Башҡортостан Ҡыҙы

Китапханасы Зөмәрә

Китапханасы Зөмәрә Тыуған төйәгем Сафарға барған һайын ауыл осонда күҙҙе йәмләп ултырған беренсе йортҡа иғтибар итәм. Йәйен гөл-сәскәгә күмелә ул, баҡсала ултырған умарталар тирәләй бал ҡорттары дәртле гөжләй, ишек алдында ҡош-ҡорт күңелле ем сүпләй. Хеҙмәт ветераны, ауылдың рухи тормошон балҡытыуға ҙур өлөш индергән ағинәй Зөмәрә апай Әхмәҙуллина (Авзалетдинова) йәшәй бында.

Зөмәрә апайҙың бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Рәхмәтулла ағай һуғыш башланыу менән фронтҡа алына, 1941 йылда уҡ яу яланында ятып ҡала. Был ваҡытта Зөмәрәгә биш йәш була. Ишле ғаилә Миәкә районы Әнәс ауылында йәшәй. Итәк тулы бала – биш ҡыҙын һәм бер улын ҡосаҡлап яңғыҙ ҡалған Маһисәрүәр апай, аслыҡ-яланғаслыҡ булһа ла, балаларына белем бирергә тырыша.

Зөмәрә ете синыф тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инә. Бөтә маҡсаты – уҡыу һәм кеше булыу.
Техникумды тамамлағас, Миәкә районы Сафар ауылында китапханасы булып урынлаша. Егәрле ҡыҙ тәүге көндәрҙән үк ауылдың мәҙәни тормошона яңы һулыш өрә. Иң башта мәктәп балалары менән эш йәйелдерә – китап уҡыусылар конференцияһы үткәрһенме, байрамдарға концерттар ойошторһонмо. Ауыл йәштәренең дә ихтирамын тиҙ яулай. Улар менән гөрләтеп спектаклдәр ҡуялар, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ҡатнашалар.
Колхоз эшенән дә ситтә ҡалмай уңған китапханасы. Пенсияға сыҡҡансы һәр йәй сөгөлдөр утай, бесән ваҡытында ашнаҡсы була, ырҙын табағында иген елгәрә. Ул әҙерләгән бураҙна байрамы, ялан сәхнәләрендә ойошторған концерттар игенселәрҙең хеҙмәт дәртен күтәрә. Әүҙем йәмәғәтсе биш тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайлана, егерме йыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй.

Бар яҡлап та уңған ҡатындың ғаиләһенә лә бөтә ауыл һоҡлана.
– Тормош иптәшем Мансур шаян һүҙле, бик эшсән булды. Уның менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Һәр береһе матур донъя ҡороп, үҙ аллы ғүмер итә, – тип бүлешә ул.
– Тик аталары ғына яҡты донъяларҙан иртәрәк китеп барҙы.
34 йыл китапханасы булыу осоронда Зөмәрә апай күпме кешегә мауыҡтырғыс китап донъяһын асҡан, йәшәйештең сере тупланған был донъяға һөйөү уятҡан. Ул дәүерҙә китап йорто гел халыҡ менән тулы булған – балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә бик теләп йөрөгән.
Әле Зөмәрә апай хаҡлы ялда. Шулай булһа ла, тынғы белмәй. Ун биш умарта тота, кәзә аҫырай.
– Эш кешегә ҡартайырға ирек бирмәй. Ниндәйҙер шөғөл табып йәшәргә кәрәк, – ти киләһе йылда 80-ен тултырасаҡ эшһөйәр. Ҡапҡа төбөнә оҙата сыҡҡас, ул ауыл уртаһындағы боронғо зыяратты күрһәтте.

– Депутат булып эшләгәндә шул зыяратҡа ҡарағайҙар ултыртырға наказ биргәйнеләр, – ти ул. – Ауыл кешеләре менән берлектә үҫентеләр ултырттыҡ. Әле шул гөрләп ултырған ҡарағай урманына ҡарап һоҡланам. Тейендәр ебәрәһе ине шунда, улар ашар тубырсыҡ күп бит.
Артабан да сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйем, Зөмәрә апай!
Клара НОҒМАНОВА.
Миәкә районы, Боғҙан ауылы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook