Башҡортостан Ҡыҙы

«Аңлатып бирһәгеҙсе…»

Редакцияға хоҡуҡи кәңәш һорап килеүселәрҙең мөрәжәғәттәре тормоштоң төрлө осраҡтарына ҡағыла. Даими кәңәшсебеҙ – танылған адвокат, Рәсәй Федераль адвокаттар палатаһы эксперты, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары Надежда Николаевна Крылова уларҙың бер нисәһенә ентекле аңлатма бирә.

– Республикала яңыраҡ арзаныраҡ ипотека ярҙамында торлаҡ алып булыуы хаҡында һүҙ барҙы. Шул хаҡта һөйләп үтһәгеҙсе.
Рәзилә Собханғолова.
Баймаҡ районы.

– Башҡортостанда йәшәүселәрҙең байтағы уңайлыраҡ шарттарҙа ипотека кредитына иҫәп тота ала. Сығымдарҙың бер өлөшөн республика бюджеты күтәрәсәк – Башҡортостан Хөкүмәте яңы торлаҡ алыусыларға ипотека кредиты ставкаһын йылына 10 процентҡа тиклем өҫтәмә субсидиялау тәртибен билдәләне. Тик шуныһы бар: был яңылыҡ «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһында ҡатнашыусыларға ҡағыла. Исемлеккә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар рәүешендә сиратта тороусылар, 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һәм, торлаҡҡа мохтаж булыу-булмауҙарына ҡарамаҫтан, бәлиғ булмаған ике, унан күберәк бала үҫтереүсе ғаиләләр инә.
Проект республика ҡаҙнаһынан финанслана: 2016 йылда был маҡсатта 27, 7 млн һум, артабан йыл һайын 50 млн һум бүлеү күҙҙә тотола.

– Ирем менән айырылышҡанбыҙ. Улыбыҙға ун һигеҙ йәш тулғансы алимент түләне лә бына йыл ярым инде бер тин дә биргәне юҡ. Ә институтта белем алыусы балаға аҡса байтаҡ кәрәк.Уҡып йөрөүсе бәлиғ булған улына атаһы алимент ебәреүен дауам итергә тейеш түгелме?
Гөлмәрйәм Сафина.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

– Рәсәй Ғаилә кодексының 80-се статьяһына ярашлы, ата-әсә үҙҙәренең бәлиғ булмаған балаларын тәьмин итергә тейеш. Кодекстың 120-се статьяһы буйынса, бала бәлиғ булғас, ата-әсәнең был бурысы тамам, тип һанала. 85-се статьяһында иһә, бәлиғ булған балалар эшкә яраҡһыҙ икән, ата-әсәләренә уларҙы ҡарау йөкмәтелә, тиелә. Был осраҡта «эшкә яраҡһыҙ» тигән һүҙ баланың үҙ аллы эшләп табыш алыуҙан мәхрүм иткән ауырыуға йәки имгәнеүгә дусар булыуын аңлата. Ә институтта уҡып йөрөүсе егет, шөкөр, һау-сәләмәт. Шулай булғас, закон буйынса уға алимент түләнергә тейеш түгел.

– Айнымай эскән иремдән айырылып, бер үҙем игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерәм. Судтың унан алимент түләтеү хаҡында ҡарары булһа ла, биш йыл буйы ирем алимент күсереү түгел, шылтыратып хәл дә белмәне. Ә бер көн иҫереп килеп, «балалар үҫеп етеп, эшләй башлаһын әле, мин уларҙан алимент таптырам», тип янап китте. Уның быға хаҡы бармы ни?
Ирина Әхмәтова.
Салауат ҡалаһы.

–Эйе. Рәсәй Ғаилә кодексының 67-се статьяһына ярашлы, ҡартайыу йәки инвалид булыу сәбәпле ярҙамға мохтаж ата-әсәһен балалары ҡарарға бурыслы. Закон ике осраҡта балаларҙы был бурыстан азат итә: ата-әсәләр ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә йәки улар балаларҙы тәрбиә­ләүҙән һәм ҡарауҙан ситләшкән булһа. Ҡыҙҙарығыҙҙы үҫтерешеүҙән ҡасҡан ирегеҙ киләсәктә уларҙан алимент түләтеү мөмкинлегенә эйә булмаһын тиһәгеҙ, түбәндәге документтарҙы әҙерләп ҡуйығыҙ: ирегеҙҙең алимент түләргә тейешлеген билдәләгән суд ҡарарын, был ҡарарҙы ғәмәлгә ашыра башлау хаҡындағы ҡарарҙы, суд приставтарынан уның шунса йылдар алимент түләмәүе тураһында справка. Был документтар атай кешенең ҡыҙҙарығыҙҙы тәьмин итеүҙән ситләшеүе тураһында һөйләһә, тәрбиә эшендә ҡатнашмауын иһә педагогтарҙың, күршеләрҙең яҙмалары ярҙамында раҫлай алаһығыҙ. Киләсәктә ирегеҙ балаларҙан алимент таптыра башлаһа, былар бөтәһе лә уның атайлыҡ бурысын үтәмәүенә, тимәк, алимент талап итергә хоҡуғы юҡлығына дәлил буласаҡ.


Теги: Крылова Һорау-яуап





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook