Башҡортостан Ҡыҙы

Мөхәббәттән нурлы донъя

Мөхәббәттән нурлы донъя
Ғаилә – әйтерһең, асылмаған сер, йомаҡ. Һәр айырым парға ғына ярашлы уртаҡ бәхет ҡануны юҡтыр ул, тигәйне бер танышым. Шулай ҙа мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы тәү нәүбәттә уны төҙөгән ике йәрҙең бер-береһенә ышанысына, хөрмәтенә һәм тәрбиәгә бәйлелер. Һәр кемдең дә һөйгәне хаҡына үҙ маҡсатын ситкә ҡуйып торорға ҡулынан килмәҫ шул. Яҙмыш ебәргән һынауҙарға зарланмай, үҙ ғаиләһен изге ҡәлғәләй күреп, ирен, балаларын бәхетле итергә ынтылған гүзәл зат Хоҙайҙың рәхмәтенә ирешәлер, тигән фекергә киләһең, Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы һәм Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасиповтарҙың мөхәббәткә сорналған татыу һәм уңышлы ғаиләһе менән танышҡандан һуң.


…БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡығанда ғашиҡ булышып, икенсе курста уҡ ғаилә ҡороп, Илһам исемле шуҡ малайға атай-әсәй булып та өлгөргән ике йәш белгес юллама буйынса Учалыға барып төпләнә. Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, мәктәптә башҡорт телен уҡытырға урын булмағас, яңы ғына программаға индерелгән Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәтеүҙе йөкмәтәләр.

«Хоҡуҡ һағында эшләргә дәрт иткән Рәшиттең документтарын барлағансы, ярты йыллап ваҡыт үтте, минең, әле генә эш башлаған уҡытыусының, эш хаҡы бигерәк наҡыҫ, уныһын да ике-өс ай көттөрәләр. Тормош ҡороуыбыҙҙың тәүге йылдары ауыр булды. Әммә бәхетебеҙ бөтөн, тулы. Хәҙерге заман күҙлегенән ҡарайым да шул рухлы Гөлсөм менән Рәшиткә һоҡланам, әлдә бер-беребеҙгә тауыш күтәрмәй, артыҡ талаптар ҡуймай аҡыллы һәм сабыр булғанбыҙ. Ниндәй матур ҡиммәттәр, изге ышаныстар менән йәшәгәнбеҙ. Саф күңелебеҙ, яҡшы кәйефебеҙ, изге ниәттәребеҙ менән бәрәкәтле киләсәкте, бәхетле, бөтөн бөгөнгөбөҙҙө ҡорғанбыҙ бит», – ти Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы, ул саҡтарҙы хәтерләп.

Йәш ғаилә ике яҡты ла яҡын күреп, йә Ғафури районы Мәндем ауылына, йә Әбйәлил районы Ишҡолға ҡайтып йөрөй. Учалыла Илһамға иш булып ҡыҙҙары Рәйсә тыуа.

Ләкин Учалыла оҙаҡ йәшәргә тура килмәй – ҡайны-ҡәйнәһе йәш ғаиләне Ғафуриға ҡайтырға өгөтләй. Йәштәр район үҙәгенә күсенә. Ғаилә башлығы милиция бүлегендә яратҡан эшен дауам итә, ә Гөлсөм башланғыс кластарға белем бирә, яйлап Башҡортостан мәҙәниәтен уҡытыуға күсә. Яңы ғына башланған уҡытыусылар бәйгеһендә беренселекте алғас, район намыҫын «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2000» республика конкурсында яҡлап, лауреат исеменә һәм Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була сая ханым.

Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына мәктәптән ситтә лә эшләп алырға тура килә. Ғафури районының минераль шишмәләре менән дан тотҡан «Красноусол» шифаханаһын республикала һәм унан ситтә танытыу буйынса ҙур эш башҡара ул.
Әммә күп тә үтмәй ғаилә алдында яңы һынау тыуа…
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ғаилә




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook