Башҡортостан Ҡыҙы

Еңел һулыш

Еңел һулыш
Иван БУНИН

Әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ билдәле урыҫ яҙыусыһы Иван Алексеевич Бунинды бөгөн күберәк прозаик булараҡ беләбеҙ. Ул – шулай уҡ ике тапҡыр Пушкин премияһын алған ҙур шағир ҙа. Тап шул шағирлығы, һәр остоҡ хисте, кисереште тотоп алып, уны герой тойғанса аса белеүе Бунин хикәйәләренең төп үҙенсәлеген билдәләй. Уҡыусыларыбыҙға тәҡдим ителгән әҫәрҙә лә автор ябай, көндәлек күренештәр аша йәш ҡыҙ баланың әхлаҡи кәртәләрҙән ситкә сығырға йөрьәт итеүе арҡаһында дусар булған оло фажиғәһен тасуирлай. Аҡ менән ҡара, бәхет менән ҡайғы араһындағы пәрҙәнең ни тиклем нескә, ә йәшлектең ҡурсалауға һәм тәрбиәгә мохтаж икәнлеген күрһәтә ул.

Еңел һулыш

Зыяраттағы ҡәберлектә, яңы сығарылған балсыҡ өйөмө өҫтөндә ныҡлы имән ағасынан эшләнгән ауыр, шыма яңы тәре тора. Апрель, көндәр йонсоу; иркен өйәҙ зыяратының ҡәбер таштары яланғас ағастар араһынан алыҫҡа күренә, һалҡын ел фарфор венок менән тәрегә ҡағылып зыңлай ҙа зыңлай.

Тап бына ошо тәрегә ҙур ғына ҡабарынҡы фарфор медальон уйылған, ә медальон эсендә – шат йөҙлө, ут күҙле гимназистканың фотоһүрәте. Был – Оля Мещерская. Гимназияла уҡығанда ул һоро күлдәкле әхирәттәренән айырылманы: һөйкөмлөкәй, бай, бәхетле ҡыҙҙар иҫәбендә һаналыуынан, һәләтле, әммә шаян холоҡло һәм класс етәксеһенең иҫкәрмәләренә вайымһыҙ ҡыланыуынан башҡа, уның тураһында тағы нимә әйтеп булыр ине икән? Һуңынан ул бик тиҙ, ай үҫәһен көн үҫеп тигәндәй, ҙурайып, сәскәгә тумаланды. Ун дүрт йәшендә нәҙекәй билле, төҙ аяҡлы ҡыҙҙың түштәре һәм башҡа ерҙәре лә кеше күҙен ымһындырырлыҡ итеп йомроҡасланды; ун биш йәшендә инде ул сибәрлеге менән дан алды. Бәғзе әхирәттәре таралған сәстәрен тарттырып үреп, бөхтә йөрөнө, үҙҙәрен баҫалҡы, ипле тотто. Ә ул, бармаҡтары ҡараға буялһа ла, биттәренең алланыуынан да, сәстәренең ялбырап туҙып китеүенән дә, йүгереп барғанда ҡолап тубығы асылыуҙан да ҡурҡманы ла, оялманы ла. Гимназия тарихында булмағанса, уны башҡа ҡыҙҙарҙан айырған нәзәкәтлек, ҡупшылыҡ, етеҙлек, күҙҙәр балҡышы Оляға һуңғы ике йылда бер ниндәй тырышлыҡһыҙ һиҙҙермәйенсә генә килде… Ҙур бейеү кисәләрендә Оля Мещерская кеүек матур өйрөлгән кеше юҡ ине, тимераяҡта шыуыуҙа ла ҡыҙға етеүсе булманы, егеттәр ҙә бөтәһенән алда уның күңелен күрергә тырышты, нишләптер башланғыс класс уҡыусылары ла яратты уны.

Аңғармаҫтан еткән ҡыҙға әйләнгәс, елбәҙәклеге, егеттәрһеҙ йәшәй алмауы асыҡланыуға, гимназист Шеншиндың иҫе китеп ғашиҡ булыуы, йәнәһе ҡыҙҙың да уны яратам тип, әммә үҙенең мөғәмәләһенең үҙгәреп тороуы егетте хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткергән, тигән даны ныҡлап урынлашты.

Гимназияла һөйләүҙәренсә, Оля Мещерская һуңғы ҡышта уйын-көлкө, кәйеф-сафанан бөтөнләй аҡылынан шаша яҙған. Ҡыш ҡарлы, һалҡын һәм ҡояшлы ине. Ҡояш гимназия баҡсаһындағы бейек шыршылар артында иртә байый, иртәгәһенә һалҡын һәм салт аяҙ һауа вәғәҙәләүсе көндә, Собор урамындағы байрамда, ҡала баҡсаһындағы боҙ майҙансығында, күңелле көйҙәр менән оҙатылған алһыу кистә боҙҙа төрлө яҡҡа шыуыусы кешеләр араһында Оля Ме­щерская үҙен иң бәхетле, бер ҡайғыһыҙ итеп тойҙо. Бына бер мәл, оҙон тәнәфестә, йыйылыш залында сәрелдәшеп үҙен баҫтырған беренсе класс ҡыҙҙарынан һыпыртып ҡасып барған Оляны көтмәгәндә директорға саҡырҙылар. Йүгергән еренән туҡтап, ул тәрән тын алып ҡуйҙы ла ҡатын-ҡыҙға ғына хас етеҙ хәрәкәт менән сәстәрен рәтләне, алъяпҡысының итәген тартты һәм, күҙҙәрендә нур балҡытып, өҫкә ҡарай сапты. Ә унда, батша һүрәте аҫтындағы яҙыу-һыҙыу өҫтәле артында, ҡулдарына бәйләм тотҡан йәш сырайлы, әммә сал сәсле директор ҡатынҡай тыныс ҡына ултыра ине.

– Һаумыһығыҙ, мадемуазель Мещерская, – тине ул французсалап, күҙҙәрен бәйләмдән айырмай ғына. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе тәртибегеҙ хаҡында һөйләшергә беренсегә саҡырмайым.

– Тыңлайым, мадам, – тип Мещерская, өҫтәл эргәһенә яҡынайып, уға асыҡ һәм теремек ҡараш менән баҡты, әммә йөҙөнә һис үҙгәреш сығарманы, уға ғына хас булғанса еңеллек һәм нәзәкәтлек менән ултырғыс ситенә ултырҙы.

– Һеҙ мине насар тыңлаясаҡһығыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға мин инандым, – тине директор һәм, ебен тартып, лаклы иҙәндә әйләнеп киткән йомғаҡты ҡыҙыҡһынып күҙәткән Мещерскаяға ҡарашын йүнәлтте. – Бүтән ҡабатламайым, тәфсирләп тә тормайым, – тине ул.

Мещерскаяға һалҡын көндәрҙә ялтырап торған голланд мейесенең йылыһы таралған, яҙыу өҫтәлендәге ынйы сәскәһенең еҫе аңҡыған был таҙа, ҙур бүлмә оҡшай ине. Баҫҡан килеш күркәм бер залда һүрәткә төшкән йәш батшаға, һөт төҫөндәге сәстәрен тигеҙләп ярып тарап, бөхтә итеп йыйып ҡуйған директорға ҡарап алды ла өндәшмәй тынып ҡалды ҡыҙ.

– Һеҙ инде ҡыҙ бала түгел, – эстән ярһый башлап, тәрән мәғәнә менән әйтеп ҡуйҙы директор.
– Эйе, мадам, – ябай итеп, күңелле генә яуапланы Мещерская.
– Мәгәр ҡатын да түгелһегеҙ, – тағы ла етдиерәк дауам итте түрә ханым, үҙенең биттәре еңелсә ҡыҙарҙы. – Иң тәүҙә әйтегеҙ әле – был ниндәй прическа ул? Был – ҡатындар прическаһы!
– Мадам, сәстәремдең матур булыуына мин ғәйепле түгел, – тине Мещерская һәм йәтеш итеп йыйылған сәстәренә ҡулдары менән һаҡ ҡына ҡағылып алды.
– Аһ, бына нисек, һеҙ ғәйепле түгел! – тине директор. – Прическағыҙ ҙа ғәйепле түгел, ҡыйбатлы тараҡ, атай-әсәйегеҙҙе бөлгөнлөккә төшөрөп, егерме һумлыҡ туфлиҙар һаттырып алдырыуығыҙҙа ла ғәйебегеҙ юҡ! Тағы ҡабатлап әйтәм: үҙегеҙҙең әле уҡыусы ғына икәнегеҙҙе бөтөнләй күҙҙән ысҡындыраһығыҙ…
Әлфиә ЗӘБДИНОВА тәржемәһе.


Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Иван Бунин





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook