Башҡортостан Ҡыҙы

«Мин дә наҙҙар көткән гүзәл зат…»

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
* * *
Бигерәк ихласһың, йәнем,
Гонаһ булыр, алдаһаң.
Мин түгел, яман һүҙ сәсә
Ауыҙынан аждаһа.

Мин түгел, убырлы ҡарсыҡ
Һинең менән ирешә.
Телеңде генә тыйып тор,
Туҙынма ла бирешмә.

Мин түгел, изге фәрештә
Ҡулдарыңа ҡағыла.
Төрлө сүрәттә осрайым
Юлдарыңда тағы ла.

Ниндәй генә булһам да мин
Барыбер яратаһың.
Гел фәрештә итер өсөн
Ҡара һин сара табып.

* * *
Тереһыу кеүекһең бит һин –
Ҡөҙрәтең иҫ китерлек.
Һүҙҙәрең терелтер булһа,
Наҙҙарың иретерлек.

Һин юҡ саҡта һағыныуҙан
Бер үле, бер теремен.
Зөһрә, Ләйлә, Зөләйханың
Бер юлы һәр беремен.

Тик мине уйға уралып,
Хистән быуылыу йонсотто.
Үҙем дә күрһәмсе һиндә
Таһир, Мәжнүн, Йософто.

* * *
Ҡарашыңдан шулай тоҡана (а)лғас,
Һин ҡағылһаң
нимә булыр икән?
Дөрләп янған кәүҙәм таралыр ҙа
Бөтә донъям көлгә тулыр микән?
Аңғармаҫтан ҡарашыңды тойоп,
Быуындарым ҡороп, ҡойолоп төшәм.
Һине эҙләп, йөрәк өҙгөләнеп,
Күҙ йәшенән быуылам,
бойоғоп, төштә.
Эйе, төштә. Өндә бер ҡасан да
Һин тоймаҫһың минең иғтибарҙы.
Ә был хистәр? Ә был хистәр бөгөн
Булһалар ҙа
иртән
китте-барҙы...
Шулай тиеп уйлап, һинең яндан
Үтеп киткән булам туҡ-туҡ баҫып.
Көндән-көнгә арта барған хисте
Муйын-яурыныма тоҡ-тоҡ аҫып.

Юғалтыу
Хис бөрөһөн ғүмер буйы
Йөрәгемә йәшерҙем.
Ә һине осратҡас, үҙем
Сәскә атып, йәшәрҙем!

Тағы күреү бәхетенә
Өмөт иттем, ышандым.
Яҙ бүләк иткәйне һине,
Зар илатып, ҡыш алды.

Һағыш һаҙҙарына батҡан
Хәҙер мин бер тартайҙыр.
Һинең менән йәшәргәйнем,
Һин юғалғас, ҡартайҙым.

Һутлы балан
Мөхәббәтһеҙ шиғыр тыумай
(Ул да бала ише бит).
Йәрем, шар асыҡ йәнемде
Ожмахтарға ишек ит!

Һәр күҙәнәк наҙҙан тора,
Күҙҙәремә моң тулған.
Шундай илаһи мәлдәрем
(Күптән бит онотолған).

Шиғыр булып яралдың һин,
Шау хыялға төрөнөп.
Нисә йылдар бер-беребеҙҙе
Таба алмай йөрөнөк.

Шиғырһыҙ йәшәй алмайым,
Һинһеҙ йәшәү ҙә бушҡа.
Көҙҙәр еткәс яҙмыш миңә
Йәшнәп йәшәүҙәр ҡушҡан.

Ҡар яуыр мәлдәрҙә күктә
Ялағайҙар ялтырай.
Керпегенә ысыҡ элеп
Һутлы балан ҡалтырай.

Һағыныу
Һығғғып ҡосаҡлағым килә,
Һурррып үпкем килә.
Һинең менән ҡултыҡлашып
Урамдан үттткем килә.

Һығғғып ҡосаҡлағым килә,
Һурррып үпкем килә.
Сәстәреңде ҡулым менән
Сырмалтып, һүткем килә.

Бер-беребеҙгә тартылабыҙ,
Саҡрым-саҡрымдар аша.
Һөйөүебеҙ даръя булып,
Аҡрын-аҡрынлап таша.

Уны быуыр бер көс тә юҡ –
Бер донъя беҙ икебеҙ.
Бәхетлеләргә асыҡбыҙ,
Бәхетһеҙгә биклебеҙ.

Ғашиҡ булһаң
Ҡарашынан тән сымырҙап китһен,
Ер бәүелһен, кәйелеп, ҡаушауҙан.
Уның ғына тауышын ишетеп булһын
Ҡолаҡ тондорорлоҡ шау-шыуҙа.

Ҡараңғыланһын да күҙ алдарың,
Бер күреүҙән йөрәк “жыу” итһен.
Йылы һүҙен йәнең дауа итһен,
Яман һүҙен уның ыу итһен.

Барған ерҙә уға оҡшаш һынды,
Йөҙҙө күреп ҡапыл тертләп кит!
Бүтәндәрҙе күрмәй, уның ғына
Күҙҙәренә бағып, текләп кит.

Ғашиҡ булһаң! Үлеп ғашиҡ булһаң!
Их, шул хәлдәр
ниңә ҡайтмайҙар?
Тормош ҡамсылары арҡа яра,
Хискә сумып китһәң,
һайт-һайлап.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook