Башҡортостан Ҡыҙы

Кемдәр улар – фәрештәләр?

Ғәрәп телендә уларҙы «мәләк» тиҙәр, йәғни илсе, вәкил, хәбәр килтереүсе. Фарсы телендә «фәрештә» тип йөрөтәләр. Фәрештә һүҙе Ҡөрьәндең һикһәндән күберәк аятында телгә алына. Улар – Аллаһтың нурҙан яратылған ҡолдары. Улар гонаһһыҙ, нәфсеһеҙ, енесһеҙ һәм ашау-эсеүгә, йоҡоға һис мохтаж түгел. Фәрештәләрҙең йөкләмәләре – Аллаһ Тәғәләгә һис туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылып, уны данлап, ҡушҡандарын үтәү.

Фәрештәләр күҙгә күренмәй, улар ике, өс, дүрт, хатта алты йөҙ ҡанатлы ла була һәм төрлө ҡиәфәттә сағыла ала. Мәҫәлән, Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә Ябраил фәрештә ысын үҙ ҡиәфәтендә лә, аҡтан кейенгән ир сүрәтендә лә күренгән.

Иң мәшһүр фәрештәләрҙең вазифалары түбәндәгесә. Ябраил ғәләйһиссәләм – алдағы пәйғәмбәрҙәргә изге хәбәр һәм яҙмалар килтереп тороусы. Ә Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә Аллаһтан Ҡөрьәнде индергән.

Микаил ғәләйһис-сәләм ямғыр, ел һәм башҡа тәбиғәт күренештәре, шулай уҡ йән эйәләренә ризыҡ таратыу менән эш итә.

Исрафил ғәләйһис-сәләм, Аллаһ Тәғәлә бойороуы буйынса сурға (борғоға) өрөп, Ҡиәмәт көнөн, ә икенсе тапҡыр өрөп, Яуап көнөн иғлан итә.

Ғазраил ғәләйһис-сәләм – йәндәребеҙҙе алыусы фәрештә. Ул – фәрештәләрҙең иң бөйөгө. Аллаһ Тәғәлә уның аша бойороҡтарын башҡа фәрештәләргә еткерә.

Ожмахты һаҡлаусы фәрештәнең исеме Ридуан, ә тамуҡты һаҡлаусы – Мәлик. Шулай уҡ ете ҡат күкте һаҡлап тороусы фәрештәләр бар.

Кешеләргә юлдаш Кираман менән Кәтибин тигән фәрештәләр, әҙәмдең уң һәм һул яғында булып, әйткән һәр һүҙҙе һәм ғәмәлде яҙып бара. Уң яҡтағы фәрештә – яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе, һул яҡтағыһы гонаһлыларын теркәй. Улар яҙған ғәмәлдәребеҙ дәфтәрен беҙгә Яуап көнөндә, һорау алғанда тотторасаҡтар. Мөнкир менән Нәнкир – ҡәберҙә һорау алыусы фәрештәләр.

Ғәреште күтәреп тороусы дүрт фәрештә бар, Ҡиәмәт көндө Аллаһ уларҙың һанын һигеҙгә арттырасаҡ. Ғәреш янында күп (етмеш мең дә тиҙәр) фәрештәләр барлығы билдәле, уларҙы карубиндар тип йөрөтәләр.

Тамуҡта Аллаһ ҡушыуы буйынса ғазапҡа тарттырыусы забани фәрештәләр бар. Һуғыш ваҡытында кешеләргә ярҙамға килеүсе яугир фәрештәләрҙе джундалла тиҙәр.

Мосолмандар фәрештәләрҙең барлығына ышанырға тейеш. Был хаҡта Ҡөрьәндә, хәҙистәрҙә әйтелгән. Кем уларҙың барлығына ышанмай, яңылышҡандар рәтендә булыр. Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 177-се аятында: «Ә диндарлыҡ – Аллаһҡа, әхирәт көнөнә һәм фәрештәләргә, китапҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә иман килтереүҙә...». Шул уҡ сүрәнең 98-cе аятында: «Кем Аллаһҡа һәм Уның фәрештәләренә, рәсүлдәренә, Ябраилға һәм Микаилға дошман булһа, хәҡиҡәттә Аллаһ та кафырҙарға дошман!» – тиелгән.

Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Ер менән Күк фәрештәләр менән тулы, һәм улар туҡтауһыҙ Аллаһты данлап зекер әйтә. Фәрештәләр кешеләрҙең матур тауыш менән Ҡөрьән уҡығанын тыңларға ярата.

Фәрештәләр төрлө еҫкә һиҙгер, хуш еҫтәрҙе ярата. Уларға ҡыйын булмаһын өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләм һис һарымһаҡ ашамаған. Сәхәбәләргә лә ауыҙҙарын йыш сайҡап, таҙа йөрөргә ҡушҡан.

Һәр ваҡыт кешеләргә эйәреп, уларҙы яҡшылыҡҡа өндәп, һаҡлап, доғаларын еткергән, шулай уҡ ауырлы ҡатындарҙы ҡурсалаған, ел-болот, ямғыр, тау-таштар, үҫемлектәр, хайуандар менән идара иткән фәрештәләр бихисап.

Халыҡтың йыйылып, Аллаһты иҫкә алып, зекер әйтеп, тәүбә ҡылған төркөмдәрҙе юлдар буйлап эҙләп йөрөгән сәйәхәтсе сәййәһүн фәрештәләр ҙә бар. Улар рамаҙан айы төндәрендә уҡыған доғаларҙы һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә әйткән сәләмдәребеҙҙе еткереп тора.

Фәрештәләрҙең иманлы кешеләр өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбар ғаныла билдәле. «Ғафир» (Ярлыҡаусы) 40-сы сүрәнең 7-cе аятында: «Тәхетте күтәреп йөрөтөүселәр һәм уның тирә-яғындағылар Раббыларына данлап тәсбих әйтә, Уға иман килтерә, иман килтергән кешеләргә ярлыҡау һорай: «Раббыбыҙ, Һин барлыҡ нәмәләрҙе рәхмәт һәм белем менән солғайһың. Тәүбә иткән һәм Һинең юлыңа эйәргәндәрҙе кисер һәм тамуҡ ғазабынан һаҡла!» – тиҙәр.
Фәрештәләрҙең һаны, исеме, ҡиәфәте, тағы ла ниндәй эш башҡарғаны бары Аллаһҡа ғына мәғлүм.

Фәрештәләр һәр ваҡыт беҙгә ҡанат ҡағып торһон, барлыҡ изге теләктәребеҙ уларҙың «Амин» тигән сағына тура килһен!
Фәнирә ҒАЙСИНА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook