Башҡортостан Ҡыҙы

Уймаҡ хикмәттәр

Уймаҡ хикмәттәр
Сабир ШӘРИПОВ

Арҙаҡлы хикәйәсе, кинәйә телле юмор оҫтаһы Сабир Шәрипов 70 йәшен билдәләй. Ошо матур уңайҙан файҙаланып, яҙыусыны байрамы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ һәм оҙон ижад юлы теләйбеҙ! Билдәле ҡәләм эйәһенән уҡыусыларыбыҙға күстәнәскә – яңы «Юл хикмәттәре». Прозаик, һәр ваҡыттағыса, үҙенә генә хас жанрҙа ҡатын-ҡыҙҙарға һөйкөмлө һәм һынамсыл, бәғзе саҡ мәрәкәле мөнәсәбәтен белдереп кенә ҡалмай, уйланырға, хатта моңланырға ла мәжбүр итә.

Ҡасып-боҫоп ҡына...
Бер ярайһы таныш ҡатындың, ғаиләһенә әйтмәйенсә, йә ҡасып-боҫоп, йә берәй һылтауын табып, ҡаланан ҡалаға барғылап йөрөгәне мәғлүм. Юҡ, юҡ, уны, оҙаҡ йәшәгерҙе, ғәйепләргә йә битәрләргә йыйынмайым.
Ғилләһе былай: ул, тупаҫыраҡ әйткәндә, уйнаштан тапҡан (үҙе һәм Хоҙай ғына белә) малайын күрер өсөн сыға икән ваҡыт-ваҡыт оҙон юлға. Ҡасандыр сабыйын, ғүмерлеккә баш тартам тип ғариза тултырып, етемдәр йортона тапшырған бисара. Хәҙер инде малайы нисәлер йәштә, үҙен сауаплы йәндәр уллыҡҡа алған, һәйбәт тәрбиәләйҙәр икән.
– Кемде «әсәй» ти һуң ҡан балаң? – тип һораным әүәлге апаруҡ яҡын, хәҙер ниңәлер ятһыраған танышымдан.
– Әлбиттә, тәрбиәләгән әсәһен. Донъяға тапҡанын түгел... Мин уның менән һөйләшкәнем юҡ. Күстәнәстәр тейәп барған булам да юлда әбей-һәбейгә өләшеп китәм. Ҡурҡам мин улымдан...
Баҡһаң, меҫкен ҡатынҡай, хәйер, меҫкен түгел, тормошта, матур ғына йәшәп яталар, һылыу ҡыҙ үҫтерәләр – улын боҫоп ҡына күҙәтә лә тәртәләрен кирегә бора имеш: тәүҙәрәк – балалар баҡсаһында, хәҙер – мәктәптә, тәнәфескә ҡыңғырау шылтырағас.
– Әле һигеҙ йәшлек баланан ыжлайһың. Улың ун һигеҙгә еткәс, нишләрһең? – тигән булдым.
– Әлләсе... – Әлеге «әлләсе» тигән һүҙ уны гүргә ингәнсе ғазаплар һымаҡ тойолдо миңә.

Уймаҡ хикмәттәрАймылыштар
Ҡунаҡҡа килгән ҡарт әбейҙе – әсәләрен – күмәкләп бик ҡәҙерләп оҙаталар. Поезд ҡуҙғалып китә, бала-саға ҡул болғай. Ҡайтыуға боролалар, ҡараналар. Бәй...
– Ҡәйнәмдең поезы бына лаһа! – ти кейәү кеше. – Посадка саҡ бөтөп тора...
Ҡыҙының шул саҡ йөрәге өҙөлөп төшә яҙа:
– Әй, Аллам!
Сабалар дежурныйға.
– Ниндәй поезға ултырҙы? – тип һорай уныһы – белмәй оҙатыусылар.
– Ҡайһы вагонда, нисәнсе урында? – ошо һорауҙарға ғына теүәл яуап бирәләр.
– Үҙе атлаймы? Һәйбәт һөйләшәме? Ҡайһылайыраҡ килбәте? – Вокзалдағы полиция үҙҙәренсә ҡыҙыҡһына. – Ике-өс поезд үткән, асыҡлағансы байтаҡ ваҡыт уҙасаҡ.
Әбейҙе көткән туғандарына телеграмма һуғалар. Төн йоҡламай, илашып бөтәләр. Ике көндән һуң ғына күрше өлкәләге өйөнә ҡайтып инә «сәйәхәтсе».
Юлда әҙәм балаһын хәтәр-хәүеф тә, хата-аймы­лыштар ҙа һағалай шул.

Аңлаштыҡ
Бер ҡыш ҡатыным ипле генә һүҙ башланы.
– Һуңғы юлы ҡайҙа барҙың әле, балыҡҡа тим?..
– Тә-әк, Ҡандракүлгә барылды... – булды яуабым. – Ә юҡ, Ҡамышлыға.
– Шулайҙыр тигәйнем дә, – көлөмһөрәй хәләл ефетем.
– Ә ниңә төпсөнәһең? – Ҡылтайып сыҡты тауышым.
Аңлатты. Баҡһаң, таң һарыһынан эшкә китеп барышлай уртаҡ танышыбыҙ мине автобуста күргән. Әҙәм ҡурҡытырлыҡ кейенгән булғанмын: өҫтөмдә – төҫө уңған ҡабарынҡы әрме бушлаты, аяҡта – төплө быйма, башта – күпте күргән кәпәс, ҡулда – таушалған ҙур сумка. Кешенән уңайһыҙланып, миңә сәләм дә бирмәгән теге. Танымаһын, йә кеше алдында һүҙ ҡушыр тип, минән йөҙ сөйөрөп үк ултырған. Үҙе уйлана икән: «Яҙыусы башы менән ниндәй хәлгә төшкән, эй, меҫкен! Ошолай ҡиәфәттә эшкә китеп бармаһа... Эскегә һалышты микән ни? Бисәһе ни ҡарайҙыр? Әрләйем әле үҙен бер тотоп...»
Осраша ике әхирәт. Теге ханымдың мине ҡасан, ҡайҙа күреүе асыҡланғас, рәхәтләнеп көлөшәләр, ҡатыным үҙенсә аҡлана:
– Ул ни, яңы кейемдән балыҡ ҡурҡа, ти ҙә, иҫкерәк ҡалын кейемдәрен ташламай шул.

Сана һәм бала
Ҡыш. Бәләкәйерәк ағас санала юрғанға төрөүле килеш ятам. Елмерҙәк тауы текәһендә ысҡынды бит сана атай ҡулынан. Күрше ауылдан ҡунаҡтан ҡайтып килгәс ни, хәле-торошо ҡулайһыҙыраҡ сағы ла булғандыр. Сана елә, ҡыҙа бара, ярай әле, боролошта йомшаҡ көрткә ҡаҙалды. Ҡолар ине юғиһә арыраҡ тәрән йырынға.
Шуны һөйләһәм, атам-әсәм ғәжәп ҡыла ине: ҡайҙан иҫләйһең, бәләкәй инең бит... Ҡурҡыштан хәтергә һеңгәндер, моғайын.

Уймаҡ хикмәттәрУйсан ине ҡатынҡай
Малайын тубығына ултыртып, автобуста бер ҡатын китеп бара. Арыу кейенгән. Йәнәшәһендә ир ултыра, уның да өҫтө-башы фырт. Эйе, улар ауылға уның туғандарын күрергә, өйләнеүгә фатиха алырға юлланған.
Ҡатын уйсан. Ниңә малайҙы алдына алманы әле буласаҡ ире... Үҙенеке булмағас, ни бысағыма, тиме. Туҡта, туҡта, ә анау көндө?
...Ярты йыл була инде буйҙаҡ ирекәйҙең балалы ҡатынға йөрөүенә. Илгәҙәк малай уға тиҙ өйрәнде, хатта ҡай саҡ «атай» тип өндәшергә самалай, аңын-тоңон белмәйенсә. Күстәнәс менән уйынсыҡ тотоп, уҙған ялда ирекәй йәнә килде өйҙәренә. Ауылына барырға килештеләр. Шул саҡ ишектән малайы күренде. Ул шунда уҡ таныш кешеһенә ынтылды, тупраҡлы ҡулдары менән хатта тубығына һарылды. Тегеһе сабыйҙы еңелсә этеп ебәрҙе. Әллә ҡупшы кос­тюмы бысраныуҙан ҡурҡты. Әллә... бала яратмай.
Ошо ваҡиғаны иҫләп, башын тотто ҡатынҡай. Ир булаһы юлдашы йоҡомһорап килә; башын тәҙрәгә терәп, малайы ла ойоған. Аһ, тормош юлы ауыл юлы ғына түгел дәһә. Һуң түгел, кире боролорға! Ҡатын бер ҡулына улын етәкләп, бер ҡулына төйөнсөгөн күтәреп, водителгә ниҙер өндәште.
Автобус туҡтаны. Тиҙҙән малай етәкләгән ҡатын, уңға-һулға ҡаранып, юл ашаһындағы туҡталышҡа атланы.


Теги: Сабир Шәрипов





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook