Башҡортостан Ҡыҙы

ҺӘР КЕМ ЕРҘӘ ГӘҮҺӘР

ҺӘР КЕМ ЕРҘӘ ГӘҮҺӘР «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталованы йәмәғәтселек иң беренсе нәүбәттә тележурналист булараҡ белә. Яҙмышы уға «бишле» билдәһе ҡуйған ғүмеренең матур бер артылышына еткәндә, тетрәндерерлек, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, ойоп ятҡан дәрт, сәм тойғоларын уятырлыҡ фильмдар тыуыуына сәбәпсе сценарийҙар яҙған ярһыу, тынғыһыҙ ижадсының рухи донъяһына сәйәхәт, уның уй-фекерҙәре менән танышыу, ул йөрөгән һуҡмаҡтар аша үтеү үҙе бер бүләк кеүек. Исеме есеменә тура килеп, Гәүһәр үҙе лә халҡыбыҙҙың бер гәүһәре, тәрән тарих төпкөлдәренән рухи хазиналарыбыҙҙы эҙләп табып, дөрөҫлөктө ваҡытында әйтә белеүсе һүҙ оҫтаһы, рух һаҡсыһы, күңел имләүсеһе.

«Бәхетлемен!»
...«Ҡатын-ҡыҙ иркәләү, наҙға ғына түгел, тәү сиратта көслө терәккә мохтаж. Бөтә ҡиәфәтендә дәрт уйнаған, үҙенең көсөнә инанған баһадирҙы гүзәл зат нисек инде яратмаһын?! Янында яҡлаусыһы, һаҡлаусыһының ҡайнар һулышын тойған ҡатындан да бәхетлерәк кешенең булыуы мөмкинме һуң?» («Мин үлмәнем, башҡорттарым!» фильмынан).

«Гөлсөм апай Чихимбаева хаҡында очерк әҙерләнем. Ҡырғыҙстандан ҡайтып төшкәнмен, юлдан йонсоғас, мине күрергә ашҡынған апайыма ҡаршылашып маташам, ай-вайыма ҡуймай, буласаҡ тормош иптәшемде минең менән таныштырырға алып килде», – тип иҫләй хәҙер ул көндө. Роберт уны зәңгәр экрандар аша алдан күрә. Уның: «Ошо минең кәләшем буласаҡ!» тигәне фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килдеме икән? Ике тиҫтә йыл инде улар татыу ғүмер итә. Улдары Айбәк юридик факультетында белем ала.

...Үтә хисле, шиғырҙар яҙған, мандолина, гармунда уйнаған талсыбыҡтай ҡыҙҙы яҙмышы, һөнәре, яҡын кешеләре донъяһы түңәрәк, күңеле бөтөн, тос фекерле, емешле ижадсы дәрәжәһенә еткереп сыныҡтыра, һынай, өлгөртә. «Барыһына шөкөр итәм: бына тигән ғаиләм бар, инәйем тере, туғандарым янымда, бер түгел ике яратҡан эшемдә рәхәтләнеп ижад итәм», – ти Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы.
«Арытҡан ваҡыттарҙамы? Руль артына ултырып, башҡортса йырҙарҙы яңғыратып ҡуям да, Ағиҙел буйына төшөп ҡушылып көйләйем. Унда йә иларға, йә йырларға киләм, – ти. – Хисле булыу ҡамасаулай, әммә мине әтейем-инәйем, ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә, тип өйрәткән гәме, уларҙы ауыҙлыҡларға өйрәндем».

Белем ҡәҙерен белемле белер, тигән шикелле, Гәүһәр Батталова затлы, аҫыл кешеләрҙе таба, уларҙағы иң яҡшы сифаттарҙы, аҫылташтай балҡытып, күрһәтә белә. Уның хыялдары ла күңел, тарих төпкөлдәренән гәүһәрҙәр эҙләүгә бәйле бит...
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Материалдың тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook