Башҡортостан Ҡыҙы

Бәғерһеҙлек ҡорбандарын яҡлаусы ҡанун кәрәк!

Бәғерһеҙлек ҡорбандарын яҡлаусы ҡанун кәрәк! Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы кеше хоҡуҡтарын иң оятһыҙ боҙоу һәм киң таралған күренеш, тип баһаларға мөмкин. Был күренешкә йәмғиәттәге мөнәсәбәт тарих менән бергә үҙгәрә бара. Мәҫәлән, Рәсәйҙә XVI быуатта тормош ҡағиҙәләре, кәңәштәр һәм өгөттәр тупланған “Домострой” китабында ир кешенең власты үҙ ҡулында ғына тотҡан ғаилә башлығы һәм ҡатынының хужаһы булыуы әйтелә. Китапта ирҙең ҡайһы осраҡта һәм нисек бисәһен туҡмарға тейешлеге өйрәтелә. Бөгөн, XXI быуатта, “Домострой” ҡағиҙәләре буйынса йәшәмәйбеҙ, әлбиттә. Ләкин ғаиләлә көс ҡулланыу тормошобоҙҙан юғалмаған һәм ул бөтә илдәргә, барлыҡ социаль ҡатламдарға хас.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 3,8 млн. кеше, шул иҫәптән 1 млн. 800 мең ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар ителә. Аңлы рәүештә кеше йәнен ҡыйыуҙарҙың өстән ике өлө­шөнә көнкүрештәге ыҙғыш-низағ сәбәпсе. Йәбер ҡорбандары – иң көс­һөҙҙәр: балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр. Рәсәйҙә ауыр енәйәттәр­ҙең 40 проценты ғаиләлә эшләнә, йылы­на 14 меңдән ашыу ҡатын ирҙәре йәки яҡындары ҡулынан вафат була. Баш­ҡортостаныбыҙҙа ла өйҙәге бәғерһеҙлек арҡаһында булған фажиғәләр хаҡында ишетеп торабыҙ. Мәҫәлән, Өфөлә бер ирҙең ҡатынының, балаларының ғүмерен ҡыйыуы хаҡында республика хал­ҡын шаңҡытҡан хәбәр һаман хәтерҙә. РФ Эске эштәр министрлығының рәс­ми мәғлүмәттәре буйынса, илдә йыл һа­йын 26 мең балаға ҡарата енәйәт ҡылына, шуларҙың 2 меңенең ғүмере өҙөлә, 8 меңе тән йәрәхәттәре ала, тағы 2 мең бала һәм үҫмер, өйҙәге шәфҡәт­һеҙлеккә түҙмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һала. Был йән өшөткөс һандар артында – тотош ғаилә­ләр фажиғәһе, ҡыйралған яҙмыштар, бер ниндәй үлсәүгә һалып булмаған ҡайғы-хәсрәт…

Ғаиләлә көс ҡулланыуҙың эҙемтә­ләре емергес: балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тән йәрәхәте алыуҙан тыш, йәндәре имгәнеп ҡала, уларҙың енси һаулығына, бала табыу һәләтенә лә зарар килә. Көс ҡулланыу ғәҙәте ғаиләлә быуындан быуынға күсеп, нәҫел рухын һындыра. Ҡорбандар өйҙәге хәлде сит кешегә һөйләмәй, шуға күрә уларҙың тамуҡ эсендә йәшәүе хаҡында күп осраҡта фажиғә булғас ҡына беләбеҙ.
Әлеге мәлдә 89 илдә көнкүрештәге йәбергә ҡаршы закондар эшләй, алтмы­шында ғаиләлә көс ҡулланыуға айырым закон бар. Рәсәйҙә иһә ундай махсус закон юҡ, ғәмәлдә эшләүсе ҡанундар ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеүгә түгел, уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән, йәғни енәйәт ҡылынғас ҡына ҡулланыла.

Үкенескә күрә, ун йыл инде ошо мәсьәлә буйынса закон проекттарын Дәүләт Думаһы ҡарауына индерергә ынтылыу уңышһыҙ тамамлана. Мәҫә­лән, 1995 йылда, 2007 йылда Дәүләт Думаһы депутаттары тикшереүенә тәҡдим ителгән закон проекты концепцияһы хуплау тапманы. Илебеҙҙә төбәктәр кимәлендә бындай закон Ставрополь крайында ғына ҡабул ител­гән. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ”Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫ­кәртеү” һәм ”Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булғандарға социаль-психологик ярҙам тураһында” закон проекттары әҙерләгәйне. Республика Парламент клубының ултырышында беҙ уларҙы ентекләп тикшерҙек. Фекер алышыу­ҙарҙа төрлө кимәлдәге депутаттар, ға­лимдар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре әүҙем ҡатнашты. Башҡортостанда артабан ул мөһим закондың ҡабул ите­ләсәгенә шигем юҡ. Тик федераль закон булмауы быға тотҡарлыҡ яһай. Әле иһә РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендәге Гендер мәсьәләләре буйынса координа­цион совет ойошторған эшсе төр­көм “Рәсәй Федерацияһында ғаилә-көнкү­рештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм про­филактикалау хаҡында” яңы закон проектын эшләне. Эшсе төркөмгә йәмә­ғәт ойошмалары вәкилдәре, эксперттар инде. Мин, РФ Дәуләт думаһынан вәкил булараҡ был төркөмдә әүҙем эшләп, законды әҙерләүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем.

Ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы саралар ил, төбәк закондарында, бюдже­тында сағылһын өсөн, барыбыҙға ла бергәләп көрәшергә кәрәк. Кеше хо­ҡуҡтары боҙолоу ғына түгел, уның ғү­мере, һаулығы ҡурҡыныс аҫтында бул­ғанда, дәүләт, “ғаиләгә ҡыҫылмау” ҡа­ра­шынан баш тартып, ундағы хәлде закон менән көйләргә тейеш. Шуныһы бик мөһим: яңы закон ҡабул ителгәс, ул тулы көсөнә эшләргә, күңелдәрҙә был яман күренешкә ҡаршы көрәшеү теләге уятырға бурыслы. Кешеләр аңы­на шуны еткереү зарур: берәүҙең туҡмалып, йәне иҙелеп йәшәүе уның шәхси эше тип ҡарау – тамырынан хата, был – бер ғаилә фажиғәһе генә түгел, бик ҙур социаль бәлә. Ул быуындан быуын­ға күсеүе, йәмғиәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен емереүе менән ҡурҡыныс.

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА,
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.


Редакциянан: Һүҙ юҡ, абруйлы депутат бик мөһим һорауҙарҙы ҡуҙғата. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарт-ҡоролар ғына түгел, ирҙәр ҙә бәғерһеҙлек, яһиллыҡ ҡорбаны булған осраҡтар бихисап бит. Бәхәс асыҡ. Һеҙҙән ошо мәсьәләгә ҡарата хаттар көтөп ҡалабыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook