Башҡортостан Ҡыҙы

Хыялдар тормошҡа аша

Хыялдар тормошҡа аша
…Халыҡ ижады геройҙарының ҡаршыһына бер-бер килеп: «Ҡайһы яҡҡа китергә?» – тигән һорау тыуа. Әкиәт тормоштан алынһа ла, кеше иһә ысынбарлыҡта ваҡыт һәм йәшәгән урыны арауығында, теге йәки был социаль ҡыҫала йәшәй, эшләй. Сибай ҡалаһы гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова ла бер ваҡытта ла тәҡдиренә зарланманы, иншаллаһ, яҙмыш ғали йәнәптәре уға, ҡайһы юлдан китһәм яңылышмам икән, тигән ҡәтғи һорау ҡуйманы. Хаммат менән Миңзада Ҡорбанғәлиевтар ғаиләһендә көтөп алған баш бала булып тыуған ул. Әсәһе – математика уҡытыусыһы, атаһы – агроном. Татырүҙәктә партия ойошмаһы етәксеһе вазифаһында ла эшләне. Хәйбулла районы ситтән килгән кешегә ҡола ялан, толҡаһыҙ ҡырыҫ күренһә лә, атаһы үҙ яғын бик ярата ине, буғай. Сөнки йәйге ялдарын әсәһенең тыуған яғында – Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылында, йәғни Юшатыр йылғаһының йәмле тәбиғәт ҡосағында, үткәрергә ғәҙәтләнгән Роза бер атаһына:
– Их, атай, мин бынан бөтөнләй ҡайтмаһам ине ул. Тыуған ер ошолай булһа икән! – тигәйне.
Атаһы асыуланды:
– Тыуған ер ул берәү генә була. Һинең Кесе Ватаның – Хәйбулла! Атай-әсәйҙе һайлап алып булмаған кеүек, тыуған ерҙе лә кеше үҙе һайлай алмай. Аңланың?!
Ҡыҙыҡайҙы ултыртҡан еңел машина Ҡалтанан Татырүҙәккә елдерҙе – атаһы башҡаса был турала һүҙ ҡуйыртманы. Әйткәнендә тороусан, аҙ һөйләп күп эшләүсән атаһының холҡон апаруҡ төшөнөргә өлгөргән зирәк Роза ла был хаҡта бүтәнсә һүҙ ҡуҙғатманы. Тормош һәүетемсә дауам итте. Ғаиләлә, Розаға иш булып, тағы ике ҡыҙ бала донъяға килде. Атаһы менән әсәһе өсөн эш беренсе урында булғас, ҡыҙҙар ҙа уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша: Роза урта мәктәпте «биш»кә тамамлай, БДПУ-ның география факультетына уҡырға инә…
Таңсулпан ҒАРИПОВА.
Сибай ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Уҡытыусы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook