Башҡортостан Ҡыҙы

Аждаһының селәүсенгә әүерелгәне

Аждаһының селәүсенгә әүерелгәне
Гөлнур Яҡупова

Байтаҡ хикәйә-повестар, шиғыр йыйынтыҡтары, барыһы ла яратып ҡабул иткән «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупова V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһендә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының дәртләндереү призына лайыҡ булғайны. Был хикәйәне һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.

Аждаһының селәүсенгә әүерелгәне
Хикәйә
Әсәйем ауыл араһынан уғата ярһып ҡайтып инде. Асыуы ҡабарған. Һиҙәм, миңә төшөрәсәк был юлы асыуын. Йәшен тиҙлеге менән мейемдә теркәлгән ҡырын ҡылыҡтарымды байҡап сыҡтым: әллә ни ҙур ғәйептәремде тапманым, улай ҙа, яҡлау өмөт итеп, өләсәйем тирәһенәрәк йылыштым.
– Алама данығыҙ сығып, битемдән көлһәгеҙ, аҫам мин һеҙҙе, тигәйнемме? Тигәйнем!
Быны ишеткән һеңлем иларға әҙерләнде, өләсәйемдең итәгенә барып йәбешә һалды.
– Арҡан менән аҫам апайыңды! Бөтә мир алдында рисуай иткән мине, оятһыҙ! Аҫам! Икегеҙгә лә аҡыл булыр!
Әсәйем һелкетә баҫып кәбәркәгә бау эҙләргә сығып китте. Өләсәйем һеңлемде мейес башына мендереп ебәрҙе, мине өҫтәл артына баҫтырҙы, үҙе, ҡаҡса түшен ҡаҡайта биреп, ҡулдарын ҡанат һымаҡ итеп ике яҡҡа йәйҙе, ҡурсаламаҡ инде.
– Ҡурҡма, Зөбәржәт, балам, хәҙер баҫыла ул әсәйең, берәй алама хәбәр ишеткәндер... Нишләп аҫһын, ти...
Өләсәйем мине шулай йыуатҡан була, ә үҙенең тауышы ҡалтырап тора. Әсәйем беҙҙе бер тапҡыр шулай ҡурҡытҡайны бит. Эйе, ысын, аҫа яҙғайны...
Биш йыл элек булды ул хәл. Өләсәйем миңә шишмәгә һыуға барырға, һеңлемә соланды, болдорҙо яҡшылап һеперергә ҡушып, күршегә сыҡҡайны. Ә мин ҡыҙыҡлы китапҡа йәбешкәнмен, һеңлем минән ҡалған иҫке портфелдә бутана, тәтәйҙәре, төҫлө ҡәләм-фәләне лә шунда – һүрәт төшөрөргә әүәҫ ул бигерәк. Мыжырға тотондо: «Апайыма һыу ташырға ғына, ә минең ҡулымдан һепертке төшмәй... анау әкиәттәге йәтим ҡыҙыҡай шикелле ни...» Золушка-Көлһылыу хаҡында әкиәт һөйләгәйнем уға, онотмаған. «Әтеү бар шишмәгә, ҡулыңдан килһә! Илаҡ!» – тигәйнем, был ҡысҡырып тороп иларға тотондо. Шул саҡ әсәйебеҙ ҡапыл алдыбыҙға килеп баҫмаһынмы! Ғәҙәттә уның ҡайтыуын ҡапҡаны елтерәтеп асыуынан уҡ белә инек, ә был юлы нишләптер шым ғына ингән дә болдор буҫағаһына килеп ултырған. Ишеткән инде беҙҙе.
– Йәтимлек теләп илашып ултыраһығыҙмы, эшем эйәләре! Нервымды ҡаҡшатып! Атайығыҙ ана шуға ҡайтмай ҙа. Вахталы эшкә күсмәй, миңә йылына бер генә отпуск тип алдаша, белгес, йәнәһе, берәү. Һеҙҙе йәлләп эйәрмәнем... Өләсәйегеҙҙе йәлләп... Ана, ауыл тултырып һөйләп сығарғандар, Маһиранан башҡа ҡатын бөткәнме, Себерҙә йәш ҡыҙҙар тулып ята, тип. Ә бында балалары талашып, илашып ултыра, бөттө нервым! Аҫам мин һеҙҙе, шунан үҙем аҫылынам!

Шунанмы? Шунан беҙҙе ишек төбөнә килтереп һырыҡтырҙы ла, урҙаға матурлыҡ өсөн эленгән сигеүле ике таҫтамалды һөйрәп төшөрҙө лә... ултырғыс килтереп ҡуйҙы ла... шул ултырғысҡа менеп баҫты ла... муйыныбыҙға элмәк итерҙәй булып, таҫтамалдарҙы һелккеләне, үҙе ярһып-ярһып ҡабатларға тотондо: «Әрләшмәйһегеҙме бүтән, буштан-бушҡа илашмайһығыҙмы?!» Һеңлем: «Әсәкәйем, юҡ-юҡ, иламайым!» – тип сәрелдәй, ә мин гүйә телдән яҙҙым, әллә тауышһыҙ ҙа ҡалдым ­– ҡысҡырам, өнөм сыҡмай. Әсәйем, шуны һиҙепме, ултырғыстан һикереп төштө лә таҫтамалдарҙы иҙәнгә ырғытты. «Нервымды!..» – тип, һулҡылдап илап карауатҡа барып йығылды. Шул саҡ өләсәйем ҡайтып инде, аунап ятҡан ултырғысты, иҙәнгә ырғытылған ҡәҙерле таҫтамалдарҙы, илап буҫығып бөткән әсәйемде күреп шаҡ ҡатты. Әсәйем үҙе былай ныҡлы ул, илап бармай. Аяуһыҙ уҫал да түгелсе, ҡапыл ҡыҙып китеүе генә бар. Өләсәйем иң башта уны ҡайғыртты: маңлайына еүеш сепрәк ҡуйҙы, өҫтөнә шәлен япты, арҡаһынан һөйҙө... Беҙҙе етәкләп соланға алып сыҡты, ни булды, тип һорашты. Хәбәребеҙгә ышанмай, шаңҡып ҡалды. Аҫманы, ҡурҡтыҡ ҡына, тинек. Дөрөҫөрәге, һеңлем һөйләне, мин баш ҡағып торҙом, аҙна үткәс кенә ҡайтты тауышым.
Ана шул хәлдән бирле беҙ әсәйемде асыуландырмаҫҡа тырышабыҙ. Уның нервыһы ҡуҙғығанын атлап килеүенән самалайбыҙ, шымабыҙ, берәй эш менән мәшғүл булырға тырышабыҙ, ә өләсәйем: «Тағы нервылашып ҡайтып килә, нахаҡ һүҙ ишеттеме икән киленкәйем, кеше һүҙе ел бит ул, иҫә лә үтә лә китә...» – тип һамаҡларға тотона. Был юлы ла шулай: өләсәйем, һамағын яңыртып, ҡашығаяҡ ҡыштырлата башланы, мин тауыҡ еме һалынған табаҡты тотоп тышҡа ыңғайланым, һеңлем төҫлө ҡәләмдәрен өҫтәлгә теҙеп һалды ла һүрәт төшөрөргә ултырҙы. Был һыналған алым инде, беҙҙең татыулыҡты, ҡул ҡаушырып ултырмағанды күреп, әсәйемдең күңеле була.
Аждаһының селәүсенгә әүерелгәне
Бигерәк тә һеңлемдең һүрәттәре тиҙ йыуата уны, яйы килгәндә үҙе лә ҡушылып китә, сәскә булһа ла яһап ҡуя. Ҡулы оҫта бит уның, кейем бесә, тегә, сигеү сигә. Һеңлемә әйтә: «Минән сыҡманы рәссам, хыял иткән һөнәрем шул ине лә... Ҡыҙым, һине шул һөнәргә уҡырға бирәм, ана, атайың да хат яҙған, бәләкәсебеҙгә майлы буяуҙар, ҡылҡәләмдәр алдым, посылка һалам, тигән. Посылка һала ла ҡотола! Нисәмә йыл...»
Атайым йыш ҡына һала ул посылканы, Себерҙә, күрше апай әйтмешләй, аҡсаны ҡутарып ала. Бәләкәйерәк саҡта, Себерҙә ныҡ һыуыҡ, тиҙәр, атайым боҙ араһынан ҡутарып аламы икән аҡсаны, тип уйлай торғайным.
...Был юлы әсәйем оторо ныҡ ҡыҙғанға, сығырынан сыҡҡанға оҡшай шул. Бына ул кәбәркәнән оҙон ғына бау һөйрәп индерҙе. Шуны тегеләй-былай әйләндереп-тулғандырып, һуҙып-тартып маташты ла миңә табан килә башланы. Янауы буш түгел, тимәк. Теге юлы, биш йыл электе әйтәм, ултырғыста баҫып торған әсәйемде мин хаҡлыҡ алиһәһе итеп күҙ алдыма килтергәйнем: ике ҡулы таҫтамалдарҙы бер күтәрә, бер төшөрә, әйтерһең, беҙҙең ғәйебебеҙҙе үлсәй... Эйе, ҡурҡыуҙан арынғас, ғәзиз кешемде аҡларға теләптер, шул образды уйлап тапҡайным һәм хәтеремә һеңдергәйнем. Ә әле сәстәре ялбыраған, күрәһең, яулығы кәбәркәлә бау эҙләгәндә һыпырылып төшөп ҡалған. Ярһыуынан йөҙө бурҙаттай ҡыҙарған, төкөрөк сәсеп ҡысҡырып әрләшкән әсәйемде ауыҙынан ут бөрккән аждаһаға оҡшаттым. Башымда бер уй сабыулай: мин уның битенән көлгәнмен – нисек, ҡасан?! Бына «аждаһа» яныма уҡ килеп баҫты, уның утлы тыны тәнемде өтөп алды. Әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Шул мәл «аждаһа» гөрҫ итеп иҙәнгә ауҙы. Тауыш-тынһыҙ ята. Нисә минут уҙғандыр, иҫемде йыйып, медпунктҡа сығып йүгерҙем. Фельдшер Асия апай әҙер генә торған сумаҙанын эләктереп беҙгә йүгерҙе. Өйгә унан алдараҡ барып индем: әсәйем һаман иҙәндә ята, күҙҙәре йомоҡ. Эйе-эйе, теге аждаһа юҡ, ә иҙәндә йәл ҡиәфәттә ғәзиз йән эйәһе – әсәкәйем ята. Тын ала һымаҡ? «Әсәй, үлмә, аҫһаң аҫ мине, үлмә генә!» – тип, уның янына теҙләндем. Яңаҡтарымды үҙәгемдә ҡайнап сыҡҡан күҙ йәштәрем өтөп алды...

Асия апай әсәйемдең түшенә тыңлағысын ҡуйып йөрәген тыңлап алды, укол һалды. Әсәйем күҙен асҡас, уға өндәште: «Нервыларыңды һаҡларға кәрәк, Маһира. Район дауаханаһына оҙатам һине, былай ғына булмай... Йәшһең бит әле, ҡыҙҙарыңды үҫтерәһең бар, шуны уйла!»
Әсәйемде етәкләп карауатҡа алып барып ятҡырҙыҡ. Саҡ ҡына хәл алғас, телгә килде: «Магазинға инһәм, туп-тулы кеше, миңә ҡараған да ҡатҡандар. Яңыраҡ армиянан ҡайтҡан шофер Ғәбит, имеш, минең Зөбәржәтемә күҙ ҡыҫҡан да, тиҙерәк үҫә һал, кәләш итеп алам, тигән...»
– Әйтһәсе, шофер егет мут була, ике күҙе ут була, тигәнде ишеткәнең юҡмы ни? – Асия апай шулай тигәс, юҡ хәлен бар итеп, әсәйем йәлп итеп тороп ултырҙы. – Ятып ҡына тор әлегә, – тине апай, ҡәтғи итеп, – хәҙер машина килеп етер, йә, ярһымай ғына һөйлә, юҡһа, һуштан яҙыу – бер, инсульт икенсе нәмә...
– Минең ҡыҙыҡай, әҙәм ғәрлеге, шул Ғәбиткә: «Но я другому отдана, и буду век ему верна», – тигән дәһә! Урыҫсаны аңламаған кеше бармы хәҙер? Ун биш йәшлек ҡыҙ бала кемгә бирелеп йөрөй икән, тип, ауыл уратып һүҙ юллай халыҡ. Сыҙарлыҡмы быға, уф, Хоҙайым!
Асия апай һынап миңә ҡараны. Әйттеңме ни шулай, тигән һорау яҙылғайны уның ҡарашында.
– Әйттем, үҙе шаяртып һөйләшкәс, мин дә... Кем уйлаған ул наҙандың Пушкинды ла уҡымағанын! Битенә төкөрәм мин уның, ләстит тоҡсайының! ­– Шулай тинем дә, тел осома килгән һүҙҙе саҡ йотоп өлгөрҙөм. «Нервыма тейһә!» тигән һүҙҙе...
Бына нисек килтереп бәрә икән ул уйҙырма хәбәр – нахаҡ!
– Пушкин? – Асия апай ҡашын йыйырҙы, шунан усы менән маңлайына сәпәне: – Ә-ә, «Евгений Онегин», Татьянаның хаты... Классика! Һы... Ғәбитте әйтәм, наҙан уҡ егет түгел, бәлки, һеҙҙе ишеткән берәйһе аштырып-шаштырып таратҡандыр әле хәбәрҙе. Борсолма, балаҡай, халыҡ һынамсыл ул, ерле-юҡтан яманат яғылмаҫ, анығы асыҡланыр.
– Хәлем генә юҡ, йөрәк бәлтерәп тора, йүнәлеп кенә алайым, йәнен алам мин ул Ғәбиттең! – Әсәйем йоҙроҡтарын төйнәне...
Әсәйем дауаханала оҙаҡ ҡына ятты. Атайым шул арала бесән эшләргә тип ҡайтты ла ҡабат Себергә китмәне. Өләсәйем уға: «Киленде, һин беҙҙе ташлағанһың икән, тигән имеш-мимеш менән йәнен игәп, сиргә һабыштырҙылар, ғәрсел бит ул, хәҙер ана ҡыҙҙарыңа нахаҡ ҡағыла башланы, яҡлаусылары булмағас, ҡайт, юғиһә ризалығым юҡ!» – тип, ныҡ асыуланған икән.

Шул арала теге Ғәбит Өфөгә умартасылар курсына киткән, уларҙың нәҫел кәсебе шул, нимәгә йөрөгәндер шофер булып. Күҙенә бәреп, сәсрәтеп әйтер инем үпкә-нәфрәтемде, сығып тайған бит, уҡыған еренә барып ауҙарып булмай ҙаһа эсемә һыймай ҡужғыған асыуымды, түҙәм инде. Ҡайтһын әле, ишетер ишетмәгәнен!
Нәфрәттең ҡурҡыуҙан да яман икәнен аңланым. Әсәйемдең ярһыуы ауыҙынан ут бөркөп өҫтөмә ырғырға торған аждаһа булып күҙемә күренгәйне бит, ана шул аждаһа хәҙер минең эсемә инеп ҡоторона кеүек. Йөрәгем яна, тамырҙарымда ҡан урынына ялҡын аға гүйә. Урамға сыға алмай өйҙә ултырам, сыҡһам, күргән берәү төртөп күрһәтәсәк, ана, аҙғын ҡыҙыҡай китеп бара, тип. Дөрөҫлөк өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы, сабыр итергә генә ҡала. Ә ҡайҙан алырға ул сабырлыҡты?!
Оҙаҡламай – мәктәпкә, нисек ҡаршы алырҙар унда мине?! Бына барып индем, ти, ун һигеҙ тиҫтерем миңә һынап ҡарап ултыра, кемеһелер мыҫҡыллы йылмая, кемеһелер ятһынып, хатта ки ерәнеп ҡарай, уф! Ышанам, сафлығыма шикләнмәүселәр ҙә бар! Мәҫәлән, Сафура әхирәтем менән уның игеҙәге Айнур. Сафура йыш ҡына инеп сыға беҙгә, киноға саҡыра, бер килгәнендә Айнурҙан хат ҡалдырып китте. Бәй, ҡайҙа әле ул малайҙың хаты? Аҙаҡ уҡырмын, тип һалып ҡуйғайным, онотҡанмын бит. Ә, бына лаһа. Конверт эсенә һалған булған, Сафуранан йәшерен һүҙе барҙай... Астым, уҡыным да шаҡ ҡаттым: егет остоғо берәү, мин һине яратам, тигәнсе! Пушкинды, Татьянаны күңел түремдә йөрөтөүемде ул аңлай, йәнәһе. Борсолма, мәктәптә һине ҡыйырһытырға бирмәм, тип тә фәстергән. Көлөп ебәрҙем хатта! Табылған рыцарь... Ҡапыл мейемдә гөлт итеп ҡабынған фекергә ылыҡтым: хат яҙырға! Айнурға түгелсе, ә теге ғәйбәтсе Ғәбиткә. Ҡайтыуы менән ҡулына алып барып тотторормон, телемде әрәм итеп һүҙ ҡатып та тормам, башымды сөйөп боролор ҙа китермен!
«Ғәбит ағай!» Шулай тип башланым да икеләнеп ҡалдым: «ағай» тиергәме? Йәш кенә егет, төҫкә сибәр үҙе, әҙәм аҡтығы тимәҫһең... Уф! Киттем теҙеп, киттем теҙеп... Өс дәфтәр бите тулғансы яҙҙым. Уҡып сыҡтым да ҡәнәғәт ҡалдым: ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, «оятһыҙ!» тип ослап ҡуйғанмын. Таман ғына!
Ә кисә өләсәйем, башымдан һыйпап, топ-тойоҡтан: «Матур булып үҫеп киләһең бит, күҙ теймәһен, бер Ғәбит кенә түгел, башҡа егет-елән дә ҡылыңды тартып ҡарар, әйтәгүр...» – тинесе. Һы... Ҡәлбемдә сәм морон төрттө. Көҙгөгә ҡараным: һылыулығым бар былай, әсәйемә оҡшап, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлымын. Холҡом да әсәйемә тартҡан шул, яндырайлығым юҡ түгел.

Туҡта әле, өләсәйемдең өгөтөнән һуң эсем уғата янып бармағандай, аждаһа шымайғандай? Шулай һәүетемсәрәк бер нисә көн үтте. Атайым ихатала бысылған түмәрҙәрҙе яра, мин, башымды баҫып, уға ҡарамаҫҡа тырышып, ярылған утындарҙы аҙбар яғындағы утынлыҡҡа ташыйым. Ә теге сәм, бер уянғас, йоҡламай, ғәйебең барҙай күҙеңде йәшереп йөрөмә, тип бойора. Ысынлап та, яҡын кешемә лә асыла алмағас, ҡурҡаҡтың ҡурҡағы, бахыр ҙаһа мин әтеү. Атайым маңлайынан тирен һыпырып, ял итеп торған арала тоттом да әйттем: «Ялған хәбәргә ышанма, атай! Әсәйемде аяҡтан йыҡтылар, хәҙер мине...» Һүҙемде тамамларға бирмәне, атайым мине күкрәгенә һыйындырып башымдан һыйпаны ла: «Мин ғәйепле, ҡыҙым, һеҙҙе яҡлаусыһыҙ ҡалдырғанға. Буш һүҙҙе уйыңа ла индермә, үҙеңде кәмһетеп», – тине.
Кискеһен теге хатты ҡабаттан уҡып сыҡтым. Мин яҙғанмы быны?! Күпме кәрәкһеҙ, сәпкә теймәҫтәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр! Быны уҡығас, Ғәбит ағай хахылдап көләсәк кенә, иҫәргә һанаясаҡ. Һанаһасы, уның фекере миңә хәжәтме, тип арҡырылашты мин-минлегем: ошо осор үҙ фекеремдең, үҙ-үҙемә ихтирамдың да бик тә ҡиммәт икәнлеген аңлай баш­ланым. Хатты йыртып, аласыҡта мал-тыуарға тигән ризыҡ бешкән ҡаҙан аҫтындағы усаҡҡа ташланым. Ҡағыҙҙың бөгәрләнеп янғанын ҡарап торҙом, унда яҙылған һүҙҙәрҙең өнгә әүерелеп һөрәнләгәнен ишеткәндәй булдым: битем әллә усаҡ ялҡынынан, әллә ун биш йәшлек ҡыҙ баланың ауыҙынан сыҡмаҫтай тупаҫ һүҙҙәрҙән оялып, ҡыҙарып сыҡты.

Күкрәгемдә асыу һаман уҫаллаша ине әле. Баяғы эсемә инеп оялаған аждаһа кәрһеҙләнә төшкән, тоям, әммә тынғы бирмәй, үрәпсей. Икенсегә ҡулыма ҡәләм алдым. Тағы хат яҙҙым. Бер бит итеп был юлы. Бар үпкәмде һыйҙырҙым, әйтеп бөтөрҙөм һымаҡ. Инде Ғәбит ағайҙың ҡайтыуын көтәм. Битенә үк бәрмәм, алдына барып баҫырмын да ҡулына тотторормон һәм, ҡырт боролоп, ғорур ҡиәфәттә китеп барырмын.
Ниһайәт, әсәйем дауахананан сыҡты. Атайым уңарсы еңел машина, саҡ ҡына тотонолған «Жигули», алырға өлгөргәйне, әсәйемде шуның менән барып алып ҡайтты. Ауыл гөж килде, әлбиттә. Атайымдың Себерҙә ел ҡыуып йөрөмәүен, аҡса туп­лауын, ғаиләһенә етеш тормош тәьмин итергә тырышыуын, ҡатынын ташламауын, тимәк, яратыуын, бәйнә-бәйнә һөйләнеләр. Минең хаҡта – ләм-мим, Пушкиндың эҙенә төштөләр, «гонаһымды» аҡланылар, ахырыһы. Ишетеп тормаһам да, беләм. Мин бит донъяның уңын-тиҫкәреһен аңғара башлағанмын!
Әсәйемә табиптарҙың дауаһы килеште. Танымаҫлыҡ үҙгәрҙе: йөҙөнән йылмайыу китмәй, өләсәйем әйтмешләй, аяғы ергә теймәй, осоп ҡына йөрөй. Әле генә бына әхирәте Әсмә апай инеп сыҡты, бер йөк хәбәр ауҙарып китте. Ғәжәп, әсәйемдең нервыһы шыҡ та итмәне! Маһираның донъяһы ире ҡайтҡас ҡына рәткә инә башланы, ялҡау ҙаһа ул, тип һөйләгән, имеш, кемдер. Өләсәйем менән мин һағайып бер-беребеҙгә ҡараштыҡ, әсәйем аптырап та торманы: «Ир иркәһе шул мин», – тине лә сылтыратып көлдө лә ҡуйҙы.

Ғәбит ағай иртәгәләрҙә ҡайта, тиҙәр. Ҡайҙа, хатымды ҡул осонараҡ алып ҡуяйым? Бер уңайҙа йәнә уҡып сыҡтым. Һы... Тәүгеһенән өс тапҡырға ҡыҫҡарһа ла, икенсе хат та барыбер оҙон, үҙе тоҙһоҙ һүҙҙәр менән тулған икән. Өс көндән ун алты йәшенә китәсәк сибәр, аҡыллы ҡыҙ, үҙенең бәҫен төшөрөп, шулайтып яҙырмы ағай кешегә. Егет кешегә!
Алдыма аҡ ҡағыҙ һалдым. Ҡәләмемдең осон ҡағыҙға терәнем. Һүҙ яҙылманы. Ниндәйҙер нәҙек кенә һыҙыҡ бормас­ланым. Селәүсен һымаҡ. Ярабби! Аждаһаның селәүсенгә әүерелеүеме? Хыялсан ғына ҡыҙ ул мин, китапты күп уҡыйым, уҡығанымды күҙ алдыма килтереп төрлөсә пәйҙәләй торған ғәҙәтем дә бар. Асылым-булмышымды уйым менән ҡапшап сыҡтым: асыуым, үпкәм, ғәрем бер мөйөштә селәүсендәй бөгәрләнеп кенә тынһыҙ-тауышһыҙ ята, тора-бара бөтөнләй юҡҡа ла сығыр? Быны өлкәнәйә, сыныға барған аҡылым иҫкәртә булыр.
Ҡағыҙҙағы селәүсенде нишләтәйем? Осона күбәләк һүрәте төшөрҙөм дә ҡанаттарын зәңгәргә буяп ҡуйҙым. Зәңгәр күбәләк күргәнем юҡ таһа? Әй ҙә... Осһон да...

Теге ағай ҡайтҡан, тип килеп шыбырланы ҡолағыма һеңлем бер көндө. Уҡыу кәрәк-ярағы алырға тигән һылтау менән магазинға киттем. Күрәм, магазин алдында Ғәбит ағайҙың машинаһы тора. Йөрәгем дарһылдап тибергә тотондо. Бынағайыш... Һомғол буйлы егет машина кабинаһынан һикереп төштө лә, ҡуйы бөҙрә сәстәрен елгә елберләтеп, йылмайып ҡаршыма атланы. Ул! Ауыҙымды асып баҫып торам, бына-бына әсе һүҙҙәрем атылып сығырҙай... Сыҡмайҙар? Аждаһа үлгән дә, ти, ә телем тере ләһә, ниңә тыйылды?
– Сәләм, Зөбәржәт! Бер ай эсендә донъя һылыуына әйләнгәнһең дә ҡуйғанһың, кәләш итеп алырмын, буғай, үҙеңде, ә? Үҫә һал тиҙерәк! Ҡара-ҡара уны, күҙҙәре йәшел икән, зөбәржәт төҫлө, их кенә! – Егет һүҙ уйната, күҙ ҡыҫа, ҡаш һикертә, ә мин, арбалғандай, ҡарап тик торамсы?! Асыуым да ҡабармай. Әллә күҙем төштө шуға?! Күңелемдең иң-иң төпкөлөнә йәшеренгән сер тертләтте: теге юлы шаяртып һүҙ ҡатышҡанда уҡ йөрәгем тоҡанғайны, ләстит таралғас, хыянат кисергәндәй, үлә яҙып ғәрләнеүем дә шунан ине. Серем ысҡынып ҡуймаһын – телемде нығыраҡ тешләнем.
Боролоп китеүҙән башҡа сарам ҡалманы. Көтмәгәндә, бөйөк Пушкиндың шиғыры ҡолағыма салынды: «...Она ушла. Стоит Евгений, как будто громом поражен. В какую бурю ощущений теперь он сердцем погружен!» Был юлдарҙы бит Ғәбит ағай әйтте, уның тауышы?! Тәүге һөйөү ауазымы шулай хыялландыра мине? Ысынмы?!
Әллә... Ә бына аждаһаның селәүсенгә әүерелеүе, артабан күбәләк булып һауаға осоп китеүе – ысын!
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.


Теги: Гөлнур Яҡупова





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook