Башҡортостан Ҡыҙы

Үҙ юлым, йәки уңышһыҙлыҡтан нисек ҡотолорға?

Үҙ юлым, йәки уңышһыҙлыҡтан нисек ҡотолорға?Ҡырҡ биш йәш минең өсөн һынылыш осоро булды. Үткән тормош юлын, осраған хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе өйрәнә торғас, шуға төшөндөм. Ғүмер буйы атай-әсәйем, туғандарым, уҡытыусылар һәм башҡалар күрһәткән юлдан йөрөнөм. Төҙәтепме, төҙәтмәйме кешеләр әйткән кәңәште тоттом, йәмғиәт тарафынан мин тыуғанға тиклем үк һалынған мәктәп – институт – эш – ғаилә – пенсия тигән юлдан атлайым. Йәғни башҡалар нисек теләне – шулай йәшәнем. Ғүмер юлының яртыһы үткән, ниндәй һөҙөмтәләрем бар һуң?

Тормошто дүрт өлөшкә бүлеп ҡарайым: ғаилә, үҙ-ара мөнәсәбәттәр; аҡса, эш, бизнес; һаулыҡ; тәғәйенләнеш.

Баҡтиһәң, тәғәйенләнешемде тапмағанмын, хатта эшем дә юҡ, аҡсаһыҙ йонсоп йәшәлә, һаулыҡ ҡаҡшаған, ғаиләлә лә хыялымдағы мөнәсәбәттәр түгел. Берҙән-бер ҡыуанысым – балаларым. Нимә көтә һуң мине? Бер үк ваҡиғалар, бер үк осрашыуҙар. Йәғни бер үк түңәрәк буйлап йөрөп, ун йылдан хаҡлы ялға сығып, ярлылыҡта аҡсаһыҙлыҡтан этләнеп, көндө-көнгә ялғау... Миңә әле балаларымды үҫтереп, аяҡҡа баҫтыраһы бар. Ә шәхес булараҡ үҙемде ҡасан асырға һуң?!

Ошоно аңлағандан һуң нисек йәшәргә? Әлбиттә, ҡул һелтәп: «Эй, күбеһе шулай йәшәй, бер мин түгел», – тип, ауырыуға батып, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙ тәғәйенләнешемде таба алмаған өсөн үкенеп, кемгәлер асыу тотоп, нимәнәндер ҡурҡып, башҡаларҙы йәки хөкүмәтте әрләп, ғүмер аҙағына табан барырға була. Әммә...

Юҡ, мин былай йәшәргә теләмәйем! Икенсе төрлө юл да булырға тейеш!

Хоҙай кешене яралтҡан икән, тимәк, ул был донъяға ҡыуанып йәшәргә, бәхетле булырға, үҙ тәғәйенләнешен үтергә килә! Фекеремә башҡа һорауҙар ҙа ҡушылды: Ниңә кемдер аҡсаға батып йәшәй, ә мин юҡ? Кемдер эшендә уңышҡа өлгәшә, ә мин бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөйөм? Ғөмүмән, ни өсөн тормош былай ҡоролған? Ә бит мин бер кемдән кәм түгел! Ағзаларым теүәл, зиһенем асыҡ, юғары белемем бар, эшкә тырышмын… Ошо уйҙар тынғы бир­мәгәс, башланды ла инде эҙләнеүҙәр. Китаптар, тренингтар, вебинарҙар… һәм асыштар. Үҙемде ҡабаттан асыу, донъяның төҙөлөшөнә бөтөнләй икенсе күҙлектән бағыу, ғаләм ҡанундарын өйрәнеү. Эҙләй торғас, таптым икенсе юлды! Үҙ юлымды! Таптым да көтөлмәгән асыштан шаңҡып ҡалдым. Баҡһаң, айҙар, йылдар буйына эҙләгән яуаптар минең үҙемдә булған!

Кеше аңы ике өлөшкә бүленә: аң һәм төпкөл аң. Аң яҡынса 5 процентын тәшкил итһә, төпкөл аң – 95 процент.

Уларҙы йыш ҡына айсберг менән сағыш­тыралар. Төпкөл аң – айсбергтың һыу аҫты өлөшө. Ул аңдан йәки айсбергтың һыу өҫтөндә күренгәненән байтаҡҡа күберәк. Күҙгә салынмай, шуға ҡарамаҫтан, боҙ тауын диңгеҙ буйлап гиҙҙергән аҫҡы өлөшө кеүек, беҙҙе тормош диңгеҙе буйлап йөрөтә. Тимәк, төпкөл аң минең менән идара итә! Ул нимә теләй, шуны эшләтә. Ул – хужа!

Ни өсөн шулай, тигән һорау тыуа. Мин яҙмышымды үҙемсә ҡора алам бит? Ғөмүмән, был мөмкинме? Төпкөл аңға хужа була аламмы?

«Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ», тип халыҡ дөрөҫ әйткән. Ысынлап та, тыуғандан алып ошо аҡ ҡағыҙға төпкөл аң беҙҙең яҙмышты яҙа һәм беҙгә ҡағылышлы бөтөн мәғлүмәт унда ғүмер буйына һаҡлана. Бала саҡта беҙгә атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар һәм башҡалар донъяны үҙ күҙлегенән сығып таныта. Нимә яҡшы, нимә насар, тип беҙ йәшәгән ысынбарлыҡты күптәр күргән кеүек ҡабул итергә өйрәтәләр. Беҙ балаларға ла шулай уҡ тәьҫир итәбеҙ. ­Ә ысынбарлыҡ – һәр кемдең үҙенеке. Мәҫәлән, «эт» тип әйтәбеҙ. Берәйһенән һорағыҙ әле, уның эте һеҙҙекенә оҡшағанмы? Таныш программист «@» – сырмалған «а» билдәһен күрә. Кемдер – лабрадор, кемдер хаскиҙы әйтер. Хис-тойғо кисерештәре ваҡытында беҙҙең төпкөл аңға һалынған ҡалыптарҙы һәр кешенең аңы үҙе һайлай. Әгәр бала сағыбыҙҙа ныҡ тәьҫир иткән ваҡиға булған икән, тимәк, төпкөл аңыбыҙ уны әле булһа бала күҙлегенән күрә һәм шунан сығып әлеге тормошобоҙға йоғонто яһай.

Төпкөл аң ғүмерҙе һаҡлау, тәжрибә туплау һәм үҫеш өсөн яуаплы. Был – уның файҙалы яғы. Ләкин беҙ белмәгән әллә күпме сетерекле ҡаршылыҡтар тыуҙырыуға этәргән төпкөл аңдағы ҡалыптарҙы үҙгәртмәйенсә алға атлай алмайбыҙ, тимәк. Бының өсөн уның менән идара итергә өйрәнеү зарур.

Ғаләм ҡанундарының береһе ошолай яңғырай: тормошомда булған һәр хәл-ваҡиға – минең төпкөл аң кимәлендәге теләк. Был һүҙҙәрҙе тәрән аңлап, риза булып, нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Был – аксиома! Тормошома үҙем яуаплы. Ул ваҡиғаның сәбәбен күңел төпкөлөнән эҙләп табам һәм иң мөһиме – үҙем теләгәнсә үҙгәртә алам!!! Мин яуаплы, әммә ғәйепле түгел! Миңә шулай эшләргә, уйларға ярай ине. Кешеләр «Кем ғәйепле?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Әммә бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәү өсөн бөтөнләй икенсе һорау ҡуйырға кәрәк икән. Беренсенән, ғәйеп эҙләмәҫкә. Кешеләрҙән дә, үҙеңдән дә! Ғаләм ҡанундары буйынса «үҙеңде ғәйепле тойоу» тигән төшөнсә юҡ. Уны ни бары кеше уйлап сығарған. Мотлаҡ үҙеңә һорау бирергә! «Ни өсөн?» түгел, ә «Ни өсөн кәрәк булды?» Мәҫәлән, ир әҙ аҡса ала икән. Ҡатын «булдыҡһыҙ» ирҙе әрләмәй, ғәйепләмәй, ә үҙенән һорай: «Ни өсөн миңә иремдең әҙ аҡса алыуы уңай?» Ә күңел төпкөлөнән яуап эҙләй башлаһаң, шуға инанаһың: ире күп аҡса алһа, ул сит ҡатындарға йөрөй башлаясаҡ, тигән инаныу һаҡланған икән ҡатында. Балам ауырыһа, үҙемә һорау бирәм: уның ауырыуы миңә ни өсөн кәрәк? Яуаптарҙы табыу ғына етмәй, уларҙы үҙеңә кәрәгенсә ыңғай яҡҡа үҙгәртеү зарур. Шунда яйлап тормош та тигеҙләнә, матурлана барасаҡ.
Сәриә СӘЛИХОВА.


Теги: аң һәм төпкөл аң





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook