Башҡортостан Ҡыҙы

Үткәндәрҙе иңләп, бөгөндәрҙе имләп, тиҫбе-һүҙҙәр теҙә һылыуҙар

Үткәндәрҙе иңләп, бөгөндәрҙе имләп, тиҫбе-һүҙҙәр теҙә һылыуҙар Хикәйәсе булараҡ халыҡ һөйөүен яулаған Миләүшә Ҡаһарманованың шиғриәте лә үҙенсәлекле. Оҙаҡ йылдар Сибайҙа йәшәп, журналистикаға хеҙмәт иткән, яңыраҡ баш ҡалаға күскән үткер ҡәләмле Бөрйән ҡыҙының ирек һөйөүсән, ғорур, ихлас һәм бер аҙ дыуамал тәбиғәте сағыла унда.


Ябайлыҡ
Ергә бөгөн тыумағанмын,
Түгел кисә лә.
Ниндәй сер булһын ҡырҡтағы
Ҡырыҫ бисәлә?


Бөтөн серҙәр сиселгән дә
Тетеп һалынған.
Хатта уйҙырмаһынан да
Үтес алынған.

Ниндәй сер инде? Кит әле!
Шыпа яп-ябай.
Шул ябайлығым серенән
Бул бары абай.

***
Яңынан ҡайттыла миңә, ай, көсөм,
Ҡабаттан башымды ҡалҡытыр өсөн.
Ҡанаттарымды кирәм дә шыҡыям,
Ҡолап ҡалһын, әйҙә, хәсрәт-таҡыям.

Салтырап сәселеп китһен ҡоршауы,
Ишетелеп ҡалһын хатта ҡоршауы.
Элеккенән мин бит күпкә көслө лә,
Көслө генә түгел, ғәййәр үслелә…

Аһ, булғанмын икән дә һуң сәмерғош!
Сәмерғошта кешеләрҙең ни йомош?
Үҙ көлөмдән мин яңынан бар булған…
Миңә хәҙер бары ирек пар булған.

***
Оҙаҡ торҙом дарыу һатҡан кибеттә,
Йөрәк янып, ирендәрем кибеп тә.
Унан ҡыйып шундай дауа һораным,
Кибетсе ҡыҙ бик тә аңлап ҡараны.
Булһа уны үҙем йотор инем, ти.
Гел кеҫәмдә генә тотор инем, ти.
Тик ундайын ауырыуға дауа юҡ.
...Хәтирәләр хәлде ала, һауа юҡ.

Үткәндәрҙе иңләп, бөгөндәрҙе имләп, тиҫбе-һүҙҙәр теҙә һылыуҙар Әбйәлил ҡыҙы Сәфинә Хәкимова Магнитогорск ҡалаһындағы бер ойошмала ҡырҡ йылға яҡын бухгалтер булып эшләгән. Һөнәре һандар менән эш итеүгә бәйле булһа ла, лирик күңеле шиғриәткә яҡын. Ҡалалағы «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы үҙнәшер менән ике китап сығарған. Шиғырҙары тыуған ергә, туған телгә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған.

Уйылһа күңел
Күңелдәрем уйылғанда
Ялғайым да яраһын,
Һыр бирмәйсә, сабыр ғына
Эй эҙләйем сараһын.


Ыуалғанда күңел күгем,
Онталып ауыр һүҙҙән.
Йөрәккәйем нисек сыҙай?
Нахаҡҡа нисек түҙәм?

Семәр-семәр селтәрҙәрҙән
Үрәмен йәндә сатыр.
Йөйһөҙ уңалһын яралар,
Булайым йәнә матур.

Гел ҡара булмаҫ күк йөҙөм,
Ләйсән ямғыры үтер.
Ҡояштан яҙмаһын күңел,
Кеше яманы китер.

Йылдар саба
Йылдар, сабыр итегеҙсе,
Үтәһегеҙ осоп ҡына.
Хәсрәтте лә, бәхетте лә
Билкәйенән ҡосоп ҡына.

Йылдар, йылдар, сабаһығыҙ
Бәйгеләге арғымаҡтай.
Мәл ҡәҙерен белмәйенсә
Ғүмер сабып барып туҡтай.

Һөйөү, көрәш, ынтылыштар –
Артта ҡала шулай йылдар…
Яҡты эҙҙәр ҡалдырһасы
Беҙҙең сабып үткән юлдар…

Көслө халҡым
Зәңгәр тауҙар, сал ҡаялар
Офоҡтарға тоташҡан.
Болоттары, гүйә, ҡымыҙ,
Күтәреп эс туҫтаҡтан!

Шул тәбиғәт көс бирә лә,
Хыял өҫтәй мөхәббәт.
Һыр бирмәй бында кешеләр,
Сабыр йәшәй – хәҡиҡәт!

Намыҫ, түҙемлек, ихласлыҡ –
Ябай башҡорт халҡында.
Уралтауҙа ҡолас йәйгәс –
Ул күктәргә яҡын да.

Үткәндәрҙе иңләп, бөгөндәрҙе имләп, тиҫбе-һүҙҙәр теҙә һылыуҙар Ауырғазы һылыуы Зөһрә Килдина Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылына килен булып төшкән. Ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзаһы ул, ауылдаштарының йәшәйешенә лә битараф түгел. Йәйҙәрен ҙур хужалығында өсәр йөҙ ҡаҙ үҫтерһә, ҡышҡы оҙон, тын кистәрҙә ижадҡа сума. Яҙмаларында үткән юлдарын барлай, тормош мәғәнәһе хаҡында уйлана.

Ғүмерем миҙгелдәре
Ғүмер үтә аҡҡан һыуҙар кеүек,
Туҡталырға юҡ шул форсатым.
Яҙҙар етә, ә артынан йәйҙәр
Сапҡан төҫлө егеп пар атын.

Ғүмеремдең һәр миҙгелен алып,
Онотолоп китеп уйланам.
Моңһоу көҙҙәрҙе лә күп күрҙем мин,
(Ә тик йәйҙәр ине хыялым).

Һалҡын ҡыштар йөрәгемә минең
Үткер хәнйәр-боҙон ҡаҙаны.
Яраларҙы һис ямарға бирмәй
Әсе елдәр өткәс, баҙаным…

Тик һаман да ышанысым тере:
Наҙлы яҙҙар килер күңелгә.
Килерҙәр ҙә, йәшеллеккә манып,
Күтәрерҙәр мине сөңгөлдән.

***
Тормош тигән юлдан атлап киләм,
Алыҫтарға төбәп күҙемде.
Барам әле оҙон юлым буйлап,
Бәлки, табырмын тип үҙемде.

Юғалып та ҡалдым ярты юлда,
Буталдырҙы сатаҡ юл саты.
Аҙашты ла, болан балаһылай,
Эй ярһыны йәнем, эй сапты.

Маяҡ булып балҡып тау артында
Иман нуры әйҙәй үҙенә.
Шул нурҙарға етеп бер ҡойонһам,
Табылырмын кеүек үҙемә.

Атайыма
Ҡарағусҡыл сәстәреңә, атай,
Тормош юлың эҙен ҡалдырған.
Баҫҡан аҙымыңды һанай-һанай,
Көмөш тәңкәләрен яуҙырған.

Әле һаман иҫтәремдән сыҡмай
Кескәй генә ҡыҙҙың ҡулдары,
Атаһының әйткән һүҙен йыҡмай,
Көмөш тәңкәләрҙе йыйғаны.

Йыйғаны һәм иң бәхетле булып
Ултырғаны атай иңендә.
Ҡалғанмындыр ана шулай ғына
Хәтереңдә, атай, һинең дә.

Моңһоу, уйсан, сабыр ҡараштарың
Иңләр ине сикһеҙ офоҡто...
Иркә ҡыҙҙың тәңкә йыйған сағын
Һағынып та бөгөн бойоҡтом.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook