Башҡортостан Ҡыҙы

Көлдән дөрләр усаҡ

Көлдән дөрләр усаҡ
БР-ҙың юғары категориялы табибы, психиатр-нарколог Рәмилә Ғүмәр ҡыҙы Әбделғужина (Ноғоманова) зәңгәр экрандар, матбуғат аша йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Заман афәтенә тарыусы яҡындарына ярҙам итеүҙәрен һорап өмөт тулы күҙҙәр уға төбәлә. Бармы икән һуң ҡотолоу юлҡайҙары? Рәмилә Ғүмәр ҡыҙы бәләнең сәбәбен төптән эҙләргә, төбөнә төшөргә, үҙәгенә үтеп инергә күнеккән. Кешене аңына килтерерҙәй булһа, барлыҡ алым да хуплана. Тамырында әхлаҡһыҙлыҡ, рухһыҙлыҡ, мөхәббәт етмәү, иғтибарға сарсау ятҡан бәхетһеҙлектәр ғаиләләребеҙҙе урап үтһен ине, ти ул.


Яҙмышына яҙғаны

Ете балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫә Рәмилә. Атаһы Ейәнсура районы Сирғол ауылында өй һалып сыҡһа ла, район үҙәгенә күсенәләр. Балала­рының әллә нисәмә саҡрымға йөрөп уҡыуы сәбәпсе була ошо аҙымды эшләргә. Юл ғазабы йонсотмаһын, ти Ғүмәр уңайлы, яңы өйҙө ҡалдырырға ҡаршылашып маташҡан ҡатыны Кәримәгә. «Атайым эштән ҡайтыуға төйөнсөктәребеҙ өҫтөндә уны икенсе йортта ҡаршыларға тура килә торғайны, өйҙән өйгә йөрөү үҙәккә үтте», – тип хәтерләһә лә, балта оҫтаһы Ғүмәр ғаиләһенең өйһөҙ­лөктән яфаланыуы оҙаҡҡа һуҙылмай. «Йәшәргә урын табылғас та, район үҙәгенә дауаханаға йә бүтән йомош буйынса килгән кешеләр менән өй тулы була торғайны. Иртән тороп усаҡ тоҡандырайым тиһәм, иҙәндә йоҡлаған кешегә төртөлә инем, тип һаман да көлөмһөрәп иҫләй әсәйем шул саҡтарҙы», – тип хәтер ебен һүтә Рәмилә Ғүмәр ҡыҙы.

Ноғомановтар ғаиләһендә бе­лемгә ынтылыш көслө. Ана, ағаһы, уҡыйым тип, әллә нисә саҡрымдар үтеп, яңғыҙы Новосибирскиҙағы хәрби училищеға юлланған бит! Ағайҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана Рәмилә: Йәғәфәр – тау инженеры, Әмир ике юғары белемгә эйә – юрист һәм иҡтисадсы, Ғәфүр – көрәшсе, йәш сағында райондың спорт комитетын етәкләгән кеше, Рафиҡ – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса фәнни эштәре менән республикала билдәле шәхес, БР урта дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн 10 – 11-се класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән умарта­сылыҡ программаһы, «Умартасылыҡ серҙәре», «Умартасы кәңәштәре» китаптары авторы.

Ноғомановтар ғаиләһе моңға мөкиббән. Атаһының бер туған ағаһы Сәлимйән ҡурайсы булараҡ дан тотҡан, Ғүмәр үҙе бейегән, оҙон көйҙәрҙе иҫе китеп тыңлаған. Мандолинала ла, баянда ла уйнаусылар бар.

Ә бейеүгә лә, йырға ла оҫта Рәмилә уҡыуға төшкәндән, әсәйемде дауалау өсөн табип булам, тип хыяллана. Ҙурыраҡ кластарҙа, ҡыйырһы­тылғандарҙы яҡларға, бәлки, адвокат һөнәрен һайларғалыр, тип талпынып алыуы ла ваҡытлыса ғына, баҡтиһәң. Йүнәлтмә буйынса педагог итергә ебәрәбеҙ, тигән тәҡдимгә лә ҡапмай. Аҙаҡ ғүмер буйына табип­тарға күҙем ҡыҙып ҡарар хәлем юҡ, хыялыма хыянат итмәйем, тип нығына ул маҡсатында. Тәүге йылда уңыш­һыҙлыҡҡа осрай шулай ҙа. Медицина институтына инә алмағас, район мәғариф бүлегенә эш һорап бара. Уны Муйнаҡ урта мәктәбенә химия уҡытыусыһы итеп ебәрәләр.

Ауылға килеп төшкәс тә, дәфтәр күтәреп ҡайтып килгән апайға «мәктәп ҡайһы яҡта?» тип өндәшеүе – үҙе бер яҙмыш ҡушыуы. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Өммөкамал Мостафа ҡыҙының, Чехословакияла хәрби бурысын үтәгән Булат улына тиңәп, их, ошо алсаҡ бала киленем булһа ине ул, тип уйлап ҡуйыуын ҡайҙан белһен инде Рәмилә?! Ең һыҙғанып эшкә тотона йәш педагог. Ул өйрәткән бейеүҙәрҙе мәктәп балалары нәҫелдән нәҫелгә тапшырып һаман да бейей, имеш.

Сейә ҡыҙылдан тегелгән ҡышҡы пальтоһында һығылма билле нескә ҡыҙ үҙен әкиәт һылыуылай хис итә. Күңеле йырлай. Эшләгән ауылына юлда берәйһе ултыртып алмаҫмы тип көтөп торғанда, көплө машина килеп туҡтай. Рәмилә ынтылыуы була, хәрби кейемдәге егет елп иттереп машина башына тартып та ала. Һалам төктәре тейәлгән арбала буласаҡ тормош иптәше менән бик күңелле ҡайталар. Әммә... юлдар уларҙы айыра. Байтаҡ ваҡытҡа күрешмәй торалар. Булат Ырымбурға медицина институтының рабфагына юллана. Бер аҙҙан Рәмилә лә Буранғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә күсеп, юғары класҡа етәксе итеп ҡуйыла. «Икмәк – бөтәһенә лә баш» тигән темаға асыҡ дәрес үткәреп янып йөрөүен әле лә йылылыҡ менән иҫкә ала.

Тап шул йылда ул да Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.

Икенсе курста Булат уны үҙе эҙләп килә. Ҡыҙыҡай өйҙә булмай сыға. Ырымбурҙа уҡып та, эшләп тә йөрөгән егет бүлмәләш ҡыҙҙарына фыртауай ғына күренә. Һүрәтләп биргәс, ундай танышым юҡ, тип Рәмилә уны иҫләмәй ҙә тора. Булат юғалмай, йәнә пәйҙә була. Шулай дуҫлыҡ башлана. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ул килтергән ләләләрҙе лә хәтерләй әле Рәмилә. Йәштәр 5-се курстан һуң өйләнешә. Интерна­тураны ул психиатрия, ире травма­тология буйынса үтә. Уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйынса Мәләүез ҡалаһына эшкә юлланалар. Тыуған яҡҡа ҡайтып-китеп йөрөгәндә юл эсендә ултырыуы, үткән-һүткәндә аҡ ҡала тип һоҡланып ҡарап йөрөүҙәре лә үҙенекен итә.

Улы менән ҡыҙы ошо ҡалала тыуа. Булат Ишмулла улы тап ошонда эшләгәндә алтын ҡуллы травматолог булып таныла. Венер Сәхәүетдинов уны үҙе аспирантураға инергә өгөтләп, баш ҡалаға ҡоҙалай. Ғаилә, шулай итеп, Мәләүездә быуын нығытҡандан һуң, Өфөгә күсенә. Әммә бында етди һынауҙар көткәнен икеһе лә белмәй әле.

Рәмилә, ғаилә карабының ҡомға терәлеүен таныу ни хәтлем ҡыйын булһа ла, ысынбарлыҡты ҡабул итеп, айырылышыуҙың да ыңғай яҡтарын аса. Үҙендә шуға көс таба. Бала­ларының күңел бөтөнлөгөн уйлай. Иренең икенсе ғаиләлә сабыйҙары тыуһа ла, ҡыҙы менән улын атай абруйында тәрбиәләй. Фәрхәдте файҙалы ғәмәл менән мәшғүл итергә тырыша, өй төҙөгәндә атаһы янында булһын, эш рәтенә төшөнөп үҫһен тип, атаһы менән аралашыуҙан тыймай.
Гөлназ ҠОТОЕВА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Әсә





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook