арыу табыш сығанағы. Һарыҡтарының да һаны өс йөҙҙән ашыу. Рәмилә иһә магазин тота. Ауыл хужалығынан килгән килем башлыса техника алыу өсөн китеп торғас, ғаиләгә (ә унда биш бала) кәрәк-яраҡты Рәмилә сауҙа аша таба. Бына шулай йәшәй Әбдерәш халҡы. Ауылда киң тармаҡлы фермер хужалығы булыу – ауылдаштарын, туған-тыумасаларын эш менән тәьмин итергә лә бер ярҙам.

– Ә фермерҙа эшләмәгәндәр нисек йәшәй? – тип һорайым Риф менән Камиланан.
– Тырыш кешеләр насар йәшәмәй, – ти улар, – күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәй май, ҡаймаҡ һаталар, ә ҡыш – ҡаҙ ите. Балаларын да уҡыталар, кәртә-ҡураларын да яңырталар.
– Рәүф менән мин тырышып асҡан фермер хужалығын алға ебәреп булмағайны, – ти Риф, – сөнки ул саҡта хөкүмәттән ярҙам юҡ ине. Хәҙер, иншаллаһ: район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов эшләгән кешеләргә ныҡ ярҙам итә. Кейәү, әлбиттә, үҙе лә тырыш. Тәртипле, биш намаҙын ҡалдырмай. Тәртип бар ерҙә эш тә ырамлы. Тик бына йәштәр ауылда ҡалырға ынтылып бармай. Ауыл ҡартая – шуныһы эсте бошора.

Шулай инде: ҡош балалары ла ҡанат нығытҡас, осоп китә бит. Риф менән Камиланың тағы бер ҡыҙы медицинаны һайлаған, улдары – юрист. Барыбер Әбдерәш кеүек боронғо ауылдың ата-бабаларынан ҡалған боронғо кәсепкә яңы көс, дәрт-дарман өҫтәп, Камила һәм Риф Сәғәҙиевтар кеүек ең һыҙғанып эшләп, гөрләтеп йәшәргә теләүселәр табылыр кеүек. Үлән үҫкән ерендә үҫә. Ер үҙенә ереккәндәрҙе ярата: үҙән тултырып йөрөгән ҡош-ҡорт, ялан иңләп сапҡан өйөр, мөңгөр-мөңгөр мөңрәгән һыйыр, һарыҡ, кәзә – ошоноң иң тоғро миҫалы.
Таңсулпан ҒАРИПОВА.
Әбйәлил районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook