Башҡортостан Ҡыҙы

Иң ҙур байлыҡ – иман

Иң ҙур байлыҡ – иман
Игелеккә ынтылыусылар ҡәлебендә яҡты йондоҙҙай иман нуры йымылдап, бәрәкәткә юл күрһәтә. Ҡапыл да изгелек ҡылыуҙан туҡтаһалар, йөрәктәрен йәнә ҡараңғылыҡ баҫып, ғазаплы һынауҙарға дусар ителәләр. Ә аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ һағында булғандарҙың имандары көсәйә һәм йәндәре тулған айҙай ҡөҙрәтле балҡышҡа сорнала. Ундайҙар Аллаһ рәхмәтендә йәшәй, ауырлыҡтар ҙа, тормош мәшәҡәттәре лә ҡаршылыҡтай ҡабул ителмәй улар өсөн, рухи камиллыҡҡа өлгәшкәндәр бәхеттең һәр сатҡыһын тойоп, тирә-яҡҡа ла шәфҡәтлелек нуры тарата.
Тәү ҡарашҡа был һүҙҙәр әкиәти яңғырай төҫлө, әммә ысынбарлыҡта йәшәйештәрен үҙ аҡылы, йөрәк көсө һәм инаныуы менән мөғжизәләй балҡытҡан парҙар бар. Шундай иманлы ғаиләләребеҙҙең береһе Мәләүез районы Туғайлы ауылында ғүмер итә. Хаҡ дин юлына баҫҡан Хәфизә менән Рәйес Мөхәмәтшиндарҙың һәр көнө изгелек ҡылыуҙан ғибәрәт.


Әрме хәҙмәтен тултырып ҡайтҡан Федоровка районы Әтәс ауылы егетен тыуған мәктәбенә химия уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Рәйес ҡуш ҡуллап мөғәллимлек һөнәренә тотона. Бер нисә айҙан ситтән тороп БДУ-ның химия факультетына уҡырға инә. Ғаилә ҡороу мәсьәләһе генә йөрәген болоҡһота бер аҙ. Күрше ауылдан Хәфизәне оҡшатып йөрөй ҙә бит, тик ҡыҙҙың егете барлығы ғына ҡаршылыҡ тыуҙыра. Оҙаҡ ҡына баш ватҡандан һуң, мөхәббәте өсөн көрәшергә һәм Хәфизәне урларға ниәт ҡора егет. Тантаналы һайлау көнөндә икеһе лә комиссияла булғанлыҡтан файҙаланып, бюллетендәрҙе һанап оҙатҡас, пар аттар егелгән кашауай санаға ҡыҙҙы толопҡа ғына урап ырғыта ла өйөнә урлап алып ҡайта ла китә. Шул көндән, шул сәғәттән башлап бына инде 55 йыл бергә улар. Изге маҡсаттары, уйҙары, күңел талпыныштары ауаздаш ир менән ҡатын мөхәббәтле ғаилә усағында юғары дәрәжәләр яуларҙай уңышлы балалар тәрбиәләп үҫтергән дә иман яҡтыһында, бәхет ышығында ипле генә йәмле ғүмер көҙөн кисерә. Ә бит уларҙың да тормош юлдары еңел генә булмаған.

Хәфизә инәй үҙе дини ғаиләлә үҫкәс, холҡона әҙәп, яуаплылыҡ, тырышлыҡ сифаттары бәләкәстән һалынған. «Әсәйем ярҙамсыл кеше булды: эс һылай, Ҡөрьән аса, өшкөрә ине. Мәйет йыуырға, кәфен киҫергә барғанында гел уның артынан эйәреп йөрөй торғайным. Беҙҙе, ете балаһын, атайым таң һыҙылыу менән уятыр ҙа: «Мин аҙан әйткәндә йоҡлап ятмағыҙ, юғиһә шайтан, әйҙә, йоҡлаһын, бәхеттән артта ҡалһын, тип быны үҙ иҫәбенә яҙып ҡуя. Таң алдынан фәрештәләр бәхет өләшә, кешенең бәрәкәте, дәүләте арта», – тиер ине. Уның һүҙе беҙгә пәйғәмбәребеҙ ҡалдырған вәжип ғәмәл кеүек хәтергә һеңгән. Ошо изге тәрбиә асылын үҙ ғаиләмә лә күсерҙем. Эш яраттыҡ һәм балаларыбыҙҙа ла хеҙмәт һөйөүсәнлек, таһыллыҡ, изгелек тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алдыҡ», – ти Хәфизә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook