Башҡортостан Ҡыҙы

Һаҡ булығыҙ: мөхәббәт тоҙағы!

Һаҡ булығыҙ: мөхәббәт тоҙағы! Тауҙай алтындан олораҡ, һәр кемгә лә насип булмаған хазиналыр – үҙеңә генә тәғәйен тыуған кешене тап итеп, һөйөп-һөйөлөп донъя көтөүҙәр. Кемдер ғүмер буйы ҡәҙерле кешеһенең йөрәк йылыһына сорналып, бәхеткә күмелеп йәшәһә, икенселәр үҙ һыңарын таба алмайынса, тормош йөгөн яңғыҙы тарта. Ләкин күңелде ҡыйратырлыҡ юғалтыуҙар ҙа, хыянаттың әселеген, яңғыҙлыҡтың боҙҙай һалҡынлығын татыу ҙа әҙәм балаһында берәү өсөн һөйөклө, кәрәкле булыу теләген һүндерә алмай. Әммә бәхеткә ынтылыуҙар ҡайһы саҡта аяныс тамамлана. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылылыҡҡа сарсаған ҡорбанының йәнен һурып, бар мөлкәтенә хужа булырға әҙер «һунарсы»ларға тарыу ҡурҡынысы юҡ түгел. Билдәле адвокат Надежда Николаевна Крылова йыш осрай башлаған ошо күренеш хаҡында бәйән итә.

…Оҙон, төҙ кәүҙәле был иргә 50 йәш. Тыныс, ипле тотошо менән ул шунда уҡ ихтирам уята. Зәңгәр күк төҫөндәге күҙҙәре – күңел торошоноң көҙгөһө: уларҙа тәрән һыҙланыу ҙа, «ни эшләп хәлдәр былай булып китте әле?» тигән аптырау ҙа сағыла.
Үҙе ғүмер буйы эшләгән дәүләт предприятиеһы тарҡалғас, ул, юғары белемле инженер, ошоғаса алған хеҙмәт хаҡынан дүрт тапҡырға кәмерәк түләгән ойошмаға урынлаша. Ғаиләһен элеккесә тәьмин итә алмағас, ҡатыны менән аралары ҡапыл боҙола – айырылышалар. Ир ата-әсәһенә күсеп йәшәргә мәжбүр була.
Шулай үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, эсе бошоп йөрөп ятҡанда ул бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ гүзәл менән таныша. «Эшҡыуармын», – ти сибәркәй, һөнәре хаҡында һорағас. Ун йәшкә кесерәк ҡатын яғымлы ла, наҙлы ла булып сыға, татлы һүҙҙәре менән ирҙең яралы күңелен имләй...
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.


Сикә сәстәренә көмөш йүгергән азаматтың, бәхет татыу теләге өсөн ниндәй хаҡ түләйәсәген белергә теләһәгеҙ, журналдың 9-сы һанында мәҡәләнең тулы версияһын уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook