Башҡортостан Ҡыҙы

Яратырға һәләтле йөрәк

Яратырға һәләтле йөрәкБР Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Таңсулпан Ғарипованы күптәр «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы аша таныны. Республика театр сәхнәләрен шаулатҡан пьесалары аша белде. Хәҙерге замандың киҫкен проблемаларын күтәргән һутлы телле хикәйәләрен әленән-әле матбуғат биттәрендә сығарып тора. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһендә уның әҫәре беренсе урынға лайыҡ булды. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә емешле эшләй. Ҡәләмдәштәре, замандаштары хаҡында сығыштарында һәр ваҡыт урынлы һүҙен әйтә. Телерадиотапшырыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Сентябрь айында әҙибә үҙенең етмешенә аяҡ баҫа.

Яҙмышҡа яҙған һынау
Таңсулпан – Бөйөк Ватан һуғы­шынан һуң тыуған бала. Утты-һыуҙы кисеп иҫән ҡайтҡан атаһы уны шул хәтлем иркәләтә: ҡыҙыҡай уның яурынына менеп ултырып, башына сеүәтәһен ҡуйып ашар була. Хизбулла – XIX быуатта йәшәгән Бирғәле сәсән вариҫы. Бирғәле үҙе бил бирмәгән көрәшсе, һүҙҙә алдына берәүҙе лә сығармаған сәсән бик күп халыҡ йырҙарын тарихтары менән белгән. Лекарь булған. Халыҡ араһында йөрөгән. Таңсулпан тыуған Күсей – ҡурайсылар ауылы. Мөхәмәтҡол, Айытҡол, Бай­рамғол – бер ата балалары. Айытҡол ҡурайсы Бирғәле сәсәндең репер­туарын ятлап алып ҡалған була. Атаһы үлгәс, Хизбулла Мөхәмәтҡолдоң улы Сафа олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Айытҡол күршеләрендә генә тора. Етем малай Айытҡол ҡурай уйнағанында гел алдында ятыр булған. Шул ваҡытта халыҡ йырҙарын тарихтары менән аңына һеңдерә барған. «Атайым йырҙарҙы башҡара ла артынса тарихын һөйләп ебәрә ине. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәновтар йыр юллап уға килерҙәр ине», – тип хәтерләй Таңсулпан апай. Хизбулла Мөхәмәтҡолов унар көнләп ҡуна ятып йыр өйрәнгән ҡунаҡтарын һуңғы һарығын һуйып булһа ла һыйлап, күңелдәрен күргән. «Кәримгә йөҙ йыр яҙҙырҙым», – тип әйтә торған була ул. Шундай уҡ исемле йыр китабын сығарыуға өлгәшкән музыка белгесе, сослоғо етеп, халыҡ талантынан бик күп ынйыларҙы бөгөнгө көнгә килтереп еткереүҙе хәстәрләгән.

Бер заман Күсейгә йырсы Хәбир Ғәлимов килә. Концертта ябай халыҡ, ярай һин шулай йырлайһың, беҙҙең Хизбулланы тыңлап ҡара, тип шаулашҡан. Ул һорағас, Хизбулла, сәхнәгә күтәрелмәй, урындан ғына йырлап ебәргән. Тауышы тәҙрә быялаларын зыңлатҡан, сәй яһаған ҡатындар, самауыр башындағы сәйнүк ҡоламаһын тип, уны тотобораҡ ултырған. Уның ҡеүәтле тауышына профессиональ йырсы таң ҡала. Ҡайтҡас, Өфөләге филармонияға кил, һинең хаҡта һөйләштем, тип хат яҙған. Әммә һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе төҙәтергә, ферма эшенә егелгән, ауылда эшсе ҡулдары етешмәүен тойған Хизбулламы һуң инде колхозды ташлап китә торған кеше! Ферма мөдире итеп ҡуйылғас, ҡура төҙөгән ваҡытта ағас баҫып, 45 йәшендә генә ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡала ул. Бәләкәй Таңсулпан атаһының үлеме менән килешә алмай...
«4-5 көнгә һуҙылған туйҙарға үҙе менән алып йөрөнө. Шәжәрә һөйләшәләр. Моғайын, шул ваҡытта атайҙың күп йырҙарын һеңдереп ҡалғанмындыр», – тип хәтерләй яҙыусы.

Характер логикаһы
«Ышанып барыусанмын, үҙемде бер ҡатлы һанайым. Һабаҡташтарым, Таңсулпанды алдап булмай торғайны, тип хәтерләй. Кешенең характер логикаһын белгәндә, хәл-торошто аңлау өсөн күп кәрәкмәй. Бер һүҙ етә. Аңлашыла ла ҡуя миңә. Хоҙай биргән, яҙыусыла була торған һәләттер был. Юлда китеп барғанда, баҙыҡ образдар осрай, ныҡ текәләмдер инде шул ваҡытта. Тип, характер, индивидуаллек эҙләйем. Ҡапыл ғына ҡыҙыҡһыныу уяна. Эсен асып ҡарағым килә. Бер нисә кешенән ижадыма типаж булып килеп инә. Бер күрһәм, онотмайым, күҙ алдында тороп ҡала. «Күктүбәлә – ҡояш» хикәйәмде уҡыған ҡәләмдәшем, оҙаҡ яҙҙығыҙмы, ти. Яҙыуын тиҙ яҙам, әммә оҙаҡ тыуҙырам, тием. Күпме йөрөйҙөр, билдәһеҙ. Күпмеһенеңдер прототиптары тере булғас, тыйылам, туғандары бар, тип яҙмайым. Хаҡым юҡ, тип уйлайым», – тип бүлешә ул ижад серҙәре менән. Күрәҙәлек тә кәрәкмәй, алда нимә буласағын күҙаллай һәм ул дөрөҫ төҫмөрләгән булып сыға. Әгәр ҙә алдан күрә белмәһә, ваҡиғаларҙы үҙе теләгәнсә түгел, ағышына ҡуймаһа, ысын­барлыҡтан ситләшеү булыр ине. Ижадсының асылы ла шундалыр.

Бармы ул мөхәббәт?
«Мөхәббәт булмаһа, анау хәтлем йыр тыуамы? Мин яратып йырлаған «Кәкүккәй»ҙе генә ал, – тип дауам итә әҙибә. – «Алып бирсе, еңгәм, ҡурайымды, мин «Кәкүккәй» көйөн тартайым. Ебәрһәнә, еңгәй, беләгемде, йылға буйлап йүгереп ҡайтайым»; «Аршын да ғына аршын, ай, аҡ уҡа, аҡбуҙатҡайыма дилбегә. Килсе лә генә, йәнем, бер үбәйем, үпкән ерем ҡалһын билгегә». Мөхәббәтһеҙ бындай йырҙар ҡайҙан тыуһын?! Мөхәббәт – ғүмерлек. Шиғыр сығарырға, йырларға һәләтле булған һымаҡ, яратырға һәләтле кешеләр бар. Шулар тарафынан сығарылған ул йырҙар, тип уйлайым. Мөхәббәт бар инде ул, тик мөхәббәтең менән ҡауышаһыңмы, юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә».

Ижад нимә ул?
«Батып барғанда һаламға йәбешкәндәге кеүек, кеше нимә менәндер йыуанып йәшәй. Аҙаҡ ул һинең асылың икәнде аңлайһың. Мостай Кәрим үҙ асылын «шағир итте мине юғалтыуҙар менән һағыштар» тигәйне. Тормош минең асылымды асасаҡ һынау ебәрҙе. Шул хәтлем тырышып уҡығандан һуң, Учалыға барып, бер кемгә лә кәрәкһеҙ булып, эш тапмай йөрөһәм, оло бер фажиғә итеп ҡабул итер инем. Сәм менән, дәрт менән ултырып, «Ялан сейәһе» хикәйәмде яҙҙым. Шул миңә юл асты.
Демократия, плюрализм, үҙаллылыҡ өсөн көрәштек. Халыҡ менән осрашыуҙар, милли уҙаңды уятырға тырышыуҙар юҡҡа сыҡманы. Шул ваҡытта, ысынлап та, трибунға әйләндем. Һүҙ әйтергә оялған кешене заман шундай яһаны», – ти яҙыусы. Тимәк, ижадты ул үҙ асылына тоғро ҡалыуҙа күрә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook