Башҡортостан Ҡыҙы

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындар

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындарӘбйәлил районы Ташбулат ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән республика буйынса үткән мәҙәни сараларҙа йыш осрашырға тура килә. Дәррәүҙәр, уңғандар, һөйкөмлөләр. Был юлы улар «Башҡортостан ҡыҙы» журналын ҡунаҡҡа саҡырҙы. «Бәхетленең ҡунағы бер көндә», тиҙәр бит. «Иман – милләт киләсәге» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеүҙә район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханалар эше ветераны Роза Таһирова, Озерный ҡасабаһының «Ихлас» фольклор төркөмө һәм Белорет районы Сосновка ағинәйҙәре ҡатнашты.

«Башҡортостан ҡыҙы» – Ташбулат ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан, көтөп алған журналы. Уға ташбулаттар былтырҙан уҡ берҙәм яҙылып ҡуйған. Сара барышында Озерный ҡатын-ҡыҙҙары ла баҫмабыҙға дәррәү яҙылды – дуҫтарыбыҙ һаны йәнә лә артты! «Милли матбуғатты уҡып барған кеше – мәғлүмәтле, мәҙәниәтле була. Йәш быуынды милли рухта, тәрбиәле, тәүфиҡлы итеп үҫтереү буйынса ла баҫмабыҙҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ», – тине «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева.

Әңгәмә барышында ағинәйҙәр иманлы, тимәк, бер-береңә ихтирамлы, яғымлы, матур һүҙле булыу кәрәклегенә туҡталды. Уларҙы башҡорт ҡыҙҙарының тура һүҙле, ғорур булыуы бер яҡтан һөйөндөрһә, икенсе яҡтан бер аҙ хафаға һалыуы асыҡланды. Егеттәребеҙҙең сит милләт ҡыҙҙарына күҙ һалыуының бер сәбәбе ошонда түгелме икән, тине улар. Ташбулат ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Хафизә Баязитованың һүҙҙәрен һабаҡ итеп ҡабул итергә мөмкин: «Ғаилә ҡороп йәшәй башлаған дәүерҙә иремдең ҡайһы бер ҡылыҡтарын өнәп еткермәй инем. Йәшәй биргәс, «яратаммы мин уны?» тигән һорау тыуҙы. Шул ваҡыт өләсәйем: «Балаҡайым, һинең һөйөүең – ул бәләкәй генә орлоҡ кеүек. Шул орлоҡто ярат. Әгәр ҙә шулай итһәң, ул көндән-көн ҙурайыр һәм бөтә йөрәгеңде ялмап алыр», – тине. Шулай иттем дә. Хәләл ефетем менән инде 41 йыл татыу ғүмер итәбеҙ».

Милләт, тел мәсьәләләренә лә туҡталды аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ:
– Балаларыбыҙ иманлы, аҡыллы, уҡымышлы, тәүфиҡлы булып та, туған телдә һөйләшмәһәләр, милләтебеҙҙең киләсәге юҡ тигәнде аңлата. Халыҡ булараҡ донъя йөҙөндә йәшәүебеҙҙе лә тел билдәләй. Шуға күрә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән мөмкин тиклем үҙебеҙсә һөйләшәйек. Был – беҙҙең бурысыбыҙ...

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындарРоза Таһирова: «Районыбыҙҙа ун биш ауыл биләмәһе бар, һәр биләмәнең һәм ауылдың Ағинәйҙәр ҡоро эшләп килә. Программабыҙҙағы төрлө йүнәлештәр буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Әйтәйек, дин һәм иман мәсьәләләре; башҡорт ғаиләһе традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уларҙы һаҡлау, киләсәк быуындарға еткереү; ир һәм ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләү... Республика күләмендә тарихҡа инер әһәмиәтле сараларҙы әбйәлилдәр уйлап табып ҡына тора».

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындарТашбулат мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфирә Ҡарағужина: «Тәүҙә тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу маҡсатында Белорет ағинәйҙәре беҙҙе саҡырғайны, әле, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, уларҙы ла ҡаршы алдыҡ. Үҙебеҙҙең биләмә ағинәйҙәре лә тынғыһыҙ хәрәкәттә. Яңыраҡ ойошторолған «Селтәр» түңәрәгенә олоһо ла, кесеһе лә тартыла. Һәр шаршамбы йыйылышып, селтәрҙәр, һаҡал, хәситә, ҡашмауҙар әҙерләйҙәр. Был түңәрәккә йәштәрҙең дә ихлас йөрөүе ҡыуандыра. Ҡул эштәрен һатып, табыш алыусылар ҙа бар. Ағинәйҙәребеҙ бына тигән итеп ҡумыҙ ҙа сиртә, мандолинала ла өҙҙөрә. Бәйгеләрҙә ҡатнашып, алдынғы урындарҙы биләй. Мөнәжәт һөйләү буйынса район конкурсында Гран-при алып ҡайттылар. Тәбиғәтте һаҡлау тәңгәлендә лә эштәр алып барабыҙ. Әйтәйек, күмәкләп шишмәләрҙе таҙартабыҙ. Тирә-яҡты бысратып ятҡан полиэтилен сүп-сарға көрәш башлайыҡ тигән тәҡдим менән сыҡтылар...» Зөлфирә үҙ эшен белеп, яратып башҡарғандарҙан. Әҙәби, шиғри кисәләр үткәрһенме, байрамдарға ҡарата конкурстар, концерттар уҙғарһынмы, спектаклдәр ҡуйһынмы – барыһы ла ауылдаштары өсөн ойошторола. «Шоңҡар» драма, «Гөлнәзирә» фольклор һәм «Гәлсәр» ижади коллективтары әүҙем эшләп килә. Кейемдәрҙе үҙҙәре лә тектерә, хәйриәселәр ҙә ярҙам итә. Ошо уңайҙан район советы депутаты Ишморат Ғабдрахман улы Ҡалдамановҡа ҙур рәхмәтле ижади үҙәк. «Бер мәл халыҡ үҙ-үҙенә бикләнгәндәй булғайны. Концерттарҙы ла телевизорҙан ҡарауҙы хуп күрә ине. Әле, Аллаға шөкөр, тере аралашыуға ҡайта башланы ауылдаштарым», – тип ҡыуана Зөлфирә.

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындарАуыл хакимиәте башлығы Гөлшат Бадалова: «Ағинәйҙәребеҙ бөтә ергә лә өлгөрә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә улар менән осрашыуҙарҙы көтөп алалар. Бергәләп милли байрамдарҙы, балалар һабантуйҙарын үткәрәләр, төрлө темаларға ҡыҙыҡлы саралар, әңгәмәләр ойошторалар. Иң мөһиме, аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп килеүсе быуынды иманға, дөрөҫ юлдан йөрөргә өйрәтә. Йәштәрҙең дә уларға ылығыуы шатландыра. Тимәк, ауылыбыҙҙың ҡото ла, матур киләсәге лә бар...»
Гөлнара МОСТАФИНА.
Әбйәлил районы.

Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындар
Ауыл ҡото – ғәмле ҡатындар


Теги: Ағинәйҙәр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook