Башҡортостан Ҡыҙы

«Һин – байрамым минең!»

«Һин – байрамым минең!»Римма Амангилдина тигәндә, күңелдә ул тыуҙырған моң донъяһы хасил иткән хис, рух, һағыш айҡашы аша әллә ниндәй сөңгөлдәр аҡтарыла. Тормошто, донъяны үҙе бер байрам кеүек ҡабул итмеш көсәйә. Яҡты кисерештәр, рәхәтлек, еңеллек тояһың уны тыңлағандан һуң. Әбйәлил районы Хәлил ауылында буй еткергән йырсы Өфө сәнғәт училищеһын һәм дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы тигән юғары исемгә, РФ Президенты В.В. Путиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булыуы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ике тиҫтә йылдан артыҡ фиҙакәр хеҙмәте емеше.

«Урталайға һынды балдағым...»

Йырҙары уның күңелендә билдәһеҙ һағыш, тәрән бер кисереш барлығын тойҙорта. Моңдо күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртерлек итеп бирә белеүме, әллә ысынлап тетрәнеү, кисереш аша яңғырағаны шулай ярһыта микән, тигән һорау тыуа.
«Йырлаған саҡта бер генә образ күҙ алдымда. Йәштән үҙемдең яҙмышымдың тап шулай килеп сығырын һиҙемләүем бар ине. Һәр ваҡыт үҙем булып ҡаласағымды, ошо хыялға ынтылыш менән йәшәйәсәгемде лә белә инем. Композитор Абрар Ғабдрахманов менән шағир Рәми Ғарипов ижад иткән «Таңдағы йыр»ҙа үҙемдең әлеге йәшәп ятҡан халәтемде тоям.
«Эй, изге моң! Кисер, кисер мине,
Мин ғәйепле һинең алдыңда.
Мин баш эйәм һиңә, был донъяла
Шундай тоғро моң бар сағында!»

Тәүге хистәр, тәүге яратыу. Дуҫлашып йөрөгән егете менән ҡорған матур хыялдар. Алты балалы ҙур ғаиләлә буй еткергән ҡыҙыҡай бар яҡлап та әсәһенең терәге булырға ынтыла. Һигеҙенсе класты тамамлағас, колхоз йәйләүендә һыйыр һауып, ҡәҙерлеһенә плащ һатып алып бирә. Римма балалар ярата, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға теләге морнай. Әммә йырға тартымы көслө. Радиоалғыстан ишеткән йырҙың һүҙҙәрен тиҙ генә яҙып, мәктәпкә алып барып өйрәтһенме... Шул донъя үҙенә мөкиббән итә лә ҡуя. Киләсәген һөйгәне менән күҙаллай. Римма – сәнғәт училищеһына, ә егет ауыл хужалығы институтына документтарын тапшыра. Имтихандарҙы ҡыҙ уңышлы бирә, ә дуҫы, кон­курстан үтә алмай, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Аралар өҙөлә, Римма был хәлде бик ауыр кисерә. Әсәһе лә, ҡыҙының һарғайып китеүен күреп, «ауырыйһыңмы әллә ул?» тип борсола. Күңелендәге бер нескә еп шарт өҙөлә. Ә, бәлки, был аңлау ғына, Аллаһы Тәғәләнең етәкләп үҙ һуҡмағына төшөрөүе генә булғандыр?..

Тыуған нигеҙ, тыуған тупһа

Әле ауылдарҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары гөрләп үтә. Римманың тыуған ауылы Хәлилдә лә был көтөп алынған ваҡиға. Алты баланың кендек ҡаны тамып, уларға ҡанат ҡуйған, атаһы менән әсәһе хәләл көсө менән төҙөгән нигеҙҙең тарҡалыуына юл ҡуймаҫҡа булалар.
«Атай-олатайҙарыбыҙ шунда ғүмер иткән, ысын донъяға күскән атайым менән әсәйем беҙҙән риза булып ятһын, тип тырыштыҡ. Боронғоларҙың «әгәр нигеҙ сит ҡулдарға күсһә, унда тәрбиәләнеп үҫкән кешеләрҙең яҙмыштары тарҡала» тигәнен дә ишеткәс, йортто яңыртырға булдыҡ. Олоғая килә тыуған ер тарта. Элек «атайсалыңдан рух, көс алаһың» тигәндәрен ишеткәнем булды. Баҡтиһәң, уны берәү ҙә һиңә кил­тереп тоттормай. Көс алыр өсөн иң беренсе үҙең көс, һөйөүеңде һалырға тейешһең икән. Былтыр шундай ҡарарға килгәс, рухи күтәренкелек кисерҙек. Туғандар менән бергәләшеп бер маҡсатҡа төйнәлеү күңелде бөтәйтте. Ошоғаса тырым-тырағай һымағыраҡ инек. Урамыбыҙ гөж килде. Өйҙөң ҡыйығын алмаштырҙыҡ, эске һәм тышҡы яҡтан тәртипкә килтерҙек. Быйыл картуф сәстек, баҡсаны ҙурайттыҡ. Ҡышҡыһын Хәлилгә ҡайтып киттем. Ауылда шул хәтлем күңелле. Саф һауа. Өй йылы. Рәхәт», – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша артистка.
Әсәй менән атайҙың яҡты иҫтәлеге өсөн тип башҡарылған изге ғәмәл туғандарҙы татыу­лаштыра, бер-береһен яҡлар өсөн тауҙай ҡалҡырға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Шулай итеп, ата-әсәйҙең яҡты хәтере һаман да ҡөҙрәтле нур һибеп, изге эштәргә дәртләндерә. Магнитогорск ҡалаһына яҡын булғанғамы, күршеләрҙең көнкүреште уңайлы алып барыуы әбйәлилдәргә лә йоғонто яһай. Күпселек йорттарҙа газ, һыу, бәҙрәф эстә. Бөтә уңайлыҡтар бар. Былтыр йәйҙе ауылда үткәрҙем, ниңә себеш алып көтмәнем икән, тип үртәлә Римма.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Римма Амангилдина





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook