Башҡортостан Ҡыҙы

Өйөм ғәме – ил ғәме

Өйөм ғәме – ил ғәме«Ил-йортом тыныс, донъям ҡотло, ғаиләм татыу, балам имен, яҡындарым һау булһын!» – ҡатын-ҡыҙ башында иң элек ошо ябай, шул уҡ ваҡытта үтә лә мөһим уй-теләк. Өй ғәменең ил ғәменән айырылғыһыҙлығын, ҡатындар берләшһә, тауҙар аҡтарырлыҡ ҡеүәт хасил булыуын Ишембай гүзәлдәре миҫалында күрергә мөмкин. Эйе, башҡорт нефтен тәүләп асыуы менән тарихҡа ингән, машиналар эшләү, химия, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте менән дан тотҡан төбәктең үҙенсәлеген һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемләшеп, ғәйәт ҙур көскә әйләнеүе лә билдәләй. Ишембайҙарҙың һөҙөмтәле, матур эштәрен өйрәнеү маҡсатында бында Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының зона конференцияһына күрше-тирә райондарҙан һәм ҡалаларҙан уларҙың әхирәттәре йыйылды.

Өйөм ғәме – ил ғәме
Өйөм ғәме – ил ғәме

...Ишембай һылыуҙарының башҡалар менән бүлешерлек уңышының сере нимәлә? Һорауға яуап, бәлки, Гүзәл Ғайса ҡыҙының түбәндәге һүҙҙәрендәлер: «Улар ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып тормай, иң ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙе лә ҡыйыу үҙ өҫтөнә ала». Тамыр йәйгән афәт – эскелеккә ҡаршы ауылдарҙа ысын мәғәнәһендә ҡаһарман көрәш, көмөшкә ҡыуыусыларға яу асыу, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләр менән ихлас йөрәктән эшләү, экология өмәләре, мохтаждарға ярҙам итеү өсөн хәйриә марафондары үткәреү, 50-60 йыл һәм унан күберәк бергә ғүмер кисергән парҙарҙы тәбрикләү – совет башҡарған эштәрҙең бер нисәһе генә былар. Йәмәғәт башланғысындағы ойошма, асылда, һанап бөткөһөҙ социаль бурыстар атҡара. Уға 2000-дән ашыу ҡатын-ҡыҙ йәлеп ителгән, шуларҙың 180-е айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ағинәйҙәр ҡоро һәм былтыр ойошторолған атайҙар советы менән бер төптән булғас, һәр изге башланғыс дәррәү, ырамлы дауам итә...

...Ҡатын-ҡыҙҙың миһырбанлы аҡылына, нескә тойомлауына, тапҡыр фекеренә таянған урындарҙа донъя балҡытырлыҡ эштәр ғәмәлгә ашырыла. Ишембайға сәфәр ҡылып, йәнә бер тапҡыр шул хәҡиҡәткә инандыҡ...
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Ишембай районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook