Башҡортостан Ҡыҙы

ГӨРЛӘП УҘА БУҘА БАЙРАМДАРЫ

ГӨРЛӘП УҘА БУҘА БАЙРАМДАРЫ КҮПЕРЕП УҢА БУҘА!
Буҙаның файҙаһы, туҡлыҡлылығы хаҡында һәр кем белә. Уның таралыу географияһы ла киң. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында етештерелгән милли эсемлек тип уйларға күнеккәнбеҙ, әммә ул ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай. Уны Урта Азия, Мысыр, Ираҡ, Балҡан, Алтай, Себер һәм Ҡырымда яратып эсәләр. Мордвалар ҙа буҙаны үҙҙәренең милли эсемлеге һанай. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшыртҡан, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн нығытҡан, эске ағзаларҙы таҙартҡан, тәнде еңеләйткән диетик эсемлекте ҡойоусыға Болгарияның Радомир ҡалаһында һәйкәл дә булыуы билдәле.

Һуңғы ваҡытта республикала Буҙа байрамын үткәреү матур бер йолаға әйләнде. Һоло эсемлегенә арналған тантананың түренә, әлбиттә, буҙа ҡуйыла. Сәмле ярыш, дәртле өмә төҫөн ала байрам. Һәр хужабикә үҙе әҙерләгән буҙаны тәмләргә саҡыра. Бер үк ярманан, бер үк ысул менән әҙерләнә лә инде ул, тиерһегеҙ. Тәме, нишләптер, һәр кемдеке үҙенсә килеп сыға шул: бер оҫтабикәнең эсемлеге ҡаймаҡ ише телгә яғылһа, икенсеһенеке, әйтерһең, һыуһынды ҡандыра, өсөнсөһөнөкө телде йоторлоҡ тәмле!

Интернет селтәрендә киң файҙаланылған рецепты килтерәм: «Өс литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән «Геркулес» һалып, 5 – 10 минутҡа ултыртып ҡуйырға. Талғын утта бер сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалып, туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кеүәҫ һымаҡ шыйыҡсанан иләк аша төйөрҙәрен һөҙөп алырға һәм һыуытырға ҡуйырға. (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!)
Уға бер-ике стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм бер стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә (рафинад булһа ла ярай). Артабан йылы урынға төрөп кенә ҡалдырып, тағы бер көн көтөргә. Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, унан бер стакан әсетке ҡалдырығыҙ. «Ул саҡта икенсе буҙа тағы ла шәберәк була», – ти оҫта хужабикәләр.

КӘРИМОВТАРҘЫҢ НЫҠЛЫ ҠӘЛҒӘҺЕ

ГӨРЛӘП УҘА БУҘА БАЙРАМДАРЫКешене ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Сосновка ауылына буҙа байрамына саҡырабыҙ тигәс, бер ҙә ҡурҡмай ризалаштыҡ, сөнки бында күптән таянған, күҙ терәп торған дуҫтарыбыҙ – Земфира һәм Мәүлит Кәримовтар бар. Рысыҡай ауылы ҡыҙы менән Үткәл егете Шығайға бер класҡа уҡырға бара. Бер-береһенә күҙ атып йөрөһәләрҙә, яҙмыш елдәре уларҙы айыра. Мәүлит Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнеп, өйләнеп, атай була, Земфира ла кейәүгә сығып, сабыйҙары тыуа. Көтмәгәндә Мәүлиттең ҡатыны мәрхүмә була, Земфира ла уңмай. Класташтар осрашыуында Мәүлит уның хаҡта һорашып ултыра, ни сәбәптәндер Земфира килә алмай. Ҡатынға уның сәләмен еткерәләр. Элекке класташтар телефон аша хәбәрләшеп торалар ҙа, хистәр ҡабат тоҡана, тормош юлдары ҡабат киҫешә, сәстәр сәскә бәйләнә. Ете баланы ҡушып, бергә баға, бына ете йыл инде улар бер береһенә таянып, 14 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, гөрләтеп донъя көтә. Стәрлетамаҡтан ҡайтып, Сосновкала өй һатып алып, ошонда төпләнә Кәримовтар. Уларҙың күсеп килеүенән ауыл халҡы ота ғына. 30 йылға яҡын уҡытыусы булып эшләгән Земфира апай Сосновка мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнеп, мәҙәниәт усағын дөрләтеп ебәрә. Бынан ике йыл элгәре ағинәйҙәр ойошоуында ла уларҙың өлөшө ҙур. Мәүлит Кәримов шағир булараҡ таныла, ижади көстәргә тартыла, ә Земфира ханым ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушыла. Ижади ғаилә үҙ мөхитендә генә бикләнеп йәшәмәй, ҙурыраҡ маҡсаттарға ынтылып, яҡташтарына күңел йылыһын йәлләмәй, рухи байлыҡ өләшеүҙе алға ҡуя.

БЕЛОРЕТ АҒИНӘЙҘӘРЕ БУҘАҺЫ ТӘМЕ

«Аллаға шөкөр, ойошма йылдан-йыл тулылана, башҡарған эштәре тослана, ауыл йәмәғәтселеген күскә туплау әүҙемләшә. Тәүҙәрәк 8 генә ағзанан торған ойошмаға бөгөн 16 ағинәй йөрөй. Үткән йыл милли кейем йүнләһәләр, быйыл тик үҙ көстәре менән мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһен сынъяһау итеп ремонтлап, миллилекте һынландырған төҫтәр, биҙәктәр менән йәмләнеләр», – тип һөйөнә Белорет районы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова.
Сосновка ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, мәктәп, ағинәйҙәр ҡатнашлығында ойошторолған «Буҙа» байрамында Сосновка, Үткәл ағинәйҙәре, Әхмәр, Ҡаһарман, Рысыҡай ауылы хужабикәләре сәмләнеп буҙа ҡойоу оҫталығы, уның файҙаһы һәм әһәмиәте тураһында һөйләүҙә, йыр-бейеү, ҡул эштәре оҫталығында ярышты. «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның дәртле сығышы, муниципаль район Советы секретары Олеся Иҙрисованың бүләктәре, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнованың теләктәре, атаҡлы ҡурайсы, уҡытыусы-ветеран, абруйлы аҡһаҡал, йәмәғәтсе Мөхәмәт Түлебаевтың моңло сәләме байрамға йәм өҫтәне. Урындағы хакимиәт башлығы, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Айгиз Динислам улы ағинәйҙәргә таянып булыуын, берәйтеүҙән уларҙың дәррәү күтәрелеп онотола башлаған йола байрамдарын, күләмле сараларҙы ойоштороп, ауыл йәмәғәтселеген туплауға ҙур өлөш индереүен әйтте. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул ҙур ғаилә башлығы: кәләше менән өс бала үҫтерә, етәксе булараҡ та уның халыҡ араһында абруйы көслө.

БИШ КОМАНДАҒА ЛА – АФАРИН!

Сосновка мәҙәниәт йорто фойеһында Белорет оҫтабикәләренең ҡул эштәренән күҙ ҡамашты! Һәр береһе үҙ күргәҙмәһен ойошторғайны. Танышып китәбеҙ. Вәсилә Дәүләтбаева Рысыҡайҙан килгән. 61 йәштә. «Ирем Нәсибулла мал ҡарай, мин ҡул эштәре менән булышам. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бергә йәшәүебеҙгә 40 йыл. Ейәнсәрҙәрем алтау», – ти ул ғорурлыҡ менән.
ГӨРЛӘП УҘА БУҘА БАЙРАМДАРЫНәфисә Ғимранова ла Рысыҡайҙан булып сыҡты. «55 йәштәмен. Ҡул эштәре менән бала саҡтан шөғөлләнәм. «Ҡорамасылар бәйгеһе»нә эштәремде ебәрмәй ҡалғаныма үкенәм. Дүрт балам бар, ун ейән-ейәнсәрем буй еткерә. Рысыҡайҙа санитарка булып 37 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Тормош иптәшем менән 36 йыл бергә ғүмер итәбеҙ», – тип таныштырҙы ул үҙе менән. «Башҡортостан ҡыҙы»н яратып уҡыуын, баһалы журналда үҙенең ҡул эштәре өлгөләре баҫылһа, бик бәхетле буласағын да белдерҙе.

Оҙон өҫтәлдәргә һый ҡуйылған, тышта яғылған усаҡ өҫтөндә ике ҡаҙанда аш бешә, борхолдап самауыр ҡайнай. Беренсе булып сәхнәгә Сосновка ауылы ағинәйҙәре сыға. Өс тағанға аҫылған ҡаҙан янында Сосновка ауылы ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы Йосопованың йыр һуҙа-һуҙа ҡул тирмәнендә киптерелгән һоло тартыуы беҙҙе тылсымлы донъяға алып инә. Ағинәй тал сыбығын ат итеп менгән ейәненә ҡунаҡ саҡырырға ҡушып, үҙе ейәнсәренә буҙа әҙерләү серҙәрен өйрәтә. Бына ҡунаҡтар ҙа килеп тула. «Кейәүгә буҙа тәмләтеү» йолаһын сәхнәләштереүҙә кейәү ролен мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илнур Әхмәтшин бик оҫта башҡарҙы, кәләш образын талантлы уҡытыусы Гөлсимә Мөхәмәтйәрова килешле асты. Ҡунаҡтар – ағинәйҙәр маҡтай-маҡтай буҙа тәмләп, кейәү менән кәләшкә алғышлап, төртмәле, мәргән таҡмаҡ әйтешеп бейеп, буҙаның мең төрлө шифаһын һанап сыҡты. Земфира Кәримова, Римма Йосопова, Фәймә Мансурова тәҡдим иткән буҙа һәм был эсемлекте маҡтауҙы бик уңышлы тип тапты баһалаусылар.

Әхмәр ауылы китапханасыһы Әлфиә Дәүләтова етәкселегендәге фольклор ансамбле үҙешмәкәр артистарының күмәк һәм яңғыҙ йырҙары, башҡорт буҙаһын данлауы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Әхмәр хужабикәләре Нәжиә Вәлиева, Рәйлә Абдуллина, Зилә Мөхәмәҙиеваларҙың буҙаһын тәмләп ҡараныҡ. Үткәлдәрҙең сағыу милли кейемдәрҙә сәхнәгә килеп сығыуы тамаша залын балҡытып ебәрҙе. Оҙон һөлгөләрен тотоп, «Кис ултырыу» йолаһын күрһәтте улар. Күмәкләп башҡарған йырҙары ла, нәсихәттәре лә – барыһы ла ағинәйҙәрсә мәғәнәле, ысын хужабикәләрсә йылы булды. Үткәл буҙасылары Фәрзәнә Хәйбуллина, Таңһылыу Вәхитова, Айһылыу Йомағужина, Сәфинә Сафиева, Сара Таһированың буҙаларын һатып алырға теләк белдерҙеләр. Оҫта йырсы һәм буҙа ҡойоусы Таңһылыу апай буҙа менән сауҙа итергә лә өлгөрҙө. Ҡаһарман ауылы мәҙәниәт йортоноң «Наза» фольклор ансамбле ағзаларының сығышы йәнде йылытты. Оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы Вәлимә Ҡарасуринаның халыҡсан моңо әле лә күңелдә яңғырап торғандай. Ҡаһарман буҙасылары Сәкинә Ҡазина, Эльзира Ғәлина, Клара Шакировалар башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашты һәм буҙа ҡойоуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен белеште. Рысыҡайҙар буҙаның күп төрлө зыянлы эсемлектәрҙе алмаштырыуын бик оҫта сәхнәләштерҙе. Хәлимә Әфләтунова һәм Нурия Бадалованың буҙаһын бер тәмләгән кеше онота микән? «Буҙа» байрамында ҡатнашҡан биш командаға ла юғары баһа бирергә ҡарар итеп, баһаламасылар берҙә яңылышманы.

Сосновка һәм Үткәл ауылдары ағинәйҙәр коллективтарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты, Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Мусиндан биш командаға ла бүләктәр, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡандарға, ярҙам итеүселәргә, буҙа ҡойоусыларға урындағы ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары һәм китаптар тапшырылды. Рысыҡай, Ҡаһарман, Әхмәр ауылы ағинәйҙәре үҙҙәре араһынан етәкселәр һайланы. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы яңы һайланған етәкселәргә таныҡлыҡтар тапшырҙы, йәмәғәт эшендә уңыштар теләне. Байрам ахырында ҡунаҡтар һыйлы табын артында һөйләшеп, фекер алышып, рәхмәттәр әйтеп таралышты.

СОСНОВКА АҒИНӘЙҘӘРЕ

ГӨРЛӘП УҘА БУҘА БАЙРАМДАРЫАғинәйҙәрҙең йола байрамдары ойоштороуы тәүгә түгел. Уларҙың мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп, хакимиәт, ауылдаштары, балалар менән берлектә, берҙәмлектә эшләүен башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Сосновка уңғандары менән йылы аралашыуҙы матур, зауыҡ менән биҙәлгән ағинәйҙәр бүлмәһендә дауам итәбеҙ. Сәхнәлә килен ролен оҫта башҡарған Гөлсимә Самат ҡыҙы Мөхәмәтйәрова мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән күҙҙең яуын алырҙай картиналары күңелде әсир итә. «Улар йыраҡ студент йылдарында, училищела уҡыған ваҡытта яҙылған ине. ДВП таҡтаһына манный ярмаһын елемләп эшләнем. Ҡатлап-ҡатлап бер нисә тапҡыр үтер кәрәк. Һуңынан буяла», – ти ул оҫталыҡ серҙәре менән бүлешеп.
Фәймә Әкрәм ҡыҙы Мансурова ла уҡытыусы булып эшләп, быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡҡан. Бүлмәлә уның да ҡул эштәре ҙур урын алған. Бигерәк тә ҡурсаҡтарға теккән милли кейемдәре һоҡланғыс. «Яңы тормош башланды. Шишәмбе көн иртәнге сәғәт унда ошо яҡты, матур бүлмәбеҙҙә йыйылышабыҙ. Ниәттәр күп. «Ҡарға бутҡаһы»н үткәрергә уйлайбыҙ. Апайҙарға бер генә хәрефен әйтһәң, улар күпертеп алып килеп сығарырға әҙер тора. Байрам сценарийҙарын күмәкләп төҙөйбөҙ. Йома сәйҙәренә саҡырышабыҙ, мәсеткә йөрөйбөҙ. Сүрәләр өйрәнә башланыҡ. Ғәрәпсә яҙманы үҙләштерергә лә хыялланабыҙ», – ти ЗемфираКәримова.

«Килмәй ҡалһаҡ, шылтыратып, хәлдәрҙе һорашып, эшеңдә ярҙамлашып, ҡуша ултыртып алып китергә лә ризалар. Һәр береһе һәләтле, һәр береһе йырсы, бейеүсе, ҡул эшенә оҫта, тәмле бешеренә. Ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушылыу яңы һулыш бирҙе», – ти Гөлсимә ханым.
Ауыл Сосновка тип русса аталһа ла, гел башҡорт ғаиләләре ҡалып барабыҙ, тигәс, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһындым. «Шамай үре» хаҡында ғибрәтле тарихты бәйән итте улар.
1870 йылдарҙа Сосновкала киң яурынлы, ғәйрәтле, эшкә шәп Шамай тигән кеше йәшәгән. Ҡалаға китешләй Ломовкала белештәрендә туҡтала торған булғандар. Шамайҙың унда йәшерен мәрйә ҡатыны ла булған имеш. Башҡорт баһадирынан ҡурҡып торғандар. Урыҫтар мәрйәһенә әйтеп ҡуйған, беҙ уны тота алмайбыҙ, һин иҫерт тә болғаҡ һалып тоторбоҙ, тигәндәр. Ҡатын уны ғәҙәттәгесә бик һәйбәт итеп һыйлаған, әммә: «Шамай эс, тик аҡылыңды эсмә!» тип киҫәтә икән. Шамайҙы сығып барған ерендә үрҙең өҫтөндә тотҡандар ҙа, үлтереп, аяғынан аҫып киткәндәр. Шунан халыҡ ул ерҙе «Шамай үре» тип йөрөтә башлай.

Сосновка аша Ағиҙел, Ятва йылғалары аға. «Туҡтар» тигән ер бар. Унда, ғәҙәттә, баҙарға йөкләнеп йөрөүселәр туҡтап ял итеп алғанға шулай атағандар. Ер-һыу атамаларын да ныҡлап өйрәнәһе, балаларға һөйләп аңлатаһы бар, тиҙәр ағинәйҙәр.
Уларҙың дәртләнеп, сәмләнеп ошолай ойошоп йәшәүе, бер-береһенең шатлығына, хәсрәтенә битараф булмауы һөйөндөрҙө. Үҙ кеҫәләренән ремонт яһап, күңел йылыларын һаҡлаған ҡул эштәрен ҡуйып, йәнле, һәр кем йәненә рәхәтлек алып, ял итеп сығыр, серҙәре менән бүлешер бүлмәләрен булдырыуҙары ла мәслихәт. Мәүлит ағай эшләгән урындыҡта ултырып әңгәмә ҡорҙоҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Бәхетле булыу өсөн кемдәндер нимәлер көтөп ултырмай ағинәйҙәр, уны үҙҙәре йәлеп итә, шул халәттә, тойомда һәм хәрәкәттә йәшәй.
Буҙа байрамы һәр төбәктең үҙ көсөнән, таланттарынан сығып үткәрелә. Әммә маҡсаты бер – ошо эсемлеккә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеп, сәләмәт, яҡты тормош алып барыуға өндәү, тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу.
Шағир Мәүлит Кәримов әйтмешләй, «Ҡоро һүҙҙәр һөйләп кенә атламайҙар ҡоронан. Изге елдәр илгә иҫә Ағинәйҙәр ҡоронан». Буҙа данын, уның һанын арттырыусы аҡ күңелле инәйҙәр йәшәһен, уларҙың эштәре уң булһын!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Белорет районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook