Башҡортостан Ҡыҙы

Уйнат, уйлат балаңды!

Уйнат, уйлат балаңды! Уйындар – кешелектең бай мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Бала донъяға килеү менән уны әүрәтеү, тәрбиәләү, зиһенен үҫтереү, сыныҡтырыу, йәшәгән мөхитенә күнектереү маҡсатында уға уйынсыҡтар һәм уйындар тәҡдим ителә. Һәр халыҡ ҡабатланмаҫ хазина булған кеүек, уның милли ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүсе, донъяны тап шул халыҡса ҡабул итеүгә булышлыҡ итеүсе, йолаларға һәм көнитмешкә бәйле уйындары ла үҙенсәлекле.

Май айында Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында «Төрки донъяһының уйындары һәм уйынсыҡтары» тип аталған халыҡ-ара конференция үтте. Тәүге тапҡыр туғандаш халыҡтар бер майҙанда уртаҡ йә үҙҙәренә генә хас уйындарын күрһәтте, бергәләп уйнаны, фәнни лабораторияларҙа ҡыҙыу фекер алышты. Сараны үткәреү ниәте әле ул ваҡытта Американың Мичиган университетында эшләгән педагогтар, сығыштары Төркиәнән булған ирле-ҡатынлы Ялсын һәм Нәслихан Байҙарҙың, сит яҡта тәрбиәләнгән сабыйҙарға туған телде, мәҙәниәтте нимә аша һеңдереп була, тигән һорауынан тыуа. Улар балаларына төрөк уйындарын, тиҙәйткестәрен, һанашмаҡтарын өйрәтә башлай һәм шул тиклем мауығып китә, башҡа төрки халыҡтарының уйындары менән дә ҡыҙыҡһынып, үҙҙәре өсөн байтаҡ асыш яһай. «Уйламаған ерҙән төрки донъяһының уйынсыҡтарын һәм уйындарын өйрәнеү, донъяға танытыу тормош маҡсатыбыҙға, ғүмеребеҙҙәге төп эшкә әүерелде», – ти Нәслихан ханым. Улар был фекер менән башҡаларҙы ла дәртләндереүгә өлгәшә. Иҫкешәһәрҙәге Усманғази университетына эшкә ҡайтҡас, етәкселеккә хыялдары хаҡында һөйләйҙәр һәм изге ниәттәре хуплау таба. Шулай итеп, инде рәсми рәүештә, улар үткән йыл хакас, тыва, алтай, саха, үзбәк, уйғыр, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡашҡай һәм башҡа халыҡтар йәшәгән төбәктәргә экспедицияға сығып, йәй эсендә ун өс мең саҡрым юл үтеп, төбәктәрҙә һаҡланған милли уйындарҙы өйрәнеп ҡайтыу бәхетенә ирешә. Әйткәндәй, былтыр булып өлгөрмәгән төрки телле халыҡтар йәшәгән ерҙәргә, шул иҫәптән Башҡортостанға ла, улар быйыл йәй сәйәхәт ҡылырға йыйына.

Башҡорт уйындары ғалимдарыбыҙ тарафынан ярайһы өйрәнелгән. Бигерәк тә И.Ғ. Ғәләүетдиновтың хеҙмәттәре, «Уйнайыҡ, дуҫтар, бергәләп» китабы, Х.Х. Баймырҙиндың «Төрки халыҡтарының физик тәрбиә биреү педагогикаһы» тигән баҫмаһы, И.Ғ.Ғәләүетдинов, М.А. Мәмбәтов, Р.М.Ураҡсиналар төҙөгән «Балалар фольклоры», йәнә атаҡлы ғалимәләребеҙ Ф.А.Нәҙершина, Ф.Ғ.Хисаметдинова һәм башҡаларҙың яҙмаларында башҡорт уйындары һәм уйынсыҡтары хаҡында ҡиммәтле фекерҙәр, мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Үҙем иһә сығышымды әҙерләр алдынан яҡындарыма мөрәжәғәт иттем. Атайым Нәжип Әхмәҙулла улының бала саҡтарында нисек итеп мал һөйәктәрен сана, арба йә башҡа нәмә итеп уйнатыуҙары, ағастан, мал баҡтаһынан (йөнөнән) уйынсыҡтар әҙерләүҙәре, ашыҡ уйындары хаҡында мауыҡтырғыс хәтирәләрен бәләкәйҙән яратам. Ололарҙың кемуҙарҙан «Йәтәс» уйнауҙары ла ҡыҙыҡ була торғайны. Был юлы унан «Сәсрәтмә» уйыны хаҡында белдем, ә әсәйем, күрше Боранғол ауылында үҫкәс, уның икенсерәк төрөн өйрәтте. Бына бит, яҡын урынлашҡан башҡорт ауылдарында ла бер үк уйындың ҡағиҙәләре айырыла. Конференцияла тап ошо уйын хаҡында бәйән иттем. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, уйғыр, хатта тажиктар үҙҙәрендә ошо уҡ исем менән йөрөгән, ҡағиҙәһендә бер аҙ айырмалыҡтары булған уйындары хаҡында һөйләне. Башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре менән башҡа төбәктәрҙә лә таныштар, уйғыр, төрөк белгестәре туғандаш ҡәүем уйындарын сағыштырғанда башҡорттоҡон да телгә алды, ә Иҫкешәһәр ҡалаһынан Бурак Йасин Йылмаз менән Йософ Айҙың ғилми эше беҙҙең «Осто, осто» уйынына арналғайны.

Конференцияны асыу тантанаһына килгән ҡала һәм университеттар етәкселәренең ашыҡ уйынына ҡушылыуы күңелгә ятышлы, ҡыҙыҡлы булды. Һөйәк уйындары малсылыҡ менән көн иткән халыҡтарҙа бар, улар иң боронғоларҙан һанала. Был төр уйындар халыҡ әкиәттәрендә, эпостарҙа ла телгә алына. Ярты быуат элек кенә башҡортта киң таралған һөйәк уйындарының бөгөн онотола барыуы ҡыҙғаныс. Зиһенде үҫтергән, сослоҡҡа өйрәткән был уйындар халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле, алтын мираҫы ул. Был йәһәттән ҡырғыҙҙар бик һаҡсыл, уларҙа ашыҡ уйындары буйынса балалар араһында ил күләмендә ярыштар ойошторола. Ә ҡаҙаҡтарҙың ололар өсөн дәртле уйындарҙан һаналған һыбай килеш бүре, хәҙерге шарттарҙа уның урынына кәзә һуғыуға ҡоролған «Кокпар»ы («Күк бүре») буйынса республика кимәлендә бәйгеләр үтә, уға арналған махсус журнал да бар.
Конференцияның йәме булған күргәҙмәлә нимә генә юҡ ине: ағастан, таштан, балсыҡтан, һөйәктән яһалған уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, уҡ-һаҙаҡ, туптар, сатраш, сәтләүек ташлаш таҡталары...

Үзбәкстандан Мансур Курязов театр өсөн тәғәйенләнгән, элеккесә итеп эшләгән ҡурсаҡтары менән һушты алды. Бер үҙе әллә нисәүһен бейетеп, улар булып һөйләшеп, мажаралы уйын ҡорҙо. Төрки халыҡтарының ҡурсаҡ һындар менән ҡуйған тамашаларының тарихы, боронғо ҡаҙылмаларҙа табылған епле һындар хаҡында һөйләне. Ҡайһы төбәккә саҡырһалар ҙа, барып мастер-класс күрһәтергә әҙерлеген дә белдерҙе.
Американың Мичиган университеты профессоры, тюркология белгесе Тимур Ходжаоғлуның сығышы ҡыҙыҡлы булды. Тимур бей менән танышыуымдан мин дә ҡәнәғәт ҡалдым. Уның атаһы Усман Ходжаоғлу Зәки Вәлидиҙең көрәштәше була, Төркиәгә күскәс тә аралашып йәшәйҙәр. Бергә төшкән фоторәсемдәре ла етерлек. Шуға Тимур Усман улының башҡорттарға мөнәсәбәте айырыуса йылы. Тимур бей генетиктар тарафынан төрки халыҡтарға ҡәрҙәшлектәре фәнни иҫбатланған, Евразияла индеецтар йәки ҡыҙылтәнлеләр тип йөрөтөлгән Америка ерлеләренең, бигерәк тә табанджи, апачи ырыуҙарының телдәре һәм мәҙәниәтенең, шул иҫәптән уйындарының да төркиҙәрҙекенә оҡшашлығы хаҡында һөйләне. Заманында 80 миллиондан артҡан халыҡтың быуаттар буйына алып барылған геноцид һөҙөм тәһендә бөгөн 5 миллионға ғына ҡалыуы, уларҙың яугир халыҡ булып, ҡоллоҡҡа ҡарағанда үлемде өҫтөн күреүе уйландырмай ҡалмай. Интернет киңлегендә бер нисә йыл элек Америка индеецтарының сығышын ҡарап, йырҙарының көйөбеҙҙең «Порт-Артур»ға бермә-бер тура килеүенә аптырағайным. Һуңынан телдәребеҙҙә, әкиәттәребеҙҙә, милли кейемдә байтаҡ уртаҡлыҡтар булыуын белдем. Улар ҙа үҙ сығышын инә бүрегә алып барып бәйләй. Америка профессорын тын алмай тыңланыҡ, алҡыштар ҙа оҙаҡ яңғыраны. Ниһайәт, төрки халыҡтары һәм Америка ерлеләре араһындағы уртаҡлыҡтар хаҡында юрау һәм гипотеза хәлендә генә йәшәгән мәсьәләгә ғалимдар иғтибар итә башлаған.

Ҡытай составында булған 10 (рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса 30) миллиондан артыҡ уйғыр халҡының аяныслы яҙмышын ишетеп беләбеҙ. Уларҙың теле һәм мәҙәниәтенең беҙҙекенә яҡынлығы хайран итә. Был юлы ла төрки халыҡтар өсөн уртаҡ булған «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынында әйтелгән төрлө-төрлө һамаҡтарҙың күплеге, шул уҡ ваҡытта башҡорт һәм уйғырҙарҙа уның һүҙмә-һүҙ тап килеүе аптыратты.
Ҡырҙа йөрөгәндә төрлө ҡыҙыҡтарға тарыла. Истамбулда Иҫкешәһәргә барған автобусты эҙләп йөрөйөм. Берәүҙән һораһам, бына, ул да шуны белеште, тип, бер егет янына алып барҙы. Таныштыҡ, Ҡаҙағстандан тарихсы-ғалим икән, Ағиҙелмен, тине. Ағиҙел – Башҡортостандағы йылға бит, тип көлһәм, беләм, Иҙел – йомарт, мул тигәнде аңлата, атай-әсәйем шулай атаған, тине найман ырыуы ҡаҙағы. Башҡортостанға барырға, Ағиҙелде күрергә хыяллана икән. Мине ҡалдырма, автобусты бергәләп эҙләйек, тием. Ҡайҙа ул ҡалдырыу, ҡаҙаҡтар башҡортҡа сикһеҙ бурыслы, XVII–XIX быуатта далаға башҡорт мөғәллимдәре килеп, беҙҙең халыҡты күтәргән, ти. Аҡмуллаларҙы иҫләп, ғорурланып киттем. Ихтилалдарҙан һуң далаға башҡорттар күпләп ҡасып килгән, найман араһында ла башҡорт ҡаны етерлек. Екатерина Әбелхәйер хандан башҡорттарҙы биреүҙе талап иткәс, хан уларҙы ҡаҙаҡ араһына таратҡан да, беҙҙә башҡорт юҡ, тип яуаплаған. Шуға ҡаҙаҡ араһында нәҫелдәре күп булһа ла, беҙҙә башҡорт тигән һүҙ юҡ, тип һөйләне. Конференцияла Ағиҙел малдың умыртҡа һөйәген төрлө яҡлап күрһәтеп, нимәгә лә булһа оҡшатып әйтешеү уйыны менән таныштырҙы. Был уйын беҙҙә лә булғандыр, моғайын. Ололар араһында уны хәтерләүселәр ҙә табылыр, бәлки.

Сахалар төркиҙәрҙән алыҫлашҡан, тип ғәйепләүселәр осраһа ла, тап яҡуттарҙа боронғо уйындарҙың бөгөнгәсә һаҡланыуы һәм ҡулланылыуы көтөлмәгән асыш булды, ти Ялсын бей. Якутск ҡалаһынан килгән Мария Байышева, мин – башҡорт килене, тип танышты. Иптәшегеҙ башҡортмо, тиһәм, юҡ, борон-борон заманда саха еренә өс бер туған башҡорт күсеп (бәлки, һөргөнгә ебәрелептер. – Г.Х.) килгән, ирем шуларҙың Байыш тигәненән таралған нәҫелдән, тине ул.
Һәр ерҙә күңелеңә ятҡан бер кеше табыла. Был юлы Әзербайжандан килгән Сәкинә Кайбалиева менән шулай дуҫлаштыҡ. Сәкинә Нахичеванда тыуып үҫкән, ул ерҙәрҙә әленән-әле ҡораллы бәрелештәр булып тороуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе төбәген ташламаған. Тап шул яҡтарҙа йәшәгән төрки халыҡтарының уйындары хаҡында һөйләне ул. Тағы ла әзербайжандарҙың туйҙа уйнала торған марал уйыны үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Уны уйнаусылар оҙон ҡыҙыл буҫтауға төрөнөп, маралды мөмкин тиклем тәбиғи итеп һынландырырға тейеш.

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәре раҫтыр. Элеккерәк әҫәрҙәрҙә кершән яғыу, һөрмә тартыу кеүек боронғо биҙәнгес әйберҙәр хаҡында яҙыуҙар осраһа, нисегерәк булды икән, тип уйлай инем. Сәкинә, һөрмә тартмаһам, күҙем елһенә, апайым ҡайнатҡанын ғына ҡулланам, тигәс, һораштым. Баҡтиһәң, ул күҙҙе дауалай ҙа икән, хатта Мөхәммәт пәйғәмбәр уны йоҡлар алдынан һөртөр булған, тиҙәр. Мамыҡҡа һарыҡ майы ҡушып, кәстрүлдең ҡапҡасын еткермәй ябып, көйҙөрәләр ҙә, ҡапҡас эсенә ултырған ҡоромға бер аҙ рауза еҫле шәкәр ҡушалар – рецебы шулай. Был да беҙҙең уртаҡ мәҙәниәтебеҙҙең бер хазинаһы.
Төрки уйындары һәм уйынсыҡтарына арналған биш көнлөк сара күҙ асып йомған арала үтте. Киләһе юлы уны Ҡырғыҙстанда уҙғарырға килешеп, йөрәктәрен ҡанатландырып, ҡан хәтерен яңыртып таралышты ҡатнашыусылар. Ҡитғаларҙың төрлө яғында йәшәгән төрки халыҡтарының уйындарындағы уртаҡлыҡтарҙың күплеге – был бөйөк мәҙәниәттең ни тиклем боронғолоғона ҡаҡшамаҫ дәлил. Хатта бынан 8 – 30 мең йыл элекке арауыҡта бер нисә тулҡын булып Америкаға күсенгән ҡәүемдәрҙең телдәре үҙгәрһә лә, уйындары шул килеш ҡалыуы был төр мәҙәни байлыҡтың тотороҡлолоғон, халыҡ яҙмышында, уның хәтерен һаҡлауҙа оло әһәмиәткә эйә булыуын иҫбатлай. Уйын аша кешелек киләсәккә нигеҙ һала, рухын нығыта, ихтыярын йүгәнләй, хәтерен барлай. Уйындың көсө һәм ҡөҙрәте шунда.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Төркиә.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook