Башҡортостан Ҡыҙы

Хоҙайым насибы

Хоҙайым насибыЙәшлектән табышып ҡауышҡан, йәшләй генә өйләнешкән парҙар тиҙ тарҡала, тигәнде инҡар итеп, һанлашып, бер-береһен дәртләндереп йәшәгән был һоҡланғыс ғаилә менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар.
Дилбәрҙең атаһы менән әсәһе, Татлыбай ауылында йорттары булһа ла, Ырымбур өлкәһенә эшкә китә. Ҡыҙыҡай туғыҙынсыға барғанда тыуған яҡтарына кире ҡайтып төпләнәләр. Ситтән килгән һылыуға шунда күҙ һала Хәлил. Дилбәр Баймаҡта сәс ҡырҡтырыу буйынса махсус һөнәр алырға уйлаһа, егет Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә.


«Ҡыҙыңдың ҡыҙы кеше ҡарар!»
Баймаҡ ере изгеһе, Манһыр әүлиәһе Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов, табиплыҡҡа төшөнөп, им-том, арбау серҙәренән тыш, үләндәр менән дауалай. Күрәҙәселек һәләте лә асыла. Кешеләр уға тирә-яҡтан ағылып килә. Күптәрҙе ул бик ҡаты ауырыуҙарынан йолоп ҡала. 1967 йылда баҡыйлыҡҡа күсеп, Манһыр ауылында ерләнгән халыҡ табибының әле булһа зыяратынан халыҡ өҙөлмәй – изге йәндең хатта ҡәбере лә дауалай тип ышанған кешеләр бар. Дилбәрҙең әсәһе – Байыштан. Улар биш ҡыҙ үҫкән. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Сабирйән ҡартатаһы миктәй алмай үлеп ҡала, Тутыя өләсәһенә биш баланы ҡарау, ашатыу ауырға тура килә. Шуғалырмы, Мөжәүир хәҙрәт бәлиғ булмаған Гөлнурҙы ҡатынына сәй ҡайнатышып, йорт эштәрендә булышып, килгән кешеләрҙе ҡаршы алып, ярҙам итеп йөрөргә алып ҡала. Хәҙрәт баҡыйлыҡҡа күскәс, 18 йәшлек кенә Гөлнурҙы Мөжәүир хәҙрәттең ҡатыны Гөлйемеш саҡыртып ала.
– Кил әле, ҡыҙым, хәҙрәт һиңә ошо ҡулъяҙмаларҙы бирергә ҡушты, – ти.
– Быларҙы мин нишләтәйем? – ти аптыраған һылыу.
– Һаҡла һин уларҙы. Ҡыҙың бит кеше ҡараясаҡ, тине хәҙрәт, – ти әүлиәнең ҡатыны.
Йылдар үткәс, Гөлнур апай ҡомартҡыны оло ҡыҙы Дилбәргә тоттора. Мөжәүир хәҙрәттең аманаты, күҙ ҡараһылай һаҡла, ти. Үҙе танымаған серле яҙыулы ҡулъяҙманы әсәһе гүр эйәһе булғас, мәхрүм итмәйем тип, һеңлеһе Гөлдәр менән дә бүлешә. Дүрт ағаһынан һуң ата-әсәһенә ҙур ҡыуаныс булып донъяға килгән Дилбәр хәҙрәттең «ҡыҙың кеше ҡараясаҡ» тигәненә генә төшөнөп етмәгән икән ул мәлдә. Ул һүҙҙәрҙең хикмәтен аңлар өсөн ваҡыт та, тәжрибә лә, байтаҡ ут-һыуҙы кисеү ҙә кәрәк була. Ике туған ағаһы, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға күрһәткәс, ул был ҡулъяҙмала дауалау доғалары яҙылыуын әйтә, үҙеңдә һаҡланһын тип, Дилбәргә кире ҡайтара.
Әле «кеше ҡарарға» яратылған ханым үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән. Баймаҡ ҡалаһында өс бүлмәле фатирҙа матурлыҡ салоны асып, халыҡҡа сәс киҫеү, прическалар эшләү, тырнаҡ сервисы, ҡолаҡ тишеү, ҡаш-керпек йәбештереү кеүек хеҙмәттәр менән мәшғүл. «Һәр килгән кешене, ниндәй генә хәлдә инһә лә, матурлап, кәйефен күтәреп сығарып ебәрәбеҙ», – ти ул.
Хоҙайым насибы
Халыҡсан моң
Дилбәрҙең тормош иптәше Хәлил Биктимеров – Баймаҡ ерлегендә генә түгел, тотош республикаға танылыу яулай барған талантлы үҙешмәкәр композитор. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһының сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Ул ижад иткән йырҙарҙы һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессиональ йырсылар ҙа ихлас башҡара, сөнки һәр береһендә йөрәктән сыҡҡан тәрән моң бар. Яғымлылыҡ, халыҡсанлыҡ хас йыр­ҙарына. Әйтәйек, Зилә һәм Хәсән Усмановтар башҡарған «Рәхмәтлемен яҙмышҡа» (Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә) йыры тап Дилбәр менән Хәлил хаҡында кеүек. Ғаиләлә атаһы менән әсәһенең һөйөүе нурына ҡойоноп, ике бала буй нығыта. Ирек тиҙҙән Өфө дәүләт нефть техник университетының дипломын аласаҡ. Наҙгөл исемле ҡыҙҙары быйыл 7-се синыфты тамамлай.
Бәләкәйҙән ауылдың бер яғынан икенсе осона баян менән йырлашып йөрөгән егеттең шундай һәләте асылырын Дилбәр ҙә, ул ваҡыттағы класташтары ла уйлап та ҡуймағандыр. Иреккә бер йәш тигәндә ғаилә Баймаҡ ҡалаһында төпләнә. Белгес булып ҡайтҡан Хәлилгә район мәҙәниәт йортонда урын тәҡдим итәләр, ә Дилбәр ике йыл тирәһе Сибай ҡалаһына йөрөп эшләй. Тәжрибәһе булмағас, бәләкәй ҡалала уны эшкә алмайҙар. Бер аҙҙан Баймаҡта ла урынлашып китергә мөмкинлек барлыҡҡа килә. «Һаҡмар» ҡунаҡханаһында сәс алыу оҫтаханаһына күсеп, һәләтен камиллаштыра.

Яҙ килтерә «Primavera»!
Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы 2008 йылда халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өсөн үҙенең шәхси эшен асып ебәрә. Ҙур ғына майҙанды биләй ул. Тегенсе лә саҡыра. «Ул ваҡытта ҡыйыулыҡ ҡайҙан килгәндер?» – тип йылмая ул. Һәләтле кешеләрҙе үҙ тирәһенә туплап, йәштәрҙе өйрәтеп, үҙе лә туҡтауһыҙ яңырып, камиллашып торған өлкәлә белемен арттырып, абруй, хөрмәт яулай уңған ҡатын. Унда эшләп тәжрибә туплаған ҡыҙҙар үҙҙәре лә шәхси эшен асырлыҡ булып нығынғас, яңы нөктәләр булдыра. «Хәҙер беҙҙә утыҙға яҡын матурлыҡ салоны эшләй. Шулай итеп, эшебеҙ ыңғайлап китте лә барҙы. Ҡасандыр бергә башлаған Әнисә әхирәтем дә хәҙерге көндә «Фантазия» ательеһын сафҡа индерҙе. Мин ошо «Primavera» матурлыҡ салонын булдырыуға ең һыҙғандым. Баймаҡта ҙур күләмдә кредит бирмәгәстәре, Өфө юлын тапарға тура килде. Иптәшем бер ҙә ҡуй тимәне, аҙнаһына өстө барып әйләнә инек», – тип хәтерләй Дилбәр ханым.
Эшен ул табыш килтереүсе, аша­тыусы түгел, ә күңел ятҡан, йәненә дауа, ҡулдарына им биреүсе шөғөл тип ҡабул итә. Кешеләр үҙҙәре лә һиҙмәйенсә уға асылып эс серҙәрен һөйләп ташлай, уй-хыялдары менән уртаҡлаша. Эстән генә, тиҙҙән шул, шул кешенең килер ваҡыты етә, тип үҙе лә уларҙы көтә башлай. Бер ваҡыт гел дә уға йөрөгән ханым юғала ла ҡуя. Бәй, ни булды икән, тип борсолоп уйланғанында, теге ханым пәйҙә була. Баҡтиһәң, оҙаҡ дауаханала ятҡан, химия терапияһы үткән. Ҡойолған сәстәре урынына алған яһалма парикты килешле итеп ҡырҡып, күңелен күтәреп сығарып ебәрә оҫтабикә. Ирен баш ҡалаға саҡырғастар, Өфөлә лә эш асырға дәртләнеп, күсеп ҡарайҙар. «Унда бындағы һымаҡ йөҙөп йөрөп эшләмәйем икән. Баймаҡтан туҡтауһыҙ шылтыраталар, ҡасан ҡайтаһың, тип сиратҡа яҙылалар, мин уларға, улар миңә өйрәнгән, ерһенеп китә алманыҡ», – ти Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы. «Кеше йәне тартҡан, күңеле асылған, рәхәтләнгән ерҙә үҙенең кәрәклеген тойоп йәшәргә тейеш. Шунда ғына ул тулы мәғәнәлә бәхетле була», – тигән фекерҙә Биктимеровтар.

Киләсәккә өмөт йәшәтә
Ирек Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә яҡшы өлгәшкән, тәртибе менән абруй яулаған. Унан һуң килгән туғандарын да Ирек кеүектер тип ҡыуана-ҡыуана ҡабул иткәндәр. Ә ул белем алған юғары уҡыу йортонан мәктәбенә ебәрелгән Рәхмәт хаты уҡытыусыларына ғына түгел, ата-әсәһенә, туғандарына ла ниндәй ҙур ҡыуаныс.
Наҙгөлдө «атаһының ҡыҙы» тип йөрөтәләр. Теремек, ҡыҙыҡһыныусан үҫмер музыкаль һәләткә эйә. Мәктәптә үткән һәр кисәлә йырлап, конкурстарҙа ҡатнаша дәртле ҡыҙыҡай. Әсәһенең шөғөлдәренә лә илтифаты бар. Әммә киләсәктә ниндәй һөнәр һайларын ваҡыт күрһәтер. Моңло, мөхәббәтле ғаиләлә тыуып үҫкән балалар иманлы, белемле, маҡсатлы булыр. Атайҙары яңыраҡ ҡына дин буйынса юғары уҡыу йорто тамамлаған. Уның йырҙары буйынса төҙөлгән былтыр үткән ижад кисәһенә татлыбайҙар элекке ваҡыттарҙағы һинд киноһына шикелле эркелешеп килгәнен әле булһа һағынып һөйләй ауылдаштары. Рамаҙан айы башланғас, Татлыбай мәсетендә Биктимеровтар Ҡарамалы, Байыш, Йәнйегет, Абдрахман – биш ауыл һәм ун туғыҙ бала ҡатнашҡан «Иман нуры» бәйгеһен үткәргән. Бында бәйгеселәр доғалар уҡыуҙа ярышҡан. Еңеүселәр дипломдар һәм бүләктәр алып ҡыуанған. Бына шулай ергә ерегеп, тыуған яғына ҡот булып йәшәй Биктимеровтар.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.


Теги: 2018 - Ғаилә йылы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook