Башҡортостан Ҡыҙы

Мөхәббәт мәңгелек!

Мөхәббәт мәңгелек!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулды. Рәми – күңелдәрҙә, Рәми – йөрәк тибешендә. Уға булған мөхәббәт һүнмәҫ-һүрелмәҫ, сөнки уның халҡына булған һөйөүе, ярһыу хистәре быуаттарға күскән. Шиғырҙары менән ул үҙенә үлемһеҙлек яулаған. Уға ҡағылышлы һәр бер иҫтәлек ҡәҙерле.


Мөғжизәле хат
«Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәре! Мин Рәми Ғариповтың тәүге мөхәббәте Марият Ғайсина булам. Уның көндәлектәрен, шиғырҙарын уҡыһағыҙ, мине беләһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ бер йылғы, мин дә – интернатта тәрбиәләнгән ҡыҙыҡай. Мин – 1951, ә Рәми 1950 йылғы сығарылыштан. 1968 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге һанын ул миңә ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған. Яңынан уҡып сығыр инем. Өфөгә барған ваҡыттарымда иң беренсе «Башҡортостан ҡыҙы» журналын эҙләйем, бер ерҙә лә һатылмай. Һуңғы бер-ике йыл тирәһе алдыра алманым, сөнки апайым сирләп китте лә күберәген уның янында, уны тәрбиәләйем, сөнки минән башҡа бер кеме лә юҡ. Хәҙерге көндә Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһындамын. Шулай булһа ла, журналға яҙылдым. Алла бирһә, килә башлар.
Үҙем Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһында йәшәйем. Бында башҡорттар күп. Уларға һәр ваҡыт журнал биреп уҡытып торҙом. Инде бында ла, Силәбе өлкәһенә ҡараған Бакалда ла, уҡытырға тырышырмын. Әлегә, Аллаға шөкөр, мәҙәниәт һарайына йөрөйөм, сәхнәнән төшкәнем юҡ. Мандолинала уйнайым. Йырлап та ебәрәм, тик бер ҡыйынлыҡ бар: бер ҡалала ла мандолина һатылмай, ҡылдарын да тапмаҫһың. Элек бит бөтәһе лә була торғайны.
Бәлки, осрашырбыҙ. Миңә ҡунаҡҡа килегеҙ. Иң яҡты, изге теләктәр менән, һеҙҙән яуап көтөп, Марият».

Мөхәббәт мәңгелек!
Ошондай йөкмәткеле хат алғас, тулҡынланыуымдың сиге юҡ. Күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратам, алмайҙар. Иҫкә төшкән һайын йыш-йыш йыям һандарҙы: яуап биреүсе юҡ. Әлбиттә, ҡош телендәй сәләм дә яҙып ебәреп була. Хатығыҙҙы алдыҡ, юл төшкәндә инеп сығырбыҙ, тип тынысландырып. Әммә күңел теге остан яуап булырын һиҙә. Бына Силәбегә саҡырыу алдыҡ. Марият хаҡында бер туҡтауһыҙ уйлайым. Тағы телефон һандарын йыям. Был юлы, ниндәй бәхет, ул үҙе яуап бирә! Эй, илаһым! Тимәк, алда тулҡынландырғыс осрашыу.

Мөхәббәт үлемһеҙ!
Рәмиҙе шағир иткән, иҫ киткес серле зат. Моғайын да, уны күңел юғарылығы менән арбағандыр йә илаһилаштырыр образ булғандыр, тием. Һорауҙар күп. Шағирҙы ғазаптарға һалған, төн йоҡоларынан яҙҙырған Марият менән бер осрашырмын тип хыялландыммы икән? Моғайын да, шундай теләк булғандыр, сөнки донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел. Рәми Ғариповтың «Көндәлектәр»ен уҡығанда ошо һөйөү тәьҫире әҫәрләндерә. Һөйгәне өсөн ул утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Аңлайышһыҙ ҙа, татлы ла хис уны бер күктәргә ата, бер ергә сойорғота. «Мөхәббәттә Рәми барыһынан элек фекерҙәш эҙләй, тоғро рухи юлдаш тураһында хыяллана, бер һүҙеңдән генә түгел, күҙ ҡарашынан уҡ аңларлыҡ серҙәш кәрәк уға» (Рауил Бикбаев. Рәми. Шағир тураһында китап. – Өфө: Китап, 2007, 85-се бит). Һөйөүҙән ҡасырға теләп, интернаттан юғалып тора үҫмер. Әммә йәшенле йәшлек артта ҡала, Шағир Мәскәүгә, Әҙәбиәт институтына, уҡырға инә. Юғары маҡсат ҡуйып, үҙен ҙур эштәргә әҙерләй. Марият бер класҡа түбән уҡығас, икенсе йылына Өфө китапханасылар техникумына юллана. Ике арала хаттар оса. Әммә ғашиҡтарға ҡауышырға насип булмай.
Һикһәнде уҙһа ла, мөләйемлеген юғалтмаған апай. «Һарытау өлкәһе Балаково ҡалаһында ҡырҡ йыл йәшәйем. Әле 84 йәштәмен. Бер кемһеҙ тороп ҡалған сирле Роза апайымды ҡарар өсөн ун йыл Балаково менән Бакал араһын тапаным. 2014 йылда, 82 йәшендә, ул мәрхүмә булды. Ике бала таптым. Радик исемле улым бар ине, үлеп ҡуйҙы. Венера ҡыҙым менән әле генә Балаковонан киләбеҙ, ишектән инер-инмәҫ телефон шылтырай», – ти Марият.
Мөхәббәт мәңгелек!
– Шағир нисек һеҙҙе яратып китте? – тигән һорауым урынһыҙыраҡ та, сөнки һөйөү – кешегә күктәрҙән бирелгән бүләк, күңел халәте, елкенеүе.
– Унда ла, миндә лә тел юҡ. Мин унан оялам, ул минән. Ана шул һөйләшмәү арҡаһында бер-беребеҙҙе аңлашып етмәгәнбеҙҙер, тип әйтһәм дә була.

...Ғашиҡтар хатлашып тора. Һуңғы курсында Рәми Марият эшләгән Арый ауылына килә. Ҡыҙ егеттең Надяһы булыуын башына ла килтермәй әле ул ваҡытта. Ауыл советы рәйесенең йортона индергән булалар. Әхирәте Марусяның бергә торайыҡ тигәненә күнеп, уларҙың янындағы йортта йәшәй башлайҙар. Йыһазы юҡ, карауат, өҫтәл бар шулай ҙа. Марият моңая, гармун тартып ултыра. Иҫкәртеп тә тормай, әллә ҡайҙа Мәскәүҙә йөрөгән һөйгәне Рәми пәйҙә була. Ҡаушаһа ла, йүгереп йөрөп самауыр ҡуя. Уныһын итек менән өрҙөрөп маташа. Бутҡа бешерә. Табын әҙерләй. Ул арала егет магазиндан йүгертеп ҡыҙыл шарап килтерә. Ҡыҙ оялышынан стаканға иренен дә тейҙереп ҡуймай хатта. Сәй эсеп алғас, Рәми менән Марият етәкләшеп Мәсетле ауылына юллана. Матур йәй көнө. Егет, еңен төрөп, аҡ күлдәк кейгән. Юлда осраған бесәнселәр: «Эх, ниндәй матур пар!» – тип һоҡланып үтә. Һул яҡта – сейәлек тауы. Эй сейә иҙырап бешкән. Рәми юғалып тора ла усын тултырып ҡыҙға сейә һона.

Марияттың «Сейәле тау, Сейәле тау, Сейәле тау итәге», – тип таҡмаҡлап ҡуйыуын «Сейәлетау итәгендә бергә булдыҡ бит әле», тип Рәми эләктереп ала.
Мәсетле ауылы күренә. Егет пинжәген йәйә лә икәүләшеп шунда ҡунаҡлайҙар. Рәми шиғырҙарын уҡый. Һабаҡташы Ахун Ҡылысбаевҡа төбәп киләләр. Өйләнгән, өйө, балаһы бар. Ике Ленин ордены алған күренекле уҡытыусы Хөсәйен ҡарт Фәтҡуллин менән әңгәмәләшә Рәми. Тышҡа әйберҙәрен сығарғандар, өйҙәрендә ремонт бара. Кис һабаҡташ өйөндә табын әҙерләнә. Марият көләкәс, һөйгәне янында йөҙө ҡояштай балҡый. Төн етә. Рәми менән Ахунға урын тыштағы арбаға һалына. Ҡорҙаштарҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Марият эстә, сығып ингеһе килә, оялышынан түҙеп ята. Иртүк торғас, ҡыҙ тауыҡтар ашата. Сәсен тарап үрә. Рәми ипләп кенә күҙәтә, имеш. Ахундың ҡатыны самауыр ултырта. Ҡоймаҡ ҡоя һалған. Бергәләшеп иртәнге сәйҙе эскәс, Рәми Мариятты Арыйға оҙатып бара. Ҡыҙ ҡырағай, ояла, ҡурҡа. Егет ҡосаҡларға үрелә, үбергә итә. Марият яҡын ебәрмәй. Хәҙер ҡысҡырам, тип шаярта. Яҡында ғына бесән сапҡан тауыштар ишетелә. «Ярай улай булғас, тәүге кистә биш йөҙ тапҡыр һине үбермен!» – тип шаярта егет. Ҡыҙ сафлығы юғары ҡуйылған ул заманда, йәштәрҙең ҡыланыштары аңлашыла. Рәми Надяһы хаҡында ләм-мим бер һүҙ өндәшмәй. Тауҙан йүгереп төшә йәштәр. Рәми ҡыр кәзәһе һымаҡ алдан йүрмәләгән ҡыҙҙы лаптыр-лоптор йүгереп килеп ҡыуып етә лә, күтәреп алып өс мәртәбә әйләндергәс, тып иттереп ергә баҫтырып ҡуя. Оялышынан ҡыҙ, артына ла әйләнеп ҡарамай, ауыл яғына саба.
Мөхәббәт мәңгелек!
Хөсәйен ҡарт менән һөйләшеп, Марияттың тамырҙарын да төпсөшөп йөрөгән имеш Рәми. Туғандар икән. Йыраҡ әкрәбә булып сыға уға һөйгәне. Ошо яҙмалар буйынса тергеҙелгән шәжәрәлә Марият та, Рәми ҙә бар.
– Әйҙә, ауыл советына инеп яҙылабыҙ ҙа ҡуябыҙ, – ти Рәми Мариятҡа.
– Ҡуй, – тип туҡтата ҡыҙ.
– Әсәйемә алып ҡайтып ҡалдырып китәйем, – тип ныҡыша егет. Марият ҡауышыуҙы бит икенсе төрлө күҙ алдына килтерә. Һөйгәненең уҡыуын бөтөрөп ҡайтыуын теләй. Ә хәҙер, йылдар үткәс, был һөйләшеүҙең былай ғына әйтелеүенә инанған. Берәй ваҡыт Арыйға барып, ауыл советына тәҡдим менән инергә хыяллана. Сейәле тау итәгендә «Рәми+Марият» тип яҙып ҡуйылһын, ауылдың берәй урамына Рәми Ғариповтың исеме бирелһен ине ул, ти. Шағир үҙе шул урамдарҙан үткән, тауынан йүгереп төшкән, иң татлы хистәр кисергән!

Тулҡынландырғыс осрашыуҙар
Ни ғәжәп, Марият баш ҡалаға килгәнде берәйһе хәбәр итәме, Рәми, осраҡлы ғына кеүек, юлында йә ул туҡталған ерҙә көтмәгәндә пәйҙә була. Бына бер осрашыу хәтерендә. Марат ҡустыһы фатир ала. Марият та бергә. Ҡыуаныслы бер мәл кисергәндә, Рәми ҙә килеп ҡушыла. Ҡаҡ иҙәнгә ултырып байрам табыны ҡорғанда, Марияттан инәлеп йырларға һорайҙар. Ғүмере буйы күңелен әрнеткәнен асып һала, гүйә, ошо юлдар аша:
«Баҡса уртаһында пар йүкә,
Күңелемдә һиңә бар үпкә.
Беҙ осраштыҡ кистән,
Һин оноттоң иртән.
Осрашманыҡ шунан беҙ бүтән.
Пар йүкәбеҙ тора әле лә.
Ник торманың әйткән һүҙеңдә?
Пар йүкә төбөнә
Сәскәһен күрергә
Килдем мин яңғыҙым бөгөн дә.
Сәскә еҫе аңҡый, бөркөлә.
Ҡыҙ йылмайһа,
Егет бит көлә.
Йәр бер генә була,
Һөйһәң, һөй ғүмергә,
Һөймә, иркәм, улай бер көнгә».

Рәми ниҙәр кисергәндер был йырҙы ишеткәс? Йырлау сираты уға ла етә. Ул мөңрәп кенә «Сыңрау торна»ны ишеттерә. Марият үҙенең йырын хәҙер «Рәми иҫтәлеге» тип йөрөтә. Ысынлап та, яратып та ҡауышыу бәхетенә ирешмәгән ғашиҡ йәндең күңел иңрәүе була был йыр.

... Тағы бер осраҡлы ғына осрашыу: Марият Радик улын етәкләп әкрен генә Өфөнөң Ленин урамынан атлай. Шул ваҡытта трамвайҙа барған Рәмиҙең күҙҙәре әсә менән улға төшә. Таный. Туҡталышта һикереп төшә лә уларҙың артынан йүгерә. Аһылдап төшкән. Мариятты тотоп ала. Иҫәнләшәләр ҙә бергә атлап китәләр. Ҡайҙа барғанлыҡтарын да белешмәй атлайҙар ҙа атлайҙар. Ҡаршыларына Кәтибә Кинйәбулатова осрай. Марият әле уны бик танып та етмәй. Рәми «туғаным» тип таныштыра. Бер аҙ һөйләшеп торғас, тағы урам буйлап атлайҙар. Китап магазинына инәләр. Рәми Мариятҡа йыр китабы һатып алып бүләк итә...

... Өфөләге йәнә лә бер осрашыу хәтерендә Марияттың. Әхирәте Сүриә уны ярҙамлашырға үҙенә саҡыра. Ишектә – ҡыңғырау. Барып асһалар, Рәми. Күрешәләр. Табын ҡорола. Һөйләшеп, йырлашып ултыралар. Шағир шиғырҙарын уҡый. Төн уртаһы етә. Рәми ҡайтырға ашыҡмай. Һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Таңғы дүрт булып бара. Ҡыҙҙар йоҡларға әҙерләнә. Рәмигә лә урын йәйелә. «Марият, кил яныма», – тип саҡыра ҡатынды. «Юҡ», – тип ҡырт киҫкәс, ир үҙе баш осона сүгәләй. Марият уңайһыҙлана. Рәми сәстәренән һыйпай. «Эх, яратҡас, элек уйларға кәрәк ине, намыҫ менән кейәүгә сыҡҡанмын, намыҫлы йәшәп үлермен», – ти Марият. «Элек-электән шундай яҡшы сифаттар һиндә, Марият», – ти Рәми.
Марият уның ай яҡтыһында сағылған ап-аҡ күлдәген, һомғол һынын, әкрен генә сығырға әҙерләнгәнен күҙәтеп ята. Рәми ишеккә йүнәлә. «Марият, кил, мине оҙат, ишекте ябып ҡал», – ти. «Хужабикә оҙатыр», – була яуап. Йоҡлағанға һалышып ятҡан әхирәте тороп оҙатып ҡала. Ҡайҙа бараһың, таңғаса ҡал, тиһәләр ҙә, Рәми тыңламай.

1975 йылдың 15 сентябрендә Мариятты серле тартылыу Өфөгә алып килә, «шул хәтлем уны күргем килгәйне» ти ул. Рәми ҙә шул уҡ көндә уны эҙләп Үзбәкстанға, Ташкенттан һикһән километр алыҫлыҡта ятҡан Алмалыҡҡа, бара. Тәүге мөхәббәтенең Маяковский исемендәге Үҙәк китапхананың уҡыу залында эшләгәнен Рәми белгән була. «Кем уйлаһын уның килерен, отпуск алмай көтөп ултырыр инем. Үкенесле, осрашманыҡ», – тип уфтана Марият. Ағайың килде, тигән хәбәр менән Шағирҙың «Мариятҡа Әй-Йүрүҙән буйҙарының миләшенән бер тәлгәш. Үткәндәрҙе иҫләп, Рәми. 15.IX.1975 йыл. Алмалыҡ» тигән автограф яҙып ҡалдырған «Миләш» китабы ғына ҡала был елкенеүҙән. 1977 йылдың 20 февралендә Шағир баҡыйлыҡҡа күсә.

Рәмиҙең: «Ул мине ғүмер буйына яратыр, мөхәббәт бит үлмәй», – тигән һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. «Рәмиҙе үҙем менән күтәреп йөрөтәм, ғүмер буйы уның менән йәшәйем. Ул – йөрәктә, һис ҡасан уны онотаһым юҡ», – ти Марият.
Шағирҙың тәүге мөхәббәте лә рухи юғарылығын юғалтмай, хистәрен ваҡламай, һөйөүен Ҡояш итеп, тоғролоҡҡа, сафлыҡҡа бер һәйкәл булып ҡала.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Силәбе өлкәһе, Бакал ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Шағир Рәми Ғарипов Юбиляр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook