Башҡортостан Ҡыҙы

ҠУЛДАРЫНДА УЙНАЙ БӘЙЛӘМЕ...

80 йәшлек Әлмира инәйҙең шәлдәре күҙҙең яуын ала
ҠУЛДАРЫНДА УЙНАЙ БӘЙЛӘМЕ...
Уның менән әңгәмәләшкәндән һуң, йәш булып та, бәғзе ваҡыт юҡҡа-бушҡа зарланып алыуым өсөн үҙемдән үҙем оялып киттем. 80 йәшен тултырып та, етеҙ хәрәкәттәр менән шәл бәйләп ултырыусы, тынғыһыҙ холоҡло, һис зарлана белмәҫ Әлмира инәй Игебаева тураһында һүҙем. Йортона барып ингәс тә, ғәҙәти булмаған зауыҡ күҙгә ташлана – милли орнаменттар менән сигелгән һөлгөләр, ҡулъяулыҡтар, диванға түшәлгән йәйғор төҫтәрен йыйған ҡорамалар өйгә йәм биреп тора, боронғоса биҙәлгән, милли булмышыбыҙҙы сағылдырған ыҡсым йорт әллә ниндәй сихри нурға сумғандай.
Ул 1936 йылдың 20 ғинуарында Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында донъяға килә. Аҡъюл, Ғәлиәхмәт, Аҡъяр мәктәптәренә йөрөп уҡый һәм русса өйрәнеү өсөн Нововасильевка ауылында бер йыл белем ала.


– Күҙҙәрем алыҫтан насар күрә торғайны, ә мин уны тикшертеп, күҙлек алырға кәрәклеген башыма ла килтермәгәнмен. 8-се класты тамамлағас, Аҡъярҙан ҡайтып еттем дә: «Атай, инде уҡырға бармайым», – тигәйнем, ул: «Ярай, ҡыҙым, кейәүҙән килгән хатты уҡырлыҡ һәм яуап яҙырлыҡ булғанһың, барма», – тип көлдө лә ҡуйҙы. 1953 йылда колхозда бәрәс ҡарай башланым. 2 ай ғына эшләгәйнем, малды яҡшы ҡарайһың, тип маҡтап, миңә бер кәзә бәрәсе бирергә булдылар. Бәрәс һайлап йөрөгәндә колхоз рәйесе килеп сыҡты ла уның урынына быуаҙ кәзә бирергә ҡушты. Шатланып киттем, был минең өсөн ҙур файҙа ине. Дәртләнеп эшкә тотондом. Ул йылда 36 һарыҡтан 38 бәрәс алдым, икенсе йылына – 42 бәрәс. Был турала район гәзитендә лә яҙҙылар, – тип хәтирәләренә сумды Әлмира Ғәйнетдин ҡыҙы.
Бүләккә тип бирелгән кәзәне тарап, ҡыҙ шәл бәйләргә өйрәнә. Яйлап-яйлап ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, аҙаҡтан инде күҙ яуын алырлыҡ селтәрҙәр, ултырғыс япмаларына ла оҫтара.

1955 йылда егәрле йәш ҡыҙ Урыҫбай ауылына, яңы әрме сафынан ҡайтҡан Яңыбай Игебаев исемле егеткә тормошҡа сыға. Бында өс йыл йәшәгәс, Ғәлиәхмәткә күсәләр. Игебаевтарҙың ғаиләһендә тормош сәскәләре булып биш бала донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер балаһын уларға ер ҡуйынына һалырға тура килә. Яңыбай олатай ғүмер буйы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Хужабикә ҡымыҙ бешеп, үпкә сиренән яфаланған ирен дауалай.
– Ауыл дауаханаһында – санитарка, йыйыштырыусы, колхозда һауынсы, ашнаҡсы булып та эшләргә тура килде. Быҙау баҡтым, йәйҙәрен бейә һауҙым, ҡымыҙ бештем. Тормошта әсеһе лә, сөсөһө лә була, Аллаға шөкөр, зарланып ултырманым. Балаларыма талапсан инем. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем аҙ булманы. Теген машинаһы менән ҡорамалар, кейемдәр тегеп, бәйләм бәйләп ултырып, тәүлегенә ике-өс сәғәт серем итеп ала инем. Ниндәй генә бәйләм тотһам да, ҡулымда энәләрем уйнап торҙо, – тип йылмая ул.

1999 йылда, етмешенсе йәшендә, ғаилә башлығы вафат була. Балалары Бибинур, Нияз, Хәлиҙә, Зөләйха һәм Дилара күҙбаш алып, һәр кемеһе үҙ йортонда, үҙ ғаиләһе менән донъя көтә. Әлмира инәй иһә уларҙы, атай йортонда нигеҙ һыуытмай, тәмле ризыҡтарын бешереп, ялдарҙа һағынып көтөп ала. 8 ейән-ейәнсәре, 3 бүләсәре булған Әлмира инәй бәхетле ҡартлыҡ кисереп, тормоштоң йәмен тойоп йәшәй. Йәй уның баҡсаһы емеш-еләккә, йәшелсәгә, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә. Әйткәндәй, сәскәләр бәйгеһендә ҡатнашып, 1-се урын алғаны ла бар уның. Ә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған ҡул эштәре конкурсына ҡулъяулыҡтарын ебәргәс, Гран-при яулауы хаҡында хәбәр итәләр.

– Хаҡлы ялдамын, ауылдаштар ҙа, балалар ҙа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, әле бына социаль хеҙмәткәр Гөлсирә Игебаева килеп, һәр ваҡыт йорт эштәрендә ярҙамлашып китә. Ризалығымды биреп, ҡыуанып ултырып ҡалам, – ти Әлмира Ғәйнетдин ҡыҙы.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип һис кенә лә тик ултыра белмәгән яғымлы инәйгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Балаларының изгелегенә һөйөнөп, уларға терәк-таяныс булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын һеҙгә, Әлмира инәй!
Айгизә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook