Башҡортостан Ҡыҙы

Күмәкләгән тау аҡтарған

Күмәкләгән тау аҡтарған
Журналыбыҙҙы уҡыусы гүзәл заттарҙың күбеһе – кәм тигәндә өс-дүрт һыйыр тотоп, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡаймаҡ-һөтөн, уңышын һатҡан аҡсаға донъя көтөүсе, балаларын уҡытыусы уңғанбикәләр. Шәхси хужалыҡ алып барыусы егәрле ауыл ғаиләһе дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Ошо һорауыбыҙға яуап итеп, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Зөфәр улы Сакаев бөгөн ауылға күрһәтелеүсе ярҙамдың яңы бер төрө тураһында һөйләй.

– Республикабыҙ илдә тәүгеләрҙән булып табыш алыу­сы хужалыҡтарҙы үҫтереү маҡсатында махсус программаны тормошҡа ашыра башланы. Уның бурысы – килем алыусы шәхси хужалыҡтарҙы берләштереп, уларҙың йәшәйешен, эшмәкәрлеген еңеләйтеү. Беҙҙең үҙәк уларҙы ойоштороу мәсьәләләрендә, етештереү эшен яйға һалыуҙа ярҙам итеүсе төбәк операторы булып тора.
«Егеттәр, ҡыҙҙар, һеҙ ниндәй йүнәлештәге ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторорға теләр инегеҙ?» – уңғандарға шундай һорау бирәбеҙ. Дәүләт уларҙы хупларға, күтәрергә әҙер.

– Колхоздарға кире ҡайтыу тип әйтергә мөмкинме был күренеште?

– Һис кенә лә юҡ. Колхозда кеше иртәнән кискә тиклем хеҙмәт хаҡына эшләһә, бөгөнгө кооперативтың һәр ағзаһы үҙ аллы булып ҡала. Берләшеү уға нимә бирә? Кооператив һәр кемдең табышын күбәйтеү, етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында төҙөлә. Әйтәйек, әле хужабикәләрҙең күбеһе көн һайын һауған ун биш-егерме литр һөтөн бик арзанға тапшыра – бәләкәй күләмдең хаҡы ла түбән. Ә ойошоп, күмәртәләп биргән һөттөң хаҡы ҙурыраҡ булырға тейеш. Ит йыйыусыларға һимеҙ-һимеҙ түшкәләрҙе ашығып арзанға тоттороп ебәргәнсе, дөйөм алған һыуытҡысҡа ҡуйып тороп, яҡшы хаҡҡа урынлаштырыу, йә эш итеп (мәҫәлән, ҡаҙылыҡ яһап, киҫәктәргә телеп, вакуумлы төргәктәргә һалып) һатыу, балды феләкләп йәки сирекләп түгел, йәтеш кенә бәләкәй һауыттарға тултырып кибеткә сығарыу, еләк-емеште биҙрәләп оҙатҡансы, һауыттарҙа туңдырып йә ҡаҡ ҡойоп сауҙа итеү бер нисә тапҡыр отошлораҡ. Бергәләшеп дәүләт ярҙамы менән алған заманса ҡорамалдарҙа (ит-һөт һаҡлағыстар, модулле бал һыҡтырғыстар, башҡа яйланмалар) был эштәрҙе дәррәү атҡарырға мөмкин. Күмәкләгән тау аҡтарған, тиҙәр бит. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигән мәҡәлебеҙ ҙә бар – бер үҙеңә бөгөн алға барыу бик ауыр.

– Ә кооперативҡа кемдәр туплана ала? Бөтәһенең дә хоҡуҡи дәрәжәһе бер булырға тейешме?

– Әлбиттә, юҡ. Фермер ҙа, мал тотҡан ҡәҙимге хужа ла, юридик шәхес тә һөйләшеп берләшергә мөмкин. Урамдағы биш-алты күрше лә, кәңәшләшеп, кооператив төҙөй ала. Уны үҙ-ара ярҙам клубы һымаҡ ҡабул итергә кәрәк.

– Иң мөһим мәсьәлә – дәүләт тәҡдим иткән аҡсалата ярҙам хаҡында аңлатып китһәгеҙсе.

– Улар икәү – федераль һәм республика кимәлендәге гранттар. Федераль грант 70 миллион һумға тиклем бирелә. Уға дәғүә иткән кооперативтың бер йыл эшләүе, кәмендә ун ағза булыуы мөһим. Тағы шуныһы бар: проект хаҡының 40 процентын пайсылар үҙҙәре индерә, 60 процентын дәүләт бирә. Мәҫәлән, улар алырға теләгән ит ризыҡтары эшкәртеү ҡорамалы 10 миллион һум тора икән, дүрт миллионын үҙҙәре сығарып һала, алты миллионын дәүләттән ярҙам булараҡ алалар.
Был йүнәлештәге Башҡортостан программаһы хаҡында айырым һөйләп үтергә теләйем. Программа 2020 йылға тиклем дауам итәсәк. Йыл һайын 300 миллион һумдан ашыу ярҙам күрһәтеү күҙ уңында тотола. Ул – яңы ғына берләшкән кешеләргә эштәрен башлап ебәреү өсөн яҡшы терәк. Шарттары ла федераль программаныҡынан күпкә йомшаҡ. Кооператив өс миллион һумға тиклем грантҡа иҫәп тота ала. Был сумманың 91 процентын дәүләт бирһә, туғыҙ процентын дәғүәсе индерергә тейеш. Кооперативта кәмендә биш ағза тороуы мөһим. Әлбиттә, матди-техник база – биләмәләр, малдар барлығы ғаризаларҙы ҡарағанда мотлаҡ иҫәпкә алына.

– Ни өсөн бөгөн дәүләт тарафынан тап ошо йүнәлештәге ярҙамға иғтибар ҙур?

– Ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү дәүләт өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Был – крәҫтиәнде үҙ төйәгенең иҡтисади үҫешенә йәлеп итеү ҙә, ауыл ризыҡтарын етештереүгә шәхси ихаталар индергән өлөштө арттырыу ҙа, борондан килгән ауыл тормошо үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу ҙа. Берләшкән хужалыҡтарҙы көсәйтеп, етештереү мәсьәләләрен генә түгел, ауылдың социаль проблемаларын хәл итергә – яңы эш урындары булдырырға, тимәк, күптәрҙең көнитмешен алға ебәрешергә мөмкин. Уйлап ҡараһаң, халҡыбыҙҙың һәр шөғөлөн – шәл бәйләүме, һарыҡ йөнө етештереүме, ҡаҙ үҫтереүме, сәй үләндәре йыйыумы – тупланып, дәүләт ярҙамына таянған саҡта, бик табышлы кәсепкә әйләндерергә мөмкин. Әлбиттә, әле аҙыҡ-түлекте сауҙа ойошмаларына урынлаштырыуҙы, сифатын сертификациялауҙы көйләргә кәрәк, ләкин улар барыһы ла – яйға һалына торған эштәр. Иң мөһиме – халыҡ ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү өҫтөнлөгөн күрә. Беҙҙең үҙәк кооператив төҙөргә теләгән һәр кешегә ентекле аңлатма бирергә, ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәндә бөтә яҡлап ярҙам итергә, продукцияны урынлаштырыу юлдарын күрһәтергә әҙер.
Альмира Кирәева әҙерләне.


Теги: Шәхси хужалыҡ Ауыл һулышы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook