Башҡортостан Ҡыҙы

Сабый зиһендәре ҡалыпһыҙҙыр

Кешелектең иң ҙур байлығы ла, өмөтө лә – балалар. Тыумыштан һәр сабыйға Хоҙай тарафынан етерлек аң да, зиһен дә өлөш итеп бирелә. Ололарҙың төп бурыстарының береһе – шул зиһенде ваҡытында асыу, аңын үҫтереү, ҡанаттарын нығытыу, һәләттәрҙең һүнеп ҡалыуына юл ҡуй­мау. Үҙенә ышанған, ҡурҡыуҙар­ҙан азат бала ата-бабалары туплаған донъяуи белемдәрҙе аңына һеңдереп кенә ҡалмай, уны үҫтерергә, камиллаштырырға ла һәләтле була.
Үкенес­кә ҡаршы, тарих гел аҡ биттәрҙән генә тормаһа ла, хатта ауыр осорҙарҙа ла кешелек сабый саҡты мөмкин тиклем аярға, ҡурсаларға ынтылған һәм ынтыласаҡ та. Тәбиғәтебеҙҙең асылы шулай. Икенсе яҡлап, мөғжизәгә ышанған, төрлө тейештәрҙе, мөмкин түгел һәм ярамайҙарҙы белеп етмәгән бала өсөн тәбиғәт ҡанундары һәм фәндә лә ҡалыптар юҡ. Әммә уларҙы беҙ, өлкәндәр, тәрбиә барышында яһалма барлыҡҡа килтерә­беҙ һәм шуның менән бала аңын сикләйбеҙ, күп нәмәләрҙән мәхрүм итәбеҙ, шул арҡылы кешелекте артҡа һөйрәйбеҙ. Был фекерҙең дөрөҫлөгөнә төрки телле дәүләттәр араһында үткәрелгән «Бәләкәй уйлап табыусылар» тип аталған халыҡ-ара олимпиаданың финалында тағы бер тапҡыр инандым.

Бәйгегә донъяның 18 иленән ике меңгә яҡын бала үҙе уйлап сығарған йә дизайнын камиллаштырған әйберҙең моделен йәки проектын ебәргән. Шулар араһынан иң яҡшы йөҙ эш һайлап алынып, финалистар Төркиәнең Иҫке Шәһәр ҡалаһында үткән күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырылды. Шул бәхетлеләр араһында Башҡортостандан биш уҡыусының булыуы – үҙе оло ҡыуаныс. Был һөҙөмтә беҙҙең төбәктә үҫеп килгән йәш быуындың зиһен көсө, уларҙағы ижади һәләттәрҙең юғарылығы хаҡында ла һөйләй. Республика балалары был проектҡа һуңлап ҡына ҡушылды, әммә, эштәрҙе ҡабул итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалыуға ҡарамаҫтан, ун бер бала үҙе уйлап таптым тип һанаған эштәрен ебәреп өлгөрҙө. Финалда беҙҙең команда һан яғынан иң ҙуры булды. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә ҡатмарлы технологияларҙы өйрәнгән техник түңәрәк ағзалары түгел. Сынбулат Бейешев Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһының 4-се синыфын тамамланы, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы һылыуы Гөлназ Әхмәҙиева – унынсыға, ә Гүзәл Бәҙретдинова, Гөлнәзирә Буранҡаева һәм Йәмилә Хәбибуллиналар Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 6-сы синыфына күсте. Әйткәндәй, олимпиаданың беренсе турында уларҙың класынан 8 кеше ҡатнашҡан. Класс етәкселәре Лариса Фәрүәз ҡыҙы Мортазина: «Быға бер ҙә аптыраманым, беҙҙең класс фән һәм инновацияға ғына түгел, йыр-моңға, мәрәкәгә, спортҡа ла әүәҫ, әүҙем, һәр нәмәгә дәррәү тотона торған уҡыусылар йыйылған 6-сы «б»-ға, шуға улар менән эшләүе лә күңелле», – ти. Миңә иһә ошо биш йомро башты сәфәргә оҙатып барыу бәхете яҙҙы, тәржемәсе булараҡ та эшләргә тейеш инем, әммә ул вазифамдың артыҡ кәрәге теймәне, туған телдәрен камил белгән балалар төрөк теленең башҡорттоҡона бик яҡын икәнен тиҙ аңлап ҡалды һәм барыуыбыҙҙың икенсе көнөндә улар күргәҙмәгә килеүселәргә үҙҙәре уйлап сығарған әйбер хаҡында апаруҡ төрөктәр аңларлыҡ итеп, уларса һөйләй ҙә башланы. Йәш уйлап сығарыусыларҙы телдәр берлеге дуҫлаштырҙы ла, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төрөк, уйғыр, башҡорт, татар, Македония, Косово, Сербия, Арнаут, Кипр төркиҙәре балалары бер-береһен тәржемәһеҙ аңланы, уларҙың йөҙҙәрендәге эскерһеҙлек һәм ихласлыҡ урындағы халыҡты ла әсир итте. Күргәҙмәгә өс көн дауамында туҡтауһыҙ кеше ағылды, улар балаларҙың инновацияларына ғына аптырап тел шартлатманы, ә милли кейемдәренә лә һоҡланды, телдәре, илдәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Беҙҙең Сынбулаттың башындағы ҡамсат бүректе кейеп, рәсемгә төшөргә теләүселәр айырыуса күп булды, хатта ҡаланың мэры менән мәғариф министры ла форсаттан файҙаланмай ҡалманы. Ниндәй генә иҫ киткес эштәр алып килмәгән ине балалар – кәштәләре баҫҡысҡа әүерелә торған шкаф, электрон ҡарасҡы, һуҡырҙарға алда ҡаршылыҡ булыуын белдергән кепка, балаҡҡа бысраҡ сәсрәүҙән һаҡлаған аяҡ кейеме, тулыһынса үҙен-үҙе тәьмин итеүсе сүп-сар эшкәртеү заводы, араһына балсыҡ һылауҙы талап итмәгән кирбестәр, ресторан өҫтәленә электрон меню һ.б. Беҙҙең балалар ҙа һыр бирмәне, Гөлнә­зирәнең эшен Төркиә каналы төшөрөп алып хужабикәләр өсөн тәғәйен программала күрһәтте, Йәмиләнең өҫтәле менән патент бюроһы ҡыҙыҡһынды, Гөлназ теккән күлдәккә дизайнерҙар «аһ» итһә, Сынбулаттың эшен жюри етәксеһе Гөлли Каранфил, бер кемде лє ҡабатламаған, эскерһеҙ, ысын инновация тип баһаланы. Ә Гүзәл Бәҙретдинова, призлы өсөнсө урынға лайыҡ булып, махсус премия менән баһаланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар мажаралы сәйәхәттән рухи яҡтан байып, башҡаларҙың ижады менән танышып, үҙҙәренә яңы маҡсаттар ҡуйып, дуҫтар табып, шатланып ҡайтты. Ер йөҙөндәге техника һәм дизайн өлкәһендәге үҫеште әллә кемдәр түгел, ябай, әммә тырыш һәм тәүәккәл кешеләр эшләүенә төшөнөү, үҙҙәренең дә шул иҫәптә була алыуҙарын аңлау уларға ҡанат бирҙе, ышаныс өҫтәне. Иң ҡиммәте шулдыр, моғайын.

Гөлназ Әхмәҙиева: Мин ир-егеттәр таға торған галстуктарҙан күлдәк тектем. Был эшемде хеҙмәт уҡытыусым Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Әхмәҙиева менән былтыр Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа үткән мода фестиваленә тип әҙерләгәйнем дә, ул бик даланлы булып сыҡты, унда ғына түгел, Күмертау, Сибай ҡалаларында ла шундай уҡ бәйгеләрҙә беренселекте алып ҡайттым. «Йәш уйлап табыусылар» олимпиадаһына ла дизайн номинацияһына тип ебәргәйнем, финалға үтте. Был эшем башҡорттоң боронғо ҡорама ҡорауына бик ауаздаш. Ул – иҫкергән әйберҙәргә яңы ғүмер биреү идеяһының бер кәүҙәләнеше. Инде берәүгә лә кәрәкмәй һандыҡта саңланып ятҡан нәмәләрҙән бынамын тигән зауыҡлы, модалы кейемдәр, сумкалар һәм башҡа әйберҙәр тегеп ҡыуанырға мөмкин.

Сынбулат Бейешев: Минең Азамат исемле ҡустым бар. Ул балалар баҡсаһында төрлө күнекмәләргә йөрөй. Шунда уға күңеллерәк булһын тип, йылан рәүешле елем һауыты уйлап сығарҙым. Ул пластиктан эшләнә, йомшаҡ башына баҫһаң, ауыҙынан кескәй генә теле – ҡыҙыл бумала килеп сыға, унан самалап ҡына елем аға. Бер яҡтан, бәләкәстәргә был елем-ҡәләм менән эшләүе күңелле, йәнә елемде самалап сығарыу, түгеп ебәрмәү өсөн дә уңайлы. Уны асып, эсенә яңынан елем ҡойоп, күп тапҡыр ҡулланып була, тимәк, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға ла булышлыҡ итә.

Йәмилә Хәбибуллина: Мин бәләкәй майҙанлы өйҙәрҙә урынды экономиялау һәм матурлыҡ өсөн дә тип, мониторҙы еңел генә ҡайырып ябып, йәшереп ҡуя торған, күп функциялы өҫтәл уйлап таптым. Уны тағы ла балалар баҡсаларында, уҡыу йорттарындағы бүлмәләрҙә парта итеп ҡулланыу ҙа бик уңайлы буласаҡ.

Гүзәл Бәҙретдинова: Йәш уйлап табыусылар бәйгеһе хаҡында ишеткәс, минең дә ҡатнашҡым килде. Үҙемдең шул хәтлем Төркиәне күргем килгәс, төрөк балаларында ла сәйәхәт итеү, беҙҙең төбәкте күреп ҡайтыу теләге барҙыр, тип уйланым. Сөнки сәйәхәт – ул шул тиклем мауыҡтырғыс, күңелле нәмә. Шунан Төркиә һәм Башҡорт­останда йәшәгән ғаиләләр ял ваҡытында өйҙәрен алмашып йәшәп торһалар, отелгә аҡса кәрәкмәй, сәфәр арзаныраҡҡа төшәсәк, тип уйланым. Был өйҙәр ауыл ерендә булһа, бигерәк тә уңайлы, бер юлы тәбиғәтте, урындағы тормош-көнкүреште лә өйрәнергә мөмкин бит.

Гөлнәзирә Буранҡаева: Ә мин тәнде күнектерә торған кейем-тренажер уйлап сығарҙым. Ул тәбиғи туҡымалы еңле футболкаға, лосинаға элмәктәр тегеп, шулар аша һығылмалы еп үткәреп эшләнә. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, ул бик файҙалы, бигерәк тә һис бушамаған әсәйҙәргә. Өйҙә көндәлек эштәрен башҡарғанда уны кейеп, кәрәкле мускулдарына көс төшөрөп, бер ыңғай гимнастика ла эшләп йөрөһәләр, фитнесс залына барып тороу ҙа кәрәкмәйәсәк. Уларҙың ваҡыты ла, аҡсаһы ла артыҡ сарыф ителмәйәсәк. Ҙур тренажерҙарҙан айырмалы рәүештә, уны сумкала ғына йөрөтөп була.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Төркиә.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook