Башҡортостан Ҡыҙы

Мөхәббәт илселәре

Мөхәббәт илселәреЛуиза һәм Арсен Кәримовтарҙың ғаиләһе менән Мәскәүҙә таныштыҡ. Ҡала китапханаларының береһендә Рәми Ғарипов ижадына арналған сара алдынан үҙ-ара яғымлы итеп башҡортса һөйләшкән атай менән ҡыҙ балаға иғтибар иттем. Бер аҙҙан уларға әсәй кеше лә ҡушылды. Була бит шул тиклем пар килгән йәштәр! Ә кисәлә улар башҡарған дуэттар байрамдың биҙәге булды.

... Кәримовтарҙы Рәсәйҙең баш ҡалаһында уҙған башҡорт сараларында йыш осратырға мөмкин. Әлеге мәлдә төп эштәре сәхнә менән бәйле түгел. Әммә бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡ, байтаҡ ваҡыт профессиональ йырсы булараҡ эстрадала балҡып өлгөргән ғаиләнең ижадтан бөтөнләйгә айырылып тора алмауы тәбиғи.

Эйе, донъя һәр саҡ кеше теләгәнсә генә тәгәрәмәй. Бөгөн тыуған ерҙән генә түгел, тыуған илдән китеп, сит ҡитғаларҙы яулаған милләттәштәребеҙ, уларҙың уңыштары хаҡында йыш яҙабыҙ, уҡыйбыҙ. Интернет аша төрлө илдәге башҡорттарыбыҙҙың тормошон һоҡланып күҙәтәбеҙ. Ҡыуанырлыҡ та: кемдер донъяның иң билдәле мода журналы тышлығында сыға, кемдер сит ил кешеләренә уларҙың үҙ телен өйрәтә, бәғзеләр Ҡафтау артында бизнес төҙөй. Шөкөр, хәҙер теләге булған һәр кем хыялын тормошҡа ашыра ала.

«Мәскәүҙә аҙым һайын башҡорт, татар, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ һәм башҡа милләт кешеләре осрай. Ил үҙәгендә тормош гөрләй, тырыштар өлөшһөҙ ҡалмай бында. Әммә өлөшлө, мөйөшлө булып, яңынан-яңы үрҙәр яулап йәшәһәк тә, барыбер тыуған яҡ тарта, һағындыра. Уның ҡарауы, беҙ хәҙер ирекле, ҙур ҡалала кешене булдыҡлы­лығына ҡарап баһалайҙар, танышлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләренең көсө кәмерәк. Шуға ла бында уңышҡа ирешеүе лә еңелерәк. Ә уңышлы булыу ҡанат ҡуя», – ти Луиза. Әйткәндәй, Луизаның бер туған ағаһы Рим дә Мәскәүҙә йәшәй. Ә Арсендың игеҙәге Руслан – алыҫ Себерҙә, Лянтор ҡалаһында, Резана апайы ғына Өфөлә төпләнгән.

Нәзәкәтле геройымдың тамырҙары Учалы районы Илсеғол ауылына тоташа. БАМ төҙөргә сығып киткән йәштәр ғаиләһендә дүрт йәшенән Амур өлкәһендә үҫә ул. Әсәһе Сафия Баһуман ҡыҙы – ғүмер буйы ашнаҡсы, атаһы Айрат Ғәлимулла улы төҙөүсе булып эшләй. Һылыу үҫмерлек ҡорона ингәндә, ғаилә Өфөгә күсеп, Шаҡшала төпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы йәшләй генә вафат була. Сафия апай икенсегә тормошҡа сығып, әлеге көндә Дамир Ниғәмәт улы менән Нуриман районының Яңы Күл ауылында ғүмер кисерә. Мал ҡарайҙар, баҡса үҫтерәләр, хәлдәренән килгәнсә балаларға терәк булырға тырышып йәшәйҙәр. Арсендың ата-әсәһе иһә Сибайҙа. Айһылыу Закир ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, әле хаҡлы ялда, Рәсим Рәфҡәт улы – Сибай башҡорт драма театрында иретеп йәбештереүсе. Икеһе лә хеҙмәт һөйгән, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫкән Кәримовтарҙың үҙ ояһында ла йылы, матур мөнәсәбәт ҡороуы, мәҙәниәткә, сәнғәткә тартылыуы тәбиғи. Луизаның әсәһе атаһын баянда уйнағанына ҡушылып йырларға яратҡан. Йырсы булырға хыялланһа ла, оялсанлығы арҡаһында ҡыйыу аҙымдар яһарға баҙнат итмәгән. Ҡәйнәһе лә матур тауышлы, заманында Юлай Моратов, Хәлим Ситдиҡовтар менән бергә йырлап та йөрөгән, әммә үҙен балаларға арнап, сәхнәнән баш тартҡан. Моңдо тойоу, уны ҡәҙерләү ҙә ҡан аша бирелгән мөҡәддәс мираҫ шул. Луиза Сидыҡа өләсәһенең мандолинала уйнап, боронғо йырҙарҙы башҡарып, ейәнсәрен халыҡ ижады аша тәрбиәләгән матур бала саҡ осорон өҙөлөп һағына. Арсен да олатаһының ҡурай моңона төрөнөп үҫкән.

Һылыу мәктәпте тамамлағас, инәһе, танылған йырсы Флүрә Килдейәрованың кәңәшен тотоп, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға инә. Билдәле педагог Флүрә Ноғоманова класында белем ала. Мөхәббәтен, тормош иптәшен дә ошонда осрата. Башҡорт милли ҡоралдары бүлегендә, атаҡлы Ришат Рәхимов класында уҡып йөрөгән Арсен менән уны әхирәттәре таныштыра. Булдыҡлы егет каникул мәлен бушҡа уҙғармай, парикмахерҙар курсын үтә. Дөйөм ятаҡтағы барса йәштәр сәс ҡырҡтырырға уға йөрөй, ҡулы килешле, тиҙәр. Ҡыҙҙар оҙаҡ уйламай, Луизаны, сәсен ҡыҫҡартырға кәрәк тип, егеттең бүлмәһендәге ҡәнәфигә алып барып ултырта. Хоҙайҙың «Амин!» тигән сағына тура килгәндер инде, йәш йөрәктәр араһында һөйөү уты тоҡана...

... Һалҡын елле Себер тарафтарында үҫкән йәш кәләш тәбиғилеген дә, боронғолоғон да һаҡлап ҡалған Сибай тупрағын шул тиклем үҙ итә. Хеҙмәттәштәрен ярата, яңы дуҫтар таба. Иптәше башта «Тархан» төркөмөндә йырлай. Һуңынан икеһе лә Сибай филармонияһында эшләй башлағас, күберәк дуэттар ижад итәләр. Репертуарҙарында башҡорт һәм рус телендә лә йырҙар күп, шуға уларҙы бер саранан да ҡалдырмайҙар. Бергә сәхнәлә йөрөп, биш йыл үткәнен һиҙмәйҙәр. Илһамлы йәштәрҙең тырышлығын, талантын баһалап, ҡала хакимиәте уларҙы «Йыл артистары» номинацияһында билдәләй. Филармонияға улар сикһеҙ рәхмәтле, ни тиһәң дә, тап шунда һоро себештәрҙән аҡҡоштарға әйләнеп, оло юлға сыға йәштәр.

Эштәре ни тиклем оҡшаһа ла, күңелдәре ниҙер көҫәй, әйтерһең. Бәләкәй генә хеҙмәт хаҡының ҡуртымға алып торған фатирға түләүҙән артмауына ирмен тигән ир нисек түҙһен инде?! Үҙ мөйөштәре булмауы Луизаның да йөрәген өйкәй. Етмәһә, яңы йыр яҙҙырыу, аранжировка эшләтеү кеүек ижадҡа бәйле сығымдар күбәйә, йәштәр бурысҡа бата, хатта никах балдаҡтарына тиклем ломбардта ҡалдырырға тура килә. Шуға ла ҡайҙан, ниндәй яйын табып фатирлыҡ аҡса эшләргә тип баш ватҡан Кәримовтар Ҡазандан килеп төшкән тәҡдимгә балалар һымаҡ ҡыуана. Күнегелгән тормоштарын ҡапыл ҡырҡа үҙгәртеп, улар Татарстандың билдәле артисы, Арсендың күптәнге кумиры Салауат Фәтхетдинов төркөмөндә йырлай башлай. Икенсе аудиторияға сығыу, репертуар яңыртыу уларҙың күңелен үҫтерә. Тик һәр ваҡыт юлда, гастролдә йөрөгәс, ҡыҙҙарын Луизаның әсәһендә – Нуриман районында ҡалдырырға мәжбүр булалар. Бәләкәс Айлиза шунда мәктәпкә төшә. Ваҡыты-ваҡыты менән Луиза үҙе лә ҡыҙы һәм әсәһе янында тороп ала. Тап шунда ул үҙенең ер кешеһе икәнен дә асыҡлай. Әсәһенең баҡсаһында сәғәттәр буйы тупраҡ менән булышып, сәсеү, утау кеүек эштәрҙән йәненә ял табыуын тоя. Ике йыл шулай юлда үтә.

Яңы йылды ағаһы Мәскәүҙә ҡаршыларға саҡыра. Унда хәҙер яҡташтарының күпләп барып эшләүен, үҙ көстәре менән фатирҙар алыуын күреп дәртләнеп ҡайталар. «Мәскәүгә беҙ башта ҡунаҡ, аҙаҡ әртис сифатында юлландыҡ, шунан тәүәккәлләп күстек тә килдек», – ти Луиза һылыу. Эйе, бында уларҙы берәү ҙә аҡ ҡаластар бешереп көтөп тормай. Ҡыҙҙарын да дүртенсе класты ауылда уҡып бөтөргәс кенә күсерәләр. Өйрәнеп китерме, тип тәүҙә бик борсолалар, күнекмәһә, кире Өфөгә ҡайтырбыҙ, тип уйлашалар. Ҡыуанысҡа күрә, Айлиза Мәскәү мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. «Форсаттан файҙаланып, Нуриман районының Яңы Күл мәктәбенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерге килә. Ҡыҙыбыҙҙың уҡыуын баш ҡалала ауырлыҡһыҙ дауам итеүе Яңы Күл ауылы уҡытыусыларының һөнәри кимәленең юғарылығы хаҡында һөйләй», – ти Луиза һылыу.

Ғаилә башлығы бөгөн «Рәсәй тимер юлдары» компанияһында хеҙмәт итә, ҡатыны иһә балаларға йыр буйынса шәхси дәрестәр бирә. Күптән түгел уларҙың ҙур хыялы тормошҡа ашҡан – фатир һатып алғандар. Үҙ мөйөштәре булғас, илһам ҡошо ла йышыраҡ килер, ижадҡа ваҡыт күберәк ҡалыр, тигән өмөттәләр. Быйыл үҙешмәкәр композитор Әлфиә Агеева ижад иткән байтаҡ йырҙарҙы өйрәнеп, репертуарҙарын байытҡандар. Луизаның: «Беҙҙең тәүҙә Ҡазанға, унан Мәскәүгә сығып китеүебеҙҙе өнәмәүселәр, һеҙ илһөйәр түгелме ни, тип ғәйеп ташлаусылар ҙа табылды. Тыуған ер, туған тел тойғоһо – һәр саҡ беҙҙең йөрәктә. Шөкөр, ҡыҙыбыҙ ҙа ватансыл булып үҫеп килә. Кешене яҙмыш йөрөтәлер, әммә йылдар үткән һайын тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта. Ошо юлды үткәнбеҙ икән, тимәк, ул беҙгә ниндәйҙер һығымталар яһар өсөн кәрәк булған», – тигән һүҙҙәрендә ысынлап та хаҡлыҡ бар.

Ҡыҙҙары менән мөнәсәбәттәре лә ихлас, дуҫтарса. Үҫмерлек осоронда ғаиләләге иғтибар бигерәк тә мөһим шул. Айлиза ла, яҡындарына оҡшап, һәр яҡлап һәләтле. Хәҙер өйҙә лә ҡул араһына ингән, әсәһенең ярҙамсыһы. Тормош иптәшенең уңғанлығын да ғорурланып телгә ала хужабикә, ул булғанда электрик та, сантехник та кәрәкмәй, ти. Ә өйҙә Луизаның төп биләмәһе – түрбаш. Тап аш-һыу бүлмәһендә ул үҙен тулыһынса ижадсы итеп тоя, тәмле итеп бешеренергә ярата. Шулай ҙа, дөрөҫ туҡланыу яҡлы.

Ғаилә ҡиммәттәрен алға ҡуйған парҙың иң ҙур хыялы, әлбиттә, икәүләп бер сәхнәлә йырлау, ижад менән янып йәшәү, концерт ойоштороу. Сәскә тажына ла тулыһынса асылыр өсөн ваҡыт кәрәк, шуны аңлап, әлеге мәлдәренең ҡәҙерен белеп, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, мөхәббәт илселәре булып йәшәгән Кәримовтарға бары тик уңыштар юлдаш булһын!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәскәү.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook