Башҡортостан Ҡыҙы

«Ҡараңғы көн күшектергән мәлдә Һаҙағайҙар йәнгә нур өҫтәй...»

Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА


«Ҡараңғы көн күшектергән мәлдә Һаҙағайҙар йәнгә нур өҫтәй...»Билдәле шағир, тәржемәсе, публицист, байтаҡ мәртәбәле әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Әсхәл Әбүталип улы Әхмәт-Хужа аҡһаҡалдар йәшенә – 75-нә аяҡ баҫты. Халҡыбыҙҙың хазинаға тиң тел байлығы һәм рухиәтенә Көнсығыштың боронғо әҙәби традиция­ларын оҫта ҡушып, ҡабатланмаҫ гөлләмәләр тыуҙырған Әсхәл Әхмәт-Хужа ижады менән әҙәбиәтебеҙҙе яңы үргә күтәргән текә тауҙай. Әҙәбиәт донъяһында шулай: тау артына тауҙан бейегерәк булып баҫһаң ғына яҙғандарың баһалана. Был яҡлап Әсхәл Әхмәт-Хужа бәхетле. Уның балаларға, ололарға арнаған ҡырҡҡа яҡын китабы төрлө телдәрҙә ҙур дана менән баҫылып, үҙ уҡыусыһын тапты. Шағир бөгөн дә ижад һыртын елдәрҙән ашатмай, шиғыр менән нығытыуын белә.

Күгәрсен
Күк күгәрсен ағастарға ҡунмай,
Ҡыйыҡтарға ҡуна күк күгәрсен...
Ҡыйыҡтарҙа,
Тәҙрә төптәрендә,
Кешеләрҙең яҡты өйҙәрендә
Күгәрсенгә йылы күп, күрәһең...

...Һуң ҡайҙарға осор,
Ҡайҙа ҡуныр,
Ҡайҙан йылы табыр был йөрәгем?!

Күңел офоҡтары
(шәлкем)
Болоттар
Буҙ күктәрҙең яуыр болоттары
Йәйҙәр килһә шуны дөрөҫләй:
Ҡараңғы көн күшектергән мәлдә
Һаҙағайҙар йәнгә нур өҫтәй.

Күңелдәрҙең ауыр болоттары
Был ҡанунға һыйып йәшәмәй:
Ҡайғы йәше күҙҙән яуған мәлдә
Шатлыҡ нуры йәндә йәшнәмәй.

Йондоҙҙар
Тын күктәрҙең аҡыҡ йондоҙҙары
Сәйлән-сәйлән сәскә кеүектәр;
Ә ғәләм – нәҡ гөл яланы...
Әммә
Хыял һымаҡ,
Улар бейектәр.
Күңелдәрҙең аҫыл йондоҙҙарын
Тиреп һалып була устарға,
Ғүмер юлдарына теҙеп була
Һәм өләшеп була дуҫтарға.

Бурандар
Туң күктәрҙең зәһәр бурандарын
Кем һуң белмәй:
Улар йыш өрә,
Асырғанып асыуҙарын атҡас,
Һөттәй ҡарҙа эҙен йәшерә.
Күңелдәрҙең мәгәр бурандары
Ҡалдырыусан башҡа һөҙөмтә:
Йән ярһыуҙар һалған яман яра
Ярылып ятып ҡала эҙендә.

Сыуаҡтар
Сөм күктәрҙең йылы сыуаҡтары
Ябай ғына серҙе аңлата:
Ал ҡояшҡа ҡуша көндәр көлә,
Аҡ ай менән бергә таң ата.
Күңелдәрҙең йырлы сыуаҡтары
Эйә бит ул бүтән ҡөҙрәткә:
Ай-ҡояш та янмай баш осонда –
Йәйғор көлөп тора йөрәктә.

Тау һәм ир
Ҡурғаштай уй,
Ҡара таштай ҡайғы
Төшкән саҡтар булһа ир башына –
Донъяға ул, юҡ, ҡаңғырып баҫмаҫ,
Ҡараңғы төҫ ҡалҡмаҫ ҡарашына.

Ҡая йөкмәп торған тау ҙа, ана,
Ишелеп төшмәй ауыр күтәреүҙән:
Иңдәрендә бөркөт саңҡылдата,
Шишмә урғылдыра күкрәгенән.

Күңелем
Күпме йылдар артта ҡала...
Тик, күңелем, һин нәҡ бала:
Бер моңайып, йә йырлайһың,
Йә шатланып, бер илайһың.
Һин моңайһаң –
Аһ-зарыңдан
Ҡайындар ҙа көйөр кеүек.
Һин йырлаһаң –
Ауыҙ асып
Ҡаялар ҙа көйләр кеүек.
Һин шатланһаң –
Ер йөҙөндә
Бар күҙ йәше ҡорор кеүек.
Ә илаһаң –
Илама, тип
Гүрҙән әсәм торор кеүек.


Теги: Әсхәл Әхмәт-Хужа





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook