Башҡортостан Ҡыҙы

«Әле минең йәшәгеләр килә, Татлы ғазап килә тояһым...»

«Әле минең йәшәгеләр килә, Татлы ғазап килә тояһым...»

Зөлфиә Ханнанова – бер ҡараһаң, йөрәк һәм рух ҡөҙрәте, халҡына булған мөхәббәте илә күктең үҙен күтәрерҙәй көслө һәм ҡаһарман ижадсы, икенсе яҡлап ул – ҡоралайҙай нәфис, күбәләктәй нескә, ҡар бөртөгөләй өрфөйәкәй нәзәкәтле хистәр тураһында яҙған әҙибә. Уның шиғриәтендә һағыш та, ғазап та көйөк түгел, ә ғүмер биҙәктәре.

Һеңлемә
Көҙгө сыуаҡ. Күрекһеҙ ҙә булған
Миләштәр ҙә инде ҡыҙарҙы.
Күҙ теймәһен, тиеп ҡарап ҡалам
Миләш кеүек еткән ҡыҙҙарҙы.

Алһыу йөҙҙәреңә төҫ кенә бит,
Яҡут муйынсаҡты таҡ, һеңлем,
Һинең кеүек мин дә матур инем,
Тик ҡыҙылдан күптән төңөлдөм.

Күҙ ҡыҙҙырыр миләш булмам хәҙер,
Ҡып-ҡыҙылдан хатта кейенһәм.
Суҡлы тәлгәштәрҙең быйыл тағы
Ҡыҙарыуын күреп һөйөнәм.

Апайыңа шул да шатлыҡ бөгөн
(Торған һайын ғүмер бәҫлерәк!).
Урам йәме булып атла, һеңлем,
Һин бит минән күпкә йәшерәк…
2001.

Ике һағыныу
– Өзләдем! Өзләдем! Өзләдем!*
Мин килдем яныңа – түҙмәнем!
Мин һине күктәрҙән күҙләнем,
Мин һине ни ғүмер эҙләнем!
Өзләдем… Өзләдем… Өзләдем…

– Һағындым! Һағындым! Һағындым!
Мин көттөм, гел көттөм –
табылдың!
Һин күктән нур булып яғылдың,
Йәнемә йыр булып һарылдың!
Һағындым… Һағындым… Һағындым…

***
Арабыҙҙа булған хис-тойғоға
Һөйөү тигән исем ҡуштыҡ та,
Беҙ икебеҙ, юҡ, бер бөтөн түгел,
Айырылдыҡ ике йышлыҡҡа.

Беҙ икебеҙ гүйә ике тулҡын,
Һәр ҡайһыбыҙ ниҙән таба йәм.
Һинең йышлыҡ йорт-ҡураға бәйле,
Минең йышлыҡ йырға көйләнгән.

Көйрәгәндә йәки көйләгәндә
Ижад ғазабында был йышлыҡ,
Һин ирҙәрсә, сабыр ғына йәшәп,
Утын әҙерләнең бер ҡышлыҡ.

Уҫал елдәр шуға ҡурҡытманы,
Көн иткәстен һинең ышыҡта.
Һинең дә бит йәнең үртәлгәндә,
Күңелеңдә тыуған бушлыҡҡа,
Ҡушыла инең минең йырҙарыма,
Күсенә инең минең йышлыҡҡа.

Күңелемде һиңә көйләгәйнем
(Йөрәгемдә күпме ялҡын бар!),
Әммә әллә ҡайҙан юлын табып,
Килеп тулды башҡа тулҡындар.
Беҙҙең эфир, эй, буталды инде:
Әллә юрый, әллә яңылыш!
Ишетелмәй унда минең йырым,
Ишетелмәй һинең тын алыш...

Ни арала, әйтсе, ни арала
Һин күскәнһең бүтән йышлыҡҡа?!
Йыр илендә йәнем иҙрәйме һуң?!
Утын әҙерләйем ҡышлыҡҡа...
2009.

***
Ҡайһы миҙгел һине аҙаштырҙы,
Ҡайһы миҙгел һаҡлай эҙҙәрең?
Уҫал ҡыштың ап-аҡ биләменән
Эҙләп ялҡҡас һине күҙҙәрем,
Яҙҙарҙалыр, тинем, ләкин яҙҙар
Наҙлы түгел хәҙер, эреләр.
Әллә белеп, әллә минән көлөп,
Тел шартлатып ҡалды бөрөләр.
Йүгерә-атлай йәйҙәремә киттем,
Осратырмын, тинем, түҙмәнем,
Эҙләй-эҙләй һинең эҙҙәреңде,
Ғүмер үткәнен дә һиҙмәнем.
Көҙөмдә лә юҡһың. Зар-интизар
Күпме миҙгел, күпме ер ашып,
Мин тапманым һине,
Берҙән-берем,
Һин ҡайҙарҙа ҡалдың аҙашып?!

***
Аралар бикләнде,
Юлдарым – өҙәрем.
Нисек һин түҙерһең,
Нисек мин түҙәрем?!
Аралар бикләнде
Ерҙән дә, күктән дә.
Хаҡ юлды тапмайса
Аҙашыр күп бәндә…
Мин һине табырмын!
Һуҡмағым икенсе.
Сәләмем еткерер
Таңғы ел – үткенсе.

Уйҙа һәм хыялда,
Төнөн һәм көндә лә
Доғалар юллармын
Төштә лә, өндә лә.

Юл булыр ап-асыҡ,
Һин көслө – һиҙерһең!
Мин нисек түҙәйем,
Һин нисек түҙерһең…
2015.

***
Зинһар өсөн, инмә төштәремә,
Зинһар өсөн, йәнем уңалһын!
Ошо ҡырыҫ фани донъяларҙа
Һин бары тик яҡты хыялһың...

Буй етмәҫлек, уй етмәҫлек хыял,
Ысынбарлыҡ әммә башҡаға.
Һинең янға Айым өндәгәндә,
«Ярамай!» – тип Ҡояш баш ҡаға...

Көс-хәл менән көндө үткәргәстен,
Оноторға теләп, ыҙалап,
Зинһар өсөн, төштәремә инмә,
Мөхәббәтең менән язалап...

Хәйер, китмә минең төштәремдән
Һәм ҡыйратма хыял донъяһын!
Әле минең йәшәгеләр килә,
Татлы ғазап килә тояһым...

Бер һүҙ
Беләм, ул һүҙ бер әйтелер
Ҡасан да булһа,
Бәлки, ҡара сәсебеҙгә
Ап-аҡ сал ҡунһа.

Бәлки, әйтелер ул һүҙҙәр
Киткәс беребеҙ,
Бер кем дә белә алмаған
Ҡалыр серебеҙ.

Ул һүҙ инде барыбер ҙә
Һуңлап әйтелер,
Ғүмер буйы йөрәктәрҙе
Үкенес телер.

Аҡыл – һаҡта. Йөрәк яна
Уға ҡарамай.
Ул әйтелер ине бөгөн,
Әле ярамай.

Ул әйтелер ине бөгөн
Һәм хәҙер хатта,
Араларҙа әллә күпме
Яҙмыштар ята...

***
Исемеңде мин эҙләйем
Ҡырҙан,
Йырҙан,
Компьютерҙан.
Ҡабатлайым доға итеп,
Ҡундырмайым уға туҙан...

Исемеңде оноторға...
Бирһә икән Хоҙай ярҙам!
Мин йыр итеп уны яҙам,
Үткән саҡта ап-аҡ ҡарҙан.

Доға итеп ҡабатлайым,
Уянғас та тел осонда.
Һинән йыраҡ булһам да мин,
Исемдәрең гел ошонда.

Йырҙай матур исемеңде
Оноторға етмәй көсөм!
Ниңә миңә ундай яза,
Бер кемгә лә юҡ та үсем?!

Ниндәйен һуң гонаһым бар,
Язаларға шулай ҙурҙан?!
Исемеңде юйып булмай
Йөрәк тигән компьютерҙан...
2009.

***
Яҙ:
«Аҙ!» – тиҙер,
Аҙҙыр, бәлки,
Китһәм, йәлке…

Йәй:
«Әй!» – тиҙер,
Китһәм, бейер –
Бигерәк сәйер…

Көҙ:
«Түҙ!» – тиҙер,
Түҙәм дә һуң –
Йөрәге туң…

Ҡыш:
«Хуш!» – тиҙер,
Тышта һыуыҡ –
Торма ҡыуып!

Мин китмәйем…


Теги: Зөлфиә Ханнанова





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook