Башҡортостан Ҡыҙы

Ғәйшә ана

Ғәйшә ана
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны Хәҙисә анабыҙ вафат булғас, рәсүл төш күрә. Төшөндә Ябраил фәрештәһе уға бер ҡыҙ рәсеме һалынған ҡумта тоттора һәм: «Эй, Аллаһ илсеһе! Был һылыу һинең ҡатының буласаҡ. Ул һине бәхетле итәсәк һәм яңғыҙлыҡ ғазабынан ҡотҡарасаҡ», – ти. Пәйғәмбәр ҡумтаны асҡас, Ғәйшәнең һүрәтен күрә. Был төштән аңлашылыуынса, Аллаһ Тәғәлә рәсүлебеҙҙең Ғәйшәне ҡатын итеп алыуын теләгән.

Ғәйшә ана Мәккә ҡалаһында 614 йылда тыуған. Әсәһе Умму Руман бинт Әмир ибн Уваймир Кинан нәҫеленән була. Атаһы – Әбүбәкер Сиддыҡ – рәсүлебеҙҙең иң яҡын дуҫы, рухи яҡтан рәсүлебеҙҙән һуң икенсе кеше булып тора. Ғәйшә ата-әсәһе йортонда пәйғәмбәр тураһында ишетеп үҫә.
Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм менән Ғәйшә радыйАллаһу ғәнһүнең туйҙары шәүүәл айында үтә. Ул – рәсүлдең өсөнсө ҡатыны (Хәҙисә менән Ғәйшә араһында тағы бер ҡатынға өйләнгән була). Улар никахлашҡас, бергә туғыҙ йылдан ашыу донъя көтәләр. Төрлө ауырлыҡтарҙы бергә кисерәләр. Ғәйшә анабыҙ рәсүлебеҙ менән бергә күп һуғыштарҙа ла ҡатнаша. Мәҙинәлә саҡта ауырыуҙарҙы һәм яралыларҙы ҡарай. Ухуд һуғышы ваҡытында ул ризыҡ һәм һыу ташый.

Пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештәһе башҡа ҡатындары янында саҡта түгел, нәҡ Ғәйшәһе эргәһендә мәлдә килер була. Ҡөрьәндә бер нисә аят та Ғәйшә анабыҙға арнап индерелгән.

Ғәйшә анабыҙ аҡ йөҙлө, һылыу булыуы һәм тәрбиәле, аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан холҡо менән айырылып тора. Йәш кәләше менән пәйғәмбәребеҙ йүгереп, уҙышып уйнай, уны гел үҙе менән бергә йөрөтә.

Рәсүлебеҙ Ғәйшәне ныҡ ярата, уға үҙенең белгәненең күбеһен һәм Ҡөрьәнде аңлатып ҡалырға тырыша. Ғәйшә ул замандың иң күренекле дин ғалимдарының береһе була. Йәш һәм хәтере яҡшы булыу сәбәпле, уның тарафынан 2210 хәҙис беҙҙең көнгәсә килеп еткән.

Ғәйшә анабыҙ тапшырған бер хәҙисте бәйән итәйек. Бер ваҡыт Аллаһ илсеһе Ғәйшәгә былай тигән: «Әй, Ғәйшә! Дүрт әйберҙе эшләмәйенсә йоҡларға ятма: 1) Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып бөтмәйенсә; 2) Минең һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең шәфәғәт ҡылыуына өлгәшмәйенсә; 3) барлыҡ мөьминдәрҙең ризалығын алмайынса; 4) хаж ҡылмайынса», – тигән.

«Атай-әсәйем менән ант итәм, мин был хәтлемде ҡыҫҡа ваҡытта эшләй алмайым», – тигән Ғәйшә.
Аллаһ Илсеһе йылмайып: «Бынан да еңел нәмә бармы икән, Ғәйшә?! Өс тапҡыр «Ихлас» һәм бер тапҡыр «Фатиха» сүрәһен уҡыһаң, һин бар Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡан булып иҫәпләнерһең. Миңә һәм башҡа пәйғәмбәрҙәргә «салауат» әйтһәң, беҙҙең яҡлауға өлгәшә алырһың. Аллаһтан барлыҡ мөьминдәрҙең гонаһтарын ғәфү итеүҙе һораһаң, уларҙың ризалығына ирешерһең. Ә «Сүбхәәналлааһи үәл-хәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллааһү үәхдәһү ләә шәриикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәйин ҡадиир» тип тәсбих әйтһәң, хаж ҡылған булып иҫәпләнерһең», – тигән.
Рәсүл хижрәнең 11-се йылының сәфәр айында сирләп китә һәм Ғәйшә анабыҙҙың бүлмәһендә, уның алдына башын һалған килеш әхирәткә күсә. Шул бүлмәлә үк рәсүлде ерләйҙәр.

Пәйғәмбәр вафатынан һуң, уның әйтеп ҡалдырған васыятына ярашлы, ҡатындары ҡабат кейәүгә сыҡмай. Ғәйшә радыйАллаһу ғәнһү лә өммәтебеҙ анаһы булып йәшәй. Дин, ғилем таратыуын дауам итә. Ул етем ҡалған ҡыҙҙарҙы тәрбиәләй, уларға кейәүгә сығырға ярҙам итә. Күп сәхәбәләр, ҡатын-ҡыҙҙар килеп, уның менән дин һәм башҡа ғәмәлдәр буйынса кәңәшләшер булған.
Шулай итеп, Ғәйшә анабыҙ рәсүл мәрхүм булғандан һуң оҙаҡ йылдар йәшәп, (678 йылда рамаҙан айының 17-се көнөндә) 66 йәшендә донъя ҡуя. Халыҡ уны, васыяты буйынса, шул уҡ көндө Мәҙинә ҡалаһында ерләй.
Фәнирә ҒАЙСИНА.
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары» китабы файҙаланылды.)


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook