Башҡортостан Ҡыҙы

Боҫоп та ғына һайрай һандуғас

Боҫоп та ғына һайрай һандуғас Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Сабир Шәриповтың ижады киң ҡоласлы – юл мәҙәктәрен, хикәйәләрен, романын әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул иткән. Мауыҡтырғыс сюжеты, һутлы теле, үҙенсәлекле тос фекерҙәре яҙыусының әҫәрҙәрен уҡымлы итә.

Хикәйә
...Утыҙлап йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, әүәлге дуҫтарҙай осрашты был икәү.
– Сәфинә-ә! – ғәжәпһенеп тә, икеләнеберәк тә тәүҙә биштәрле ирекәй өндәште тар ғына таш юлдан яйлап балалар арбаһы этеп килгән ҡатынҡайға. – Сәфинә?..Ҡара әле...
– Бә-әй, Һула?...
Ҡатын «Һулаҡай» тип әйтеп бөтмәүенә һөйөндө, ә ир кеше асыҡ- шаран: – Һорашып торғоланым һирәк- мирәк һине зимләктәреңдән, – тине.
Арбалағы сабый, һөйләшеүгә ҡушылғандай, ныйылдай башланы.
– Бәһлеүән, әй, әлүктән арбаһын ҡалай һелкетә! Әллә үҙеңдеке, бабуля?
– Иллелә бала тапҡан, тип бот сабырҙар! – ҡатын шаяртыуға үпкәләмәне. – Өйө а-ана... Ҡыҙымдың малайы был. Ярай, ныҡлап уянмаҫ борон, апҡайтайым.
Сәфинә колясканы тимер ҡапҡаға ыңғайлатты, Батыр йәнәш атланы. – Ә... нисек йәшәү? Дөрөҫөрәге, ҡайҙа?
– Ауылда инде, ҡайҙа булһын. Медпункт ябылды, эш юҡ. Өйҙө һатып, бында күсергәрәк тә уйланыла. Ә үҙең һуң?
– Хәҙер бәғзеләр ауылға тартыла. Хатта мин... Ну, дәртеңә дарман, – тип ҡеүәтләне уны Батыр. – Үҙемме? Һаман урман хужалығында, шоферить итәм. Бисәм үлеп ҡуйҙы, яман ауырып... Ней, Сәфинә, әйҙә иркенләп кенә гәпләшеп ултырайыҡ, ә-ә? – Теге өнһөҙ, тимәк, икеләнә йә риза. – Мин кәнде отпускыла...

...«Абау, бисура! Ул тиклем биҙәнмәһә оло башы менән! Күҙҙе ҡыҙҙыра, йәнәһе! Уйнатып әйттем дәһә, баҡсала ҡунырбыҙ, тип». Ирекәй ҙә әскелтем күҙәмәһен эсенә йомдо.
Батыр бөгәсә һөйләнсек түгел, шулай ҙа ҡарбуз үҫтереү серҙәрен, ғаилә хәлдәрен әҙ-мәҙ уртаҡлашты. Ҡыҙы күрше йорттағы егеткә сыҡҡан икән. Эсә, етмәһә, йоҡа елкә... «Проблема! Ҡатынымды ерләгәс, оноғом менән миңә ҡайттылар. Кейәү ике арала сабауыллай. Тегендә фатирҙары тар, өҫтәүенә, ҡәйнәһе уҫал. Лутсы ауыл яғынан һатлыҡ иҫке өй алам, ҡулым эш белә...»
Сәфинә эстән генә «ундай проблема ни, аҙым һайын...» – тип һығымта яһаны. Әллә тиңдәш ирҙең «теге саҡты ғүмерҙә онотманым... Ауылыңа килеп йөрөнөм, тик бигерәк ҡапыл тормошландың...» кеүегерәк хыялбай иҫтәлеген ишеткеһе килгәнме? Кәнде шулай, әтеүсә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, һиңмайҙарса баш сайҡап ултырмаҫ ине. Батырҙың күңелһеҙ хәбәрҙәренән ялҡһа ла, сығып китмәй, һаман да ултырыуын дауам итте, үҙенә-үҙе аптырап.
«Һәйбәт ине ҡатыным», – тине аҙаҡ буйҙаҡ. Сәфинә лә эстән генә килеште: «Шамилым да йүнле ине». Иҫләһәң… Икеһенең дә эше ябылғас, йәшелсә кәсебенә керештеләр. Апаруҡ мал-бол йыйҙылар. Әгәр әжәл ашыҡтырмаһа?! Совет власы бөткәс, димләһәләр ҙә, бер фирҡәгә лә инмәне Шамил, сөнки партиянан партияға һикерәндәгән ике йөҙлө карьеристарҙы өнәмәне. Сәфинә бәғер төбөнән ҡабатланы: «Тыныс йоҡла ҡәбереңдә, теләһә кемдең ҡуйынына инмәм!» Ҡәйнәһенең әйткәне лә ҡолағына сағылғандай: «Киленкәйем, кешеһе осрап, бер-бер һоратһа, бар ҙа ҡуй, беҙҙекеләр разый...» Әммә Батыр, шампандан теле көрмәлгән төҫлө, шып-шым тик ултырасы. Кисәге батыр тимәҫһең»...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook