Башҡортостан Ҡыҙы

Франгизә Илбәкованың һаҡлаған бүләктәре

Франгизә Илбәкова – Салауат районы Юлай ауылы ҡыҙы. Өфө дәүләт сәнғәт институтында актер һөнәренә уҡып сыҡҡан һылыу хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ оҫтаһы булып башлай. Әммә нәфис телевидение режиссураһы буйынса Мәскәүҙә икенсе юғары белем алғандан һуң үҙен тулыһынса тележурналистикаға бағышлап, оҫта режиссер булараҡ танылыу яулай.
Тормош иптәше, арҙаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков менән Зөлхизә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлеге көндә Франгизә Финан ҡыҙы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телерадиосәнғәт мәктәбендә белгес, телевидение режиссеры. Әҙәбиәткә бала саҡтан ғашиҡ һылыуҙың байтаҡ шиғырҙарына композиторҙар көй яҙған.


Төрлө сағы була күңелемдең
Аҡ алъяпҡыс тағам алдарыма,
Ал таңдарҙың ашы – ҡулдарымда!
Тәмле ризыҡ яғам телдәреңә,
Йәмле һүҙҙәр яҙам йәндәреңә!

Төрлө сағы була күңелемдең:
Берсә илап-һыҡтап бойоға,
Йәки көлә, йәки хәсрәтләнә,
Берсә иркә нурға ҡойона.
Меңәрләгән күңел ҡылдарым бит
Һинең күңелеңә бәйләнгән.
Һөйөү ҡуҙҙарын тик һинән алам,
Барлыҡ донъям һиңә әйләнгән!
Ихлас ҡына йылы һүҙең етә,
Булған һағыштарым тарала.
Һалҡыныраҡ бер ҡарашың тойһам,
Нурҙан ҡара болот ярала.
Зәңгәр күктәй аяҙ йөҙҙәреңдә
Наҙлы һөйөү балҡыған саҡта,
Бер күләгә, киҫәк болот ҡалмай,
Әйләнәм мин яҡты ҡояшҡа!
Мәңге янып, мәңге яҡтыртырмын –
Һүндермәсе мине?!

Бүләктәрең тора йән һағында!
Ысҡындырмаҫ мөслимә алмиҙеүен,
Уҡа-тәңкә һаҡлап тора иҙеүен.
Сит күҙҙәрҙән, ырым, сихыр, ендәрҙән,
Яманатлы, шаҡшы, аҙғын ирҙәрҙән.

Аҡыҡ ташым өттө күкрәгемде,
«Йәшер», тиеп, яттан күҙҙәреңде!
Мөһөрләнгән ташым исемең менән,
Ырымланған аҡыҡ есемең менән.
Алҡам тарта ҡолаҡ селтәрҙәрен,
Ишетмәһен күңелем сит һүҙҙәрен.
Ҡуш беләҙек – беләгемә ҡуш бығау,
Ҡайҙа инде ятҡа ҡағылдырыу!..
Ымһынғандың күҙен ҡамаштырып,
Ҡараштарын ситкә аҙаштырып,
Туй балдағы ялтлай бармағымда –
Бүләктәрең тора йән һағында!

Бәлки... һеҙҙең хәл – яҙмыштар аша
Ялыныслы ҡараш менән бала
Минең ҡарашымды эҙәрләй...
Бәләкәй генә керле ҡулын һуҙа,
Ялбыр сәсе елдә елпәңләй...
Йылмайғандай итәм. «Хәҙер, бала,
Буш ҡалдырмам һуҙған усыңды,
Тик... туйҙырыр микән мин биргән хаҡ
Әсәңде һәм бәпес ҡустыңды?»
...Сикәм сәнсә, күҙҙә – йәш пәрҙәһе,
Сапсый йәнем тороп алҡымға...
Йүгерә сабый әсәһенә табан,
Мин биргәнде тиңләп алтынға.
Яҙмыштарҙан юҡ, тиҙәр бит, уҙмыш,
Шундай һынау һеҙгә яҙылғанмы?
Яҡты, матур тормош ҡапҡалары
Һеҙҙең өсөн әллә ябылғанмы?
Бәлки... һеҙҙең хәл – яҙмыштар аша
Һынау үтәләрҙер башҡалар?
Һуҙған ҡулға битарафтар өсөн
Ябылалыр алда ҡапҡалар...

Ышанысым – таяныс
Үлем ҡурҡыныс түгел…
(Динә Талхина апай шулай тигәйне)

Үлем ҡурҡыныс түгелдер,
Ғибәҙәтһеҙ китеү аяныс.
Бәндә тәнен ташлап осҡан йәнгә
Ғибәҙәттәр генә таяныс.
Ауыр тартһа ҡылған изгелеге,
Үтәлһә бар фарыз ғәмәле,
Кеселекле булһа кешеләргә,
Зекер итһә Аллаһы Тәғәләне,
Иман нуры ғына яҡтырталыр
Әхирәткә күсер юлдарын.
Алтын йомғаҡ булып осҡан мәлдә
Йәне урап ғүмер йылдарын.
Хәүеф-хәтәр, ҡурҡыныс та юҡтыр
Ожмахтарға табан ашыҡҡанда,
Ҡәҙер-хөрмәт, ғөсөл күргән тәне
Аҡ кәфенгә төрөнөп юл сыҡҡанда.
...Йәшәүенә ҡарап – үлеме бит...
Ҡурҡыныстыр изгелекһеҙ йәнгә,
Гонаһ тейәп, «Лә иләһ...»һеҙ сығып
Ҡараңғыға юл башлаған мәлдә...


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook