Башҡортостан Ҡыҙы

«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»

«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»
Билдәле яҙыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова республикабыҙға, халҡыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде! Яҙыусының «Ҡатындар» трилогияһы –башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына инерлек әҫәр. Шиғриәттә лә егелеп эшләй, балалар өсөн дә һоҡланғыс китаптар яҙҙы ул. Әйткәндәй, Гөлфиә Юнысова депутат булған осорҙа «Башҡортостан ҡыҙы»ның баш мөхәррире вазифаһын тап Гөлнур Яҡупова башҡарған, баҫмабыҙҙың абруйын арттырыуға тос өлөш индергән. «Ағиҙел» журналында яуаплы сәркәтип йөгөн байтаҡ йылдар тартҡан. Егерме проза һәм поэзия йыйынтығы авторы булған күренекле әҙибәнең тормошона һәм ижадына ҡағылышлы байтаҡ мәҡәлә-очерктар, рецензиялар донъя күргән. Ә был юлы уның йөрәк һүҙен, күңел моңон әңгәмә аша бирергә булдыҡ.

– Яҙыусы Гөлнур менән көндәлек тормоштағы Гөлнур айырыламы?
– Был һорауға мин «Үҙем» тигән шиғырымда яуап бирҙем һымаҡ.
Ә үҙем ул – үҙе әллә нисәү...
Күрә уны бары күңел күҙе.
Матур үҙем дә бар, йәмһеҙе лә,
Аҡыллыһы, үҙ һүҙлеһе лә,
Юха, елбәҙәге, сабыры ла,
Уҫалы ла, түҙемлеһе лә...

Эйе, яҙыусы Гөлнур ҙа, көндәлек тормоштағы Гөлнур ҙа бер бөтөн мин үҙем инде...
– Йәш кенә көйө тол ҡалып, ошо яҙмыштың әсеһен үҙ елкәгеҙҙә татығанһығыҙ. Артабан йәшәү өсөн ҡайҙан көс алдығыҙ?
– Тормош юлдашым буласаҡ Раил менән танышыу көтмәгәндә булды. Педучилище тамамлап, тыуған яғым Ғафуриҙа район гәзитендә эшләп йөрөйөм, БДУ-ға уҡырға инергә, шағирә булырға, армияла хеҙмәт иткән, хат алышҡан бер егетте көтөп алырға, тигән уйҙамын. Район үҙәгендәге башҡорт йәштәре тупланып алғанбыҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ, аралашабыҙ. Шулай, бер дуҫыбыҙҙың тыуған көнөн билдәләргә йыйылдыҡ. Унда бер ят егет тә бар ине, өҫтәл артына ултырышҡас, урыны ҡаршыма ғына тура килде, ҡыҙыҡһынып быға ҡараһам, ул да зәңгәр күҙҙәрен минән айырып ала алмай, имеш... Арбаны мине зәңгәр күҙҙәр. Уйҙа йөрөткәндәр томан һымаҡ таралды, донъяла – бары тик ул! Раил Өфө авиация институтында уҡыған еренән имтихандарын ташлап ҡайтҡан, мин дә университетты кисектерҙем, ҡасмаҫ әле! Ә нимәгә шулай дыуамалландыҡ? Ҡауышырға! Миңә саҡ егерме йәш, уға ун туғыҙ тулған. Әллә бәхетебеҙ ҡыҫҡа ғүмерле булырын һиҙендекме бер-бер...
«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»Һорауыңдан саҡ ҡына сителдем, бына әйләнеп ҡайтам. Өс тағанға таяндым мин: әсәйемә, әсәйлегемә, ижадыма.
Әсәйемә таяндым. Ул да ҡырҡ йәшендә тол ҡалған. Ҡулында – өс бала, ҡартайған әсәһе. Утыны-бесәне кәрәк, ауыл көнкүреше, мал-тыуар, баҡса, колхоз эше. Сөгөлдөр баҫыуында көс түкте, ҡатын-ҡыҙҙарҙың унда сиккән ыҙаларын мин трилогиямда тасуирланым, сөнки үҙем шаһитмын яҙғандарыма. Йәғни әсәйем күтәргән яҙмыш минекенән икеләтә-өсләтә ауырыраҡ булған. Ә мин бөтә уңайлыҡтары булған ҡала фатирында шыңшып ултырайыммы? Юҡ инде!
Их, әсәйемдең күп сифаттарына эйә булыр инем мин: ҡыйыулығына, уңғанлығына, ҡул эштәре оҫталығына, сәмле тырышлығына. Миңә быларҙың күпмелер өлөшө генә эләккән шул. Әммә уның үҙемә үрнәк булыуы батҡан еремдән тырмашып ҡалҡып сығырға күп тапҡырҙар булышлыҡ итте. Уртаҡлыҡ улай ҙа бөтөнләй юҡ та түгел: мин дә, әсәйемә оҡшап, балаларым өсөн утҡа-һыуға инергә әҙермен.
«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»Барыбер ҙә еңел булманы... Туҡһанынсы йылдар тупһаға килеп тәгәрәгәйне. Иптәшемде ерләп ҡай­тыуға, күршем Хәкимә апай ишеккә яҙыу ҡыҫтырып ҡуйған: «Гөлнур, Өфөлә фенол, крандан һыу эсмә!» – тип. И, күршекәйем, бигерәк тә изге күңелле татар апайы ине, йәне йәннәттә булһын. Иптәше отстав­калағы хәрби генерал, үҙе пенсиялағы уҡытыусы, улар балаларыма, бигерәк тә ун йәшендә генә атайһыҙ ҡалған улыма күҙ-ҡолаҡ булды. Ҡулдарына магазинға сыҡмаған ризыҡ килеп инһә, гелән уртаҡлашырҙар, көтә­сәккә лә бирерҙәр ине. Күршеңдән уңыу ҙа яҙмыш бүләге, әйтәгүр.
Әсәйлегемә таяндым. Балаларым минең һынып ҡуйыуымдан ҡурҡты. Ун өс йәшемдән бесән сабып, эштә сынығып үҫкән ауыл ҡыҙы булһам да, тора-бара ир иркәһенә әйләнгәйнем. Ә иң хәтәре – күңел сатнауы, һыңар ҡанатлы ҡалыу...
Эштә, кеше араһында, вазифа мәшәҡәттәрендә көн үтә ул, ҡайтҡас килеп баҫа хәсрәт. Йәйгеһен, улымды ауылда ҡалдырып, ҡыҙымды эйәртеп Болгарияға юлландым, Журналистар союзы Ҡара диңгеҙ ярындағы ижад йортона юллама биргәйне. Әлдә генә барғанмын! Икһеҙ-сикһеҙ даръя миңә илаһи ҡөҙрәт илә кеше ғүмере мәңгелектең ҡуласаһында күҙ асып йомған ғына бер арауыҡ икәнен күрһәтте. Рухыма ныҡлыҡ бирҙе. Диңгеҙҙән үҙгәреп ҡайттым, инде минең йәшәргә көсөм бар ине.
«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»Ижадыма таяндым. Әҙәби мөхиткә ынтылдым, ылыҡтым. Иремдең: «Яҙыш! Хыял иткән мөхитеңә килтерҙем бит!» – тип, ҡәләмде баулап, уйынлы-ысынлы муйыныма тағыуын да онота алмайым. Эйе, килтерҙе, сөнки уны Башпрокуратураға бүлек прокуроры итеп күсерҙеләр (икебеҙ ҙә юғары белемде ситтән тороп уҡып алдыҡ). Раил «Нағыш» (1989) тигән тәүге йыйынтығымды күреп китте. Сираттағы китабым «Автограф» (1992) тип аталды һәм ул Яҙыусылар союзына инергә хоҡуҡ бирҙе. Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Рәшит Шәкүр ағайҙар яҙған кәңәш-тәҡдимдәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайым. Ниндәй ҙур аванс биргән улар миңә! Ижадымда ниндәйҙер етди һынылыштар булған һайын күңелемдән уларҙың күҙҙәренә бағам: аҡланыммы икән Һеҙҙең ышанысты?!
Яҙмыш миңә ижад йәһәтендә миһырбанлы булды улай ҙа. Булат Рафиҡов ағайҙың әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан кешене «Ағиҙел»гә яуаплы сәркәтип итеп эшкә алыуына берәү ҙә аптыраманы, тиһәм, алдашырмын. Сөнки үҙем оҙаҡ ҡына ышаныр-ышанмаҫ йөрөнөм был хәлгә – олпат журналдың тарихында был ҙур вазифала беренсе ҡатын-ҡыҙ инем. Һәм мин әҙәби мөхиттең уртаһына барып сумдым 1991 йылда.
– Балаларығыҙ туған телдә һөйләшәме? Әгәр һөйләшһә, уға мөхәббәтте нисек тәрбиәләнегеҙ?
– Мин, берҙән, бер-ике-өс кешене генә иҫәпләмәгәндә, тик үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре йәшәгән иң ҙур башҡорт ауылынанмын. Сәйетбабанан. Ун ике яҙыусы сығарған мәктәптәнмен. Икенсенән, башҡорт яҙыусыһымын да баһа. Шуға ла, ҡыҙым урыҫ мөхитендә, Красноусолда, ул саҡта башҡорт мәктәбе булмау сәбәпле, русса уҡығас, әсә телен өйрәтеү ҡырҡа мәсьәлә булып торҙо. Ҡәйнәм дә мине хупланы, икәүләп ирештек маҡсатҡа. Апайы белгәс, ҡустыһына тел асҡысы биреү еңелерәк булды. Һәм, әлбиттә, йәйге каникулдарҙа балаларымды ауылға ҡайтарып ҡуйыуыбыҙ, унда донъя тотҡаһы булған әсәйемдең, йәнәһе, «бер ауыҙ ҙа русса белмәүе» һис шикһеҙ уларҙың һөйләшен шымартты. Һөҙөмтәлә ҡыҙым Гүзәл бер осор, БДУ-ның журналистика факультетын тамамлағас, «Шоңҡар» журналында эшләп алды, хәҙер ул дәүләт хеҙмәтендә, ике телде белеү уға унда ла кәрәк. Ижадымда ла ҡыҙым ярҙамсы. Һәр әҫәремде уҡый, руссаға тәржемә итешә.
Улым Рафаэль дә, тик үҙ телендә генә һөйләргә теләгән кешеләр (ундайҙар бар) мөрәжәғәт итһә, аптырап ҡалмай, тәржемәсе эҙләп йөрөмәй, өҫтәлендә русса-башҡортса юридик терминдар һүҙлеге лә ята.
– Уларға тормошта маҡсат ҡуйыуҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ ниндәй?
– Өҙөп кенә яуап биреүе ситен. Гүзәлемдең табип булыуын бик теләгәйнем. Үҙе лә шул яҡҡа ауыш­ҡайны. Ләкин сығарылыш имтихандары ваҡытында уға физиканан күрәләтә дүртле ҡуйҙылар, сөнки ул миҙал алһа, бер чиновниктың балаһы ҡоро ҡала ине. Күңеле ҡырылды ҡыҙымдың, уйынан сигенде. Рус теле уҡытыусыһы кәңәш биргән, һинең иншаларың шәп, филология факультетына бар, тип. Тап шул йылды журналистика бүлеге асылды, шунда уҡырға хәл иттек. Ә Рафаэль бәләкәйҙән «атайым һымаҡ юрист булам» тип йөрөнө һәм маҡсатына өлгәште. Бөгөнгө көндә юстиция полковнигы.
– Һеҙ ниндәй ҡәйнә?
– Мин, моғайын, уртаса бер ҡәйнәлер. Кейәүемде улым кеүек яҡын күрәм, итәғәтле, алтын ҡуллы, ярҙамсыл булғаны өсөн хөрмәт итәм. Үҙ көстәре менән донъя ҡорҙолар, ул үҫтерәләр. Фатирымда кейәүемдең ҡулы теймәгән әйбер юҡтыр, нимә боҙолһа, шуны йүнәтеп ҡуя. Ашығыс түгел, ваҡытың барҙа килеп ҡарарһың, тиһәм дә, көнө менән эштән ҡайтышлай килеп етә. Киленемә лә ризамын, улымды ипле ҡарай, аш-һыуға оҫта. Өс йыл бергә йәшәнек, низағлашманыҡ. Уғата бәйләнеп йөрөргә минең ваҡытым да юҡ, ҡәләмем тирбәлгәндә, көсөмдө ижадҡа һалғым килә.
«Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма»– Өләсәй булыу тормошоғоҙға ниндәй буяуҙар өҫтәне?
– Өләсәй бәхетен биргәне өсөн Раббыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡыҙымдың улы Искәндәргә егерме ике йәш, БДУ-ның юридик факультетында магистратурала белем ала. Улымдыҡы – Эрнест исемле ейәнем ҡолонсаҡтай иркәләнеп йөрөй, мәктәптә уҡый, фортепьянола уйнарға өйрәнә. Ейәндәрем күңелемде йомшарта, һөйөндөрә, йылмайта, балалар әҙәбиәтенә индергән өлөшөмә ем бирә, ҡот өҫтәй, киләсәк быуын алдындағы яҙыусылыҡ бурысымды иҫкәртә. Улар ғәмәлдә – йәшәүемдең бер асылы, мәғәнәһе, биҙәге.
– Аралашҡанда ниндәй кешеләргә йылышаһығыҙ? Ҡәнәғәтлек табаһығыҙ?
– Эскерһеҙ, алсаҡ кешеләргә һыйынам, тартылам. Минең эске һиҙемем бик нескә, әлегәсә дуҫ күргән кешеләремдән хыянат кисергәнем булманы, иншалла. Уҫал, аҫтыртын кешеләрҙән ҡурҡам, йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Үҙемдең иң шөбһәләнгәнем – кемделер аңһыҙҙан рәнйетеп ҡуймау. Берәйһенә яҡшылығым тейһә, күңелем үҫеп китә, эшем ырай.
–Ғүмерегеҙҙең ҡайһы осорон һағынаһығыҙ?
– Бала саҡ хәтерҙән сыҡмай, әммә үтә лә һағынмайым, ауыр, ҡатмарлы булды ул... Йәшлегемде йөрәк түремдә йөрөтәм, ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән, дәртләнеп донъя ҡыуған йылдарға уйымда ҡайтып-ҡайтып киләм, юҡһынам. Красноусолда үткән ғүмер юлын, гәзиттә эшләгән мәлде (ун ете йыл!), туғанлашып бөткән хеҙмәттәштәремде, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында тапҡан әхирәттәремде онотмайым, «Ағиҙел» әле тел осомда ғына...
Ҡапҡамды ҡартлыҡҡа асып ҡуйҙым, рәхим итһен, шатлыҡтар тейәп килһен, ҡайғыларҙан аралаһын. Әлеге осоромдан ифрат разыймын, бәхетлемен: балаларым, ейәндәрем ҡыуандыра, ижадым халҡымдың һөйөүен яуланы, хөкүмәт бүләгенә лайыҡ булдым һәм беләм, ғүмеремдең бер мәлендә ошо көндәрҙе һағынырмын, тик һағыныу-һағыштарым яҡты булһынсы!
– Һаулығығыҙҙы һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрәһегеҙ?
– Был йәштә, хәйер, ҡайһы йәштә лә, иң заруры һаулыҡ – әлбиттә. Йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге тормошто йәмле һәм тәмле итә. Йәйҙәрен һыу инергә яратам, әгәр быны бер сара тип әйтеп булһа. Миңә ҡалһа, зыянлы ғәҙәттәрем күберәк: әҙ хәрәкәтләнәм, өҫтәл артында оҙаҡ ултырам, төнгө бергә-икегәсә яҙышам, илһам килмәһә, телевизор ҡарайым...
– Ғаиләгеҙҙә ниндәй тотороҡло йолалар бар?
– Тыуған көндәребеҙҙе йыйылып байрам итеү, был бит һөйләшеп, матур теләктәр юллашып ултырыуға бер форсат. Нәҫелдәш әруахтарҙы иҫкә алыу, зыярат ҡылыу, ауылға ҡайтып ҡөрьән уҡытыу, ҡорбан салыу беҙҙе ойоштора – бер туған ҡустым Илдар менән киленем Ғәтиә йәшәй тыуған нигеҙҙә, уларға рәхмәт, ихлас ҡаршы алалар, йолаларҙы атҡарышалар.
– Бәхетле булыу өсөн ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк?
– Ҡатын-ҡыҙҙың Бәхет тигән төшөнсәһе Йыһандай киңдер ул! Иң ғәзизе – тулы ғаилә, хәләлең менән мөхәббәтле тиң ғүмер, әсә булыу ырыҫы, балаларыңдан уңыу...
Азалия МИРЗАЕВА әңгәмәләште.


Теги: Гөлнур Яҡупова





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook