Башҡортостан Ҡыҙы

Саялыҡ та, сәм дә тиртә ҡанда!

Саялыҡ та, сәм дә тиртә ҡанда!Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан тарихында, мәғарифын үҫтереүҙә лайыҡлы урын биләй. Ошо мәктәпте тамамлағандар белеме менән генә түгел, лидерлыҡ сифаттары, илһөйәр, телһөйәр шәхес булып етешеүҙәре, бер-береһе өсөн йән атып, ғүмер буйына дуҫ булып ҡалыуҙары менән башҡаларҙан айы­рылып тора. Ә кемдәр уларҙы шундай итеп тәрбиәләй һуң? Әлбиттә, уҡытыусылар! Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, «Рәсәй мәғарифты үҫтереү милли проекты»нда «Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүсеһе, РФ-тың почетлы мәғариф хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянова (Тажиева) ошо белем биреү усағында биологиянан уҡыта. Тәү ҡарауға ябай ғына уҡытыусы ул. Нигеҙ таштары ныҡлы һалынһа ғына, ел-дауылдар ҡурҡыныс түгел, илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона йырлап барып инергә мөмкин. Ул маҡсатын тап шунда күрә: балалар үҙ белеменә инанған булһын, шартлап торһон, сатнатып яуап бирһен, үҙ фекерен аяҡ терәп яҡлаһын, һынауҙарҙы лайыҡлы үтһен. Ул уҡытып сығарғандар рәтендә табиптарҙың бихисап булыуы – Динә Ким ҡыҙының оло ҡаҙанышылыр.

Тамырҙар
Тыуған Салауат районының Мәсетле ауылында урта мәктәпте тамамлаған Динә үҙен тик актриса итеп күҙ алдына килтерә. Башланғыс класс уҡытыусылары Шәүрә Хурамшина менән Мәйсәрә Иҡсановаларҙың йыр-бейеүгә ылыҡтырыуы сәбәпсе булдымы икән был инаныуға, әллә Яңылбикә өләсәһе бейегәндә бар халыҡтың мөғжизә күргәндәй арбалыуын тойоумы, әсәһенең халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло башҡарыуымы, атаһының гармунда һыҙҙырыуымы?..

Атаһының вафатына ун ике йыл тулып уҙһа ла, Динә Ким ҡыҙы ҡәҙерлеһен күҙ йәштәре менән иҫкә ала. «Ул заманда барыһын дер ҡалтыратҡан парторгҡа киҫәтеү эшләргә ҡурҡмаған ғәҙел кеше ине ул. Донъяны фәлсәфәүи ҡабул итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов Ҡаратауҙа ҡыуыш ҡороп ятҡанында, уға һөт-ҡатыҡ ташыған. Ҡәҙим Аралбаевтың «Ҡаратау тотҡоно» поэмаһында атайымдың да праобразы бар. Гармунсы, киномеханик. Бер ҡасан да аҡса иҫәпләмәгән ул. План үтәмәй тип, парторг йыйылышҡа тикшереүгә ҡуйған. Атайым торған да: «Унда нисек йөкләмә үтәлһен? Улар бит һуғышта бер күҙен ҡалдырып ҡайтҡан. Егерме тинлек киноны ун тингә күрһәтәм», – ти икән. Ысынында атайым уларҙан бер тин дә алмаған. Үҙе үлгәс кенә ишеттем был ваҡиғаны. Үпкә яман шешенән китеп барҙы. Һаҡлап ҡала алманыҡ ҡәҙерлемде. Бигерәк үкенесле. Түләп инергә аҡсалары булмаған бала-сағаға һуғыш тураһындағы фильмдарҙы будкаһынан ҡаратҡан. Ниндәй кешелекле булған ул! Нисәмә йылдар үткәс, мине, уның ҡыҙы икәнемде белгәс, ошо уҡ малайҙар күтәреп алды, ярҙам ҡулы һуҙҙы», – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша ул. Ә олатаһы Мифтахетдин Тажетдинов милиция начальнигы булып хеҙмәт иткән. Уның да яҙмышы тетрәндергес. Колхоз рәйесе Мифтахетдинды илдәге аслыҡ, кешеләрҙең күпләп ҡырылыуы этәргәндер ошо ҡаһар­манлыҡҡа. Бер телем икмәккә лә тилмерешкән ауылдаштарына ир арыҫланы Силәбе өлкәһенә Ҡаратау аша барып, тирмәндән тарттырып алып ҡайтып, һәр өйгә икешәр кило он бүлеп сыҡҡан. Әпкәләйҙәр, ошаҡсылар Сталинға хат яҙған. «Илдә аслыҡ, ә Мифтахетдин он таратып ята», – тигәндәр. Нимә көтөүе билдәле. Тиҙ генә кәңәшләшкәндән һуң, Мифтахетдинды Мәскәүгә юлларға килешелә. Төн сыҡҡансы итексе итек теккән. Уҙаман, шулай итеп, Мәскәүгә, Калинин бабайға, юлланған. Шул арҡала ғына аҡланып ҡалған. «Һинең олатайың Мифтахетдин – ауылды аслыҡтан алып ҡалған кеше», – тиһәләр, Динә Ким ҡыҙы ғорурлыҡ кисерә. «Олатайым 116-сы атлы дивизияла хеҙмәт иткән. Бер генә хәтирә: Дим биҫтәһендә йыйын барған. Ҡаршылыҡтарҙы үтеү яланында тал сыбыҡтарының осон атта сапҡан килеш ҡылыс менән киҫеп барырға тейеш булған. Бер Мифтахетдиндың был төр ярышта өҫтөнлөк алыуын, бик таһыллы эш итеүен һоҡланып ҡарап торған Шайморатов генерал бөтә һалдаттар алдында, уларҙың рухын күтәрер өсөн, ҡулындағы алтын сәғәтен сисеп бүләк иткән! Ә миңә олатайымдың мөнәсәбәте иҫ киткес йылы ине. Бейегәнемде ҡарап торғандан һуң, әсәйемә: «Килен, был ҡыҙың һәр ергә лә үтеп инеп барыр, теләгенә ирешер», – тигән», – тип хәтирәләргә бирелә ул. Ысынлап та, яҙмышына яҙғанынан, өлөшөнә төшкән көмөштән ҡәнәғәт Динә Ким ҡыҙы. Хәленән килгәнде үҙенсә үҙгәртеп, хәләл көсө менән тапҡанының ҡәҙерен белеп йәшәй ул бөгөн. Ә яҙмыш буйһондора. Өфө дәүләт сәнғәт институтына ынтылып ҡарауы уңышһыҙлыҡ менән тамамланһа ла, сәнғәткә ылығыуҙан биҙмәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни ағартыу училищеһына уҡырға инә. Дипломлы белгес Ишембай районының «Ағиҙел» совхозында балалар бейеү төркөмө етәксеһе булып эш башлай. Юғары уҡыу йортонда белем алыу теләге, бала саҡтағы тәбиғи фәндәргә ҡыҙыҡ­һыныуы уны Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетына алып килә. Ниңә тап ошо ҡалағамы? Сөнки биология һәм химия белгесе тап ошонда берлектә әҙерләнә.

«Көндөҙгө бүлектә уҡыйым. Профессиональ бейеүсе икәнлегемде белгәс, коллектив тупларға тәҡдим иттеләр. 1987–1992 йылдар арауығында уҡыу менән эште аралаштырып алып барҙым. Сәм бар ҙа, мөмкинлектәр сикле. Костюмдар юҡ, әммә концерт ҡуйырға кәрәк. Сәхнәлә балҡыу юлын табабыҙ шулай ҙа. Концертҡа саҡырылған профессорҙарҙың бүректәрен алып тороп бейейбеҙ. Дәрт тә булған үҙебеҙҙә, ә!» – тип хәтирәләргә бирелә Динә ханым.
Саялыҡ та, сәм дә тиртә ҡанда!
Өлөшкә төшкән көмөш
Сәхнә ене ҡағылған нескә билле сибәркәй тырышып белем ала, ансамблде лә етәкләй. Ятаҡта Балтас ҡыҙҙары менән йәшәй, аралаша. Бер ваҡыт Анфиса исемлеһе Балтасҡа ҡунаҡҡа саҡыра. Әхирәтенең аталары ҡаршыларға тейеш. Әммә улар күренмәгәс, ҡыҙҙар «Аптыраҡ пошмағы» тигән ергә етеп, машина көтә башлай, уларға бер аҙҙан ике егет ҡушыла. Уларҙың: «Башҡортса матур һөйләшәһегеҙ, моғайын, Баймаҡ ҡыҙҙарылыр», – тигәненә һылыуҡайҙар иғтибар итмәй. Шаян, дәртле матурҡайҙар егеттәрҙең береһендә ҡыҙыҡһыныу уята. «Ике ҡыҙ ҡайтты, Баймаҡтан тип таныштырҙылар», – тип, шулай уҡ Бөрөлә белем алған, Динә етәкләгән ансамблдә бейегән һеңлеһе Гөлназдан һораштыра берәүһе. Яланғас ауылына юлланғастар, Анфиса менән Динә ҡайтҡандыр, тип мут йылмая тегеһе. Шулай итеп, йөрәгенә һөйөү осҡоно төшкән Алмас һеңлеһе Гөлназға йышлай. Әммә ниәтен асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡыймай. Дуҫ тип ҡабул ителә. Ҡыҙҙарҙың барыһын да кинотеатрға саҡыра. Бер ваҡыт Динәгә ашығыс рәүештә ҡайтырға кәрәк булғас, ҡыҙҙың үтенесе буйынса, Өфөнән Мәсетлегә билет алып, вокзалда көтөп тора егет. Ауыр сумкаларын күтәрешеп, Динәне тыуған яғына оҙатып ҡуя. Гөлназдың туйына ҡайтҡанында ғына егеттең утлы ҡарашын тойоп ҡала ҡыҙ. Баштан уҡ бер-береһенең күңелен күрә белеү, борсоған һорауҙарҙы асыҡтан-асыҡ хәл итеү һөйөүҙе нығыта. Егет, йүнәлтмәне беҙҙең районға ал, ти. Башҡа яҡҡа китһә, Динәһен юғалтыуҙан ҡурҡа. «4 апрель ине. Ата-әсәһе менән автобусҡа ултырып, беҙгә килде лә төштөләр. Һыу ташҡан ваҡыт, аяҡ аҫты бысраҡ. Мулла таптыралар. Ҡыҙығыҙҙы ҡалдырмайбыҙ, үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, тиҙәр. Ҡартинәйем никах уҡыны», – тип 25 йыл элек үткәнде бөгөнгөләй хәтерләй Динә Ким ҡыҙы.

Сынығыу
Шулай итеп, ҡулына диплом алған йәш белгес Балтас районының Иванай урта мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Уға биология дәресен тәрәнәйтеп өйрәнеү класын ышанып тапшыралар. «Марийса бер һүҙ белмәйем. Бәләкәй балаларҙың бейеү ансамблен төҙөнөм. «Шаянҡай»ҙарҙы иҫләйһегеҙҙер, баштарына бәләкәй генә самауыр ултыртып бейейҙәр. Балтасҡа бәйгегә барғас, бер баянсы, был марийҙар ниңә башҡортса бейей, тип аптырай. «Фин-уғыр мәжүсиҙәренең ҡатламын күтәрербеҙ, китмә, тип инәлһәләр ҙә, иптәшем артынан Өфөгә юлландым, – ти Динә ханым. – Ире был ваҡытта ике-өс ерҙә эшләй. Нефть эшкәртеү заводына урынлашҡан. Бәләкәй генә бүлмә алған. Яңы тыуған Эмма ҡыҙыбыҙға карауатына хәтлем хәстәрләп ҡуйған. Студент саҡтан эшләп үҙен ҡарарға өйрәнгән хәләлем туй күлдәген дә, никах балдағын да үҙе ҡайғыртҡайны. Бер аҙҙан машина алып ебәрҙе. Ул ваҡытта аҡса булған хәлдә лә, «тимер ат»ты табыу бик ауыр ине. Ирҙән уңдың, тиҙәр. Эйе, уңдым», – тип бәхетенең ҡәҙерен белеп йәшәй мөләйем ҡатын. Үҙе лә уңғанлығы, һөйгәнен күҙ ҡарашынан аңлай белеүе менән ғаилә ныҡлығын тәьмин итә.

Баш ҡала үҙ ҡосағына һыйындырыр алдынан һынап-һынап алыусан шул ул. Фазылғаяновтарҙы ла ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар бында. Прописка йүнләү, фатир алыу өсөн ныҡлыҡ, түҙемлек, ныҡышмалыҡ кеүек сифаттарҙы өҫкә сығарырға тура килә. Республиканың иң шәп мәктәптәренең береһенә эшкә урынлашыуын ул яҙмыш бүләге тип һанай. Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянованың Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында эшләүенә лә 22 йыл. Уҡытыу менән генә сикләнеп ҡалмай, гимназияла бал бейеүҙәре түңәрәген ихлас алып бара. Кейем тектереү, концерт әҙерләү хәстәрҙәрен күҙ алдына килтерһәң, күпме көс, илһам, дәрт кәрәккән! Талапсан, маҡсатына ынтылышлы уҡытыусы уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә хөрмәтен яулаған. Ҡатмарлы темаларҙы ла ябай, аңлайышлы итеп бирә белеүе балалар күңеленә мәңгелеккә инеп уйылған. Бер нисә йыл дауамында Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡабул итеү имтихандарында ҡатнашырға саҡырыуҙары уҡытыусының абруйы хаҡында һөйләй. Тырыш, ныҡышмал мөғәллимә, ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай, олимпиадаларға, уҡыу йортона әҙерлек ваҡытында һәр бала менән өҫтәмә шөғөлләнә. Эше һөҙөмтәле. Уҡыусыларының төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулауы, сығарылыш һайын илебеҙҙең төрлө ҡалаларының медицина юғары уҡыу йорттарына, башҡа вуздарҙың биология-химия факультетына уҡырға инеүе менән сикһеҙ ғорурлана Динә Ким ҡыҙы.

Тормош матур, матур, яратһаң!
Биш балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Динәгә бәләкәйҙән эш тейә. Әсәһе урынына апайы менән ярышып егермешәр һыйыр һауһындармы, бесән күбәләһендәрме, һәр ваҡыт дәрт менән тотона. Их, шул машина йөрөтөр кәрәк ине ул, тигән хыялы ла тормошҡа аша.
Эммаға ун өс йәш тулып уҙыуға, ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, улдары Әмир тыуа. Ҡыҙҙарын былтыр кейәүгә биргәндәр Фазылғаяновтар. Кинйәләре 4-се класта белем ала.

Туҡһанға етеп килгән әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе менән сөкөрҙәшеп дуҫ йәшәүенә һөйөнә ул. Тормош тәжрибәһе туплаған, үҙ көсөнә, белеменә ышанған абруйлы уҡытыусы матур миҙгеленең ҡәҙерен белеп йәшәй. Фиғелендә – кешеләрҙе үрҙәр яуларға дәртләндереү, һынып, ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтеү, иң, ҡанат ҡуйыу бит. Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянова ана шул асылына тоғро. Ошо тоғролоҡ уның үҙен дә матурлай һәм күтәрә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook