Башҡортостан Ҡыҙы
«Әле минең йәшәгеләр килә, Татлы ғазап килә тояһым...»

«Әле минең йәшәгеләр килә, Татлы ғазап килә тояһым...»

Зөлфиә Ханнанова – бер ҡараһаң, йөрәк һәм рух ҡөҙрәте, халҡына булған мөхәббәте илә күктең үҙен күтәрерҙәй көслө һәм ҡаһарман ижадсы, икенсе яҡлап ул – ҡоралайҙай нәфис, күбәләктәй нескә, ҡар бөртөгөләй өрфөйәкәй нәзәкәтле хистәр тураһында яҙған...
Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…

Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…

Миңнур Ҡасимова – Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан, мөғәллимә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Һутлы телебеҙҙең, бәрәкәтле еребеҙҙең Мәккәһе булған хозур төбәктә йәшәгән ижадсының хикәйәләре лә йырлап тора. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр...
Атайлы ҡыҙ ине…

Атайлы ҡыҙ ине…

Байгилде МОТАЛЛАП (Рәсүл Байгилдин) Сибай ҡалаһында йәшәй. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Аҙашҡандар юлды табырмы…» исемле китап авторы. Хикәйәләре республика гәзит-журналдары биттәрендә даими донъя күреп...
«Ил яҙмышын иңгә алыр Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ...»

«Ил яҙмышын иңгә алыр Башҡортостан ҡыҙҙары беҙ...»

Гөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ижады – күңел осошон, бәхетле мәлдәрҙе, йылы хистәрҙе ҡағыҙға төшөргән яҡты сырайлы шиғриәт. Шуның өсөн композиторҙар ҙа уның яҙмаларына йыш мөрәжәғәт итә. «Был юлы яратҡан баҫмама...
«Олатайҙар ерен уятҡандай, Тояҡтарҙан ҡалды осҡон сәсрәп...»

«Олатайҙар ерен уятҡандай, Тояҡтарҙан ҡалды осҡон сәсрәп...»

Шиғриәтенән үҙе тыуып үҫкән дала тыны, иркенлек бөркөлгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим АРАЛБАЙ аҡһаҡалдар рәтенә баҫып, етмеш бишен билдәләй. Уның ижад донъяһы аҡ тирмәләр теҙелгән, алтын башаҡтар йәйелгән яландай мул, ошо киңлектәргә...
Киткәндәр кире ҡайта

Киткәндәр кире ҡайта

Мәртәбәле яҙыусыларыбыҙҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡыйғы районы Абзай ауылы ҡыҙы Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА етенсе тиҫтәһен артмаҡланы. Нажиә ханымдың сатира һәм юморға ҡоролған хикәйәләре лә, тормошсан...
«Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы Оноттора алмай йылдар ҙа...»

«Икәү үткән нурлы һуҡмаҡтарҙы Оноттора алмай йылдар ҙа...»

Ҡыйғы төбәге тыуҙырған яҙыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Хәкимйән 75 йәшенә аяҡ баҫа. Ғүмер буйы әҙәбиәттән алыҫ булған өлкәләрҙә, етәксе урындарҙа хеҙмәт итһә лә, уның күңеле һәр ваҡыт илһам ҡошо менән бергә...

Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook