Башҡортостан Ҡыҙы

Шатлыҡлы нур сәсеп Йыһанға

Шатлыҡлы нур сәсеп ЙыһанғаХәйбуллаға юл төшкән һайын Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова менән күрешмәй китмәйбеҙ. Бында иң ҙур ҡатын-ҡыҙҙар коллективы – 70-кә яҡын гүзәл зат эшләй, 300-ҙән артыҡ баланы йыйған 13 төркөмдөң һәр ҡайһыһы – милли, үҫеш, йәш үҙенсәлектәре буйынса айырып тәрбиәләнә. Әммә шарттар уларҙың барыһына ла бер үк – сабыйҙың һаулығына, күңеленә, рухи үҫешенә ыңғай тәьҫир итерҙәй яҡты, уңайлы, һәр яҡтан уйланылған шатлыҡлы бала саҡ донъяһы тыуҙырылған. Ошо мөһабәт йортто күтәреү ауырлығын нигеҙ ташы һалынғандан алып үҙ елкәһендә татыған, һәр әйткәнен тормошҡа ашырырға ынтылған уңған хеҙмәткәрҙәр туплаған, ваҡиғаларҙы алдан күрә белгән, ямандан күҙ яҙлыҡтырып, яҡшыһын тын менән тартып алырҙай булып юлын асҡан, йүнләгән, хәстәрләгән етәксе ниндәй булырға тейешлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.

Торомтай ырыҫы
Нәфис кенә ханымда ҡайҙан был хәтлем көс-ҡөҙрәт тиһегеҙме? Кеше был донъяға тыуған көнө менән килмәй, үлгән көнө менән китмәй. Ата-бабаларҙың ырыҫы ғаләм киңлектәрендә ҡеүәт көсө булып йыйылып, иңдәренә ҡанат ҡуя. Айгөл Фәрит ҡыҙы ла затлы нәҫелдән. Бишенсе быуын олатаһы Утарбай Солтангәрәй улы Торомтаев (ул 1788 йылда тыуған) «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн» һәм «Парижды алғаны өсөн» ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Зирәк, аҡыллы, йырсы, дин тәғлимәтен, фарсы, ғәрәп телдәрен һәйбәт белгән кеше булараҡ, яуҙа полк хәҙрәте вазифаһын үтәй ул. 25 йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, Утарбай ауылына нигеҙ һала. Үҙ аҡсаһына мәсет, мәҙрәсә төҙөтә. Хәҙер ул ауыл юҡ, 1963 йылда бөткән. Ҡош исеменә бәйле Торомтаевтар нәҫеле – улар төйәк иткән Йәнтеш ауылының ғына түгел, Хәйбулланың ҡото. Сәсәниә Әсмә Торомтаева Торомтай көйөн һәм уның риүәйәтен ҡартатаһы Ғәбделәхәттән өйрәнә. «Тоҡом йыры ул, бел!» – тигән ул. – Ниндәй ҡош ул торомтай? – тип һорағас, олатаһы: – Шуны ла белмәйһеңме? Ҡанатын киң йәйеп оса, табышын күрһә – атылып килеп төшә, бик мәргән, йылғыр, ҡанаты ҙур булғас, арымай ул ҡош. Тәүҙә оҙаҡ ҡорбанын ҡарай. Унан атылып килеп ала, – тип яуап бирә. Айгөлдөң дә егәрлелеге, ауырлыҡтар алдында бәлтерәп төшмәүе нәҫеленән киләлер.

Утарбайҙың улы Бәҙәмшанан тыуған Ғәбделғәлимдең улы Иҙрис – Айгөлдөң әсәһенең атаһы. Ул уңған, йүнсел, ауылдаштары араһында абруйлы зат булып танылған. Ҡатыны Ҡәнифә менән ун бер балаға ғүмер биргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын данлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә үтә ул. Илде дошмандан азат итергә киткәндә ауыл советы рәйесе булған ир ҡайтҡас та ошо йөгөнә кире егелә. Донъя күргән, кеше хәленә инә белгән, утты-һыуҙы кискән уҙаман ауылдаштарының тормошон еңеләйтеү өсөн ең һыҙғанып эшләй, әммә яраһынан мандый алмай, вафат була. Күмәк балалы ғаиләнең бөтә ауырлығы ҡатыны Ҡәнифәгә төшә. Ярай ҙа оло ҡыҙы Сабира ярҙам итә. Барыһына ла матур тәрбиә биреп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына баҫтыралар.

Иҙристең Билал Шәйәхмәт улы Кәримов тигән дуҫы була. Хәйбуллала көслө заттарҙан һанала, ул да ауыл советы рәйесе вазифаһын тарта, аралашып йәшәйҙәр. Һуғыштан һуң ике ғаилә лә Йәнтештә төпләнә. Ҡорҙаштар элекке йола буйынса ҡоҙа булышырға һүҙ ҡуйыша. Билал улы Фәриттән Иҙрис дуҫының ҡыҙы Зифаның ҡолағын тешләтә. Аҙаҡ Билал ғаиләһен Байғусҡарға күсерә, унан Подольск ҡасабаһында төпләнәләр. Ҡыҙҙың атаһы иртә донъя ҡуйғас, вәғәҙәләшеү, һауала эленеп ҡалғандай, яйлап онотола. Фәрит башлы-күҙле булырға ашыҡмай. Өс балаһын етем итеп, Билалдың оло улы Сәйфулла фажиғәле вафат була. Инде йәше утыҙға етеп өйләнмәй йөрөгән Фәритте аулаҡҡа саҡырып, атаһы: «Балаларҙы етем итеп булмай, еңгәң риза, уға өйләнәһең дә ҡуяһың», – ти. Егет риза түгеллеген белдерә, күңеленә теге ҡолаҡ тешләткән ҡыҙ тынғы бирмәүен әйтә. Уны мотлаҡ эҙләп табырға ниәт итә ошо һөйләшеүҙән һуң. Зифа ул ваҡытта Йәнтеш урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөй икән. Егет тә бит төшөп ҡалғандарҙан түгел! Юғары уҡыу йортон тамамлап, Подольскиҙа математика һәм физиканан белем бирә. Нисек быға хәтлем осрашмағандарҙыр?! Ҡыҙҙы эҙләп, Йәнтешкә килә Фәрит. Оҙон толомло, аҡ йөҙлө, йәтеш кенә кәүҙәле һылыуҙы бер күреүҙә оҡшата ул. Үҙенең ни сәбәптән йөрөүен аңлата. Көҙгә улар өйләнешеп тә ҡуя. Зифа килен булып төшөп, яңы уҡыу йылын иренең ауылында башлай. 1971 йылда тәүге балалары – Рафаэль донъяға килә, ике йылдан ғаилә башлығын Һамар урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.

Директор ҡыҙы
Орск педагогия училищеһын тамамлап, Һамарға уҡытырға килгән Айгөлдән хеҙмәттәштәре: «Ә һеҙҙең тыуған көнөгөҙ майҙа, сирень сәскә атҡанда түгелме?» – тип һорай. «Эйе», – тигәс, геометрия дәресе ваҡытында уҡытыусылары Фәрит Билал улын саҡырып сығарыуҙарын, уның баҡсанан сирень өҙөп алып, йөк машинаһында Бүребайға китеүен, аҙаҡ ҡына ҡыҙы тыуыуын белеп ҡалыуҙарын хәтерләйҙәр. Айгөл шау малайҙар тыуып торған Кәримовтар нәҫелендә көтөп алынған ҡыҙ бала була. Ҡартәсәһе: «Фәриттең ҡыҙы тыуһа, Рәйсә йәки Роза тип ҡушам», – тип өмөтләнгән. Әсәһе Земфира тигән исемде әҙерләп ҡуйған булған. Өфөлә белем алып йөрөгән ағаларының ҡайтып төшөүе барыһын да хәл иткән – сабый ул ваҡытта бик йыш ҡушылған Айгөл исемен алған.

Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында күп ғаиләләр Ырымбур өлкәһенә күсенә. Кәримовтар ҙа нигеҙ алмаштыра. Ырымбур өлкәһенең Новоорск районына күсеп йәшәй башлайҙар. Ҡартәсәһенең һеңлеһе Жузбаевтар нәҫеленә килен булып төшкән була. Шуға ла улар яңы ергә бик тиҙ ылығып китә. Ғаилә башлығы – мәктәп директоры, ҡатыны уҡытыусы булып урынлаша. Айгөлдөң мәктәп йылдары шунда, ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр араһында, уҙа. «Вәт директорҙың ҡыҙы матур! Күҙҙәре ҙур, йөҙө аҡ, оҙон сәсле», – тип һоҡлана тәү күргәндәр. Үҫә төшкәс, атаһы Айгөлдө: «Минең ҡыҙым – Зоя Космодемьянская!» – тип арҡаһынан һөйә торған була. Ғаиләлә эш культы хөкөм һөрә. Партйыйылыштар, агитбригадалар күпселек ваҡытты ала, атаһы менән әсәһе бейеү менән шөғөлләнә, үҙешмәкәр түңәрәккә лә йөрөргә өлгөрә. Ике йөҙләп өйрәк алып, шәхси хужалыҡ та тоталар.

Айгөл үҙ дәүеренең октябрят, пионер, комсомол баҫҡыстарын үтеп, ысын лидер булып таныла. Дружина советы рәйесе сифатында Бөтә Союз пионерҙар слетына барыусылар бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урынды яулағас, Владивостокта урынлашҡан «Океан» Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән бүләкләнә. Унан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтып төшә. Дуҫлыҡ, тоғролоҡ, яуаплылыҡ тойғоларының үҙен юғары күтәреүен аңлай. Күптәрҙе изге эштәргә дәртләндерерҙәй йөрәге, әйҙәүсе, башлаусы сифаттары уның шәхес булараҡ үҫешен тәьмин итә.

Әсәһе менән атаһы бәләкәйҙән ағаһы Рафаэль менән икеһенә хужалыҡтарын ышанып ҡалдырып, үҙҙәре туғандарында йөрөп әйләнә. Һыйыр һауыу, өй эштәре, аш бешереү кеүек эштәрҙе улар бик теләп башҡара.

Айгөл бәләкәйҙән, ата-әсәһе уҡытыусы булғанғамы, үҙен башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп әҙерләй. Педучилищенан һуң, ғаилә Хәйбулла районында урынлашҡан Хворостянка ауылына күсеп ҡайта. Айгөлгә лә күрше Һамар ауылындағы мәктәптән эш табыла. Ғәҙеллек яратҡан, тура һүҙле йәш мөғәллимәгә ата-әсәһе сабырлыҡ, һығылмалылыҡ теләй. Әммә үҙ эшенә мөкиббән киткән, тәрбиә биреү һәләте булған ҡыҙ юлды үҙенә үҙе яра.

Яҙмыш һынауылыр һәр бер кеше
Өс йылдан артыҡ эш тәжрибәһе булмаған педагогтар, матур, зыялы ғаиләләр төҙөү маҡсатында, районда «Йәш уҡытыусылар клубы»на берләшә. Үҙе кеүек уҡытыусы егет Раушан менән шунда танышалар. Уҡытыусылар турслетында дуҫлашып алып китәләр. Йәйге лагерҙа пионервожатыйлыҡҡа егелгән Айгөлдө күрергә килгәнендә Раушан уға тәҡдим яһай. Ата-әсәһенең, ағаһының, бер-берегеҙҙе әҙерәк өйрәнә бирегеҙ, тигән кәңәштәрен дә тотмай, Айгөл уға тормошҡа сығырға ҡарар итә.

Төпсөк улға ауылда йәшәргә тигән талап ҡуйыла. Айгөлгә мәктәптәрендә эш булмай сыға, тәрбиәсе итеп алына. Бесән сабып, һыйыр тотоп, йәш кәләш ауыл тормошона сума. Улдары Камил тыуа. Төпкөлгә килен булып төшкән ҡатын был тормоштан ҡәнәғәтлек алмай. Ике мөхиттә, төрлө ғаиләләрҙә буй үҫтергән йәштәр берегеп китмәй. Шуға ла тормош юлдары айырымлана. Атаһы тере булған хәлдә был аҙымдан тыйылыр ине, бәлки. Ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған Айгөл Фәрит ҡыҙы Аҡъярҙағы Ижад йортонда методист булып эшләй башлай. Ике йылдан уны хакимиәткә эшкә саҡыралар. Етәкселек алмашынғас, уны Степной ауыл Советына башлыҡ итеп ебәрәләр. Өс йылдан һуң ауылды Аҡъярға ҡушалар. Ауыл Советы башлығы урынбаҫары булып бер йыл эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлап, юрист һөнәрен алған һылыуҙы хакимиәткә кадрҙар бүлеге начальнигы итеп ҡуялар. Әммә ике йылдан тағы башлыҡ алмашына һәм... Айгөл эшһеҙ тороп ҡала. Тик ятмаҫ өсөн генә республиканан ситкә китеп эшкә урынлаша. Ике айҙан яңы башлыҡ уны төҙөләсәк балалар баҡсаһына мөдир итеп эшкә саҡыра. Тәүге нигеҙ ташы һалыу, исем ҡушыуҙан алып хәҙерге заманса мәктәпкәсә белем биреү усағына әйләнгәнсе күпме тир түгергә, көс түгергә тура килә уға.

«Шатлыҡ»ҡа килеү шатлыҡ!
2017 йылдың ғинуарынан балалар баҡсаһы базаһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Конструкторлау – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың инженерлыҡ фекерләү нигеҙен булдырыу» республика тәжрибә майҙансығы асыла. «Майҙансыҡ кескәйҙәрҙең математик һәм логик фекерләүен үҫтереүгә, машина эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәтеүгә, инженер һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итә», – ти Айгөл Фәрит ҡыҙы. Балаларҙың белемен арттырыуға ҡоролған 19 түңәрәктең унауһы техник йүнәлешкә эйә. «Бергәләп өйрәнәбеҙ» ғаилә клубында ата-әсәләр менән кескәйҙәр күмәкләп ҡора, уйлап таба. «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтарының тәжрибәһенә таянып, 3-5 йәшлек балаларҙың ҡоролма төҙөү эшмәкәрлеге хаҡында «Уйнай-уйнай төҙөйбөҙ» методик ҡулланмаһын баҫтыралар. Әсбап М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Мәктәпкәсә йәштәге педагогика һәм психология» кафедраһы доценты Фирҙәүес Аҙнабаева етәкселегендә сығарыла. Заман талаптарына ярашлы юғары кимәлдә йыһазландырылған был балалар баҡсаһы – республикабыҙ ғорурлығы. Уның эске, тышҡы йөҙө күңелгә ятышлы, рус һәм башҡорт мәҙәниәте музейҙары, китапхана, айырым спорт залы, музыка, хореография менән шөғөлләнеү бүлмәһе булдырылған, бөтә төр конструкторҙар, робот техникаһы бар. Диуарҙарына әкиәт сюжеттарына бәйле һүрәттәр төшөрөлгән, ихатала «Урал аръяғының ете мөғжизәһе»н – Ирәмәл тауын, Шүлгәнташты, Ямашлы һыуһаҡлағысын, Яҡтыкүлде, Ғәҙелша шарлауығын, Шайтантау заказнигын, Яманташты һынландырған сихри донъя бында килеүселә илһөйәрлек тойғоларын уятмай ҡалмай.

Һәр төркөмдөң яғымлы исеменә ярашлы биҙәлеш тә уйлап табылған. Баҡсаның үҙ баҫмаһы бар, был бигерәк тә ата-әсәләр өсөн уңайлы. Унда төрлө яңылыҡтар, бәләкәстәрҙең уңыштары хаҡында хәбәрҙәр урын алған. Был балалар баҡсаһы түгел, ә сабыйҙарҙан алдынғы ҡарашлы замандаш тәрбиәләү, ижадкәр шәхес үҫтереү майҙаны бит һуң, тип һоҡланаһың ирекһеҙҙән. Бында балалар аҙнаның бер көнөндә милли аҙыҡ менән туҡлана. Айгөл Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, кескәйҙәр айырыуса бишбармаҡты яратып ашай.

2017 йылдың ғинуарынан «Шатлыҡ»та һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө лә ойошторола. Психик йәһәттән тиҫтерҙәренән ҡалышҡан, телмәр үҫеше тотҡарланған сабыйҙар менән шөғөлләнеү айырыуса иғтибар, наҙ талап итә.
«Шатлыҡ»та илһамлы, егәрле гүзәл заттар, барлыҡ күңел йылыһын һалып, ижад итә.

Туғанлыҡ көсө
Айгөлгә терәк, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул бер туған ағаһының ғаиләһе. Еңгәһе Гөлнара Зиннур ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытһа, ағаһы Рафаэль Фәрит улы – Һамар ауылы биләмәһе советы башлығы. Улар Нурсолтан һәм Зилиә исемле ике бала үҫтерә.

Айгөлдөң улы Камил Республика инженер лицей-интернатын уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетына уҡырға инде. Шиғырҙар яҙған, гитарала уйнап йырлаған егеттең хыялы – әсәһен бәхетле итеп күреү.

...Йәнтештә йәшәгән Сабира инәһе уны һәр ваҡыт көтөп ала. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре Рауил Иҙрис улы Йәнтештә ауылдаштары өсөн «Иҙрис» иман йортон һалған. Уның бер туғандары – йырсы, моң эйәһе Урал, ҡартатаһының нигеҙен һаҡлаусы Тәлғәт, туҡһанын ҡыуған Ильяс Торомтаевтар ауылда абруйлы аҡһаҡалдар булып, етеш донъя көтә, иманлы тормош алып бара. Иҙрис һәм Ҡәнифәнең иң төпсөк ҡыҙҙары Роза бөтә ғүмерен мәғарифҡа арнап, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан.

Хоҙай егәрлеләргә эш бәхете бирә. Айгөл шуны яҡшы төшөнгән. Яратҡан эш күңелде баҫа, йәнде бөтәйтә, ҡанаттар үҫтерә. Ауыр тимәй ул, һәр нәмәгә ихласлап, ижади күҙлектән ҡарарға, үтәп сығырға өйрәнгән. Уның шатлыҡ бөрккән күҙҙәре һәр ваҡыт яғымлы нур һибә. Нәҫеле Ергә илткән изге яҡтылыҡҡа төрөнөп, кешеләргә бәхет өләшеп йәшәй ул.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Хәйбулла районы.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook