Башҡортостан Ҡыҙы

«Әл-Инширах», «Әт-Тин», «Әл-Ҡәҙер» һәм «Әл-Бәййинә» сүрәләренең хикмәттәре

«Әл-Инширах» сүрәһе серҙәре
*Кем булһа ла был сүрәне биш фарыз намаҙҙың тәсбих-зикер доғаларынан һуң даими уҡыуҙы ғәҙәткә индерһә, Хаҡ Тәғәлә уға эштәрендә ҡулайлыҡ бирер, ризығына муллыҡ килтерер, хәсрәттәрен юҡ итер, көтмәгән ерҙән ризыҡландырыр.
*Көн һайын был сүрәне духа намаҙы ваҡытында 200 мәртәбә уҡыусы кеше ҡайһы бер күҙгә күренмәҫ нәмәләрҙе күреү, илаһи серҙәрҙе белеү һәләтенә эйә булыр.
*Күңел тарлығынан, эс бошҡандан ҡотолоу маҡсаты менән был сүрәне даими уҡыу тәҡдим ителә.

«Әт-Тин»
*Әүлиәләрҙең береһе: «Бер кем «Әт-Тин» сүрәһен баштан ахырына ҡәҙәр яҙып, юлға сыҡҡанда үҙе менән алһа йәки юлда әлеге сүрәне эстән уҡып йөрөһә, өйөнә ҡайтҡансы именлектә булыр», – тигән.
*Берәү был сүрәне аҡ төҫлө һауыт эсенә яҙып, шуға ямғыр һыуы тултырып, һауытты сайҡап, әлеге һыуҙы баҡсаһына, ҡырҙарына, игененә, еләк-емештәренә, йәшелсәләренә һипһә, уңышы, бәрәкәте артыр, баҡса-ҡырҙары төрлө афәттәрҙән һаҡланған булыр.

«Әл-Ҡәҙер»
Сүрә Рамаҙан айында Ҡәҙер кисе индерелеүе тураһында.
*Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм: «Аллаһ Тәғәлә минең өммәтемә быға ҡәҙәр бер кемгә бирмәгән Ҡәҙер кисен бүләк итте», – тигән.
*Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 27-се йә 29-сы кисендә булыуы мөмкин. Ул кистә Ер йөҙөндә фәрештәләрҙең һаны ҡом бөртөгөнән дә күберәк булыр.
*Кем дә кем Рамаҙан айында аҡшам һәм йәстү намаҙҙарын йәмәғәт менән үткәрһә, Ҡәҙер кисенең мул фазылына, кәсеп итеү бәхетенә ирешер.
*Кем дә булһа «Иннә әңзәлнәһү фи ләйләтил-ҡәҙер»ҙе уҡыһа, ул Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөн уҡыған шикелле булыр.
*Һыулы һауыт өҫтөнә был сүрәне 36 мәртәбә уҡып, шул һыуҙы яңы кейемгә һибергә кәрәк. Быны кейгән дәүерҙә ғүмерен муллыҡта үткәрер, иншаллаһ.

«Әл-Бәййинә»
(Был сүрәне «Ләм йәкүн» тип тә йөрөтәләр)
*Был сүрә ингәс, Ябраил фәрештә Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә: «Аллаһы Тәғәлә һиңә был сүрәне Үбәйй ибне Ҡәғбкә уҡырға әмер итә», – тип, Аллаһ Тәғәләнең әмерен тапшыра. Пәйғәмбәребеҙ Үбәййгә был сүрәне уҡый. Үбәйй ибне Ҡәғб: «Йә Рәсүлуллаһ! Аллаһ Тәғәлә минең өсөн сүрә уҡырға һиңә Үҙе ҡуштымы?» – тип ғәжәпһенә. Рәсүлуллаһтың «эйе» тигәнен ишетеп, Үбәйй илай башлаған. (Ғәмер ибне Сәбит әл-Әнсари риүәйәте).
*Аллаһ Тәғәлә был сүрәне уҡыған кешене ишетеп: «Йә бәндәм! Шатланһаңсы! Ғиззәтем, бөйөклөгөм менән ант итәм: һине Мин был донъяла ла, әхирәттә лә онотмаясаҡмын. Мин һине үҙ ризалығың менән йәннәттә теләгән урыныңа урынлаштырырмын! – тиер (Мәтар әл-Мүзни риүәйәте).
(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook