Башҡортостан Ҡыҙы

Нигеҙ

Нигеҙ
Марат ӘМИНЕВ

Яҙыусы, нескә мәрәкәгә, кинәйәгә ҡоролған юморескалары һәм намыҫ, әхлаҡ темаларын яҡтыртҡан тормошсан хикәйәләре менән уҡыусылар күңелен яулаған ижадсы, өс китап авторы Марат Әминев алтын йәшенә аяҡ баҫа. Баҫмабыҙға тәҡдим иткән яңы хикәйәһендә ул үҙенә генә хас ихласлыҡ менән, артыҡ бөҙрәләтмәй генә ысынбарлыҡты, беҙҙе уратып алған йәшәйеште һүрәтләй. Асылда, прозаик тәү ҡарамаҡҡа ябай ваҡиғалар эсенә алып инеп, уйланырға, күҙәтеүсе генә түгел, фекерләүсе булырға ла мәжбүр итә.

Нигеҙ


Хикәйә

Кәрим өйҙән сыҡҡас та һағайып тирә-яҡҡа күҙ ташланы. Кеше-фәлән күренмәгәс, шәп-шәп атлап ҡапҡаға ыңғайланы. Ҡапҡаны шығырҙатмаҫҡа тырышып япҡас, йәнә яҡ-яғын ҡармап сыҡты ла, урлашҡан еренән тиҙерәк алыҫайырға ынтылған уғрылай, йүгерә-атлай урам буйлап китте. Ҡапыл эргәләге ихатанан эт ләңкелдәне, ҡаршылағы йорт тәҙрәһендәге ҡорған шылды. Кәримгә бөтә йорттарҙағы барса халыҡ уны ғына күҙәтә, тикшерә кеүек тойолдо. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә шул. Киңерәк урамға сыҡҡас ҡына иркен тын алып ҡуйҙы. Бәй, бая ҡайһылайтып күк күкрәй ине, улар бер-береһенең ҡосағынан айырыла алмай ишелешеп ятҡанда өй һелкенеп ҡуйғандай итте хатта, ялт та йолт йәшен уйнаны, ә урамда күләүектәр ҙә юҡ. Аяҙ көндә йәшен ата тигәндәре шул булалыр, ахыры. Кәрим күк йөҙөнә күҙ һалды. Болоттар һаман таралмаған әле, шуғалырмы, көн дә болоҡһоп тора. Ҡояш күренмәһә лә, йәйге көн оҙон, эңер төшөргә байтаҡ ваҡыт бар әле.

Йәш ҡатындың иркәләүҙәрен хәтерләп, Кәрим йылмайып ҡуйҙы. Ярата белә, сибәр шайтан, ете йыл йәшәп ҡатынынан эләкмәгән наҙҙы унан күрә. Осрашыуҙарына ла ике ай ғына үткән икән, ә ярты ғүмере уның менән йәшәлгән кеүек. Тик бына бөгөн иҫте китәрҙе бит әле: йортоңдо тиҙерәк һалып бөт, шунда бергә йәшәрбеҙ, тип һалды. Аңламаҫһың ҡатын-ҡыҙ затын. Ара-тирә осрашып, танһығың ҡанғансы һөйөшөүгә ни етә, ә уларға мотлаҡ бергә булырға, ғаилә ҡорорға кәрәк. Йортоңдо тиҙерәк һал, имеш, ул бер ҡайғыһыҙ буйҙаҡ та, миллионер ҙа түгел. Өй тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул, өйһәң генә өйөлә ул. Ә Кәримдең инде ике айға яҡын, ошо сибәркәй менән бәйләнгәне бирле, унда эшләү түгел, йүнләп барғаны ла юҡ. Былтыр көҙҙән бураһын күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйғайнылар, шул көйө тора. Аҡсаһы ла артып бармай, унан бигерәк, теләге һүрелеңкерәне. Ҡатыны менән аралары боҙолоп тора шул. Бер-береһен шул тиклем яратышып өйләнгәйнеләр ҙә бит, хәҙер быны матур төштәй хәтерләргә генә ҡалды. Аралары алыҫлаша барған кеүек, ниндәйҙер боҙ һалҡынлығы барлыҡҡа килде. Элек бер-береһен һүҙһеҙ аңлаған ғашиҡтар тип кем әйтер уларҙы. Әүәл, Кәримдең берәй нәмә тураһында уйлауы була, ҡатыны шунда уҡ шул хаҡта һүҙ башлап иҫен китәрә ине. Үҙе лә ҡатынының уй-теләктәрен аңлап, бер бөтөн булып йәшәгәндәр икән. Нимәнән башланды һуң талаш-тартыш? Эштән һуң еҙнәһенән бензин бысҡыһы алып тороп, төҙөлөп ятҡан йортона барып байтаҡ эш ҡыйратты. Өй мөйөштәрен тигеҙләп бысты, төҙөлөшкә яраҡһыҙ ағасты утынға тураҡланы. Бысҡыны алып барып өйҙәренә ҡайтҡанда бик һуң ине инде. «Төн уртаһында ниндәй эш булһын, ҡыҙҙар артынан йөрөйһөң инде!» – тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды ҡатыны. Ас кешенең асыуы яман. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған Кәрим унан яманыраҡ итеп яуап бирҙе. Китте талаш-тартыш. Тора-бара бындай талаш йәнә бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Икеһе лә һүҙ күтәрмәй, әммә тыйыла ла белмәй. Һуңғы аҙна-ун көн тирәһе генә тынлыҡ хөкөм һөрә өйҙә. Әммә был үле тынлыҡ, бер-береһен күрмәйҙәр ҙә, һөйләшмәйҙәр ҙә. Их, бер бөтөн булып татыу йәшәүгә ни етә лә һуң? Теге ваҡыт, ул бензин бысҡыһы менән төҙөлөштә йөрөгәндә улдарының теше һыҙлауҙан кис буйы туҡтамай илап, ул ҡайтыр алдынан ғына йоҡлап киткәнен аҙаҡ ҡына белде лә бит. Бер-береңде башта тыңлап өйрәнергә кәрәк шул, күңелдәрҙе ауыр һүҙҙәр менән яралағас, һуң булып киткеләй. Өйҙә тыныслыҡ булмағас, төҙөлөшкә лә ҡулы бармай, осраҡлы рәүештә танышҡан ҡатын менән йыуана. Үҙенең йәшен менән уйнауын, был хәлдең аҙағы бик күңелһеҙ бөтәсәген дә һиҙенә ул…
Нигеҙ
Шулай ҙа бөгөн яңы өйҙө ҡарап ҡайтырға кәрәк, бәлки, күңеле бер аҙ урынына ултырыр. Осһоҙло ләззәт көҫәп ҡасып-боҫоп йөрөү ҙә тамам ялҡытты.
Район үҙәге тигән исеме генә бар инде был оло ауылдың, бер сәғәттә йәйәүләп тә теләһә ҡайһы мөйөшөнә барып етәһең. Тыҡрыҡтан боролоп бер аҙ барғас та яңы урамға килеп сыҡты. Элегерәк һабантуйҙар үткән майҙанда бер-береһе менән ярышып йорттар ҡалҡа. Уларҙың урамында көҙҙән генә Рәфил менән икеһенең өйө ҡуҡырайып ултыра ине, хәҙер ике тиҫтәләп йорт бураһы, мунса, гараж күренә. Бында ни эше, ни ашы юҡ тип тормай халыҡ, ауылдарҙан ошонда ағылыуын дауам итә. Ҡырҡ бәлә менән урын һатып алып, йорт һалып инергә тырышып ятҡан көндәре. Район үҙәгенә тоҙ һипкәндәр, тиерһең. Ауылдарҙа мәктәптәрҙе, клубтарҙы, китапханаларҙы ябыуҙы бер «мода»ға әйләндереп алғас, күсенеүселәр һаны оторо артты.

Кәрим йорт тирәһен иғтибар менән ҡарап сыҡты. Бура эсендә ятҡан бер нисә арыуыраҡ таҡтанан елдәр иҫеүен, унда-бында араҡы, һыра шешәләре ятыуын һанамағанда, әллә ни үҙгәреш тойолмай. Әллә ҡасандан бирле аяҡ та баҫмаған йорт өсөн ҡаза түгел быныһы. Йортон уратып йөрөгән ир ҡапыл нигеҙ тирәләй һалынған яҫы таштарҙың байтаҡҡа кәмегәнен күреп ҡалды. Бәй, аҫҡы имән бүрәнәләр урта һанда ғына ташҡа терәлеп тора бит. Ярай әле мөйөштәргә икешәр ҡат бетон плитәләр һалырға башы еткән. Юғиһә йорто шундай бейек итеп ҡоролған нигеҙҙән шауҙырап төшөргә лә мөмкин бит. Үҙе юҡтың күҙе юҡ, һай әттәгенәһе, ни ҡылырға һуң?

– Сәләм, күрше!
Рәфил икән. Тамам кәйефе ҡырылған Кәрим балалыҡ дуҫын күреүенә лә ҡыуанманы. Илтифатһыҙ ғына ҡулын һондо ла йәнә йорт нигеҙенә текәлде.
– Көнө-төнө төҙөйһөң, әй, йортоңдо, ниңә әҙерәк ял итмәйһең? – тип төрттөрөүен белә һаман был Рәфил. Бәләкәйҙән әсе телле булды, һаман шул ғәҙәтен ҡуймай. – Нимә, төҙөй торғас емерелә башланымы ни йортоң, күберәк сап теге ҡырҡ ир ҡалдығына, бүрәнәләрен дә йыйып ала алмаҫһың…
– Телеңде тый, тим, ауыҙыңды ҡайырам хәҙер, – Кәрим атылып килеп Рәфилдең күлдәк яғаһынан эләктереп алды.
– Ебәр, уйнатып әйткәнде лә аңламаҫ икән кеше! – Дуҫының холҡон яҡшы белгән Рәфил һүҙҙе шаяртыуға борҙо.
– Уйнап һөйләһәң дә ауыҙыңды үлсәп ас, уның тураһында тағы берәй әйтеп кенә ҡара! – Йөрәкһегән Кәрим дуҫын этеп ебәрҙе лә сүкәйеп ултырҙы.
– Үәт, мөхәббәт нишләтә кешене, быуып үлтерә яҙҙың бит, – муйын тирәһен һыпырғылаған дуҫы алыҫтараҡ тороуҙы хуп күрҙе.
Тынлыҡты яҡында ғына ҡапыл выжлаған бензин бысҡыһы боҙҙо. Тауыш килгән яҡҡа күҙ һалған Кәрим, Рәфилдең йортон яңы шәйләп, шаҡ ҡатты. Бәй, кәрниз-фронтоны ла сынъяһау итеп эшләнгән, нигеҙе нығытылған, тәҙрәләре бар. Рамдары ла буялған хатта, бөгөндән күсерлек тәһә.
– Ҡайһы арала өлгөрҙөң ул? – тип ғәжәпләнде Кәрим, асыуын онотоп.
– Ике ай тырышабыҙ инде атай менән, икәү ҡулалмаш төҙөрбөҙ, тигәйнек тә, һин «күңеллерәк эш» менән булышаң шул, – Рәфил һаман төртмә телен тыймай.
– Атай менән? Бәй, ул ҡайттымы ни?
– Ҡайтмай ҡайҙа барһын? Өйгә индермәйек, тигәйнем дә, әсәй йәлләне бит, – Рәфил йәмһеҙ итеп һүгенеп ҡуйҙы.
– Улай тимә. Атайым булһа, мин уны күтәреп кенә йөрөтөр инем, – Кәримдең йәнә төҫө боҙолдо.
– Һинең атайың үлгән, ә минеке малай саҡта, иң кәрәкле ваҡытта ташлап һыҙған – айырмаһын һиҙәһеңме? Ташлап кит һин дә ғаиләңде, улың үҫкәс рәхмәт әйтер тиһеңме? – Рәфил артығыраҡ ысҡындырғанын аңлап, йәнә ситкәрәк китте. Әммә Кәрим өндәшмәне. Уртын ауырттырғансы тешләп тора бирҙе.
– Атай ишараты хәҙер аҡылға ултырған, ғәйебен юйыр өсөн йүгереп йөрөй, әсәйҙең дә, минең дә күҙгә генә ҡарап тора. Тик һуң инде, күңел ҡатҡан, күргем дә килмәй, бынау өйҙө генә һалышып бөтһә, әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын, – Рәфил асырғанып тағы нимәлер һөйләргә иткәйне, кеҫә телефоны шылтыраны. – Эштә юғалтҡандар, – тип ашығып китеп барҙы.
А. ВАСИЛОВ һүрәте.


Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Марат Әминев





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook