Башҡортостан Ҡыҙы

«Ярһынамын мин дә сыҙамайса, Яҙ наҙына түҙмәй башлаһа...»

«Ярһынамын мин дә сыҙамайса, Яҙ наҙына түҙмәй башлаһа...»
Таңһылыу Ҡарамышева

Билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева ағинәйҙәр йәшенә артылып, үҙенең етмешен билдәләй. Ә ижадтың йәше юҡ, әҙибәнең яңы шәлкеме лә һәр ваҡыттағыса ярһыу, әммә аҡыллы, дәртле вә сәмле, шул уҡ ваҡытта сабыр, бер ҡараһаң, сабый көлөүен, икенсегә баҡһаң, ҡанбабалар көрһөнөүен сырамыттырған тылсымлы ипкене менән һуғара күңелде.

Ҡар ҡаҙҙары
Ала-сола булып ята
Иреп бөтмәгән ҡарҙар.
Әйтерһең дә, шымтайышып
Йомортҡа баҫҡан ҡаҙҙар.
Ҡанаттары аҫтарынан
Сығыр тиҙҙән себештәр.
Һарыҡас, йөнтәҫ сәскәләр
Бәпкә генә кеүектәр.
Ҡар ҡаҙҙары үтә лә һаҡ,
Шылт иткән тауышҡа ла
Сылтырап ҡойолоп төшә,
Тарала, ярсыҡлана.
Бер сипылдап ебәрергә
Яҙҙарға ваҡыт еткән:
Бәпкәләре сәскәләрҙең
Ҡар ҡаҙын инә иткән.

Шатлыҡ
Боҙҙарыңды аҡтар, донъяға сыҡ,
Йоҡлап ятма инде, уян, һыу!
Боҙ ташҡынға
әйләнгәнен күрһәм,
Күңелемә булмай яманһыу.
Ярһынамын мин дә сыҙамайса,
Яҙ наҙына түҙмәй башлаһа.
Үҙ-үҙемә һыймай ташҡынланам,
Боҙлоҡтарым йәнде ташлаһа.
Тормош ағышында ағып китәм!
Юҡ яҙҙарға минең ятлығым.
Ярҙарына һыймаҫ йылға төҫлө
Ашҡындыра яҙғы шатлығым.

Йөк
Ҡар аҫтында – сәскәләр...
Йөрәк аҫтында – бала...
Йөклө донъя, ауырлы –
Яҙҙарға инеп бара.
Алтындан булыр ялаҡ,
Көмөштән булыр буяҡ,
Күмелербеҙ төҫтәргә –
Орлоҡтан тыуыр ҡыяҡ.
Күпереп үҫер үлән,
Ҡотороп атыр сәскә.
Яҙ һулышы иҫертер –
Сәстәр бәйләнер сәскә.
Сылтыр-сылтыр сылтырар
Сулпылары тулҡындың,
Уйнаҡлар йымылдағы
Ҡояштағы осҡондоң.
Булырбыҙҙыр шатыраҡ,
Тойғолораҡ, хислерәк,
Ел саҡ-саҡ ҡағылһа ла
Сайралһа көрт селтерәп.
Ҡар аҫтында шыта гөл,
Шыта ғүмере барға.
Йөклө, ауырлы донъя,
Йөрәк аҫтында – бала.

Ләззәт
Ап-аҡ тунын сискән урман,
Донъя кейем үҙгәрткән.
Кинәнә ҡояш нурына
Ағаслыҡтар күлдәксән.
Итеген сисеп ырғытҡан,
Бейеп йөрөй ойоҡсан,
Ләззәтләнә йылы елгә
Бер хәсрәтһеҙ һайыҫҡан.
Шыршылар ҙа, ҡайындар ҙа
Бүрекһеҙҙәр, яулыҡсан:
Итәктәрен йәйелдереп
Төшөп килә таулыҡтан.
Бар тәбиғәт терелгәндә,
Минме кесе олоҡтан?
Шатлыҡ яланбаш булғанда,
Булмаҫ күңел бойоҡсан.

Орлоҡ һалам
Орлоҡ һалам ҡара ергә –
Ҡурпылаһын тамыры.
Ҡыуаҡланһын, үрсем бирһен
Тупраҡ, рәхмәт яуғыры!
Орлоҡ һалам ҡара ергә –
Изге ғәмәл башҡарам.
Үҫеп сыҡһын туйралыҡтар,
Күтәрелһен сауҡалар.
Бешәлектәр ишәйһендәр –
Орлоҡ һалам таштарға.
Ҡаяларҙан ҡарағайҙар
Ҡараһын алыҫтарға.
Орлоҡ һалам күңелемә:
Башаҡтарға һоҡланһын!
Сәғәт һуҡҡас, ваҡыт еткәс,
Шатлыҡтар орлоҡланһын.
Орлоҡ орлоҡто тыуҙырһын –
Ризығыбыҙ бөтмәһен,
Беҙҙе йәшәткән тупраҡты
Ырыҫ ташлап китмәһен.
Һабаҡланһын, ботаҡланһын,
Тармаҡтар бирһен тағы:
Тамырланған орлоғобоҙ –
Ғүмерҙең арғы яғы.


Теги: Таңһылыу Ҡарамышева





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook