Башҡортостан Ҡыҙы

"Бисмилләһи-шәриф"тең фазиләттәре һәм хикмәттәре

• Башында «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» һүҙҙәре булған доға кире ҡағылмаҫ.
• Кем дә кем «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» тип яҙылған яҙманы, бысранмаһын тип, Аллаһы Тәғәлә һәм Уның исемен хөрмәтләү, бөйөкләү йөҙөнән ерҙән күтәрһә, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында раҫ һүҙлеләр араһында булыр, атай-әсәһе мөшриктәр булһа ла, хәлдәре еңеләйер (хәҙис-шәрифтән).
• «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» һәр ауырыуҙан шифа булыр, һәр дауаға ярҙам бирер. Рахман тигәне иһә Уға иман килтереп ышаныусыға ярҙамсы булыр. Рәхим иһә тәүбә ҡылып, иман әһеле булып игелек ҡылыусыларғалыр.
• «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» Исрафил фәрештә ғәләйһис-сәләмдең, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең маңлайҙарында, Ябраил ғәләйһис-сәләмдең ҡанатында, Ғазраил ғәләйһис-сәләмдең елкәһендә, Муса ғәләйһис-сәләмдең таяғында, Ғайса ғәләйһис-сәләмдең телендә, Сөләймән ғәләйһис-сәләмдең балдағында яҙылған булған.
• Өйгә ингәс, кеше «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» тиһә, шайтан: «Миңә бында урын юҡ икән», – тиәсәк. «Бисмилләһ»те әйтмәһә, шайтан уның менән бергә өйөнә инер, табын янында әйтмәһә, уның менән ултырып ризығын ашар, һыу эскәндә онотһа, шайтан унан алда ирендәрен һыу һауытына ҡағылдырыр. Йоҡлағанда әйтмәһә, түшәгенә ятыр. Ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғанда «Бисмилләһ»те әйтмәһә, шайтан да ҡушылыр. Шуға күрә ҡайһы бер балалар ҡылый күҙле, ғәрип, боҙоҡ күңелле, кәфер булып тыуа. Аллаһ Үҙе һаҡлаһын. Беҙгә иһә һаҡланырға көс-ҡеүәт бирһен!
• Вәһәб ибне Мүннәбиһ радиаллаһу ғәнһү былай тигән: «Аллаһы Тәғәлә был һүҙҙәрҙә башҡаларына бирмәгән ҡөҙрәтте булдырҙы. Был һүҙ әйтелеүҙән тәһәрәт камил булыр, ҡорбан ҡорбан булып китер, хәләл булыр, эш башлағанда әйтелһә, ул эшкә шайтан яҡын килмәҫ, был һүҙҙе ишетеүҙән сабыйҙарҙың күңеле үҫер. Ихласлап был һүҙҙәрҙе әйтеп диңгеҙгә инеүсе батмаҫ, утта янмаҫ, йылан-саяндан сағылмаҫ, берәр иман әһеленең ҡәберенең баш осонда уҡыһаң, Аллаһы Тәғәлә шул һүҙҙәрҙең бәрәкәте менән ҡәбер эйәһенән ғазапты алыр».
• Кем дә кем «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» тип берәр сихыр, боҙоҡ өҫтөнә 487 мәртәбә уҡып өрһә, ул сихыр үҙ көсөн юғалтыр.
• Кем дә кем «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 487 мәртәбә уҡып теләһә, Аллаһ Тәғәлә уға һорағанын бирер.
• Кем дә кем «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де көн һайын 100 мәртәбә уҡып торһа, Аллаһ Тәғәлә уға ҡайһы бер серҙәрҙе асыр, күренмәҫ нәмәләрҙе күрһәтер.
• «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» ингәс, Ғәрше-ғаҙыйм дәһшәттән тетрәй. Ут зобаниҙары: «Был һүҙҙәрҙе ихлас күңел менән уҡып йөрөүсе уттан имен булыр», – тип әйткән була. Мәғлүм ки, тамуҡ өҫтөнә Аллаһы Тәғәлә тарафынан 19 фәрештә вәкил ителеп ҡуйылған. Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд әйткәнсә, был һүҙҙәрҙе күпләп ҡабатлап йөрөүсе ут зобаниҙарынан имен булыр.
• Кем дә булһа 50 мәртәбә «Әр-рахмәнур-рәхим» тип берәр ҡағыҙға яҙып, шул ҡағыҙ өҫтөнә 150 мәртәбә «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де уҡыһа, берәр яуыз хужа янына әлеге ҡағыҙҙы ла алып инһә – уның яуызлығынан имен булыр.
• Кем дә кем һәр фарыз намаҙҙан һуң 1000 тапҡыр «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» тип уҡый торған булһа, әруахтар һәм фәрештәләр менән аралаша башлар.
• Яуыз кешенең йөҙөнә ҡарап, «Бисмилләһ» 50 мәртәбә уҡылһа, яманлығы теймәҫ.
• 50 мәртәбә «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» теләктәр үтәлеү ниәтенән уҡылһа, улар бойомға ашыр.
• «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» ауырыу кеше өҫтөндә өс көн дауамында 100-әр мәртәбә уҡылһа, уға шифа килер.
• Эс күбеүҙән интеккән кеше өс көн буйына 1000-әр мәртәбә «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де уҡыһа, иншә Аллаһ, был сиренән ҡотолор.
• Йома көндө иртәнге сәғәт 7-лә «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 123 мәртәбә уҡып, донъя-әхирәт өсөн һорағаның Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул булыр.
• Һәр фарыз намаҙҙан һуң «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 2500 мәртәбә уҡыусы донъялағы буласаҡ нәмәләрҙе төштәре аша алдан белеп торор.
• Ризыҡ артһын өсөн «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 313 мәртәбә салауат менән бергә уҡырға.
• Теләктәр үтәлһен өсөн «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 787 мәртәбә ҡабатларға.
• Иртәнге намаҙҙан һуң «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де 2500 мәртәбә уҡыу зиһенде ҡеүәтләндерер һәм еңеү килтерер.
• Балаға уҙмаған ҡатынға, емеш бирмәгән ағасҡа «Бисмилләһир-рахманир-рәхим»де ҡағыҙға 19 мәртәбә зәғферән, гөлсәскә һыуы, миск ҡатнашмаһы менән яҙып таҡһалар, иншә Аллаһ, ҡатын балаға уҙыр, ағас емеш бирә башлар.
• Һәр төрлө афәттән, талау, янғындан, аң юғалтыуҙан ҡотолор өсөн, йоҡларға ятыр алдынан «Бисмилләһир- шәриф» 21 мәртәбә уҡылырға тейеш.
• Вәсвәсәнән ҡотолор өсөн зиһенен юғалтҡан кешегә «Бисмилләһ»те 786 мәртәбә бер һауыт һыуға уҡыу һәм шул һыуҙы иртә менән 7 көн эсеү зарур.
• Күңел күҙе асылһын өсөн «Бисмилләһ»те иртәнге намаҙҙан һуң 2500 мәртәбә уҡырға кәрәк.
• Ҡағыҙға «Бисмилләһ»те 35 мәртәбә яҙып, өйҙөң берәр урынына ҡуйһаң, яуызлыҡ инмәҫ.
• «Бисмилләһ»те ҡурғашҡа яҙып, ҡармаҡҡа тағып ҡуйһаң, балыҡ күп эләгер.
• Сауҙа уңышлы барһын өсөн, ҡағыҙға «Бисмилләһ»те 35 мәртәбә яҙып, магазин диуарына йәбештереп ҡуялар.
• Мөхәррәм айының беренсе көнөндә «Бисмилләһ»те 130 мәртәбә яҙып, шуны яныңда йөрөтһәң, ҡайғыға осрамаҫһың.
• Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙҙы тура юлдан алып барһын, йөрәктәребеҙгә иман нуры һалһын! Беҙҙең белеп һәм белмәй эшләгән гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ҡылһын!
(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook