Башҡортостан Ҡыҙы

ҺӨЙӨҮ БУЛҒАН ЕРҘӘ БӘХЕТ БАР

ҺӨЙӨҮ БУЛҒАН ЕРҘӘ БӘХЕТ БАРXXI быуат ҡатын-ҡыҙының ысын портретын бөйөк рәссам нисек һүрәтләр ине икән? Тылсымлы ҡылҡәләм замана һылыуының тышҡы гүзәллеген һынландырып ҡына ҡалмай, күңел балҡышын, нескә аҡылын, рух күтәренкелеген, утлы сая йөрәген сағылдырып, уның ер һулышын тойоп, тәбиғәт менән гармонияла йәшәй белеүенә лә өҫтөнлөк бирер ине, моғайын. Мәләүез районының «Иҙел» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының беренсе урынбаҫары Римма Ғәбитованы матур сифаттарҙы туплаған наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсә генә түгел, ә тыуған ер, халыҡ мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткән шәфҡәтле етәксе булғаны өсөн дә хөрмәт итә яҡташтары.

Ике йөрәк бергә типкәндә
Һәр ҡеүәтле йылға тәүҙә кесе шишмәләрҙән юл алған кеүек, тырыш Ғәбитовтар ҙа эште колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң ҡарауһыҙ ҡалған ерҙәрҙе эшкәртеүҙән башлай. Күпләп эре мал үрсетәләр. Сәсеүлектәр етемһерәп ятмаһын, халыҡ эшһеҙ интекмәһен, киләсәккә ышанысһыҙ төшөнкөлөккә бирелмәһен, тигән яҡты ниәт ысынлап та матур хыялдарҙың ғәмәлгә ашыуына, бөгөнгө уңыштарына юл аса ла инде. Мәләүез районының «Иҙел» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – әлеге көндә ҙур өмөт уятҡан алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Күңел һалып башҡарған изге эштәрен улар ғаилә бизнесына ғына ҡайтарып ҡалмай, район, республика мәнфәғәтендә уңышлы алға әйҙәй: эш урындары булдыра, тотороҡло хеҙмәт хаҡы түләй, социаль проекттарҙы бойомға ашыра. Етмәһә, хәҙер күптәрҙең тәбиғи, сифатлы аҙыҡ-түлек файҙаланыуға өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алһаң, әлбиттә, үҙ тыуған ерендә ең һыҙғанып хеҙмәт иткән ялан батырҙарының абруйы юғары.

«Иҙел» агрофирмаһы директоры Данияр Ғәбитов хәләл ефетенең һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер. Уңған ҡатын – эштә лә, ғаиләлә лә иренең уң ҡулы, төп ышанысы һәм яңы идеялар менән яныусы тоғро кәңәшсеһе. Йәмғиәттең киләсәген дөрөҫ күҙаллауҙа һәм хужалыҡты үҫтереүҙә уның да өлөшө ҙур. «Уңышыбыҙ сере – мөхәббәт, – тип йылмая Римма ханым. – Ирем минең тәҡдимдәрем менән иҫәпләшә, ә мин уның эшлеклелегенә, һиҙгер йөрәгенә, маҡсатҡа ынтылыусан көслө рухына һоҡланам. Мөхәббәт йөрәгебеҙҙе яңы асыштарға илһамландыра, ауыр эште лә еңел, ҡаршылыҡтарға бирешмәй атҡарып сығырға ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙға һөйгәненең ышанысын, һөйөү тулы ҡарашын тойоу мөһим. Шунда ғына гүзәл зат асыла, көсәйә, сихри нур менән балҡый һәм ошо йылылыҡты яҡындарына ла ихлас өләшә. Ирем башлаған эшкә бөтә күңелемде, белемемде, фиҙакәрлегемде һалып хеҙмәт итеүем дә – уға мөхәббәтем билгеһе».

Римма Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында Клара Ғарифйән ҡыҙы менән Ғилметдин Ҡиям улы Юлдыбаевтарҙың татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ҡыҙыҡайға дүрт йәш тигәндә Юлдыбаевтар Мәләүез ҡалаһына күсенә. Улар тәүҙә бәләкәй генә бер бүлмәлә көн итә. «Ғаиләлә уҡыуға ынтылыш көслө булды, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын әсәйем ай һайын һағынып көтөп ала торғайны, уны ҡәҙерләп һаҡлай ине», – тип хәтерләй ул. Әсәһе менән атаһының тырышлығы һөҙөмтәһендә балаларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә була. Клара Ғарифйән ҡыҙы «Шишмә» шифахана-профилакторийында – баш бухгалтер, ә Ғилметдин Ҡиям улы ауыл хужалығында механизатор булып оҙаҡ йылдар эшләй.

Үҙ-үҙен, яҡындарын яҡлау тойғоһо көслө булғанға, киләсәген юрист һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә Римма. Йоматау аграр техникумын тамамлаған йәш белгесте Мәләүез районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына алалар. Ситтән тороп Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын бөткәс, тәүәккәл һәм отҡор һылыу Мәләүез районы хакимиәтенең юридик бүлегенә күсә. Уға артабан ауыл хужалығы буйынса ғына түгел, ә төрлө һорау менән мөрәжәғәт иткән граждандарҙың хоҡуғын яҡлау бурысы ҡуйыла. Ҡасандыр бер социаль-ижтимағи ҡоролошта йәшәп, яңы заманға яраҡлаша һәм үҙ милкен, хоҡуғын яҡлай алмағандарҙан көн дә быуа быуырлыҡ сират теҙелә уларҙың бүлегенә. Һәр кемен иғтибарлап тыңлап, юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеп, олоһо һәм кесеһенең рәхмәтен һәм хөрмәтен яулай абруйлы хеҙмәткәр. Шулай ун алты йыл ғүмерен район һәм ҡала халҡына юридик һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә арнай ул. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошонда киҫешә юлдары. Икеһе лә эшкә тилбер, әммә аралашыуға үтә ипле, тыныс холоҡло йәштәр шунда уҡ бер-береһен оҡшата, шулай ҙа йөрәктәрен ялмаған көслө тойғоно тиҙ генә асып һалырға ашыҡмайҙар. Тик һөйөү ҡөҙрәтен инҡар итеп буламы, бер тулҡында типкән ике ҡайнар йөрәкте барыбер килтереп ҡауыштыра яҙмыш юлдары. Мөхәббәттәре емеше – ҡыҙҙары тыуыуы ғаилә бәхетен тағы ишәйтә.

Тәжрибәле, кешеләргә миһырбанлы Римма Ғилметдин ҡыҙын юридик бүлек начальнигы вазифаһына тәғәйенләргә теләүҙәрен әйткәс, ул, ҡалалағы эшен ҡалдырып, ҙур ауыл хужалығын етәкләгән иренең ҡулы аҫтына күсергә ҡарар итеүе хаҡында белдерә. Үҙ һөнәрендә оло ихтирамға өлгәшкән ниндәй ҡатын-ҡыҙ тота килеп ҡаланы ауылға алмаштырһын инде?! Әммә гүзәл зат тәбиғәтенең нескә тормош аҡылы тәү нәүбәттә уның тәүәккәллегенә һәм, үҙ- үҙен аямай, бәхете хаҡына ҡыйыу аҙым яһауына ла бәйлелер, тигән һығымтаға киләһең, Ғәбитовтар ғаиләһенең әлеге берҙәмлегенә һоҡланып. Оҫта юрист йылдар буйына туплаған алтын тәжрибәһен, аҡыл хазинаһын уртаҡ эштәрендә, агрофирманың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа уңышлы файҙалана. Һуңғы осорҙа ғына уның квалификациялы ярҙамы предприятиеның 50 миллион һумлыҡ мөлкәтен ҡотҡарып ҡалған. Ауыл хужалығы еңел тармаҡ түгел, һәр ваҡыт хәрәкәттә һәм үҫештә булырға тейешһең, юғиһә бәләкәй генә иғтибарһыҙлыҡ йәки «хоҡуҡи наҙанлыҡ» эш барышына кире йоғонто яһауы ихтимал. Һорау ниндәй генә өлкәгә ҡағылмаһын, кадрҙар мәсьәләһе, юридик йәки социаль проблемалар ҡалҡып сыҡһынмы, барыһын да үҙ иңенә алып хәл итергә күнеккән Римма Ғәбитова.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook