Башҡортостан Ҡыҙы

Талаҡ

Дин буйынса тыйылмаған, әммә Аллаһ Тәғәләнең иң яратмаған ғәмәлдәренең береһе – талаҡ. Талаҡ бик етди сәбәптәр булғанда ғына рөхсәт ителә. Әгәр ир ҡатынын айырырға ниәт итә икән, ул талаҡ әйтә. Бындай аҙым эшләр өсөн ир-ат алдан ныҡлап уйларға, үҙ аҡылында, айыҡ һәм тыныс булырға тейеш. Талаҡ бер нисә тапҡыр мөмкин. Беренсе мәртәбә әйткәс, ҡатын айырылған һанала, әммә өс ай эсендә ире уны теләгән ваҡытта кире ҡайтара ала. Бер ни тиклем йәшәгәс, ир тағы талаҡ әйтә икән, ул саҡта ла өс ай эсендә ҡатынын ҡабат ҡайтарырға хоҡуғы бар. Әгәр ҙә дүртенсе айға һуҙылһа, ир ҡатынына яңынан мәһәр түләп, никах уҡытырға тейешле. Ир өсөнсө тапҡыр талаҡ әйтһә, улар тулыһынса айырылған иҫәпләнә. Ҡатыны икенсегә кейәүгә сығып, унан да айырылып, өс ай үтеүгә генә, ир элекке ҡатынына яңынан өйләнә ала.

Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһе аяттарында айырылыу хаҡында былай тиелгән: «Айырылған ҡатындар, өс күремгәсә япа-яңғыҙ көтөп торор, әгәр улар Аллаға һәм әхирәт көнөнә иман килтергән булһа, аналыҡтарындағы Аллаһ бар ҡылған нәмәне йәшерергә рөхсәт ителмәй. Был хәлдә иргә йөклө ҡатынын ҡайтарыу хәйерле. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса ирҙәр ҡатындарын хәстәрләргә, улар менән ипле мөғәмәлә итергә бурыслы. Ысынлап та, Аллаһ бөйөк, хикмәтле!»

«Икенсе тапҡыр талаҡ. Йола буйынса ир никахты һаҡларға йәки яҡшылыҡ менән ҡатынын айырып ебәрергә тейеш. Уның хәләленә биргән, бүләк иткән бер нәмәне лә кире алырға хоҡуғы юҡ. Әгәр улар Аллаһ билдәләгән сикте үтеүҙән ҡурҡһа, ҡатын, фидйә биреп, гонаһтан икеһен дә ҡотҡара ала. Ошо инде Алланың сиктәре, уларҙы үтмәгеҙ, кем Алланың сиктәрен үтә, шул – залим!» [Ҡөрьән Кәрим, 1992].

Әгәр ҡатын иренән һис сәбәпһеҙ үҙе айырылып китә икән, ул ожмахтың еҫен дә татымаҫ, ти. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҡатын ирен яратмаһа, ире уны енси яҡтан ҡәнәғәтләндермәһә, ғаиләлә йәшәү түҙә алмаҫлыҡ хәлгә етһә, киләсәктә ул ир менән ҡалыу тағы ла нығыраҡ гонаһҡа батыу ҡурҡынысы тыуҙырһа, ҡатын иренән үҙ ирке менән айырылырға теләүен һәм талаҡ әйтеүен һорай ала. Уны үҙ иркенән тыш көсләп тоторға ирҙең хоҡуғы юҡ. Ҡатын талаҡты үҙе һорап ала икән, был осраҡта мәһәрен иренә кире тапшыра. Мәһәр исраф ителгән булһа, уны аҡсалата йәки икеһе һөйләшеп килешкән хаҡты, әйберҙе бирергә мәжбүр. Был осраҡта улар мәңгегә айырыла. Ир менән ҡатын бер-береһен зинала ғәйепләп, Аллаһ исеме менән анттар әйтеп айырыла икән, был осраҡта ла улар яңынан никахлаша алмай. Әгәр ире юғалһа, оҙаҡҡа төрмәгә ултырһа, ҡурҡыныс йоғошло ауырыуға тарыһа (мәҫәлән, проказа), диндән баш тартып көфөрлөккә төшһә, ҡатын ҡазыйға мөрәжәғәт итеп, айырылышыу тураһында хөкөм сығарта ала. Ҡатындың ире үлһә, ул дүрт ай ҙа ун көндән һуң ғына икенсе кешегә кейәүгә сыға ала.

Талаҡ ниндәй телдә, төрлө һүҙҙәр менән әйтелһә лә, ысын талаҡ иҫәпләнә. Ир ҡатынына шаяртып та, кинәйәләп тә талаҡ әйтергә тейеш түгел, сөнки ул ниәтенә ҡарап, ысын талаҡҡа әйләнә. (Мосолман кешеһенә шаяртҡанда ла алдашыу килешмәй, ул гел дөрөҫ, тоғро һүҙ йөрөтә. Ә кем алдай, ул мосолман булыуҙан туҡтай, хәҙистә билдәләнеүенсә, пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Алдаҡсы минең өммәтемдән түгел!» – тигән). Мәҫәлән, «Һин минең ҡатыным түгел», «Һине ҡатыным тип иҫәпләмәйем», «Әгәр бөгөн әсәйеңә китһәң, тимәк, айырылдың!» «Ошо тупһа аша сыҡһаң, ирең булыуҙан туҡтайым» тигән һүҙҙәр ҙә талаҡ һанала.

Иҫерек саҡта йәки ныҡ ҡыҙып әйткән талаҡ ысынға иҫәпләнмәй.
Кешенең хис-тойғолары, яҙмышы менән уйнау – оло гонаһ. Шуға һәр ваҡыт уйлап һөйләргә, үҙеңде, ҡатыныңды, балаларыңды юғары әхлаҡта тәрбиәләргә, ғаиләңә матур мөнәсәбәттә булырға, уларға дини ғилем бирергә тырышыу зарур, сөнки ир кеше Яуап көнөндә Аллаһ ҡаршыһында үҙе һәм ғаиләһе өсөн яуап бирә. «Әл-Бәҡара» сүрәһенең күп аяттары (227 – 232, 236 – 237 һ.б.) талаҡ тураһында аңлата. Әгәр яҙмышта ошондай хәл булһа, гонаһҡа батмаҫ өсөн, ғәҙеллек менән эш итергә ҡушыла. Ғәҙеллектә, иманлыҡта матур йәшәр өсөн шәриғәт ҡанундарын белеү, өйрәнеү фарыз.
Һәр ғаиләлә төрлө хәл була, әгәр ир менән ҡатын яңылышҡан һәм хәҙер яңынан бергә булырға теләһә, уларға был изге аҙымда ярҙам итеү кәрәк. «Ән-Ниса» сүрәһенең 35-се аятында: «Әгәр уларҙың айырылышыуынан ҡурҡһағыҙ, ир һәм ҡатындың яҡындарынан яраштырыусы билдәләгеҙ. Йәрәшергә теләһәләр, Аллаһ улар араһына килешеү һалыр. Ысынлап та, Аллаһ белә, хәбәрҙар!» – тиелгән.

Шайтан үәс-үәсәһенә бирелеп, мосолман ғаиләләре тарҡалмаһын, балалар етем ҡалмаһын! Талаҡтан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!

Мөһим доғалар

Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғаһы
Сәхәр ашағандан һуң
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лилләһи тәғәлә. Аллаһү әкбәр.
Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш батҡанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк.

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Әй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәрен дә ғәфү ит!
Фәнирә ҒАЙСИНА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook