Башҡортостан Ҡыҙы

БЫУАТ ҠАПҠАҺЫН АСҠАН ИНӘЙ

Ул 100 йәшендә лә теремек һәм йор һүҙле

Йөҙ ҡыш, йөҙ йәй… Ер тормошондағы бер быуатлыҡ ғүмер… «Нисек итеп кеше улай оҙаҡ йәшәүгә өлгәшә?» – тигән һорау тыуа. Барыһын да тәҡдиргә генә һылтап буламы икән? Эйе, кеше эсер һыуын эсмәйенсә, маңлайына яҙылғанды күрмәйенсә мәңгелеккә күсмәй, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Һәр хәлдә, 100 йәшлек Хәйерниса инәйҙе күргәс, оҙаҡ йәшәүҙең серенә төшөнгәндәй булдым.
БЫУАТ ҠАПҠАҺЫН АСҠАН ИНӘЙ
Беҙ барып ингәндә инәйебеҙ, матур күлдәктәрен кейеп, үҙенең бүлмәһендә сабыр ғына көтөп ултыра ине. Бүлмә түрендә уның йәшлегенең төҫө булып оло һандыҡ ултыра. Йәһәт кенә балитәктәрен, яулыҡтарын рәтләй-рәтләй хәтирәләр ебен һүтә ул.
Хәйерниса Ғөбәйт ҡыҙы 1916 йылдың 10 ғинуарында Хәйбулла районының Айыулы ауылында тыуған. Бәләкәй генә сағында етем ҡалған ҡыҙ Темәс балалар йортонда үҫә. Һомғолланып буй еткергән һылыу 1935 йылда күрше Петропавловка ауылы егете Фәйзрахман Абдрахман улы Такаевҡа кейәүгә сыға. Тик йәштәр матур итеп донъя көтөп тә өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Кәләшен, 3 бәләкәй балаһын ҡалдырып, ғаилә башлығы һуғышҡа юллана. Шул китеүенән әйләнеп ҡайтмай – хәбәрһеҙ юғала.

– Бер балама – ике, икенсеһенә өс йәш, икәүләшеп сәңгелдәктә ятҡан бәләкәйҙәрен ҡарап өйҙә ҡалалар ине, мин ҡара таңдан колхоз эшенә сығып китәм. Ул заманда, етмәһә, һуғыш ваҡыты, имсәк балалы ҡатындарҙы хәҙерге кеүек өйҙә ултыртып ҡуймайҙар ине. Әле хәтеремә төшһә, үҙәгем өҙөлә. Балаларым сәңгелдәктә ятып ҙурайҙы, – тип күҙ төптәрен һөртә йөҙйәшәр инәй.

Һуғыштың әсе михнәтен иңендә татып, көскә-көскә Еңеүҙе еткерә Хәйерниса инәй. Дүрт йыл буйы көткән ире хәбәрһеҙ юғалғас, йәш ҡатын өсөн тормош ҡараңғыланып ҡалғандай тойола.
Һуғыш ваҡытында ғаиләһенә, балаларына ҡайтырға ашҡынған әллә күпме яуҙаштарының күҙ алдында йән биреүен күргән Әғзәм Аптиков иҫән-һау ҡайтҡас, тол ҡалған ҡатынға ғүмер буйы ярҙам итермен, тип үҙ-үҙенә ант бирә. 1950 йылда Хәйерниса инәй менән Әғзәм Ҡәли улын йәрәштереп никах уҡыталар. Әғзәм Аптиков әйтеүен үтәй, матди яҡтан ярҙам итә, Петропавловка ауылында йорт һалып инәләр.

Ғаиләлә тағы ла Бәҙерниса, Шәфҡәт һәм Мөхәммәт исемле өс бала донъяға килә. Ғаилә башлығы 1982 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Хәйерниса инәй Такаева әлеге көндә балалары хөрмәтендә, уларҙың ҡурсыуында һөйөнөп йәшәй. Донъя шау бәхеттән генә тормағанын йөҙйәшәр инәй бала саҡтан уҡ татып белә. Алты балаһының береһен ер ҡуйынына һалырға ла тура килә уға. Хәҙер ул биш быуындың башланғыс сығанағы булып тора: 19 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре, 6 тыуасары бар! Ошо үҙе бәхет түгелме?! Килене Венера апай ҡәйнәһе хаҡында:
– Ҡәйнәм, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙгә һәр ваҡыт терәк булды. 35 йыл бергә йәшәйбеҙ. Балаларҙы уҡытҡанда ҡуш ҡуллап ярҙам итте, өйҙән сығып киткәндә лә, донъябыҙ өсөн тыныс йөрөп ҡайта инек. 100 йәшен тултырһа ла, үҙе сәй ҡайнатып эсә, тышта йөрөп килә, хәтере лә, Аллаға шөкөр, һәйбәт. Үҙенең йәш саҡтарын миңә һөйләп-һөйләп ала. «Мин бер ваҡытта ла хәмер эсмәнем», – ти бит ул. Тормошто ярата, мыжымай. Ҡәйнәбеҙ – беҙгә оло үрнәк, – ти. Ғүмер ҡышын балалары, яҡындары хөрмәтендә ҡаршылауҙы, уларҙың шатлығын күреп һөйөнөүҙе ниндәйҙер кимәлдә яҙмыш бүләге тип тә ҡабул итергә булалыр.

Беҙҙе сәй эсергә ҡыҫтап, дәрәжәһен белеп кенә киленен йомшаусы Хәйерниса инәй, изге теләктәрен әйтеп, фатихаһын биреп оҙатып ҡалды. Ерҙәге бер быуатлыҡ ғүмер олпатлығы һыйған ине уның мәрхәмәтле ҡарашына…
Айгизә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook