Башҡортостан Ҡыҙы

Айырылғанда тормош юлдары

Айырылғанда тормош юлдары ...Донъяңды онотоп ғашиҡ булғанда йәрең илаһи, иң изге йән эйәһе булып күренә. «Көнкүреш ваҡ-төйәге хаҡында һөйләшеп, етмәһә, никах килешеүе тураһында һүҙ алып барып, һөйөү тигән изге хисте ваҡлау мөмкинме ни?» – тип уйлай һөйгәне менән һуңғы һулышҡаса бергә буласаҡтарына ышанған Зәлиә. Өләсәһенән уға мираҫҡа күскән бер бүлмәле фатир йәш ғаилә өсөн башта хан һарайылай тойолһа, бәпес тыуғас, тар икәне беленә. Фатирҙы һатып, шул аҡсаны ҡушып, өс бүлмәлеһен алып ебәрәләр. Дәүләт учреждениеһында эшләүсе ҡатын, аҡса етмәй башлағас, йәнә бер эшкә урынлаша. Бәпесен хаҡлы ялдағы әсәһе ҡарай...

...«Һине яратмайым!» – Яңы йыл байрамынан һуң Илһамдың шулай тип белдереүе аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай яңғырай. «Аҡылым да, йөрәгем дә был хәлде ҡабул итеүҙән баш тартты – бөтәһе лә яҡшы ине бит!» – тип әсенә Зәлиә, һаман аптырап. Ҡайһы мәлдә араларға һалҡынлыҡ ингән? Ғаиләм лайыҡлы йәшәһен, тип тырыша торғас, йонсоуы сырайына сыҡҡан саҡтарҙамы? Былтыр эштән китә алмайынса, йыл буйы ниәтләгән диңгеҙгә барыуҙан баш тартҡандамы? Әллә ире банкка күсеп, башҡа мөхиткә сумғасмы? Һөйгәненең һөнәри яҡтан үҫеүе өсөн бар көсөн һалған һылыу нисек уның ятҡа әйләнеүен аңлай алмай.
Был һорауҙарға әсәһенең яуабы бар – юғары белем алып, «кеше булған» кейәүе йәшерәк кәләш тапҡан. Етмешкә етеп килеүсе ханым: «Көсләп астырған күҙҙең нуры юҡ. Тиңһенмәгәс, айырылышһындар», – ти. Ләкин донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған апай бер нәмә менән ризалаша алмай: кейәүе фатирҙың яртыһына дәғүәләүе етмәгән, былтыр декабрҙә генә кредитҡа алған машинаны ла үҙенеке итмәксе. Барыһын да суд ярҙамында алам, тип янай икән. Ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмайынса, ярҙам һорап миңә мөрәжәғәт итеүсе лә – Зәлиә түгел, әсәһе...
Надежда КРЫЛОВА,
адвокат.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook