Башҡортостан Ҡыҙы

Мәңге асылыр сер

Мәңге асылыр серБашҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә, драматург, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина – рух тәрбиәсеһе, әүлиәләр затын дауам иткән ағинәй, ихтирамлы һәм абруйлы кеше. Уның бай тормош юлына байҡау яһау күптәргә көс-ҡеүәт бирер, күп ҡырлы талант эйәһенең эшмәкәрлеген тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыр.

«Хөснөтдин әүлиә шәжәрә ағасыбыҙға ҡот биреп тора. Уның өлкән улы Фәттәхетдин олатайымдың дүрт улы: Шакир, Басир, минең олатайым Закир, унан ҡала Муллабай, ике ҡыҙы булған. Әүлиә олатайыбыҙ кешеләрҙе дауалаған. Үҙем үлгәс тә ҡәберемә йөрөһөндәр, им, көс биреп ятырмын», – тигән.
Зөһрә апайҙың үҙенең дә дауалау, имләү һәләте бар. Ҡот ҡойоу, тел-теш ҡырҡыу ғәмәлдәрен дә ул ярҙам һорап килгән яҡындарына бик ихлас башҡара.
«Ауырыйым тиһәләр, иҫнәп алам да китәм, эргәләренә барһам да, ярҙам була ла ҡуя. Һораһалар, доғалар уҡыйым. Әммә кешеләрҙе имләүҙе үҙмаҡсат итмәйем», – ти Зөһрә апай.
«Ер һәм күкте тоташтырған
Арҡанмы һин, Арҡайым?
Бөлөп барған был халҡыма
Ҡалҡанмы һин, Арҡайым?»

оран булып яңғыраған йырҙы белмәгәндәр һирәктер. «Үтәгәнгә бар, тигән тауыш килде. Ниңә был ауылға бар, ти икән?» – тип аптырай Зөһрә апай. Арҡайым еренә аяҡ баҫҡас, күңеленә йыр килә. Үтәгән Арҡайымдан аҡҡан йылға икән, баҡтиһәң.

Зөһрә Фәйзуллинаның тормошонда бындай мөғжизәүи хәлдәр бихисап. Әҙибә, композитор булып танылған был ханым үҙе мәңге асылыр сер, мөғжизә икән, тип һоҡланаһың, уның ижад емештәрен барлап. Тарих менән бөгөнгөгә һалынған тылсымлы күпер, хәтер, һынмаҫ рух, быуаттар төпкөлөнән киләсәккә күсер моң даръяһы ул. Зөһрә Хәдит ҡыҙы яҙған «Шағале Шаҡман», «Өсмөйөшлө хаттар», «Кисерегеҙ», «Шакирйән», «Тәңкә һалдым», «Илекле ҡыр», «Танго» йырҙарын республикала бил­дәле йырсылар башҡарҙы. «Мөғжи­зәләр иле – сал Урал», «Р»-һыҙ ҡалған Мырҙабай», «Андыҙ барҙа ат үлмәҫ», «Африкама ҡайтам», «Шалтай мажаралары», «Ҡот ҡайтарыр Айсыуаҡ» пьесалары республика театрҙарында гөрләп барҙы.

«...Алты йәшемдә тыуған ауылым Ҡаҙмаштан Ҡырҙасҡа күсеп киттек. Атайымды ошо ауылға мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Олатайым менән өләсәйем беҙҙең менән бергә ҡубарылды. Мәктәптә генә эштәре бөтмәй ине атай-әсәйемдең, колхозда пропагандистар ҙа, өйҙәге береһенән-береһе ваҡ балаларҙы ҡарарға, мал көтөргә лә кәрәк бит. Унда 14 йыл йәшәнек», – тип хәтирәләргә бирелә Зөһрә ханым.
Мәңге асылыр сер
Хыялға бай ҡыҙ Ҡырҡты ташын сәхнә итеп йырларға ярата, Ҡаҙмаш­тағы ике ҡуш, бер яңғыҙ үҫкән ҡайын эргәһенә килеп, көй сығарып, эс серҙәрен бушатып, бейеп ҡайтып китә. Атаһы бүләк иткән энциклопедияны уҡып, китаптан ҡарап, костюмдар тегеп кейә. Жизель, Ҡара аҡҡош образдары ҡайҙан килгән тиһең башына? «Атайым мәҙәниәтле, белемгә һыуһаған кеше ине. Ғүмеренең аҙағынаса белем алыу менән мәшғүл булды. Әсәйем менән бергәләп Темәс, Сермән педучилищеһын, Магнитогорск институтының тарих факультетын тамамлаған. Силәбенең Урал университетының тарих факультетын уҡып бөтөр йылда, 52 йәше тулмаҫ борон, яҙғы ташҡында һыуға батып фажиғәле вафат булды. Миңә – 26, иң бәләкәй ҡустыбыҙға 6 ғына йәш ине. Бөтәбеҙгә лә егелеп эшләргә тура килде, әсәйем, барыһына ла белем биреп, 90 йәшкә саҡ ҡына етмәй мәрхүмә булды. Ҡаҙмаштағы тыуған йортобоҙҙоң нигеҙ ҡотон Хәлил ҡустым менән Рәшиҙә килен һаҡлай», – ти Зөһрә Хәдит ҡыҙы.

Әсәһе Яңылбикә инәй сабыр аҡылы, егәрлелеге, алдан күрә белеү һәләте менән тирә-яҡта абруй тотҡан, аң-белем таратып ултырған, үҙ заманының зыялы бер кешеһе булған, уға кәңәшкә бөтә ауыл йөрөгән. Юҡҡа ғына «политика еңгәй» ҡушаматын бирмәгәндәрҙер. Мәктәптә 45 йыл уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға киткән. Тарихсы белемле мөғәллимә география, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған. «Дәресемә әсәйем йыр уҡытыусыһы булараҡ инде. «Ғилмияза»ны йырлайбыҙ, «Урал»ды өйрәнәбеҙ, «Һары ла сәс»те... «Шәүрә»нең һүҙҙәрен таҡтаға яҙҙыра ла ятлаттырып, йырлатып дәрес үткәрә ине. Хәҙер генә аңлайым: уның үҙенең халыҡ йырҙарын өйрәтеү методикаһы булған. Шуға күрә класташтарым барыһы ла йырлай», – ти ул ҡәҙерле­ләрен иҫләп. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, һуғышта ҡулын ҡалдырып ҡайта. Хәләле менән алты балаға ғүмер бирәләр. Зәғәфуран, Әдип, Йәмил, Фәнил, Хәлил – биш ул да Фәттәховтар нәҫелен лайыҡлы дауам иткән.
Мәңге асылыр сер
Темәстең интернат-мәктәбендә уҡығанда, «өләсәң һине һағынып илай» тип атаһы килеп алып ҡайтып китә Зөһрәне. Туғандарын, ауылын, бәләкәй ҡустыларын уйлап, ҡыҙсыҡ­тың үҙенең дә йөрәге һығыла. «Һағыныуға түҙә алмай, Темәстән йәйәүләп ҡайтып килә инек, атайым­дың шулай ҡарар итеүе миңә етә ҡалды», – тип иҫләй Зөһрә ханым. Шулай итеп, ул Ҡырҙастан Асҡарға йөрөп уҡый башлай.
Тәүге тапҡыр мәктәп ашханаһына килеп ингәс тә ҡарашы ашап ултырған ике егеткә төшә. «Ошо егеттәрҙең береһе минең артымдан йөрөйәсәк, шуға кейәүгә сығасаҡмын», – тип уйлап ҡуя. Уй буламы ул, әллә берәй төрлө һиҙенеүме? Вәкил бер туҡтауһыҙ уны баҫтыра, шаяра башлай. Зөһрә, класс етәксемә әйтәм, тип сик ҡуйырға маташа. Әммә был иғтибар тора-бара тәрән хискә әйләнә.
Урта мәктәпте тамамлағас та Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына барам, тип хыяллана. Комсомол ойошмаһынан йүнәлтмә лә бирәләр. Ул ваҡытта үҙе ансамбль төҙөп, Баймаҡ ҡалаһында үткән фестивалгә бөтә республикаларҙың бейеүҙәрен өйрә­неп, «Халыҡтар дуҫлығы» тигән бейеүе менән бик ҙур уңышҡа өлгәшеп ҡайта. Әммә Ауыл хужалығы институтына юл тотҡан дуҫлашып йөрөгән буласаҡ тормош иптәше Вәкилдең, һин әртис юлын һайлаһаң, мине һанламайһың инде, тигәнерәк шаяртыуы ҡыҙҙы һағайта. Әсәһе лә, нишләп әртис булһын ул, ҡыҙым телсе һөнәрен һайлай, уҡытыусыға уҡый, тип егетте йөпләй. Баш ҡалаға алдараҡ юлланған Вәкил уның документтарын үҙе менән алып китә.

«БДУ-ның филология факультетына уҡырға килгәс, үҙемдең яңылышмағанымды аңланым. Уҡыу оҡшай, «Ирәндек» бейеү ансамбленә, драма, «Шоңҡар» түңәрәктәренә йөрөйөм. Еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнашам. Төндәрен әҙәби китаптар уҡыйым. Китапхананан сығышмай, имтихандар тапшырам. Кинотеатрҙарҙа, театрҙа ниндәй премьера бар, ҡалдырмай йөрөйбөҙ», – тиһә лә, Зөһрәне сәхнә арбай. Бейегәндән һуң үҙен ҡабат-ҡабат һоратып сығарыуҙарында тоҡомдан килгән һәләт, һөйкөмлөлөк, арбау, кеше халәтенә инә белеү, Йыһан тулҡынына көйләнеү – әллә ниндәй сихри көстәрҙең ҡатнашлығы барлы­ғын тойоу уны дәртләндерә. «Әсәйем үҙе лә, апайы Маһинур ҙа, һеңлеһе – Сара тигән апайым да йырланы. Улар өсәүләп көй башлаһалар, Шәрифйән Афзалов еҙнәйем ҡурай тартыр ине. Бөрйән яғынан сәсән телле өләсәйем ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте», – ти ул.
«Беренcе курсты тамамлағас, Вәкил ағайығыҙ армияға китте. Өс йыл хеҙмәт итте. Нәҫелебеҙ алдараҡ та ҡоҙа булышҡайны – Ғәфифә менән Баян беҙҙе бәйләп ҡуйғайны. Ҡоҙамды хеҙмәттән көтөп алып, бишенсе курста уҡығанда өйләнешеп, туғанлыҡ ептә­рен нығыттыҡ», – шаяртыбыраҡ, тапҡыр итеп, өҙөк-өҙөк һөйләгән Зөһрә апайға һоҡланам. Ябай ғына яҙмыш сылбырҙары, билдәләп ҡуйыл­ған маяҡтар артында – тотош бер ғүмер.

«Килен булып төшкән ерем дә моң бишеге һымаҡ ине», – ти ул. Ҡәйнәһе Сәкинә Ғиләжетдин ҡыҙы сығышы менән йырсылар төбәге Учалынан булыуы күпте һөйләй. Ҡайныһы, Сафа Хәкимйән улы, тарихсы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөһрәнең күңелен рухи яҡтан тулыландыра.
«Диплом алып Әбйәлилгә, Амангилде ауылына, уҡытырға ҡайтып киттем. Айҙарыбыҙ тыуҙы. Вәкил бер йылдан белгес булып ҡайтҡас, «Красная Башкирия» совхозына эшкә саҡы­рылды. Күп тә тормай, уны Хәлил ауылына баш зоотехник итеп ебәр­ҙеләр. Ике йыл йәшәгәйнек, икенсе улыбыҙ Вадим тыуҙы. Кире «Красная Башкирия»ға һоратып алдылар. Унан йәнә лә «Урал» совхозына. Шулайтып, Әбйәлилдә туғыҙ йыл ғүмер үтте. Шунан Сибайға эшкә алдылар.

Ауылда ваҡытта ла, эх, шул Сибайҙа йәшәр кәрәк ине, тип уйлап йөрөй торғайным. Интернат-мәктәптә йә педучилищела эшләргә хыялландым. Сибай тиһәм, йәшлек дуҫым мәрхүмә Рәсимә Ураҡсина иҫкә төшә. Яңыраҡ «Рәсимә шыршыһы» тигән иҫтәлек тә яҙҙым. Уның менән нисек осрашҡаным хәтерҙә. Рәсимә училище балалары менән интернатҡа килде. Апай-ағайҙарығыҙ менән таныштырам, һеҙ бит башҡорт балалары, дуҫ, аралашып йәшәйек, тип сығыш яһаны. Концерт ҡуйҙылар. Минең йырымды башҡар­ҙылар. Ул ваҡытта Зөһрә Фәттәхова йөрөй инем әле. Рәсимә: «Һин БДУ-ла уҡыған Фәттәховамы? «Студенттар маршы» һинең йырыңмы?» – тип һорай ҡуйҙы. Эйе, тигәс, минән алда ижад емешем менән таныш булыуын әйтте. 1961 йылда, Гагариндың Йыһан­ға осошо ваҡытында тәүге йырым тыуҙы. Эй ҡосаҡлашабыҙ. Йәйелеп ятҡан ҙур ғына таш өҫтөндә маршҡа баҫабыҙ: «Урамдарҙан саф-саф булып килә йәштәр төркөмө... Баҫ нығыраҡ, ҡара алға, һин донъяның күркеме?» – тип йырлап, Ҡырҡтының башынан йүгереп төшөп китәбеҙ. «Йәштәр маршы» шулай тыуҙы. «Студенттар маршы»н («Беҙ әлегә бары тик студенттар, түгел шағир, түгел журналист. Үтер айҙар, үтер шаулы йылдар, Тик юлыңдан, иптәш, тайма һис.») Илһам Саяхов баянда уйнап ебәрҙе. Рәүеф Шәһиев менән бергәләп шиғыр яҙҙыҡ. Өсәүләп ижад иттек. ...Сибайҙа хорҙа йырлап, ансамбль төҙөп, дәрт­ләнеп йөрөгән саҡ. Рухи күтәрелеш ваҡыты. Сибай интернат-мәктәбендә уҡытҡан мәлдә «Ҡурсаҡ театры» түңәрәген алып барҙым. Пьесалар таба алмағас, үҙем яҙырға тотондом», – ти ул.

Зөһрә Фәйзуллинаның ижады бар­маҡтан һурып яҙылмаған. Халыҡсан­лығы, тәрән аҡылы менән кешеләрҙең күңеленә үтеп инеп, бик популяр булып китеүсән ул сығарған йырҙар. Әйтерһең дә, әҙибә заман һулышын үтә һиҙгер тоя, замандашының йөрәк тибе­шенә ҡулын ҡуйған да, шуны яҙа. Йыл да сығарылыш уҡыусыларының йөрә­ген елпелдәткән «Мәктәп валь­сы»ның йырлана башлауына быйыл – 30 йыл!

«Сығарылыш класыма көй яҙ әле, тип Юлай Моратовҡа һүҙҙәр ебәрҙем. Сыҡмай ҙа ҡуя, тип көттөрә. Матур-матур йырҙары менән танылып киткәс, шәберәк яҙыр кеүек ине. Ярай, тип үҙемдең көйөмдө йырлаттым», – ти ул, йыр тарихын иҫләп.
«Килгәс тә педколледжда тәрбиәсе булып урынлаштым. Әсәйем, культуралы көтөүсе булғанһың икән, тигәс, намыҫландым. Бер аҙ эшләгәс, интернат-мәктәпкә уҡытыусы булып күстем. Унан, педколледж директоры Хөснет­дин Хәйбулла улы Хәмитов саҡырыуы буйынса, уҡытырға алындым. Бер йыл эшләгәйнем, «Атайсал»ға мөхәр­рир итеп тәғәйенләндем. Тираж кәмегәйне. Күтәрелде. 55 йәш тулғансы эшләнем дә хаҡлы ялға киттем. Өс айҙан һуң Сибай «Сулпан» балалар театрына әҙәби консультант булып эшкә сыҡтым», – тип тормош юлын байҡауын дауам итә Зөһрә ханым.

«Һигеҙ пьесам ҡуйылды. Берәүһе – Ҡурсаҡ театрында. Бынан тыш, тәрже­мәләрем бар. «Осло бүрек кейгән һыбайлылар», «Талҡаҫ буйында ҡалам», «Йән дауаһы», «Мин – Уралдан» кеүек йәмғеһе 8 пьесам режиссерын көтөп ята. Республика, ҡала өсөн тамашаларға сценарийҙарҙы бик күп яҙҙым инде», – тигәнендә, «Ирәндек моңдары», «Салауат йыйыны» кеүек ғәйәт киң ҡолас ташлап яҙылған, халҡыбыҙҙың тарихын айҡаған иҫ киткес тамашалар күҙ алдынан үтә.

Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр. Чечняла ауыр хәрби хеҙмәтен лайыҡлы үтәп ҡайтҡан, төҙөүсе-архитектор һөнәрен алған, Тимур, Илнур тигән ейәндәр бүләк иткән Айҙар улдарының 2008 йылда көтмәгәндә йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бала ҡайғыһынан да ауыр ҡайғы юҡ, Зөһрә ханым был юғал­тыуҙы бик ауыр кисерә, әммә үҙен ҡулға алырға, ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫкә көс таба. Дини белемен көсәйтә, оло ҡустыһы Зәғәфуран һәм килене Рәхилә ярҙамы менән Хаж ғәмәлен үтәй. Өфөлә төпләнгән Вадим улы менән Лена килененең үҙҙәренә яҡыныраҡҡа күсеп килеү тәҡдиме лә ғүмерҙәренең яңы битен асыр, йәшәп китергә яңы һулыш бирер кеүек тойола. Сибайҙағы сынъ­яһау донъяларын ҡалдырып, 2012 йылда Фәйзуллиндар Өфө районының Дубки ауылына төпләнә.
Әлбиттә, ижадсы кешегә баш ҡалаға – мәҙәни үҙәккә яҡыныраҡ булыу отошло. Конгресс-холда уның «Моң бүлешеп йәшәйек» ҙур концерты гөрләп уҙыуы, Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йөрәгемдә сыңлар бер йыр» музыкаль йыйынтығының электрон версияһы донъя күреүе, архивын барлап, сәсмә әҫәр яҙырға тотоноуы – ошо ынтылыш, яңылыҡтан ҡурҡмау емештәре. «Был донъяла ниндәй үкенесең ҡала, әсәй?» – тип һорағас, ҡәҙерлем: «Тормошом хаҡында бер әҫәр яҙырға хыяллан­ғайным, ҡул теймәне, тип әйтеүе тетрәндергәйне. Үкенес ҡалмаһын, тинем. Тыуған ер тарта шулай ҙа. Йыш ҡайтабыҙ. Ғүмер буйы туғандар менән ныҡ аралашып йәшәнек. Өфөлә Рә­шиҙә Солтанова, Фәүзиә Латипова, Хариса Усманова, Фәриҙә Бәхтийәрова, Зөһрә Ғәбитова, Венера Хәкимова, Фәүзиә Яҡшығолова кеүек дуҫтарым, төркөмдәштәрем һәм уҡыусыларым: Алһыу Бәхтиева, Рәзилә Ырыҫҡужина, Альмира Ҡыуатовалар менән бергәләшеп ултырып һөйләшеп алһаҡ та, күңел күтәрелә», – ти Зөһрә ханым.

Әле йырланмаған йырҙары, яҙылмаған әҫәрҙәре, ижад донъяһында яуланаһы үрҙәре көтә Зөһрә Хәдит ҡыҙын. Еребеҙгә ҡот ҡайтарыусы, рух һуғарыусы, күңелдәрҙе имләүсе әҙибәбеҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook